Шәхестәр
8 Ноябрь 2019, 08:08

Шәйехзада Бабич менән күрешеүҙәр

Мин Шәйехзаданың кем икәнен 1916 йылдың ҡышында бер ауылдашымдың хаты аша белдем. Шул ваҡытта ул иптәшем Троицк ҡалаһында вазифа мәктәбендә уҡый ине. Ә мин уның менән хат яҙыша инем.

Гәзиттә бығаса баҫылмаған иҫтәлектәр.


Мин Шәйехзаданың кем икәнен 1916 йылдың ҡышында бер ауылдашымдың хаты аша белдем. Шул ваҡытта ул иптәшем Троицк ҡалаһында вазифа мәктәбендә уҡый ине. Ә мин уның менән хат яҙыша инем.


Иптәшем миңә яҙған хатында “Уҡыуҙар нисек бара? Бик күңелһеҙ түгелме, ауыл һағындырмаймы?” тигән һорауыма ошолай яуап биргәйне: “Беҙҙең уҡытыусылар араһында Шәйехзада Бабич тигән бер егет бар, ул – уҡытыусы ла, шағир ҙа, музыкант та, һәр ял ваҡытында беҙгә үҙе яҙған шиғыр­ҙарын уҡып, мандолина, скрипка уйнап рәхәтләндерә”. Хаты әле булһа һаҡлана. Мин инде 1914 – 1916 йылдарҙа Бабич фамилияһы менән гәзит-журналдарҙа яҙылып килгән шиғырҙарҙы, китаптарҙы уҡып, был шағирҙың кем икәнен белгем килеп, күңел ҡытыҡлай башланы.
Ниндәй сәбәптәндер, 1916 йылда вазифа мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Шәйехзада, шул уҡ йылдың аҙағында Ырымбур ҡа­лаһына килеп, Мәхмүт Ғәләүет­динов (Мәржәни) етәкселегендә сығарылған “Ҡармаҡ” журналында эшләй башлағайны1. Шәйехзаданы күреп танышыу беренсе маҡсатым булды. Мин ул йылдарҙа һәр ваҡыт ҡалаға барып йөрөгәнлектән, оҙаҡ та үтмәй барып табып, Шәйехзада менән таныштым. Үҙемдең ҡайҙан, кем икәнемде белдереп, уның ҡайҙан икәнлеген һорашҡас, бер ҡатлылыҡ менән үҙе менән таныш­тырҙы. Ул ваҡытта Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән улысы Әсән ауылыныҡымын, атайым мулла булған, исеме Мөхәмәтзакир бине Ишбулды, тине. Бине Ғилуан, бине Бабич тигәне хәтеремдә. Мин дә ошо Ырымбурҙан алыҫ түгел бер ауылданмын, һөнәрем – уҡытыусы, тинем. Шунан һуң уның менән таныштар булып киттек. Тик ул ҡала­ла, мин ауылда (ауыл 80 километр алыҫлыҡта) йәшәгән­лектән, ул ва­ҡыттарҙағы танышлығыбыҙ ҡала­ға барғанда күрешеп гәпләшеүҙән уҙманы.
Тимәк, 1917 йылдың революция­һын Шәйехзада Ырымбурҙа ҡар­шыланы2. Шул йылдарҙа Ырым­бурҙа йәшәгән башҡорт уҡымыш­лыларының талаштары, ыҙғыш­тары сығып, Бабич шул фажиғәләр эсендә эшләп үҫергә, үҙ әсә телен, әҙәбиәтен булдырырға тигән ҡарар ҡабул итте. Ырымбурҙа йәшәгән ҡайһы берәүҙәр был ҡарарға “хыял ул” тип ҡаршы сыҡҡан булһа кәрәк. Башҡорттар Рәсәй эсендә автономиялы республика төҙөгән осорҙа яҙылған, баҫылған һәм баҫылмаған шиғырҙарын беләм мин. Был шиғырҙар шул хаҡта һөйләй ине.
Башҡорт Автономияһы иғлан ител­гәс, Бабич шул ваҡыттарҙа төҙөлгән (1917 йыл, август) баш­ҡорт шураһында эшләне. Шул уҡ йылда сентябрь, октябрь айҙарын­дамы икән, секретарь ҙа булып билдәләнгәйне.
