Көн һайын ғаиләһе менән театрға йөрөй.
Бөгөнгө йома ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, һәр ролендә лә тамашасыны әсир иткән талант эйәһе Алмас Әмиров.
– Алмас, һеҙҙе ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан оло юлдың башы ҡайҙа барып тоташа?
– Таланттарға бай, йырлы-моңло Учалы районының Ахун ауылында тыуып үҫкәнмен. Атай-әсәйем дә тамырҙары менән Ахундан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә мәрхүм инде. Биш балалы ғаиләлә мин кинйә малай булып буй еткерҙем. Атайым Хәҙис Абдулла улы, әрменән чечетка, степ бейергә өйрәнеп ҡайтып, ауыл сәхнәләрен дер һелкетә ине, шәп гармунсы ла булды. Ике туған апайым – билдәле йырсы Нәзифә Ҡадированы белмәгән кеше юҡтыр. Уның әсәһе Хәбирә әбейем бик матур йырлай торғайны, бер туған Юлай ағайым да йыр-моңға әүәҫ.
– Кинйә булғас, иркә булып үҫкәнһегеҙҙер. Был һеҙҙә асыҡ күренеп торған үҙегеҙгә ышаныу көсөн аңлата кеүек. Психологтар ҙа һөйөлөп үҫкән бала арҡалы була, аяғында ныҡлы баҫып тора, тиҙәр бит.
– Эйе, бәләкәй ваҡыттан иғтибар үҙәгендә булдым, был миңә ныҡ оҡшай торғайны. Мәктәптә уҡығанда йырларға яраттым. Атайым машинаһына ултыртып йөрөткәндә, гаражда бергә эшләгән иптәштәре, ултырғыс әҙерләп, көтөп торор ине. Баҫтырып ҡуялар ҙа, йырлап бөтһәм, бишәр тин аҡса тотторалар.
Минең бала саҡ йылдарында Ахунда музыка мәктәбе асылды. Күмәкләшеп барып яҙылдыҡ, тик башҡа тиҫтерҙәрем ташланы. Һуңынан бер үҙем генә баян класын тамамланым. Шулай Ахун музыка мәктәбе тарихына тәүге сығарылыштың бер бөртөк уҡыусыһы булараҡ инеп ҡалдым.
Ауылда һигеҙенсе класты тамамлағас, 1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһына баян буйынса уҡырға индем. Ә театрҙа эшләү – минең бала саҡ хыялым. Шуға училищены бөтөп, Өфө сәнғәт академияһына барыу теләгемде яҡындарым хуплап ҡабул итте. Шунан бирле М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындамын.
– Тимәк, талант һеҙгә тыумыштан, бәрәкәтле тыуған ерҙән бирелгән, бала саҡ хыялы ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан. Ә әле рухи аҙыҡты ҡайҙан тирәһегеҙ?
– Төп таянысым – ғаиләм. Айсулпан ҡыҙым менән Эмиль улым, һөйөклө тормош иптәшем Гөлнара – мине рухи яҡтан байыуға, үҫеүгә этәргән кешеләр. Әйткәндәй, ҡатыным да тамырҙары менән Учалынан. Юғары уҡыу йортонда бер курста уҡыныҡ, 1991 йылда бергә эшкә урынлаштыҡ. Бер быуатлыҡ данлы тарихы булған театрҙа билдәле сәнғәт әһелдәре менән эшләп, тиҫтәләгән ролде башҡарыу бәхете тейгәнгә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Гөлнараның да тырышлығы лайыҡлы баһаланды, ул “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.
– Һеҙ ҙә, хәләл ефетегеҙ ҙә – сәхнә кешеләре. Ә балаларығыҙҙа һәләтегеҙ сағылғанмы? Ғөмүмән, ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләгеҙ әле...
