Шәхестәр
27 Декабрь 2019, 10:36

“Моң – ул тотош йыһан...”

Танылған башҡорт композиторы Урал Иҙелбаевтың исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның билдәле шәхестәрҙең – Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән билдәле ғалим Мирас Иҙелбаевтың улы булыуын да күптәр белә.

Һәр тауышты, өндө, ауазды яңыса асырға, ишетергә мөмкин.


Танылған башҡорт композиторы Урал Иҙелбаевтың исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның билдәле шәхестәрҙең – Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән билдәле ғалим Мирас Иҙелбаевтың улы булыуын да күптәр белә. Ундайҙарға тормошта юл ярыу, үҙеңде табыу һәм танытыу еңел, тигән ҡарашталыр, бәлки, ҡайһы берәүҙәр. Әммә миҙалдың икенсе – беҙгә күренмәгән яғы ла бар бит әле. Әгәр ижадсы юлын һайлағанһың икән, һин үҙеңде “Гөлфиә Юнысованың йәки Мирас Иҙелбаевтың улы” тип түгел, ә айырым шәхес итеп таныта алырға тейешһең. Был йәһәттән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире Урал Мирас улы маҡсатына өлгәшә алған, тип тулы ышаныс менән әйтеп була. Бөгөн уны башҡорт композиторы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал ИҘЕЛБАЕВ тип беләләр, таныйҙар һәм хөрмәт итәләр.


– Урал, музыка донъяһына илткән юлығыҙ ҡасан, нисек башланды?

– Атайым һөйләүенсә, алты айлыҡ сағымда, ул тәүге тапҡыр миндә музыкаль һәләттең барлы­ғын күреп аптыраған. Өйҙә икебеҙ генә ҡалғанбыҙ, мин илай баш­лағанмын. Атайым әүрәтер өсөн ниндәйҙер көйҙө көйләгән. “Ҡапыл илауҙан туҡтап ҡалдың да, шундай етди төҫ алып, әлеге көйҙө өн сығарып ҡабатланың, был хәлгә хатта ҡурҡып киттем”, – тип һөй­ләгәйне ул.
Бала саҡта бәләкәй генә уйын­сыҡ пианино була торғайны. Атайым шунда бер генә бармаҡ менән баҫып, хәрби марштың ноталарын сығара – Артур менән икәүләп ҡабатлайбыҙ. Көйҙө яңынан уйнау өсөн миңә бер-ике тапҡыр ишетеү ҙә етә ине.

Алты йәшемдә балалар баҡса­һындағы төшкө йоҡо мәлендә атайым менән әсәйем килде. Улар мине уятып, кейендереп ҡайҙалыр алып китте. Әле лә күҙ алдымда тора: иркен, яҡты бүлмә, ҙур рояль янында бер ағай ултыра. Ингәс тә: “Һаумыһығыҙ!” – тинем. “Ә-әәй, үҙебеҙҙең башҡорт малайы килгән бит!” – тине ул. Ағай тигәнем мәш­һүр композитор Заһир Исмәғилев булып сыҡты. Ул төрлө ноталар уйнап күрһәтә, мин ҡабатлайым. “Был малай мотлаҡ уҡырға тейеш”, – тине ул.
Мин шулай Өфө махсус музыка мәктәбендә белем ала башланым. Хәҙер инде, йылдар үткәс, был осрашыуҙың яҙмышымды хәл иткән ваҡиға булыуын аңлайым. Артабан 20-се башҡорт гимна­зияһына күсеп, бер ыңғай Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә шөғөлләндем. Унан инде Өфө сәнғәт училище­һын, сәнғәт институтын тамамланым. Композитор булараҡ профессиональ белемде Заһир Исмәғилев ҡулында алыу бәхете тейҙе. Алты йәштә саҡтағы теге осрашыуҙан һуң Заһир ағай менән башҡаса күрешергә тура килмәгәйне һәм имтихан көнө комиссия алдына барып баҫҡас, “Бына һеҙгә мин һөйләгән егет ошо инде”, – тине ул. Тимәк, әлеге осрашыу уның да хәтерендә ҡалған булған.
– Ә һеҙҙә моңдо тойоу һә­ләте ҡайҙан килә тип уйлай­һығыҙ?

