Шәхестәр
20 Марта 2020, 11:15

Республика Башлығының яңы кәңәшсеһе - легендар шәхес

Ҡояш системаһындағы кескәй планетаға уның исеме бирелгән.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Шаварш Карапетян йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Уның бурыстарына төбәктә физик культураны һәм спортты үҫтереү инәсәк.
Шаварш Владимирович Карапетян 1953 йылдың 19 майында Кироваканда (Әрмән ССР-ы) тыуған. Әрмән дәүләт физик культура институтын, Ереван халыҡ хужалығы институтын тамамлаған. 1970 йылдарҙа һыу аҫтында йөҙөү буйынса алдынғыларҙың береһе. 1972 йылдан – СССР йыйылма командаһында. 1973–1977 йылдарҙа сумыу, акваланг менән йөҙөү кеүек ярыштарҙа ете тапҡыр СССР чемпионы, 1973–1980 йылдарҙа 15 тапҡыр СССР Кубогын алыусы, 1972–1977 йылдарҙа 13 тапҡыр Европа чемпионы, 1972–1977 йылдарҙа 11 тапҡыр донъя рекордсыһы була.
1974 йылдың 8 ғинуарында 30-ҙан ашыу пассажир ултырған автобуста Цахкадзор спорт базаһынан Ереванға ҡайтҡанда ҙур батырлыҡ ҡыла. Тауға артылғанда водитель моторҙың насар эшләүен һиҙеп, автобусты туҡтата һәм салондан сыға. Идараһыҙ ҡалған машина ҡуҙғалып, түбән тәгәрәй башлай. Шофер кабинаһына яҡын ултырған Шаварш Карапетян кабинаның быялаһын вата һәм рулде тау яғына бороп өлгөрә. Ул автобусты упҡынға осоуҙан ҡотҡарып ҡала.
1976 йылдың 16 сентябрендә Ереван күле ярында күнекмәләр ваҡытында 25 метрлыҡ дамбанан троллейбустың ҡолауына шаһит була. Һөнәри спорт оҫталығына эйә булған Шаварш Карапетян 20 минут эсендә 10 метрлыҡ күл төбөнән 20-нән ашыу кешене алып сыға.
Ошо ваҡиғанан һуң ул оҙаҡ ауырый, әммә 1977 йылда спортҡа әйләнеп ҡайта, СССР һәм Европа чемпионаттарында алтын миҙалдар яулай, үҙенең 11-се донъя рекордын ҡуя. Халыҡ-ара һәм бөтә союз ярыштарында ҡатнашыуын туҡтатҡас, үҫмерҙәр мәктәбе директоры булып эшләй.
1985 йылдың 15 февралендә Еревандағы спорт-концерт комплексындағы янғында кешеләрҙе ҡотҡара.
СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. 1983 йылда ЮНЕСКО-ның Fair Play почетлы билдәһенә лайыҡ була. “Почет Билдәһе”, Батырлыҡ ордендары, “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ҡояш системаһындағы 3027-се кескәй планетаға Шаварш исеме бирелгән.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас