Шәхестәр
20 Марта 2020, 09:56

Ҙурлыҡты күкрәккә таҡмайҙар, уны йөрәктә һаҡлайҙар

Зыя Нуриев өсөн халҡына хеҙмәт иң оло хөрмәт ине

“Ир-егеттең йәшен һанамайҙар, ир-егеттең эшен һынайҙар”, – тигән һүҙҙәр бармы әле матур бер йырҙа? Хаҡ әйтелгән бит. Ысындан да, әҙәм балаһы башҡарған эштәрҙең, йәшәлгән йылдарының һәлмәклеген самалар үлсәүҙәр бармы икән? Ғөмүмән, ғүмерен лайыҡлы үткәргән кеше беҙҙе был донъяла ҡалдырып китәме, киткән хәлдә лә, уның тураһындағы хәтер күңелдәребеҙҙән юйыламы? Буранайҙың (марттың) ҡап уртаһында тыуған мәленән 105 йыл тулыуы ошо көндәрҙә билдәләнгән олуғ ватандашыбыҙ, милләттәшебеҙ, остазыбыҙ Зыя Нуриев хеҙмәте, рухы, хатта килеш-килбәте менән дә ысын мәғәнәлә ил Ағаһы ине. Ошо фекерҙән сыҡҡанда ла, Зыя Нурый улы Нуриевты тормош юлының түңәрәкләнмәгән ваҡытында ла иҫкә алыу – тәбиғи хәлдер. Бейек тауҙар йылдар үтеү менән дә түбәнәймәй, бәлки баҙыҡлана ғына бара. Әйҙәгеҙ, Нуриев иленә йәнә бер барып әйләнәйек.


Йылдар китә, хәтер ҡала


Ҡырҙа, бигерәк тә көн ел-ямғырлы торғанда, ҡаҙан аҫырлыҡ ут тоҡандырыу өсөн дә таһыл кәрәк. Ғарифулла олатайым тәүҙә өйөп кенә нәҙек ҡыу ботаҡ­тарҙы һала, сыбыҡ араһына таҫмалай ғы­на туҙ ҡыҫтыра һәм эрерәк ағастарҙы өҫтән ҡыуыш итеп һөйәй. Ошолай ипләнгән усаҡ бер шырпынан уҡ гөлтләп янып китә.
Йорттары йәшеллек даръяһында аҡ пароходтар булып йөҙгән әүәлге Өфөнө мин, йәшлек йылдарын хәтерҙә тош-тош яңыртҡан һымаҡ, әйләнеп ҡайтмаҫ­тай хыял итеп күҙ алдына килтерәм. Ҡояш баш ҡаланы һәр иртә балҡып уятмай, эңер төшөүгә, моңһоу ғына йылмайып оҙатмай ҡалмай. Вазифа бурысын шулай үтәгәндер. Ул кискә һарҡыуға, бихисап урамдарҙағы ығы-зығы ла һүрелеп, Ағиҙел тулҡындарының яр таштарын сутылдатыуы асығыраҡ ишетелә башлай. Ғүмер баҡый Өфөлә йәшәгәндәр ҙә, минең ише килеп-китеп йөрөгәндәр ҙә тыныс тәбиғәтле, яҡты йөҙлө ҡаланың бер мәл сәбәләнеп ҡайҙалыр сапҡан кешеләр иләүенә, йөҙҙәрсә мең автомашина йыйылған мәхшәргә, тотош бер сауҙа һәм кәйеф-сафа йортона әүерелеүен уйына ла килтермәгәндер. Ваҡыт иһә үтә, ҡыҫа, емерә килә. Донъяла иң матур тип ышанып йөрөгән һөйөклө ҡалабыҙҙың тышҡы ҡиәфәте лә танығыһыҙ булып үҙгәрҙе, үҙебеҙ ҙә инде бүтән.
Юғалтыуҙарыбыҙҙы һәм нимәләргә юлығыуыбыҙҙы ниндәй аршиндар менән үлсәргә лә ҡайһы бизмәндәргә һалырға икән? Үрге сауҙа майҙанында йәйен-ҡышын туңдырма өләшеп торған Миша бабай ҙа, йүгереп кенә инеп хуш еҫле эсемлек һәм эҫе ҡабартма менән һый­ланып сығыр ҡунаҡсыл ҡәһүәханалар ҙа хәҙер юҡ инде.
...Иртәнге ҡала һәр даим йыйыш­тырылған урамдар менән ҡаршы ала, ә скверҙарҙың мәрмәр кәртәләрен хәстәр­лекле ҡулдар еүеш сепрәк менән һыпы­рып сыҡҡан. Өфө сәбәләнмәй генә, клаксондар тауышынан ҡаңғырмай эшкә тотона. Министрҙар Советы, Сәнәғәт йорто һәм “Башнефть”тең олпат биналары, партия өлкә комитеты урынлашып, серле тынлыҡ һаҡлаған матур йорт эргәһенән үтергә тура килһә, ошо тәҙрәләр артында нимә эшләнгәнен белеү, кешеләрен күреп ҡалыу теләге тыуа. Ҙур байрамдар ваҡытында демонстранттар араһында этелә-төртөлә үткән мәлдә, әлбиттә, бейек мөнбәрҙән ара-тирә ҡул болғап торған ағайҙарҙың кем булыуы тураһында уйланмайһың. Ә унда – республиканың иң юғары етәкселәре һәм уларҙан да өҫтәрәк – Аллаһ Тәғәлә үҙе генә.


Юлдарыңда, яҙмыш, осраштыр!..


Улай тиһәң... Комсомолға инергә әҙерләнгәндә үк, мәҫәлән, һәр ҡайһыбыҙ республиканың баш түрәләренең исем-шәрифен, биләгән вазифаһын белергә тейеш ине. Был ғәмәлдә мин күҙ буяу ҙа, ярамһаҡланыу ҙа күрмәйем. Ошоноң менән өлкәндәр, үҙҙәренсә, беҙҙең иләҫ-миләҫ аңға дәүләткә, уның хакими инс­титуттарына яҡынайыуыбыҙға ишара яһағандыр. “Һеҙҙе үҙегеҙҙән түбәндәгеләр хөрмәт итһен өсөн, юғарылағыларға ҡарата ихтирамлы булығыҙ”. Быны бөйөк француз Гюстав Флобер әйткән.
Үҙенең көтөлмәгәнлеге менән шаң­ҡытып, хәтерҙә мәңгегә нығынып ҡалған һәм йылдар үтә килә уның әһәмиәтен, мәғәнәһен яңыртып баһалаған мәлдәр була. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында, Башҡорт дәүләт универси­тетының тәүге курстарында уҡып йөрөгәндә, Хөкүмәт йортон Совет урамы яғынан урап үтәм тип, буйсан да, тулы ла кәүҙәле ағайға саҡ килеп бәрелмәнем. Уны таныным инде, тайшанып өлгөрҙөм, ярай ҙа иҫәнләшергә аҡыл етте. 3ыя Нурый улы, минеңсә, яуап итеп баш ҡаҡты, шикелле. Осраҡлы ғына шулай тап килгәндер, әлбиттә, әммә, йәнә дүрт-биш йыл үтеүгә, партия өлкә комитетының беренсе секретары Нуриев әлеге асыҡ ауыҙ егетте район гәзите мөхәррире итеп раҫланы.
Түрәләр мөхитендә үҫкән, йәштән үк шулар менән аралашҡан кемгәлер әлеге “ай күрҙе, ҡояш алды” кеүек мәлдәр эҙһеҙ үтәлер. Әммә хакимлыҡ тупһала­рының ҡайҙан башланыуын күҙ алдына килтермәгән минең кеүек йәш кеше өсөн хатта шундай секундтар һәм минуттар ҙа мөһим ине.
Йылдар үтә килә республиканың иң юғары етәкселәре – Фәйзрахман Зағафуранов, Зекериә Аҡназаров, Миҙ­хәт Шакиров, Фәйзулла Солтанов, Мортаза Рәхимов, Исмәғил Ғәбитов, Таһир Ахунйәнов, Семен Веселов, Рим Баҡыев, Рафаэль Байдәүләтов, Михаил Зайцев, Рамаҙан Өмөтбаев, Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫарҙары, министрҙар менән таны­шыу һәм тығыҙ аралашыу насип булды. Уларҙың һәр береһе йөрәгемдә, хәтеремдә эҙ ҡалдырҙы. Ғорурланырлыҡ эҙ.


Һүҙ ыңғайында.