– Эмиль улыбыҙ гимназияла инглиз телен һәм теүәл фәндәрҙе тәрән өйрәнде. Һөҙөмтәлә барыбер актер һөнәрен һайланы. Дүрт йыл театрҙа ла эшләп алды, “Из Уфы с любовью” тигән кинофильмында төп ролдәрҙең береһендә ҡатнашты. Әле музыка яҙа, шул иҫәптән спектаклдәр өсөн дә. Өйләнде. Әйткәндәй, киленебеҙ Ангиза Ишбулдина ла – ижад кешеһе, танылыу яулап өлгөргән йәш драматург. Ике йыл элек уның “Баллы-тирәкле Балтирәк” пьесаһын сәхнәгә сығарҙыҡ. Мин үҙем режиссер-ҡуйыусы булдым, ә Гөлнара төп ролдәрҙең береһен уйнаны.
Айсулпанға 14 йәш, Өфөләге 91-се гимназияла уҡый. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлар – уныһын үҙе хәл итер. Беҙ ҡатыным менән ҡыҙыбыҙҙың һәр ҡарарын хуплаясаҡбыҙ. Актерлыҡ һәләте унда ла сабый сағынан күренде. 10 йәшенән театрҙа балалар ролдәрендә ҡатнаша. Күптән түгел әсәһе менән Санкт-Петербургта “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле менән гастролдә бик уңышлы йөрөп ҡайттылар. Чечняла, Иркутск, Ижәү, Ульяновск ҡалаларында ла булдылар.
Шулай ғаиләбеҙҙә һәр кем ниндәйҙер кимәлдә театр менән бәйле. Хәлде белешкәндәргә шаяртып: “Көн һайын театрға йөрөйөм, етмәһә, ғаиләм менән”, – тип яуаплайым.
– Ә был тормошта ярҙам итәме?
– Һәр хәлдә ҡамасауламай. Ситтән яҡшыраҡ күренә, тиҙәр бит, өйҙә булғанда ролдәребеҙ тураһында һөйләшеп, бер-беребеҙгә тәҡдимдәребеҙҙе әйтеп, кәңәшләшеп алабыҙ. Әммә режиссер фекере – беҙҙең өсөн һәр саҡ иң мөһиме.
– Ғаиләгеҙ менән әүҙем ялды үҙ итәһегеҙ, буғай...
– Эйе, ҡышҡыһын тау саңғыһын өҫтөн күрәбеҙ. Тәбиғәт ҡосағында йыш булабыҙ. Тиҫтәләгән сит илде лә гиҙҙек. Бергәләп сәйәхәт итеү ғаиләне берләштерә, туплай, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар тыуҙыра.
– Һеҙ уйнаған ролдәр бихисап: Морис, Тристан, Буранбай, Ҡотош, Ирғәле ҡарт, Хардинг, Вәсил... Уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ?
– Был образдарҙың һәр ҡайһыһы минең өсөн ҡәҙерле. Ҡайһы ваҡыт тормошта ла берәй хәлдән сығыу юлын эҙләгәндә, ә Хардинг йәки Морис, мәҫәлән, минең урынымда нимә эшләр ине икән, тигән уй тыуа.
– Уникаль эштәрегеҙҙең береһе – “Әлифбанан бер себеш” моноспектакле тураһында ла ентекләберәк һөйләгеҙ әле...
– Миңә уны театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов тәҡдим итте. Режиссер-ҡуйыусы Линас Зайкаускас менән һөйләшкән ваҡытта уның үҙенең уйнарға теләге тыуа, ләкин ваҡыты етмәгәнлектән, миңә тапшырҙы. Репетициялар ай ярым ваҡыт талап итте. Тәүлек әйләнәһенә дауам итте, тиһәм дә, яңылыш булмаҫ: эштә лә, өйҙә лә, рулдә лә. Моноспектаклдә төп герой “Әлифба” китабы буйынса йәшәй. Уйлап ҡараһаң, бөтәбеҙ менән дә манипуляция яһайҙар: түрәләр – ололар менән, өлкәндәр – балалар менән һ.б. Иң мөһиме, был эш һәйбәт фекер һалынған, матур яңғыраған лозунгтар менән тормошҡа ашырыла. Спектаклдә “Нисек кешеләр менән манипуляция яһап була һуң?” тигән һорау баштан аҙаҡҡа тиклем һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Әлбиттә, күмәк актерҙар менән бергә сәхнәләштергән әҫәрҙәргә ҡарағанда, моноспектаклдә уйнау ҡатмарлыраҡ. “Моно” тигән өлөшө генә лә ҙур яуаплылыҡты күҙаллай, бик этаплы роль. Шуға ҡарамаҫтан, ул шул тиклем күңелемә ятты, көтөлмәгән боролоштар арбаны.
