Шәхестәр
22 Октября 2019, 12:11

Һәр шиғыры – халыҡтың күптән көткән ораны

Үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында (1979) Урал аръяғы райондарында (Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла) йәш яҙыусыларҙы туплаған әҙәби берекмә ойошторолдо. 80-се йылдар башында уның иң әүҙем ағзаларына әүерелеп, яңы ғына шиғриәт һуҡмағына аяҡ баҫҡан йәш егеттәр – Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Рәмил Дәүләтҡол, Буранбай Исҡужин, Нияз Мәһәҙиевтәр үҙҙәренең ижады менән берекмәнең данын күккә күтәреп ебәрҙе.

Йыйылма әҫәрҙәрен нәшерләргә кәрәк.


Үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында (1979) Урал аръяғы райондарында (Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла) йәш яҙыусыларҙы туплаған әҙәби берекмә ойошторолдо. 80-се йылдар башында уның иң әүҙем ағзаларына әүерелеп, яңы ғына шиғриәт һуҡмағына аяҡ баҫҡан йәш егеттәр – Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Рәмил Дәүләтҡол, Буранбай Исҡужин, Нияз Мәһәҙиевтәр үҙҙәренең ижады менән берекмәнең данын күккә күтәреп ебәрҙе.



Унан ҡалған мираҫ


Берекмәнең етәкселәре – Рәсимә Ураҡсина, Гөллирә Исхаҡова һәм мин был йәш шағирҙар менән бик ғорурлана инек, “Ирәндек”тең юл башында уҡ ошондай оло таланттарҙы таба алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайынса, дөрөҫ йүнәлеш алыуыбыҙ өсөн ныҡ һөйөнөп, киләсәктә ошолар кеүек оло һәләткә эйә булған йәштәрҙе тағы табырыбыҙға, әҙәбиәткә йәлеп итеребеҙгә ышана торғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында яҡты өмөттәребеҙ аҡланманы. Иң төп сәбәп бөтәбеҙҙең дә, шул иҫәптән Рәсимә Ураҡсина, мин, үрҙә телгә алған йәш шағирҙар, Өфөгә күсеп китеүебеҙ булды, әлбиттә. Ә Баймаҡта ҡалған берекмәнең һуңғы етәксеһе Гөллирә Исхаҡова күп тә үтмәй вафат булды.
Туҡһанынсы йылдарҙа “Ирәндек” һалған нигеҙҙә Яҙыусылар союзының Сибай бүлеге асылып, ниндәйҙер кимәлдә беҙ башлаған эште дауам итте, әммә әҙәби берекмәнең юл башындағы кимәленә күтәрелә алманы, Рәйес Түләктәр кеүек баҙыҡ таланттарҙы асыуға өлгәшмәне. Күрәһең, ундай бөйөктәр йөҙ йылға бер тыуа, тигәндәре дөрөҫтөр, һәм шул саҡтағы әҙәби берекмә етәкселәренең өлөшөнә генә, Хоҙай ҡушыуы буйынса, шундай бәхет төшкәндер.
Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. 80-се йылдарҙа университет тамамлап, Урал аръяғына эшкә килгән йәш шағирҙарға бөгөн 60 йәш тулырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул оло таланттарҙан Рәйес Түләк менән Рәмил Дәүләтҡол 50-һен дә тултырмайынса, ә Буранбай Исҡужин менән Нияз Мәһәҙиев шул тупһаны яңы ғына аша атлап үткәс, ҡапыл вафат булды.

