Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 85 йәш тулыр алдынан Бөйөк Ватан һуғышынан һуң шағирҙың ғаиләһе менән Учалы районының Өргөн ауылына килеп йөрөүен ишеткәс, оло йәштәге ауылдаштарымдан ошо хаҡта ниҙәр белеүе тураһында ентекләп һораштым һәм байтаҡ мәғлүмәт тупланым. Был турала матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр ҙә яҙҙым. Һөйләүҙәренсә, беҙҙең Өргөн ауылы кешеләре Мостафа Сафа улын яҡын туғанылай ҡабул иткән. Ул саҡтарҙы әле лә һағынып иҫләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, бөйөк ижадсының рухы ауылдаштарым күңелендә бөгөн дә тере.
...Бөйөк Ватан һуғышынан (үпкәһенә снаряд ярсығы ҡаҙалған) яраланып ҡайтҡан Мостай Кәримде дуҫы, яугир-яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров ауылға ҡунаҡҡа саҡырған. Өргөн тәбиғәтенең балдай татлы һауаһы, ҡарағай, ҡарағас урмандарының хуш еҫе, Мөхәммәт ағайҙың тормош иптәше Ғәйникамал апайҙың кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙы уның яралы йәненә һәм тәненә үҙе бер шифа, үҙе бер дауа булғандыр. Ошо бәрәкәтле ерҙә шағир үҙенең иҫ китмәле әҫәрҙәрен ижад иткән. “Өс таған” повесында беҙҙең ауыл кешеләренең тормошонан алынған ваҡиғалар һүрәтләнгән.
Ҡәләм оҫтаһы ауылдаштарымды ихласлығы, ябайлығы, киң күңеллелеге менән һоҡландырған. Өргөнгә шундай яҡты сырайлы, бар булмышынан изгелек урғылып торған ҡунаҡ килгәне өсөн ихлас ҡыуанған улар.
Мостай Кәримде оло юбилейы алдынан ихлас күңелдән ҡотлап, уға шиғыр арнап хат яҙып ебәргәйнем.
Һеҙ яҙғандар – ҡупшы кәбән,
Шундай мәғрур, Мостай ағай!
Ҡоштар бик күп. Тик күптәре
Насип булһын беҙгә, ағай.
Ул – һеҙ икән, Мостай ағай!
Күп тә үтмәй, Мостафа Сафа улынан ҡыҫҡа ғына һәм йөкмәткеле, әммә күңелемдә мәңге онотолмаҫ хистәр уятҡан йылы, изге теләкле хат алдым.
“Рамай туған! Хатығыҙҙы, миңә арналған шиғырығыҙҙы уҡып ҡыуандым. Рәхмәт! – тип башлана хат. – Шиғырың миңә оҡшаны. Хаталанмаһам (сөнки был арала ығы-зығы күп булды), ул ҡайһылыр гәзиттә баҫылды ла шикелле.
Тура килгәндә, яҙмаларығыҙҙы уҡыштыра барам. Хәтерҙә ҡала улар. Тағы ла бер хәтирә: байтаҡ йылдар әүәл армияла хеҙмәт иткән Өргөн егетенән хат һәм шиғырҙар алғайным. Яуап яҙҙым, әммә ҡабат яуап килмәне. Ул егеттең исем-фамилияһын онотҡанмын. Хаты, бәлки, архивымда һаҡланалыр ҙа. Ана шул кеше һеҙ түгелме?
Өргөн – минең өсөн бик иҫтәлекле ер. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының 10-сы һанында “Әбүбәкер” исемле хикәйәм баҫылды. Ул да Өргөнгә бәйле.
Мине белгән ауылдаштарыңа сәләмдәремде тапшыр.
Иң изге теләктә ҡалам. Мостай Кәрим.
Р.S. Өмәгә сығырға ҡаршылығым юҡ, Рамай, әммә һин үҙ кәбәнеңде матур ҡояһың. Шулай дауам ит”.
Беҙҙең яҡтарҙа ауыр эштәрҙе күмәкләп, өмә ярҙамында башҡаралар. Ә тормош юлын үтеү, уны матур итеп ослау еңел эш түгел. Ижад донъяһының оҫта кәбәнсеһе, киң күңелле өмәсеһе булды Мостай ағай. Ул тормошҡа һоҡланып һәм башҡаларҙы һоҡландырып йәшәне, үҙенең һуңғы көндәренә тиклем кешеләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтте. Кемгәлер тәүге китабын сығарышты, икенселәргә фатир алыу мәсьәләһен хәл итеште, бүтәндәрҙе йылы һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре менән ижадҡа әйҙәне.
Миҫал итеп шуны еткерәм: 2005 йылда беҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул иткәндә, дауаханала ятыу сәбәпле, осрашыуға үҙе килә алмаһа ла, идара исеменә хат яҙып ебәргәйне.
Шул кескәй генә хат минең алдағы яҙмышымды яҡшы яҡҡа хәл итеүгә ыңғай йоғонто яһаны. Мостафа Сафа улына рәхмәтем ҙур, уға ғүмергә бурыслымын.
Шундай яҡты күңелле, изге йәнле, талантлыларҙан- талантлы оло шәхесебеҙҙе юғалтыуыбыҙға ла байтаҡ ваҡыт үтте, ләкин хаталанмай шуны әйтә алам: Мостай Кәримдең яҡты рухы, ҡабатланмаҫ ижады беҙҙең күңел түрендә мәңге һаҡланыр!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлегенә тип ҡуйын дәфтәремә теркәгәнмен.
Мостай киткән тиҙәр, ышанмайым,
Ул бит шундай ҡыйыу рухлы ине
Һәм саф хисле, сабый балалай.
Ул бит шундай изге кеше ине,
Ундай кеше берәү генә була,
Хатта ҡояш байый, тине берәү,
Беҙҙең өсөн ҡәҙерлерәк булып,
Нурҙар сәсеп күккә үрләне.
Мостай ағай мәңге тере, тинем,
Ярып әйттем, йөрәк түҙмәне.
Күҙҙәремдән әсе йәштәр тамды,
Ярай әле бер кем күрмәне.
Үлмәне ул, юҡ, ул үлмәне!