– Һеҙҙе тамашасы, спектаклдәрҙән тыш, йәнһүрәттәр аша ла ишетеп ҡыуана. Был йүнәлештә эшләү оҡшаймы?
– Эйе, мауыҡтырғыс жанр. Рим Шәрәфетдинов 15 йыл тирәһе элек төшөргән Алдар тураһындағы йәнһүрәттә лә геройҙар минең тауыш менән һөйләшә. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул йәнһүрәтте күптәр хатта белмәй ҙә. Ә “Алдар менән һоро бүре” әкиәте киң резонанс алды. Бында интернеттың өлөшө ҙур. Күптән түгел йәнһүрәттең дауамын яҙҙырҙыҡ.
– Алып барыусы ролендә лә сығыш яһайһығыҙ икән.
– Йыл һайын ойошторолоп килгән “Күңелле сәхнә арты” театраль “капустниктар” фестивален тиҫтә йыл рәттән алып барам. Рәхәтләнеп күңел асыр өсөн йыйылған артистар араһында үҙемде бик иркен тоям.
Элегерәк туй, юбилей кеүек мәжлестәрҙе алып барыуҙы һорай торғайнылар, йәшерәк саҡта ризалаша инем, хәҙер ундай сараларға ваҡыт етмәй, был эште бигүк яратып та бөтмәйем.
– Фильмдарҙағы ролдәрегеҙ тураһында ла һөйләгеҙ әле.
– Билдәле режиссерҙар Булат Йосопов һәм Рияз Исхаҡовтарҙың эштәрендә ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Булаттың “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”ндә – Әхәт Ғәйфуллин, “Ауыл өҫтөндәге йәйғор”ҙа колхоз рәйесе ролдәрен уйнаным, “Быяла пассажир” ҡыҫҡа метражлы фильмы эпизодында ҡатнаштым. Рияздың “Ваҡыт машинаһы” тип аталған клиптар теҙмәһендә лә төштөм.
Һуңғы йылдарҙа Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы “Пилорама” тигән фильмында төп ролдә уйнау бәхете тейҙе, тамашасы йылы ҡабул иткән “Из Уфы с любовью”ла улым менән бергә ҡатнаштым.
– Ҡайһы өлкәлә эшләү күңелегеҙгә яҡыныраҡ?
– Совет һәм Литва актеры Юозас Будрайтис “Кино – ул медитация, ә театрҙа йәнеңде асып һалырға кәрәк” тигән. Миңә ике өлкә лә оҡшай. Һуңғы осорҙа башҡорт киноһы үҫеш кисерә – шуныһы ҡыуаныслы.
– Әгәр ҙә ваҡытты кире бороп булһа, актер һөнәрен һайлар инегеҙме?
– Был турала уйланғаным бар. Үҙемдең бала саҡты, йәшлек йылдарын күҙ алдынан үткәрәм дә, мин һөнәрҙе түгел, ә һөнәр мине һайлағандыр, тип инанам. Үҙемде инженер, табип йәки башҡа һөнәр эйәһе тип күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең бар донъям, тормошом, яҙмышым сәхнә, театр менән бәйле. Шуның менән сикһеҙ бәхетлемен!
– Тамашасыларға нимә теләр инегеҙ?
– Бәлки, минең теләгем тәү ҡарашҡа бик тапалған фекер кеүек яңғырар – барыһына ла сәләмәтлек теләйем. Олоғая бара шуны аңлайһың икән: кеше өсөн иң мөһиме – үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығы, шуға күрә организмыбыҙҙы һаҡларға, ҡәҙерләргә өйрәнәйек, ә ҡалғаны үҙ яйынса бара ул.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.