Уларҙың был донъянан йәшләй китеүе әҙәбиәтебеҙҙең бик ҙур өлөшөн умырып алды, уны күпкә ярлыландырҙы. Хәҙер беҙгә шул таланттар ҡалдырған мираҫ менән һоҡланырға ла, әгәр иҫән булһалар, ижадтары менән әҙәбиәтебеҙҙе ниндәй бөйөк кимәлдәргә күтәрер ине, тип үкенергә генә ҡала. Һәм, әлбиттә, күңелдәребеҙҙә улар хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Мин ошо хәтирәләрҙе гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашмаҡсымын.
12 октябрҙә Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл тулды. Эй, ғүмер!.. Уның вафатына ун ике йыл ғүмер уҙған. Ә Рәйес күҙ алдыбыҙҙа һаман да тере кеүек, моңһоу ғына йылмайып баҫып торғандай.
Рәйес менән миңә үткән быуаттың 80-се йылдары башынан ул мәрхүм булғанға тиклем тиерлек ныҡ аралашып йәшәү бәхете эләкте. Миңә шағирҙың ныҡ төшөнкөлөккә бирелеп ҡайғырған мәлдәрен дә, шатлығынан ырғып төшөп бейегән осорҙарын да күрергә насип булды. Уларҙың бөтәһе хаҡында һөйләп бөтөрлөк түгел. Әммә иң фәһемлеләре менән уртаҡлашҡым килә. Бәлки, шул ваҡиғалар ниндәйҙер кимәлдә Рәйестең оло талантҡа эйә булғанын да, шул уҡ ваҡытта ни өсөн йәшләй донъя менән хушлашыуын да аңлатыр, тип уйлайым.
Хәтирәләргә төшөп киткәс, яҙмаларымды ике төргә бүлергә ниәт иттем. Йыш ҡына шундай фекер ишетергә тура килә. Кемдер берәй шәхес тураһында иҫтәлектәре менән бүлешһә, “хәтерләүсе уны түгел, үҙен күрһәткән” тип уның яҙмаларын юҡҡа сығарырға маташыусылар табыла. Әммә шуны аңларға кәрәк: һәр кем хәтирәләрендә шул кеше менән аралашыуы хаҡында һөйләй бит. Ул бер нисек тә үҙе тураһында әйтмәйенсә булдыра алмай. Бына миңә өлкәнерәк кеше булғанға, йыш ҡына дәрәжәле вазифаларҙа эшләгәнгә Рәйестең төрлө хәлдәрендә аралашырға, уға ярҙам итергә насип булды. Был хаҡта хәбәрҙе һис тә урап үтеп булмай. Уларҙың бөтәһе тураһында һөйләмәһәм дә, ҡайһылары хаҡында әйтеп китергә кәрәктер. Был ваҡиғаларҙа Рәйестең холҡо, ниндәй шәхес икәнлеге күренә, минеңсә. Икенсе төрлө хәтирәләрҙә шағирҙың романтик рухын, эмоциональ холоҡло, тиҙ генә төшөнкөлөккә бирелеп, киләһе минутта “һә” тигәнсә, киреһенсә, ҡапыл тоҡанып китеп, ҡыуаныс кисереүгә өлгәшә алған шәхес икәнлеген күрһәтмәксемен.
1983 йылда Рәйес Түләк Баймаҡ – Әбйәлил райондары сигендә урынлашҡан Өмөтбай ауылы мәктәбендә уҡыта ине. Ноябрь айында “Ирәндек”тең ултырышын Әбйәлил районында үткәрҙек. Йәш шағирә Зөһрә Кашапованың шиғырҙарын тикшереү, төрлө ауыл мәктәп­тәрендә һәм клубтарында, аҙаҡ район мәҙәниәт йортонда китап һөйөүселәр менән осрашыуҙар юғары рухи күтәренкелектә үтте. Беҙҙе бөтә ерҙә лә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар, сәхнәнән өс-дүрт сәғәт ебәрмәй тоталар, шаян юморескаларыбыҙҙы, мөхәббәт хаҡындағы алсаҡ шиғырҙарыбыҙҙы ҡат-ҡат уҡыуыбыҙҙы һорайҙар.