1918 йылдың 22 мартында Шә­йехзада Ырымбур губернаһы Бөрйән-Ҡыпсаҡ улысына (хәҙер Гавриловка районы Ҡабан ауылы) миңә килде. Ҡабанға килгәс, ул ике мәртәбә әҙәбиәт кисәһе уҙғар­ҙы. Үҙенең “Ғазазил”ының беренсе киҫәген яттан һөйләне. Икенсе киҫәгендә “Исемдәр баҡсаһы”н әллә нисә төрлө тауыш менән, “Ҡатындар мәжлесе”н дә яттан һөйләне.
Ҡабанда бер аҙна торғас, мин уны үҙенең һорауы менән Баш­ҡортостандың эсенәрәк – Ҡарағу­жа, Айыу, Иҫәнғол ауылдары аша Эйек йылғаһы буйындағы бәләкәй генә бер ауылға – Аҡәмбәткә алып барҙым. Барған саҡта юлда ат ашатып китергә тура килде. Шул саҡта Шәйехзада: “Фазлый ағай, нисек булһа ла мине мулла-монтағай эргәһенә төшөрмәһәгеҙ ине.
Танышығыҙ булһа, берәй фронтовикка алып барһағыҙ, шәп булыр ине”, – тигәс, яҡын танышым (ундағылар – ҡарағужалар миңә барыһы ла таныш тиерлек), 1902 йылдарҙа япон һуғышында ҡат­наш­ҡан, 1914 – 1916 йылдарҙа гер­ман һуғышында йөрөгән бер иптәшемә – Ғәҙел Бикҡоловҡа төштөк.
Ул действительный хеҙмәтен Финляндияла үткәргән булып сыҡ­ты. Шәйехзада менән электән таныш һымаҡ, бер ҙә тартынмайынса гәпләшеп киттеләр. Бер аҙ ял ит­кәндән һуң, ауыл халҡы кем килгә­нен белгәс, йыйылып, Шәйехза­данан үҙенең “Ғазазил”ын уҡыуын һораны.
Көн йылы, март һауаһы. Тау ба­шына һалынған ауыл урамында йыйылыш һымаҡ нәмә уҙғарып, Ҡабан ауылында яңғыраған һүҙ­ҙәрҙе һөйләгәндән һуң, “Ғазазил”­дың беренсе киҫәген яттан уҡып, халыҡты кинәндерҙе.
Халыҡ рәхмәт уҡып, тағы киле­үен үтенеп ҡалды. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп уҙырға кәрәк: Шәйехзада ҡатын-ҡыҙҙарҙы өҙөлөп ярата. Ҡабанда ла, Ҡарағужала ла ҡатын-ҡыҙҙың күберәк йыйылыуын һорар ине. Шулай уҡ юлда, урамда китеп барғанда тап булған ҡатын-ҡыҙҙарға һәр ваҡыт берәй йылы, күңелле һүҙ ҡушмайынса уҙмай ине.
Ҡарағужанан бер 15 километр киткәс, “Һыуыҡ ҡолаҡ” – “Сокулак” тигән ҙур урыҫ ауылы бар. Йәш саҡта шул ауыл аша бик күп йөрөнөм һәм әле лә йөрөйөм.
Мин шул ауыл хаҡында, үҙҙә­ренең ерҙәре, һыуҙары булһа ла, башҡорттар кеүек бер ҙә рәтләп йәшәй алмауҙары, 15 – 20 йыл элек кенә килгән украиндарҙың шул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байыуы, ҡалалағы кеүек йорттар һалып, гел яҡшы арбалар, яҡшы сбруйҙар, машиналар менән ҡоралланған ваҡытта, тегеләрҙә бер ҙә үҙгәреш юҡлығын, һаман алама арбалар (тимерһеҙ), насар сбруйҙар менән эш итеүҙәрен һөйләгәс, Шәйехзада шул хаҡта бик ҡыҙыҡһынды. Әгәр бында торорлоҡ берәй танышығыҙ булһа, мин ошонда ҡалып, ике ауылдың ғөрөф-ғәҙәтен, тормош-көнкүрешен, үрҙә яҙылғандарҙың төп сәбәптәре хаҡында тикшерер инем, тиһә лә, хәҙерге ваҡытта ят кешенең ят ерҙә ҡалыуы мәслихәт түгеллеген һөйләгәс, ҡалмаҫҡа булды. Ләкин “ғүмер булһа, бер ваҡыт килеп, шул ауылдар хаҡында тикшереп белербеҙ әле” тигән булып китте.

