Шәхестәр
18 Октября 2019, 09:47

Студент Мостай эҙҙәренән

Башҡорт дәүләт университетында бөгөн тантаналы ваҡиға - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Автор фотоһыАвтор фотоһы
Автор фотоһы
Башҡорт дәүләт университетында бөгөн тантаналы ваҡиға - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Сарала Каринэ Хәбирова, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнаша.
Таҡтаташҡа сәскәләр һалғандан һуң, уларҙың барыһын да БДУ-ның һәр ҡатында йыр-моң, ҡурай һәм дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар.
Ҡунаҡтар студент Мостай эҙҙәре буйлап уҡыу аудиторияларына сәйәхәт ҡылды, Мостай Кәримдең китаптарынан ойошторолған күргәҙмә менән танышты.
Читайте нас