Терһәкле санаға йә күкрәкле арбаға, мәҫәлән, бесән тейәүҙең үҙ тәртибе бар. Олатайым ике һәнәк бесәнде тәүҙә сананың ике яҡ терһәгенә һала, өсөнсөһө менән уларҙы нығыта. Шулай эҙмә-эҙлекле тәртип менән тейәлгән бесән ыҡсым да була, шыуып та төшмәй.
Төпкөл ауылдарҙа төплө егеттәр үҫә


Тәҡдир ҡушҡаны шулдыр: һанауһыҙ замандарҙан бирле башҡорт этносының күпселек өлөшө, “тәбиғәт балалары” булып, ауыл ерендә көн иткән. Урбаниза­ция­ланыуҙың уларға ҡағылып ҡына үтеүендә кәмселектәр бар, әлбиттә. Өҫтөнлөктәр ҙә юҡ түгел. Үҫмерҙәр ауыл мәктәптәрендә, ҡалалағылар менән сағыштырғанда, мәғлүмәтте әүәлерәк алып еткермәһә лә, был ауыл балалары­ның уғата тырышлығы һәм яуаплы булыуы менән ҡаплана. Эшкә ихласлыҡ һәм тормошта алдан кемдер юл ярмая­сағын белеп тороу уларҙы йыш ҡына хакимлыҡтың иң юғары баҫҡыстарына күтәрә. Фекерҙәрем тулыһынса 3ыя Нурый улы Нуриевтың шәхесенә лә ҡағы­лалыр, тип уйлайым. Теләһәң-теләмәһәң дә, штампҡа ихтыяр биреп һөйләшкәндә, әҙәм балаһын яҡыныраҡ беләйем һәм баһа бирәйем тиһәң, уның атайсалына барып ҡайтырға кәрәк, тиҙәр. Журналис­тикалағы оҙайлы ғүмерем эсендә миңә Бөрө яҡтарына юл хәтһеҙ генә төшкө­ләне. Өфө менән Бөрө араһы бер тынала йүгереп бараһы бит инде. Ағиҙел, һырышҡаҡ ҡунаҡ һымаҡ, район билә­мәләрендә уңға-һулға борғоланып йөрөй-йөрөй ҙә, дуғаһын текә бөгөп, Дүртөйлөгә ҡарай әйләнә. Нәҡ ошо бөгөлдә, уң яҡ ярҙа, Үрге Ласынтау ауылын табыр­һығыҙ. Эргәләрәк Түбәнге Ласынтау ҙа бар. Тарихсыларҙың раҫлауына ышан­ғанда, Үрге Ласынтауға нигеҙҙе хәҙерге Кушнаренко районындағы Ҡарасайылға ауылынан айырылып сыҡҡан күсмәнде­ләр һалған, имеш. Осраҡлы хәл генәлер, иллә Үрге Ласынтау Башҡортостанға З.Н. Нуриевты үҫтереп бирһә, партияның йәнә бер беренсе секретары – М.З. Шакировтың шәжәрә осон Ҡарасайылға ауылында эҙләргә кәрәк. Икеһе лә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Союз кимәлендәге етәкселәр булды.
Ҡыҙыҡһына торған кеше өсөн Зыя Нуриев тыуып үҫкән ерҙәр – тарих һәм хәтер хазинаһының үҙе. Терәк пункт-ҡәлғә рәүешендә Бөрө XVIII быуаттың урталарында уҡ хасил булғас, ул үҙе лә, тирә-яғы ла аҡрын­лап тәүге сәнәғәт предприятиелары, кустарсылыҡ һәм һөнәрселек, халыҡ мәғарифы һәм дини мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү үҙәгенә әүерелгән. Әйт­кәндәй, Үрге Ласынтау­ҙа әүәлге сауҙагәр ихаталарының бер нисә бинаһы әлегәсә һаҡланып ҡалған. Ә инде Бөрө районының тәбиғәте, уның хозурлығы һәм хазиналары тураһын­да, әлбиттә, рәхәт­ләнеп бүтән ваҡытта һөйләшергә ине. Бында һиңә халыҡ “Үле Иҙел” тип йөрөткән бихисап күлдәр ҙә, минераль һыу сығанаҡтары ла, борондан һаҡланып ҡалған ҡара­ғай­лыҡ­тар ҙа, эрбет менән ҡарағастар ҙа. Ҡорамдар һәм иҫке усадьбалар, элекке за­мандағы сәнәғәт етештереү ҡорол­мала­ры, архитектура ҡомарт­ҡы­лары...


Һүҙ ыңғайында.

