Шәхестәр
29 Февраля 2020, 09:00

700 мең һумлыҡ баян “ғәйеплеме”?

Мәғлүмәттәр буйынса, эштән бушатыуҙы һорап, вазифа биләгән бер нисә кеше ғариза яҙған. Улар араһында учреждение директоры, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фаяз Мәжитов та бар, тиҙәр.

“Красноусольск” шифаханаһында тикшереү эштәре бара, тип хәбәр итә ProUfu порталы. Мәғлүмәттәр буйынса, эштән бушатыуҙарын һорап, вазифа биләгән бер нисә кеше ғариза яҙған. Улар араһында учреждение директоры, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фаяз Мәжитов та бар, тиҙәр.
Ул был вазифаны үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып биләй. Әйтеүҙәренсә, етәксенең ошо ойошмала уҡ иҡтисадсы булып эшләгән хәләл ефете Фәриҙә Мәжитова ла эштән китеү тураһында ғариза яҙған.
Монополияға ҡаршы хеҙмәт идаралығы шифахана тарафынан 700 мең һумлыҡ баян һатып алыныу осрағын тикшереүе билдәле булды. Тап ошо музыка инструментын һатып алыу буйынса етәкселеккә дәғүә белдерелгәйне.
Фото:ProUfu.
Читайте нас