Шәхестәр
23 Октября 2019, 11:36

Шиғыр усағы йылыта

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы уңайынан Шишмә районының Келәш ауылы мәҙәниәт йортонда "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" тип аталған Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Автор фотоһыАвтор фотоһы
Автор фотоһы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы уңайынан Шишмә районының Келәш ауылы мәҙәниәт йортонда "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" тип аталған Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Унда Башҡортостандың бик күп район балалары, өлкәндәр һәм Дағстан, Татарстан республикаларынан уҡыусылар ҡатнашҡан. Быйыл конкурсҡа 500-ҙән ашыу кеше видеояҙма ебәргән. Өс йыл дауамында барған был ярышта йәмғеһе меңгә яҡын шиғыр яратыусы ҡатнашҡан.
Байрам менән барыһын да мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов тәрбикләне.
Сараны шағир шиғырҙарына яҙылған йырҙар, балаларҙың яттан шиғыр уҡыуы йәмләне. Башҡорт кейемендә әрмән ҡыҙы Лилиә Караханян русса шиғыр уҡыны. Иң бәләкәй ҡатнашыусы биш йәшлек Әмилә Таштимерова "Ҡайын япрағы тураһында" әҫәрен иҫ киткес ятланы.
Читайте нас