Мин Аҡәмбәт ауылында Шәйех­зада менән ике көн тороп, 1918 йылдың 3 апрелендә иҫәнләшеп, киләсәктә хаттар яҙышырға вәғә­ҙәләр алышып, ҡайтып киттем. Шул ваҡыт Шәйехзаданың бары бер йылға тулыр-тулмаҫ ғүмере ҡалған булған.
Беҙҙең шағирыбыҙ Шәйехзада­ның ғүмерен яҙ тауҙарҙа үҫә торған умырзая сәскәһенекенә генә оҡшатырға мөмкин. Шуға ҡарамаҫ­тан, уның шиғырҙары бик күптәрҙең хәтерендә һаҡланған, күп йәштәре­беҙ уның алтын йырҙарын йырлай. Шуның өсөн дә Шәйехзаданың әҫәрҙәрен бик ентекләп йыйырға, уны йыйыу өсөн күп халыҡты йәлеп итергә тейешбеҙ.
Шәйехзаданан “Һеҙҙең фами­лия­ғыҙ бик ҡыҙыҡ тойола миңә” тип һорағайным, ул: “Дөрөҫ, Фазлый ағай, фамилиям ғына түгел, исемем дә бик ҡыҙыҡлы бит. Мин атай-әсәйемә үпкәләп тә ҡуям. Бала тапһалар ҙа, исем таба алмаған­дар. Бер сабыйға “ҡарт” тип исем ҡушыу үҙе үк оҡшамай бит инде. Ә “шәйех” – “ҡарт” тигән һүҙ, – тип көлдө. Көлөштөк. – Ә фамилияға килгәндә, унда бер әлиф артыҡ әле, дөрөҫө Бабич ҡына булырға тейеш ине”, – тине.
Мин Шәйехзада хаҡында һәр ваҡыт ҡайғыра инем. Бәхетһеҙ ҡәүемдең бәхетһеҙ шағиры һис юғында 15 – 20 йылдан һуң килһә, шундай ҙур талант, ялҡынлы шағир, бөтә башҡорт һәм татар халҡы өсөн ҙур бәхет булыр, рус ватандаштарыбыҙҙың Пушкин, Лермонтовы, татарҙарҙың Туҡайы, Таҡташы вә башҡорттар араһында үҙ урынын алыр ине. Хәҙер инде уның алтын шиғырҙары шул беҙҙең күңелдәрҙә көйөнсә бөтөрмө икән ни? Үҙе донъяға ла килмәгән кеүек, тауыш-тынһыҙ юғалырмы икән ни, тип уйлана инем. Шулай ҙа Шә­йех­заданы белгән, уның талантын хөрмәт иткән ҡайһы бер иптәштәр менән уның хаҡында һөйләшә, хаттар яҙыша инек. Шундай хаттар ара­һынан Шәйехзадаға ҡағылған бер хаттың күсермәһен ошоноң ме­нән бергә ебәрәм. Бәлки, берәй урында файҙаланырға мөмкин булыр.


