Тула архивында милләтебеҙгә бәйле тарихи мәғлүмәттәр һаҡлана.
Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың ижадында Кавказ, Урал һәм Волга буйының күп халыҡтарының традицион йәшәү рәүеше үҙенсәлектәре сағылыш тапҡан. Яҙыусы 1862–1883 йылдарҙа Һамар губернаһының Быҙаулыҡ һәм Николаев өйәҙендә оҙаҡ ҡына була, шул сәбәпле башҡорт тарихы һәм этнографияһына иғтибары арта, байтаҡ әҙәби әҫәрҙәр, шул иҫәптән “Ильяс”, “Кешегә ер күп кәрәкме?” тигән хикәйәләрен яҙа.
Тула өлкәһе дәүләт архивы фондында төбәктең социаль-сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенең төрлө аспекттарын үҙ эсенә алған, тематикаһы һәм йөкмәткеһе буйынса күп төрлө документтар тупланған. Уның фондында Лев Толстой имениеһында ҡымыҙ етештереүе, шул маҡсатта башҡорт оҫталарын йәлеп итеү һәм килтертеү буйынса хатлашыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Был архивта шулай уҡ аслыҡ йылдарында яҙыусының Һамар өлкәһе башҡорттары һәм крәҫтиәндәре араһында алып барған эшмәкәрлеге хаҡындағы белешмәләрҙе эҙләү, яҙыусы эшмәкәрлеген контролдә тотҡан күҙәтеү ведомстволары документтарын асыҡлау, Һамар өлкәһендә уның менән аралашҡан табип, рәссам һәм фотографтар хаҡында һәм проект тематикаһына ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәр туплау менән шөғөлләндек.
Ошо йәһәттән “Тула губерна идараһы”, “Мәскәү губерна кәнсәһенең мең Тула провинциаль кәнсәһе”, “Тула губернаторы кәнсәһе” һәм “Тула ҡала идараһы” фондтары ҡомартҡылары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
“Тула губерна идараһы” фондында губернаның ҡала һәм өйәҙҙәре торошо хаҡындағы рапорттар, халыҡ һаны һәм составы, сәнәғәт һәм сауҙа торошо, оброк статьялары иҫәбе, ер бүлеү, Волга аръяғы далаларына халыҡты күсереү, идара иткән Сенат указдары, идара журналы, ялыуҙар, рапорттар, ер биләүселәр араһында ер сиктәрен билдәләү буйынса эштәр, ер бәхәстәре тураһында һәм башҡа мәғлүмәттәр тупланған.
Шул уҡ фондта идара иткән Сенаттың башҡорттарҙың Ырымбур губернаһынан башҡа төбәктәргә күсеүен тыйыуға бәйле Указы (1806 й.), суҡындырылған башҡорттарҙың приказчик Әхмәтйев биләмәләренән иреккә сығыу тураһындағы үтенестәре (1807 й.), Урал казак ғәскәрҙәренең хәрби кәнсәһе һорауы буйынса халыҡты күсереү тураһында (1825 й.), Өфө губернаһы губернаторы С.П. Ушаковты Тула крайы етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы (1873 й.) мәғлүмәттәр бирелгән.
“Мәскәү губерна кәнсәһенең Тула провинциаль кәнсәһе” фондында ултырыш журналдары, кәнсәнең ҡала воеводаларына, башҡа провинциаль учреждениеларға тәғәйенләнгән указдары, уларҙы үтәү тураһындағы рапорттар, сәйәсәт һәм енәйәттәр буйынса челобитныйҙар, ҡасҡын крәҫтиән һәм дезертирҙарҙы, төрлө кешеләрҙе эҙләү һәм тотоу хаҡында, сикте үтеүселәр тураһында эштәр тупланған. Телгә алынған документтар араһында сит динде ҡабул иткән Кондрат һәм Кирилл исемле башҡорттар (1763 й.), капитан Александр Борисович Горскиндың крепостной крәҫтиән Кондратий Яковлев һәм Кирилл Кузьминды ғаилә ағзалары менән бергә һатып алыуы хаҡындағы челобитныйы (1763 й.), ағалы-ҡустылы Кузьминдарҙың, атайҙары вафат булыу сәбәпле, мөлкәт бүлешеү эше (1764 й.), башҡорттарҙың Бологов ауылы эргәһендәге ер биләүсе ҡарамағына мәңгелек хеҙмәткә күсерелеүен белдергән мәғлүмәттәр (1763 й.) менән танышырға мөмкин.
“Тула губернаторы кәнсәһе” фондында указдар, циркулярҙар һәм губернала крепостной хоҡуҡты бөтөрөүгә әҙерлек һәм уны тормошҡа ашырыу, крәҫтиәндәрҙе иреккә сығарыу буйынса учреждениелар ойоштороу һәм яуаплы кешеләр билдәләү тураһында документтар тупланған. Шул иҫәптән Крапивен өйәҙенең 4-се участкаһына мировой аралашсы итеп Лев Толстойҙы тәғәйенләү, крәҫтиәндәрҙең ер биләүселәргә буйһонмауы, крепостной крәҫтиәндәрҙең ҡасыуы һәм уларҙы эҙләү, крәҫтиәндәрҙең башҡа төбәктәргә күсеүе хаҡында ла мәғлүмәттәр һаҡлаған.
Тула губернаһында 6-сы башҡорт кантоны башҡорто ҡасҡын Әйүп Дауышевты Ырымбурға конвой аҫтында оҙатыу өсөн эҙләү (1827 й.), Һамар губернаһына күсеү сәбәпле, Ефрем өйәҙе Латошек һәм Дмитровское ауылдарында ер һатыу тураһында мәғлүмәттәр (1857 й.), Тамбов губернаһының ерһеҙ крәҫтиәндәренең Ырымбур һәм Һамар губернаһының казенный ерҙәренә күсеүе (1868 й.) тураһындағы һәм күтәрелгән темаға ҡағылышлы башҡа ҡыҙыҡлы сығанаҡтар менән танышырға мөмкин.
“Тула ҡала идараһы” фонды янғын һүндереү һәм йоғошло ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү, граф Лев Толстойҙы 80 йәше уңайынан ҡотлау (1908 й.), уның аслыҡ йылдарында Һамар губернаһы башҡорттарына ярҙамы, Тула ҡала думаһының Турға, Ырымбур һәм Һамар губерналарының аслыҡтан интеккән халҡына финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштороу хаҡында (1911-1912 йй.) мәғлүмәттәр һаҡлауы менән дә беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле.
Шулай итеп, “Тула өлкәһе дәүләт архивы” дәүләт учреждениеһының ҡайһы бер фондтарын өйрәнеү шуны күрһәтә: өлкә архивында революцияға тиклем башҡорттарҙың Тула төбәгендә йәшәүенә бәйле байтаҡ архив мәғлүмәттәре һаҡлана.