Шәхестәр
25 Декабря 2019, 07:20

Яҡты иҫтәлек ҡалды

Мостай Кәримдең 100 йыллығы уҙып бара. Башҡортостанда ғына түгел, Ер йөҙөнөң төрлө тарафтарында шағирҙы ололап, шиғриәтте һөйөп, бәпләп, уның халҡын ҙурлап кешеләрҙең күңеленә һеңде был көндәр. Шуны хәтерҙә тотоп, мин “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға иҫтәлек тәҡдим итергә булдым.

Мостай Кәримдең 100 йыллығы уҙып бара. Башҡортостанда ғына түгел, Ер йөҙөнөң төрлө тарафтарында шағирҙы ололап, шиғриәтте һөйөп, бәпләп, уның халҡын ҙурлап кешеләрҙең күңеленә һеңде был көндәр. Шуны хәтерҙә тотоп, мин “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға иҫтәлек тәҡдим итергә булдым.


“Башҡортостан” гәзите редакцияһында бик күп йылдар Анатолий Михайлович Виноградов эшләне. Фотохәбәрсе булды ул. Фотоға төшөрөү сәнғәтенең иң юғары нөктәһенә еткән оҫта ине. Беҙҙең гәзиттең һәр һаны уның 10 – 15 фотоһы менән сыға торғайны. Ниндәй генә өлкәне яҡ­тыртманы ла республиканың ҡайһы ҡына төбәгендә булманы икән ул?! Бөгәсә төндә иң алыҫ райондан ҡайта ла, шул уҡ төндә фотоларын эшләп, иртәгә иртүк икенсе яҡҡа юлға сығып та китә. “Юҡ”, “Булдыра алмайым” тигәнде ул белмәне. Виноградовты бер кем дә “Баш­ҡортостан” гәзитенең үҙенсәлеген сағылдырырға өй­рәт­мәне. Быны ул үҙе өйрәнде, үҙе тапты. Ниндәй генә сараны яҡтыртырға бармаһын, әйтәйек, “Башҡортос­тан урыҫтары соборы”, ти, бында ла ул башҡорт йөҙлө кеше­ләрҙе табып, фотоларҙа шуларҙы сағылдыра торғайны.
Беҙ Анатолий Михайлович менән дуҫ булдыҡ. Миндә уның ҙур ғына архивы ҡалды (әйткәндәй, А. Виноградов­тың тиҫтәләрсә йыл туплаған, уларҙың һәр береһен тәфсирләп артына яҙған бик күп фотоһы республиканың дәүләт архивында махсус фондта һаҡлана), шуны ҡарап та алғылайым. Яңыраҡ Мостай Кәримгә бәйле фотоларҙы бер урынға йыйҙым да гәзит уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым. Иҫтәлек бер минеке генә булмаһын.
1. Фото 1994 йылдың октябрендә, Мостай Кәрим 75 йәшен билдәләгән көндәрҙә, төшөрөлгән. Дуҫын ҡотларға Дағстандың бөйөк шағиры Рәсүл Ғамзатов килгәйне. Улар – Шишмә районында. Ғамзатов янында – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Динис Бүләков һәм Башҡорт­остандың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Миҙхәт Мәмбәтов.
2. Мостай Кәрим үҙ китабының исем туйы кисәһендә. Янында – яҙыусы Рәшит Низамов.
3. Мостай Кәримдең тантанаһында. Һул яғында – дуҫы, шағир Муса Ғәли.
4. Мостай Кәрим Өфөнөң Спорт һарайында Президент шыршыһын асыуҙа ҡатнаша.
5. Мостай Кәрим нәҫелдәш малай менән ҡыҙҙы ҡосаҡлаған.
Һәр ваҡиғанан иҫтәлек ҡала. 100 йыллыҡтан һуң да яҡты булһын иҫтәлектәр.

Читайте нас