Олатайым яҙ сыҡҡас уҡ табанын бөгөп ҡуя ла, йәй эсендә бер-ике сана ҡарамалап ала торғайны. “Ҡарама­лап” тигәс тә, беҙҙең яҡта уның өсөн бешек­ләнгән муйыл да ярап ҡала. Тояҡтарын уратып алып, үрәсәләр ярҙамында тоташтырһаң, йөк санаһына үлем тейәһе түгел.
Әгәр мин, Башҡортостан һәм ил тари­хының Нуриев осорона ҡағы­лыш­лы сәхи­фәләренән ошо яҙмаларға һандар, проценттар, факттарҙы күсерә башлаһам, улар ҡыҙыҡлы булыр инеме икән? Ҡы­ҙыҡ­һыныу уғата көслө булһа, уҡыусыға Башҡортос­тан тарихын йәки Зыя Нуриев ағайҙың “От аула до Кремля” тигән китабын тәҡдим итергә мөмкин.


Оло юлды нисек һайларға?


Бер генә кеше лә, һәр хәлдә, беҙҙең илдә, хакимлыҡты ата-әсәһенән мираҫ итеп алмай. Хоҙай үҙенең һөймәлекле әҙәм балаларына һәләт­лелекте тигеҙ өләшә. Ул тәбиғи һә­ләтлелек – уңыш­лы хеҙмәт юлына баҫыу өсөн асҡыс ҡына. Зыя Нурый улының тәржемәи хәлендәге йыл­дарҙы, биләгән вазифаларын йыш иләктән үткәреп, әүҙем эшләгән осорондағы социаль-сәйәси хәл, хужалыҡ бурыстары, халыҡ ихтыяждары менән бер итеп ҡара­һаң, “уға ана ниндәй шарттар тыуҙы­рыл­ған” тип һөрәнләрлек сәбәп тапмай­һың. Мәғариф юлынан китһә, 3ыя ағай ҙур ғалим-педагог йә министр булыр ине. Был йүнәлештә, педагог-теоретик­тарҙан бигерәк, хәҙергесә әйткәндә, менеджерҙар, йәғни ойош­тороу­сы хужалар кәрәк. Нуриевтың асылып етмәгән мөмкинлек­тәрен күрә алған зирәктәр булған һәм ҡайҙа ипле һүҙ менән, заруры булғанда фирҡә дисциплинаһына һылтанып, уны күтәрмәләп торған.
Тәртип, аңлы буйһона белеү – әл­биттә, уңышҡа илтә торған ғәмәлдәр, әммә улар һинең йөрәгеңдә һәм на­мыҫыңда йәшәргә тейеш. Ифрат ауыр хәлдә булған Ҡыйғы районында эшләп, уны йәнләндерә алғас, Зыя Нуриев шундай һығымтаға килә: “Етәксенең эшендә төп нәмә – үҙең янындағыларҙың ярҙамына таяныу. Улар һине ҡаматлаһын өсөн, хеҙмәт­тәштәрең­дең эшмәкәрлеген баһала­ғанда намыҫлы, ғәҙел һәм объектив булырға кәрәк. Етәкселә талапсанлыҡ менән объектив­лыҡ бер булырға тейеш. Ул популист, буш вәғәҙәләр бирмәһен. Әйттеңме, үтә. Билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн үҙең менән бергә булғандарға рухланып эшләрлек шарттар тыуҙырырға кәрәк”.
Зыя Нуриев ошондай һығымта­ларға сағыштырмаса йәштән үк килһә лә, улар, артабан эшмәкәрлек һәм тормош принцибына әйләнеп, дәүләт эшмәкәрен ғүмер баҡый оҙатып барған.
Нуриев Башҡортостан партия ойош­маһын халыҡ хужалығын тиҙ­ләтеп үҫтереү өсөн төрлө саралар күреп ҡара­ғанда һәм Мәскәүҙәге үҙәк хаки­миәт тотороҡло ғына сәйәсәткә өлгәшә алмаған йылдарҙа етәкләгән. Һәр ғәмәлде партия тарафынан фатихалау, иҡтисад закондарын идео­логияға буйһондороу, хәҙер аңла­ғанса, хата. Әммә нуриевтар, аҡназа­ровтар, шакировтар – үҙ ваҡытының етәкселәре. Республикала улар ҡу­лында хаким­лыҡ булған һымаҡ күренһә лә, уның үҙәге, бюрок­ратияның дәртте һүндерер механизмы, ғәмәлдә, Мәскәүҙә. Ошонда инде Мостай ағайҙың “Тауыҡ кетәге” тигән новеллаһын хәтерләнем. Мәрәкә лә, ғибрәтле лә хәлдәр элек тә була торған. Хәҙер иһә уҫаллыҡ, миһырбан­һыҙлыҡ саманан ашты. Улай ғына түгел, әүәлерәк партия, дәүләт эшендә ифрат юғары вазифа­ларҙа йөрөп, бөгөн мемуар яҙыуға әүәҫләнгән иптәштәр үҙҙәрен һәр йәһәттән хаҡлы, һоҡ­ланыр­лыҡ маһир итеп һүрәтләп ҡуя, илдең сәйәси һәм хужалыҡ системаһы кисергән бәлә­ләрҙе, халыҡтың яфаларын яуыз империалис­тарҙың соҡсоноуы тип аңлай башлайһың. 3ыя Нуриев иһә Өфөлә лә, Мәскәүҙәге эштәрендә лә илдәге ысын­барлыҡтан айырылманы. Ул мәсьәлә күтәреүҙе эштең башы ғына тип баһа­ланы, 3ыя ағай өсөн шул мәсьәләне мотлаҡ бойомға ашырыу иң мөһиме булды.