Әҙәбиәткә оло талант килде


Әҙәбиәткә, китапҡа һөйөүҙең юғарыға күтәрелгән мәле ине ул. Залдар шығырым тулы, урынһыҙ ҡалғандар стена буйына теҙелгән. Бирелгән һорауҙар буйынса тыңлаусыларҙың журнал-гәзиттәрҙә баҫылған әҫәрҙәрҙе уҡып барғанлығы һиҙелә. Ошоно тойоп, йәш шағирҙар осоп китерҙәй булып, илһамланып үҙ әҫәрҙәрен уҡый. Берекмә етәксеһе булараҡ, мин кисәне алып барам, йәш дуҫтарымды тамашасылар менән таныштырғанда, Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләк, Нияз Мәһәҙиев, Әхмәр Үтәбайҙар яҙған төртмәләрҙе уҡыйым. Халыҡ рәхәтләнеп көлә, йәш шағирҙар үҙҙәренә ҡарата китап уҡыусыларҙың һөйөүен күреп тағы ла илһамланыбыраҡ сығыш яһай. Ошондай мөхиттә “Ирәндек”тең ике көнө һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һуңғы сығышыбыҙ Баймаҡ районы сигендә ятҡан Ҡырҙас ауылы клубында булды. Бында ла йәш шағирҙарҙың сығыштарын яратып ҡабул иттеләр, алҡыштарға күмделәр, аҙаҡ өҫтәл тулы һый менән ҡунаҡ иттеләр.
Бындай мөхит йәш әҙиптәргә, бигерәк тә эмоциональ Рәйескә ифрат ыңғай тәьҫир итте. Түләк, шатлығын йәшерә алмай, бөтәһен дә ҡосаҡлай, көй ишетһә, тыпырҙатып бейеп китә, район етәкселәренә һәм миңә рәхмәттәрен әйтеп бөтә алмай. Ошондай осрашыуҙарҙан һуң беҙ “Ирәндег”ебеҙгә ғашиҡ булабыҙ, уның киләһе ултырышын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, сөнки ул беҙгә оло шатлыҡ, ҡыуаныс килтерә, бөтмәҫ илһам бирә ине. Ошо байрамдары менән “Ирәндек” беҙҙә әҙәбиәткә оло һөйөү уятты, айырылмаҫтай итеп ижадҡа баҫтырҙы.
Үрҙә әйтеүемсә, һуңғы осрашыу Баймаҡ менән Әбйәлил сигендәге Ҡырҙас ауылында үтте. Хәҙер бер-беребеҙ менән ике айға хушлашып үҙ төбәктәребеҙгә таралырға тейешбеҙ. Рәйес эшләгән ауыл Ҡырҙастан һигеҙ саҡрым ғына алыҫлыҡта. Тот та йәйәү ҡайтып кит. Юҡ инде, “Ирәндек”кә ғашиҡ булған Түләк, берекмә ағзаларынан айырыла алмайынса, уларға эйәреп, Асҡарға, унан Магнитҡа, шунан Сибайға килеп, аҙаҡ Баймаҡҡа һуғылып, һәр кем менән айырым-айырым хушлашып, ике йөҙ саҡрымға яҡын юл үтеп, Өмөтбайына ҡайтып китте.
Ошо ваҡиғала Рәйестең холҡо тулыһынса күренә, минеңсә, ул – күңеленә ятҡан күренешкә мөкиббән китеү, бөтә донъяһын онотоу. “Ирәндек”тең ултырышын шул тиклем ныҡ оҡшатҡайны, хатта миңә “ниңә ике айға бер генә осрашабыҙ, әйҙә, ай һайын үткәрәйек ултырыштарҙы” тип хат яҙып ебәргәйне. Бына шундай нескә хисле һәм ихлас шәхес ине ул. Тиҙ тоҡанып китә, үҙенә оҡшаған сараны күрһә, уны мотлаҡ тағы ла шәберәк итеп, бөтә ерҙә үткәрергә теләй ине. Мин уны күктән ергә төшөрөп һыуындырырға теләһәм: “Наил ағай, һин – туң йөрәк! Бөтә яҡшы нәмәне юҡҡа сығарырға ғына тораһың!” – ти ине үпкәләберәк.
Рәйестең холҡона үҙ-үҙенә оло талаптар ҡуйыу, кескәй кәмселектәре өсөн ныҡ ҡайғырыу хас ине. Ошо характерынан сығып, ул башҡаларҙың да кире яҡтарына ҡаршы көрәшергә тырышты. Уның был сифаттары ижадында ла сағылмай ҡалманы, донъяның матур яҡтарына аҙыраҡ иғтибар итеп, үткәндәрҙең һәм бөгөнгөнөң кире күренештәрен күрә алмауы хаҡында яҙҙы. Һәм уны илһамланып, талантлы итеп, йөрәге аша үткәреп, уҡыусының күңеленә үтеп инерлек итеп яҙҙы. Данлыҡлы Буранбай ауылында тыуып үҫкән Түләк, милләтебеҙҙең тел һәм рухи байлығын үҙләштереп, халҡыбыҙҙың бай тарихын, уның трагедияһын, бөгөнгө хәлен әҫәрҙәрендә ҡурҡмайынса асып һалды. Ижадының ошо сифаттары менән Рәйес баштан уҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы, әҙәбиәт белгестәренең иғтибарын йәлеп итте. Бөтәһе лә әҙәбиәтебеҙгә оло талант килгәнлегенә ҡыуанды. Һәм Түләк уларҙың ышанысын аҡланы, һәр яңы шиғырҙары, поэмалары халыҡтың күптән көткән һүҙенә, оранына әүерелде. Һәм уңыштар ҙа көттөрмәй килде, бер-бер артлы китаптары донъя күрҙе, тәүгеләрҙең береһе булып әҙәбиәтебеҙҙең иң абруйлы бүләктәренән – Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Ваҡыт үтә торҙо, бер мәл Рәйес үлеп ғашиҡ булды. Уның холҡо менән ул был ваҡиғаны тыныс ҡабул итергә тейеш түгел ине. Һәм шулай булды ла. Осрашҡанда ул яратҡан ҡыҙының һәйбәт яҡтарын осоп китерҙәй булып һөйләй, уның сибәрлеген маҡтай, илһамланып яҙған шиғырҙарын уҡый. Уларҙың мөхәббәте бәхетле булды, өйләнеште. Матур ғына йәшәп киттеләр, улдары тыуҙы. Йәш ғаиләгә ятаҡтағы бәләкәй бүлмәлә бик тар ине. Фатир алыу өсөн Түләк төрлө инстанциялар буйлап йөрөнө, ләкин бер нимәгә өлгәшә алманы. Ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса Рәйес минән ярҙам һораны. Ул осорҙа мин мәҙәниәт министры урынбаҫары инем. Сибай ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов – бала саҡ дуҫым, күршем, класташым. Шунан файҙаланып, бик күп яҙыусыларға, мәҙәниәт-сәнғәт кешеләренә фатир алырға ярҙам иткәйнем. Шуға ла Рәйестең һорауын ишеткәс, шунда уҡ тура Йәрмөхәмәтовҡа барып индем. Зиннур Ғөбәйҙулла улы педучилище директоры Хөснулла Хәйбулла улы Хәмитовты саҡырып алды. Рәйес шунда уҡыта ине.
– Һеҙгә дүрт бүлмәле фатир бүләбеҙ, – тине уға хакимиәт башлығы. – Һин уны Рәйес Түләковҡа бир.
– Булмай, – ти Хәмитов. – Педучилищела фатирға утыҙҙан ашыу кеше сиратта тора. Нисек шуларҙы урап, Рәйескә бирәйем?!
Аптырауға ҡалдыҡ.