– Был хаҡта йыш уйла­ғаным бар. Ул, моғайын, ҡан хәтерелер. Ҡасандыр ата-бабаларым көйлә­гән, күңелендә йөрөткән моң­дар, уларҙың хыялдары, уй-хәстәрҙәре минең аша музыка булып яралалыр, тип уйлайым. Моңдоң йыһан менән бәйләнешенә ышанам.
Өләсәйем, әсәйемдең әсәһе, бик матур йырлай ине. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында үҙ ҡулдары менән скрипка эшләп уйнаған оҫта олатайҙарым булған.
– Әсәйегеҙҙең шиғырҙарына күп кенә йырҙар ижад иттегеҙ...

– Эйе, әсәйем менән байтаҡ йырҙар яҙҙыҡ. Улар араһында халыҡҡа таныш “Башҡортостан”, “Аҡбуҙат”, “Ҡырлы ҡурай”, “Изгелек, матурлыҡ, мөхәббәт”, “Туған тел”, “Йәшә, китап!”, “Яңы йыл йыры”, “Мөхәббәт йыры” һәм башҡа йырҙар бар. Уларҙан тыш, әсәйем менән балалар өсөн дә 15-ләп йыр ижад иттек. Улар сәхнәләрҙән дә, радио, телевидение тулҡын­да­ры аша ла яңғырап тора. Килә­сәктә лә был өлкәлә бергәләп ижад итерлек өр-яңы проекттарыбыҙ бар.
– Йылды ниндәй хис-тойғо, тәьҫораттар менән оҙатаһы­ғыҙ? Ниндәй ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды ул һеҙҙең өсөн?

– 2018 йылды ҙур эштәр менән тамамларға тура килгәйне: Стәрле­тамаҡ дәүләт концерт-театр бер­ләш­мәһе “Урал легендалары” тигән мюзиклымды тамашасы хөкөмөнә сығарҙы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт драма театрында “Урал батыр” эпосы буйынса спектакль сәх­нәгә сыҡты. Был ике тамаша ла тор­мошома һәм ижадыма яңы биттәр өҫтәгән, ныҡышмалы хеҙмәт талап иткән әһәмиәтле ваҡиға булды. 2019 йылды ла яңы спектакль – “Сыңғыҙхандың аҡ болото” менән асып ебәрҙек, һәм йыл дауамында һөҙөмтәле генә эшләргә, яңы проекттарҙы тор­мошҡа ашырырға, матур-матур спектаклдәрҙе музыкаль йәһәттән биҙәп, тамашасы хөкөмөнә сыға­рырға насип булды. Сәхнәләш­терелгән һәр әҫәрҙә үҙем өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, бығаса бер кем күрмәгән үҙенсәлек табырға тырышам.
Ғөмүмән, йыл иҫтәлекле ваҡи­ғаларға бай булды. Ул бөтә Рәсәй күләмендә Театр йылы булараҡ үтте һәм тап ошо йылда беҙҙең туған театрыбыҙ бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Шулай уҡ республикабыҙҙың барлыҡҡа ки­леүенә һәм яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу кеүек иҫтәлекле ваҡи­ғалар дөйөм ижади эшмәкәр­легебеҙҙә сағылмай ҡалманы.
Шәхси тормошома ҡағылышлы матур яңылығым менән дә уртаҡ­ла­шып үтәйем: театрыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантана барышында хеҙмәтемде ҙур награда – “Башҡортостан Рес­пуб­ли­ка­һындағы фиҙакәр хеҙ­мәте өсөн” маҡтау билдәһе менән баһаланылар.
– Театрҙың музыка бүлеге мөдире булараҡ, спектакл­дәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү тураһында әйтеп үттегеҙ. Беҙ һеҙҙе драма спектаклдәре өсөн 100-ҙән ашыу музыка тыуҙыр­ған композитор булараҡ та беләбеҙ. Ә сәхнә әҫәренә көй нисек яҙыла?

