Шәхестәр
1 Марта 2020, 18:30

Хәбиров ниңә ғәфү үтенгән?

"Православие динендә түгелмен, әммә мин дә бөтә кешеләрҙән ғәфү итеүҙәрен һорайым", - тип яҙған ул Фейсбукта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр аша ҡасандыр “ирекле йәки ирекһеҙ рәүештә” үпкәләткән кешеләренә мөрәжәғәт иткән.
- Бөгөн православие дине тотоусыларҙың ғәфү үтенә торған көнө. Мин православие динендә түгел, әммә мин дә бөтә кешеләрҙән ғәфү итеүҙәрен һорайым, - тип яҙған ул Фейсбукта.
Ял көндәрендә бөтә Башҡортостанда Масленица байрамдары гөрләп үтте, һәр кем майлы ҡоймаҡ менән һыйланды. Республика етәксеһенең хәләл ефете лә байрам уртаһында булды, Ҡунаҡһарай эргәһендә алъяпҡыстар кейеп алып, табала ҡоймаҡ ҡойған Каринэ ханым ҡулынан һыйланғандар аҙ булманы. Өфөләр уның ябайлығына, ҡунаҡсыллығына һоҡланды, рәхмәт әйтте.
Фото:Facebook.
Читайте нас