– Зиннур Ғөбәйҙулла улы, һеҙ “фатир талантлы яҙыусы Түләковҡа махсус тәғәйенләнә” тип яҙып бирегеҙ. Бер кем бәйләнә алмаҫ.
Шулай иттеләр ҙә. Рәйес дүрт бүлмәле яңы фатир алды. Уға тәүге тапҡыр ингәс, Рәйес ҡыуанысынан ырғый-ырғый бейегәйне. Әммә бер мәл Рәйестең кәләше ҡапыл ауырып китте, ул йөрөй алмай, тик түшәктә ята. Рәйес кәләшен аяҡҡа баҫтырыу өсөн төрлө табиптарға алып барҙы, ҡыйбатлы дарыуҙар тапты. Тик бөтәһе лә файҙаһыҙ ине, кәләшенең хәле яҡшырманы. Рәйес быны бик ауыр кисерҙе...
Әҙәби мөхиттән ситтә йәшәүҙән ҡотолоу өсөн ғаиләһен Сибайҙа ҡалдырып, Рәйес Өфөгә күсте. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатов ярҙамында уға ятаҡтан бүлмә алып биреүгә өлгәштек. Рәйесте “Тамаша” журналына урынбаҫарым итеп алдым. Ул үҙен талантлы журналист итеп күрһәтте, матур материалдар әҙерләне, ойоштороусы булараҡ та үҙен һынатманы.
Был осор Рәйес ғаиләһе менән ни эшләргә белмәй ҡайғыра ине. Ҡатыны менән улын Өфөгә күсерер ине, бүлмәһе бәләкәй генә. Сибайҙағы дүрт бүлмәле фатирын Өфөгә алмаштырырға маташты, тик теләүселәр таба алманы.
Бер мәл “Китап” нәшриәтендә эшләй башланы. Нәшриәттең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимова Рәйесте маҡтап бөтә алмай:

– Шул тиклем һәйбәт мөхәррир. Ҡулъ­яҙма­ларҙы еренә еткереп эшләй, хаталары юҡ. Үҙе бик яуаплы, материалдарҙы ваҡытында тапшыра.
Мин Рәйесте осратып Ғәлимованың һүҙҙәрен әйттем, маҡтап алдым. Түләк оялып китте:

– Ҡәҙимгесә эшләйем инде.


Сибектәрҙе яҡланы...