– Иң тәүҙә режиссер менән бер нисә тапҡыр осрашып, уның ҡуйы­ласаҡ әҫәргә ҡағылышлы уй-ниәт­тә­ре, маҡсат-бурыстары менән таны­шаһың. Режиссер – ул ко­ман­даның капитаны, ә әҫәр – карап, һәм уны ниндәй йүнәлештә, нисек йөҙ­ҙөрөүҙе капитан хәл итә. Ка­питандарҙың төрлөһө була. Тәжри­бәле, һәр ғәмәлгә үҙ ҡарашы бул­ған, ниндәй һөҙөмтәгә ынтыл­ғанын аныҡ белгән режиссер менән эшләү – үҙе бәхет. Әгәр “карап­тағылар”, йәғни композитор, рәс­сам, спектаклде ҡуйыусы төркөм, бер йү­нәлештә эш итһә, спектакль уңыш яулай, тигән һүҙ. Ә үҙемә килгәндә, режиссерҙың был әҫәр­ҙән нимә көтөүен, нимә әйтергә теләүен тулыһынса асыҡламай тороп, эшкә тотонмайым.
– Бына әле һеҙ “эшкә тотонмайым” тинегеҙ. Ғәҙәттә, беҙ шағир йәки композитор һәр әҫәрен илһамланып ижад итә, тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә ысынбарлыҡта нисек?

– Сәнғәт институтында уҡыған осорҙа беҙ аҙна һайын яңы музыкаль әҫәр ижад итергә тейеш инек. Йәш саҡ, бар ергә өлгөргө килә, үҙемсә эшҡыуарлыҡ менән дә булышам. Ҡайһы берҙә яңы әҫәр яҙа алмайым һәм “илһам килмәне” тип аҡланам. Шул саҡта остазыбыҙ – бөйөк Заһир ағай Исмәғилев: “Ике ҡағиҙәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ысын композитор көн һайын ижад итергә һәм халыҡҡа яҡын булырға тейеш”, – тип әйтә торғайны. Ә икенсе уҡы­тыусыбыҙ Рәшит Йыһанов: “Илһам килгәнен көтөп ултырһағыҙ, ғаилә­геҙ ас ҡаласаҡ”, – тип шаяртыр ине. Һәм минең әлеге вазифама ярашлы башҡарған бөтә ижадым – ул ныҡышмалылыҡ, түҙем­лек, яуаплылыҡ талап иткән көндәлек хеҙмәт. Етмәһә, эш урыным – театр, ә театр – ул тотош производство. Бында план, афиша, спектаклде тапшырыу ваҡыты бар, шуға күрә илһамың килгәнде бер кем дә көтмәйәсәк тә, аңламаясаҡ та.
– Ижадығыҙҙың спек­такл­дәр биҙәү менән генә сикләнмәүен дә беләбеҙ...

– Йыл һайын оркестр ҡат­наш­лығында концерт ҡуйырға тырышам. Әлбиттә, был бик ҡатмарлы, ныҡышмалы хеҙмәт талап иткән эш. Үҙемдең проектымды бул­дырыуға өлгәштем, ул “Сал Урал­дың көйҙәре” тип атала. Уны Башҡортостандың милли музыка ҡоралдары оркестры менән бер­лектә тормошҡа ашырҙым. 20-нән ашыу яңы әҫәр әҙерләнем, араларында минең тарафтан эшкәр­телгән башҡорт халыҡ көйҙәре лә бар. Ай ярым дауамында тәүлек әйләнәһенә тигәндәй, ошо эш ме­нән яндым, көйҙөм, студияла “йоҡ­ланым” тиһәм дә, артыҡ булмаҫ (көлә – автор), сөнки әҫәрҙе оркестр өсөн эшләү – бик ваҡ, күп ваҡыт, түҙемлек, яуаплылыҡ талап иткән, әммә кәрәкле хеҙмәт.
– Эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре, тип әйтеп үтте­геҙ. Ошо күренешкә нисек ҡарайһығыҙ?

– Милли йыр сәнғәте өлгөләрен эшкәрткәндә, бик һаҡ булырға кә­рәк. Ундағы халыҡсанлыҡты, моң, ритм нескәлектәрен, тәү асылын боҙ­мау шарт, тип һанайым. Улар – ҡиммәтле гәүһәр ише, шуға күрә был яуаплы бурысты 100 процент­лыҡ итеп башҡарып сығыуыма ыша­нып етмәһәм, теге йәки был башҡорт халыҡ йырына аранжировка эшләүҙән баш тартам. Әммә был – бик кәрәкле эш. Ул хал­ҡы­быҙҙың аҫыл хазиналарын бөгөнгө, киләсәк быуындарға еткереүгә яр­ҙам итә. Шулай уҡ төрлө сәбәп­тәр менән онотолоуға дусар булған йа­таған, ҡыл ҡумыҙ кеүек халыҡ ҡо­ралдарының тергеҙелеүе, улар­ҙың милли музыка сәнғәтендә ҡул­ла­ныла башлауы – ҡыуаныслы күренеш.
– Белеүебеҙсә, етеп килгән Сысҡан йылы – һеҙҙең дә йылы­ғыҙ. Һеҙ ниндәйерәк “сысҡан”?

