Шәхестәр
8 Ноября 2019, 07:26

Ҡартайырға ваҡыты юҡ

Дәрте ташып торған, йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡыған ханым – Һамар өлкәһе башҡорттарының “Ырғыҙ” гәзитенең баш мөхәррире Сәлимә Игенбәтова-Краснова үҙ йәшенән күпкә йәш күренә, һәр саҡ ыҫпай, заманса, зауыҡлы кейенеүе менән һоҡландыра.Ҡайҙан килгән икән уға шундай нәзәкәтлек, зауыҡлылыҡ?!

Олоғайған һайын милләт, әсә теле яҙмышы нығыраҡ борсой.


Дәрте ташып торған, йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡыған ханым – Һамар өлкәһе башҡорттарының “Ырғыҙ” гәзитенең баш мөхәррире Сәлимә Игенбәтова-Краснова үҙ йәшенән күпкә йәш күренә, һәр саҡ ыҫпай, заманса, зауыҡлы кейенеүе менән һоҡландыра.Ҡайҙан килгән икән уға шундай нәзәкәтлек, зауыҡлылыҡ?!


– Ырымбур өлкәһенең бәләкәй генә Яйыҡ исемле башҡорт ауылында күп балалы ябай ғаиләлә тыуып үҫһәм дә, дүртенсе быуын ата-бабаларымдың шәжәрәһе аҫыл затлы дворяндар нәҫеленә барып тоташа, – тип ғаилә серҙәрен асты Сәлимә Басир ҡыҙы.
1812 йылғы Ватан һуғышында уның олатайҙарының береһе Байғүрә Буранғолов башҡорт ғәскәрҙәре башында тороп, ҡаты бәрелештәрҙә, Парижды алыуҙа ҡатнаша. Батырлығы өсөн уға дворянлыҡ титулы бирелә, ул фамилияһын Ҡалмантаев тип үҙгәртә. Был арҙаҡлы шәхескә бағышланған “Ҡалмантай” йыры быуаттар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән.
– Беҙ бала саҡта дворян нәҫеленән булыуыбыҙ хаҡында атай-әсәйҙәр һөйләргә яратманы, заманаһы шулай ине. Улар тырыш хеҙмәт итеп, беҙҙе ғәҙел булырға, хеҙмәт һөйөргә, үҙ-ара татыу йәшәргә өйрәтте. Атайыбыҙ Басир колхозда эшләне – механик, комбайнсы, бригадир, колхоз рәйесе вазифаларын башҡарҙы. Райондан Мәскәүгә ВДНХ-ға барған тәүге делегаттарҙың береһе булды.
Әсәйем Хәбибъямал тирә-яҡҡа белемле, алдынғы ҡарашлы ҡатын булараҡ танылыу яуланы. Ауылда ликбез ваҡытында мөғәллимә булған, халыҡты уҡырға-яҙырға өйрәткән ул. Дингә иреклек бирелгәс, миңә лә ғәрәп алфавитын өйрәтә башланы, тик ул дәрестәр бер ҙә еңел бирелмәне. Бер аҙҙан: “Булдыра алмайым!” – тип был уҡыуға ҡул һелтәнем, ә инәйем: “Шул ябай хәрефтәрҙе лә өйрәнә алмағас, нисек институт тамамланың һуң?” – тип миңә шелтә белдерҙе, – тип иҫкә ала Сәлимә ханым.
Ул тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Юлдаш ауылындағы мәктәптә урта белем ала. Унан һуң Ырымбур педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта Үрге Ильяс ауылына уҡытыусы булып эшкә төшә. Тик бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, юғары белем алыу теләге уны 1965 йылда Куйбышев педагогия институтына алып килә. Тик ул конкурсты үтә алмай, әммә уға был билдәләр менән төҙөлөш йә иһә сауҙа институттарына имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге биреүе хаҡында әйтәләр. Шулай итеп, ҡыҙ, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, Мәскәү сауҙа институты студенты булып китә.
Икенсе курста уҡығанда Сәлимә буласаҡ ире Анатолий Красновты (бөгөн ул баҡыйлыҡта инде, урыны ожмахта булһын) осрата, бер аҙҙан йәштәр өйләнешә. Ире “Экран” заводының әйҙәүсе конструкторы, йыһан юлдаштары, ракеталар эшләүҙә, телевизор кеүек көнкүреш техникаһын камиллаштырыуҙа ҙур ҡаҙаныштар яулаған кеше була.
Сәлимә Басир ҡыҙы ҡулына диплом алғас, аҙыҡ-түлек үҙәгенә һатыусы булып эшкә урынлаша. Тырыш, уңған белгес ҡыҫҡа ваҡытта ғына магазин директоры вазифаһына тиклем үрләй. Әлбиттә, 110-120 кеше менән идара итеү, һатып алыусыларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәт­ләндереү ҙур түҙемлек, сабырлыҡ талап итә, шулай булһа ла ҡатын бер ҙә һынатмай.
Йәштән илһөйәрлек рухында тәрбиә­ләнгән Сәлимә Басир ҡыҙын олоғайған һайын милләт, әсә теле яҙмышы нығыраҡ борсой башлай. Һамарҙа һәм өлкәбеҙҙә башҡорт ҡоролтайы ойошторолғас, ул ойошманың әүҙем ағзаһына әйләнә.
Һамар өлкәһендә башҡортса нәшер ителгән “Ырғыҙ” һәм башҡа гәзиттәргә башта матди йәһәттән, шулай уҡ файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итә. Ә инде 2002 йылда ул “Ырғыҙ”ҙың баш мөхәррире вазифаһын үҙ өҫтөнә ала. Нәҡ ошо осорҙан Сәлимә ханым, өлкә башҡорт гәзитенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе сифатында, уны ҡыҙыҡлы, эстәлекле итеүгә, тиражды арттырыуға бар көсөн һала.
2007 йылда Сәлимә Басир ҡыҙының тәҡдиме буйынса “Беҙ – башҡорттар” журналы ла баҫыла башлай. Һамар өлкәһе башҡорттарының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡтыртҡан, танылған шәхес­тәрҙең тормошо тураһында һөйләгән был баҫманы етәкләргә лә көс һәм ваҡыт таба ул.
Сәлимә ханым милләттәштәренә шағирә булараҡ та таныш. Үҙенең тормошо, кеше яҙмыштары тураһында уйланыуҙар, тыуған яғы, милләте яҙмышын ҡайғыртыуҙар менән һуғарылған бер нисә шиғри йыйынтығы бар, балалар өсөн баҫтырылғаны ла үҙ уҡыусыһын тапты. Әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып барыуына ҡарамаҫтан, Сәлимә Басир ҡыҙы ғаиләһенә лә ваҡыт таба. Улы Игорь һәм килене өсөн ул – яратҡан әсәй, ә ейәндәренә – иң шәп өләсәй. “Нәҫел дауам итеүселәрем – ике ейәнемә һөйөнөп туя алмайым. София – атаһы кеүек юғары белемле юрист, Малик Канадала уҡый”, – тип ғорурланып һөйләй замандашыбыҙ. Халҡы өсөн янып-көйөп, милләтенә тоғро хеҙмәт итеп, ейәндәрен ҡайғыртып йәшәгәндә, уның ҡартайырға ваҡыты ла юҡ.
Бына шундай ул башҡорт халҡының ғорур ҡыҙы, илһөйәр Сәлимә Игенбәтова-Краснова.

Читайте нас