Рәйестең холҡона тағы бер сифат хас ине. Хатта был һыҙат уның төп булмышы булғандыр. Ул һәр саҡ сибек кешеләр, йәберләнгәндәр яғында ине, уларҙы яҡларға ынтыла торғайны. Үҙем шундай ваҡиғаға шаһит булдым.
Беҙ бер ирҙе өс егеттең туҡмағанын күреп ҡалдыҡ. Рәйес уйлап тормай, йүгереп барып егеттәргә уңлы-һуллы һелтәй башланы. Тегеләр Рәйестең ярһыулығына оҙаҡ түҙмәне, ҡасып китте. Рәйес менән беҙ иргә торорға ярҙам иттек, өйөнә тиклем илтеп ҡуйҙыҡ.
Мин Рәйестән аҙаҡ һораным:

– Егеттәр өсәү ине бит. Нисек батырсылыҡ иттең?
– Беҙ ҙә өсәү инек бит, – тип йылмайҙы Рәйес үҙенә хас шаярыу менән. – Теге ир, мин һәм һин.
– Теге ир һуғышыр хәлдә түгел ине. Мин дә һуғышсы түгел инде.
Рәйес етдиләнде:

– Сибектәрҙе йәберләгәнде күрһәм, йәнем көйә лә китә. Йәберләүселәрҙең күпме булыуына ҡарап тормай, барам да ҡыҫылам.
Ошо кеше йәнле изге һыҙаты уның һуңғы фажиғәһенә әйләнде лә инде. Биш-алты егеттең берәүҙе туҡмағанын күргән дә барып яҡлаша башлаған. Шунда Рәйестең үҙенә ныҡ ҡына эләккән. Ошо хәлдән һуң ул дауаханаға эләкте, шунан оҙаҡ ҡына ауырығандан һуң вафат булып ҡуйҙы.
Рәйес талантлы шағир ҙа, юғары дәрәжәлә белемле тәнҡитсе лә ине. Ул тиҫтерҙәренең әҫәрҙәренә, китаптарына рецензиялар, тәнҡит мәҡәләләре яҙҙы. “Уҙыш” тигән романыма бағышланған берҙән-бер ҙур ғына мәҡәлә Рәйес Түләк ҡәләменән донъя күрҙе. Яҙмаһында Рәйестең роман жанрының үҙенсәлектәрен яҡшы аңлауы күренә, сюжет һыҙыҡтарының бер-береһенә үрелеүенең, характерҙар үҫе­шенең, ваҡиғалар сылбырының нисек төп идеяға хеҙмәт итеүен тәжрибәле тәнҡитсе кеүек бик төплө итеп тикшергәйне. Мәҡәләһе өсөн Түләк минән рәхмәт һәм маҡтау һүҙҙәрен ишеткәс, ошо йүнәлештә ары ла эшләргә йыйыныуын да әйткәйне. Тик донъя ығы-зығыһы был уйҙарын тормошҡа ашырырға бирмәне.
Рәйес драматургияға килеү хаҡында ла хыяллана ине, бер пьеса яҙа башлағайны. Ошоно иҫәпкә алып, мин Рәйесте Талҡаҫ янындағы бер-ике семинарға алып барҙым. Тәжрибәле режиссерҙарҙың, драматургтарҙың сығыштарын тыңлап:

– Аңланым, аңланым мин пьесаны нисек яҙырға! Һәйбәт идея бар! Яҙып, бөтәгеҙҙе лә шаҡ ҡатырам әле, – тип йөрөгәйне.
Тик насип булманы. Уның пьесаһы ғына түгел, бик күп үҙенсәлекле шиғыр-поэмалары яҙылмай ҡалды, уны юҡһынған туғандары, дуҫтары, ғаиләһе ҡалды. Беҙ Рәйесте йыш ҡына һағынып иҫләйбеҙ, уның менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ, шиғырҙарын яттан һөйләйбеҙ. Эйе, уның әҫәрҙәре беҙҙең күңелдәрҙә ҡалды. Тағы китаптары ҡалды.

Киләсәктә уның барса шиғырҙарын, мәҡәләләрен йыйып, уларға хәтирәләребеҙҙе өҫтәп, йыйылма әҫәрҙәрен, һис шикһеҙ, нәшер итергә кәрәк. Был китап халҡыбыҙҙың Рәйес Түләк исемле талантлы шағирының яҡты иҫтәлеген яңыртыусы ҙур хеҙмәткә әйләнер, уҡыусыларға уның ижадын тағы бер күрһәтеп ҡыуандырыр ине.
Читайте нас