– Мин үҙемде “сысҡан” тип тү­гел, ә “ҡомаҡ” тип һанайым. Әле бына үҙегеҙ күрәһегеҙ: эш урынымда юҡ нәмәнең үҙе юҡ (көлә – автор). Хәҙер күптәр иҫке тип һа­нал­ған әйберҙән ҡотолоу яйын күрә, ә миндә ундай ғәҙәт юҡ. Кү­ңелемә ятҡан бер әйберҙе лә ташламайым. Студияла ниндәй генә музыка ҡоралы юҡ, совет заманынан ҡалғандары ла бар. Әйткәндәй, улар спектаклдәр ваҡытында бутафория булараҡ та ярап ҡала. Бына ошо сифатым, моғайын, “ҡо­маҡ”­ҡа хас ҡылыҡтыр, тип уйлайым.
– Яңы йылға ниндәйерәк уй-ниәттәр, пландар билдәләгән­һегеҙ?

– Әле әйтеп үткән Башҡорт­остандың милли музыка ҡорал­дары оркестры менән берлектә тормошҡа ашырған проекттан һуң, ошо концертта яңғыраған әҫәрҙәрҙе айырым диск итеп сығарыу тура­һында тәҡдим алдым. Концерттан һуң килеп рәхмәт әйтеүселәр, “моң­дарыңды илап тыңланым” тиеү­селәр булды. Халыҡҡа оҡшағас, уларҙан диск туплап сығарыу кәрәктер, тип уйлайым.
Режиссер Илдар Ғиләжев менән Милли йәштәр театрында ҡуйы­ласаҡ яңы эшкә тотондоҡ. Ул – бик билдәле әҫәр, исемен әйт­мәйем, гәзит уҡыусылар өсөн әлегә сер булып ҡалһын. Быға тиклем дә беҙ Илдар менән уңышлы ғына хеҙмәттәшлек иттек, мәҫәлән, Илшат Йомағоловтың “Нәркәс”, Артур Иҙелбаевтың “Һуңғы Ғәйнә” әҫәр­ҙәрен сәхнәгә сығарҙыҡ, шуға күрә яңы башланғысыбыҙ ҙа һөҙөмтәле булыр, тип ышанам.
Айрат Абушахманов Артур Иҙелбаевтың яңы әҫәрен сәхнә­ләш­тереү өҫтөндә эшләй. Ул “Ко­мандир балалары” тип атала һәм ҙур ваҡиғаға – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Бөгөн үрҙә әйтелгән “Һуңғы Ғәйнә”нең композициялары айырым әҫәр булараҡ йәшәй, ағайым менән бергә башҡа­расаҡ был ижади эшем дә уңышлы килеп сығыр тигән изге ниәттәмен.
– Һеҙҙең өсөн музыка, моң нимә ул?

– Минең өсөн моң – ул тотош йыһан, ул сикһеҙ. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, бөтәһе ете генә нота бар, ошоғаса әллә күпме әҫәр яҙылған, шуға күрә яңынан-яңы музыка уйлап табыу, ижад итеү мөмкин түгел, тип уйлайҙыр. Әммә был улай түгел. Һәр тауышты, өндө, ауазды яңыса асырға, ишетергә мөмкин. Киләсәккә уй-ниәттәрем яҡты, маҡсаттарым ҙур: иң яҡшы әҫәр­ҙәрем әле яҙылмаған, тип ышанам. Яңы симфониялар, балеттар, көй­ҙәр яҙыу теләге менән йәшәйем.
Ҡасандыр миндәге һәләтте күреп үҫтергән, дөрөҫ йүнәлеш, белем һәм тәрбиә биргән атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, үҙе лә сәнғәт кешеһе булараҡ, мине аңлаған, һәр йәһәттән ярҙам иткән кәләшем Дилараға, хеҙмәтемде баһалаған туған коллективыма ҙур рәхмәтлемен. Барлыҡ яҡында­рымды, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, именлек-һаулыҡ, уңыштар, күңел күтәренкелеге теләйем.

Читайте нас