Хаттан күсермә


“Фазлый ағай һәм Хәнифә апай! Һеҙгә, ҡәҙерле, яҡын кешеләремә, ифрат һағынышлы сәләмдәр ебә­рәм. Күп йылдарға сәләмәтлек һәм тыныс тормош теләп ҡалам. Шулай уҡ беҙҙе һорағандарға минән сәләм әйтерһегеҙ.
Фазлый ағай! “Минең һөйөүҙә­рем артыҡ килер, мизандарға һа­лып үлсәһәк” тигән кеүек, күрешергә теләү, һағыныу хисе минеке көс­лөрәктер, әлбиттә. Һеҙҙең һуңғы хатығыҙҙағы “Мин Шәйехзаданы бик яҡындан беләм, уның яҙған күп нәмәләре хәтеремдә” тигән һүҙҙәрегеҙ минең унһыҙ ҙа ярһыған йөрәгемде тағы ла ярһыта төштө. Мин дә, Фазлый ағай, мәрхүм Бабичты бик йыш хәтергә алам, ләкин үҙем генә. Шулай уҡ уны белеү­селәрҙе лә бик һирәк осратам. Башҡа милләт яҙыусылары күптән онотолоп бөткән, әллә ни әһәмиәте лә булмаған кешеләрҙе күрһәтергә тырышып ятҡан ваҡытта, беҙҙең ҡолаҡтарҙа тауышы яңғырап торған даһи бер талантты ишетергә телә­мәйҙәрме әллә? Был факт минең милли хисемә ҡағыла. Минеңсә, Бабич та, Ғәзиз3 дә тереләсәк, шөб­һәһеҙ. Был ике талант баштан-аяҡ халыҡтыҡы бит улар. Мин тағы ҡабатлайым, Фазлый ағай, ғүмер булһа, күрешербеҙ әле. 15 – 20 йыл да үтмәҫ, былар торорҙар әле.
Мин дә ошо арала дүрт дуҫтан дүрт хат алып, тере ҡуян тотҡан башҡорт кеүек шатландым. Шулар янына Шәкәрҙән дә бер хат килеп сыҡһа, тағы шәберәк булыр ине лә бит. Ул хат яҙырға бик ялҡау. Ике-өс айға бер генә яҙа. Хатының да башҡорт халҡы хаҡында яҙыл­ған урындарын цензор һыҙып таш­лаған (ярты биткә яҡын.) Ләкин яҙғандарының эстәлегенә төшөндөм.

Мин үҙем дә башҡорт бит, Фазлый ағай. Туҡ буйының татар­лаш­ҡан башҡорто. Беҙҙең бабайҙар күсеп килгән Таллы йылға ауылында булғаным бар. Унда булыу миндә ғәжәп бер тойғо ҡалдырҙы. Уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәғи­шәт-тормоштарын, ҡаралтыларын, хатта өй алдына ағас ултыртыу өсөн үргән ситәндәрен күреп, улар беҙҙең Зубачи ауылына бер туған ҡәрҙәштәрме әллә тигән фекергә киләһең. Шундай бер-береһенә оҡшағандар.
Беҙҙең ауыл – төрлө ерҙән йы­йылған халыҡ. Бер аҙы – Ҡасим ми­шәрҙәре, бер аҙы – Ҡарғалы, Чистай татарҙары. Шулар берлә­шеп, бер төрлө халыҡ булып кит­кән. Ауылдың исеме башта Зоба булған. Был бик боронғо ҡәбер таш­тарында ғына табыла. Шунан үҙгәрә-үҙгәрә Зубачинскиға килеп еткән.
Мин, Фазлый ағай, хискә бирелеп, күберәк яҙып ташланым шикелле. Ярай, хуш, шулай хат яҙып тор. Хаттарымдың араһында күп хәбәрле, яратып уҡығаным һинеке булды. Бындағы иптәштәрем дә ауылдан шулай хат яҙыусы берәй туғаның йә дуҫың булһа икән тип, минең бәхеттән көнләшеп ҡуя. Тиҙҙән күрешеүҙе теләп, барығыҙға ла айырыуса һағынышлы сәләм менән Хәлим.

1943 йыл, 24 декабрь.”
Ырымбур өлкәһе.
Читайте нас