Үҙеңдән олонан һабаҡ ал


Ҡарамаҡҡа ауыр кәүҙәле, ҡыры­ҫы­раҡ йөҙлө күренһә лә, Нуриев һиҙгер күңелле, ирекле рухлы, халыҡ теләген аңлай торған кеше ине. Зекериә Аҡназаров “Время. Люди. Мысли” тип аталған китабында Зыя Нурый улы тураһында бына ниҙәр яҙа: “...Уның төп сифаттары шулай ҙа – кешене яратыу, алсаҡлыҡ, ихлас­лыҡ. Был уға министр менән мөғәл­лимдең дә, профессор менән трактор­сының да, хәрби хеҙмәткәр менән һауынсының да йөрәген асты. Ул һәр кем менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты, һәм уның менән аҙ ғына ара­лашҡан бөтөн кеше лә ошо ихласлыҡты оҙаҡ онота алманы. Әгәр ниҙер күңеленә ятмаһа, ул һәр саҡ тураһын, йәшер­мәй, аныҡ һәм ныҡлап әйтә. Бүтән берәүҙәр һымаҡ, ризаһыҙлығын айҙар, йылдар буйы һаҡлап йөрөтмәй. Ҡы­ҙып киткән саҡтары ла була. Әммә көн, хатта сәғәт үтәме-юҡмы, һүре­леп, йә шылтырата, йә эргәңә килә: “Ғәфү ит инде, туҙып киттем. Онотайыҡ, әйҙә артабан эшләйек”.
Әйткәндәй, 3ыя Нуриев тураһында Мос­тай Кәрим, Нәжиб Асанбаевтар күңелгә ятырлыҡ ихлас хәтирәләр яҙып ҡалдыр­ған. Әҙәпкә көс килһә лә, олуғ­тарға өҫтәп шуны ла әйтәйем инде. 3ыя Нуриевтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы, “Китап” нәш­риә­те ағайҙың “От аула до Кремля” тигән китабын, тулыландырып һәм яңыртыбыраҡ, ҡабаттан нәшерләргә булды. Ошо ғәмәлгә хәл ҡәҙәренсә булышлыҡ итә алыуым менән ғорурланам.


Һүҙ ыңғайында.

Кәбән ослауҙы ауылда әле булһа теләһә кемгә йөкмәтмәйҙәр. Ос һәнә­генә мәл еткәс, Ғарифулла олатайым мине өҫкә мендерә. Аҫтан бирелгән бесәнде таҫлап, тапап, һуҡҡылап алып бара­һың. Тигеҙ күтәрелгән кә­бәнгә яуын да үтмәй, ул ауышмай ҙа.


Ҙур етәксе, сәйәсмән тураһындағы һүҙгә көндәлек донъяның ваҡ-төйәген ниңә килтереп ҡыҫтыра икән был? Ошо һорау телегеҙ осонда бит инде. Аңлатам. Әҙәм балаһының тормошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрҙәрҙән туҡыл­ған һымаҡ, дәүләт, тотош йәмғиәт һәр кешенең таһылына, булдыҡлылы­ғына, егәрле­легенә таянып йәшәй, үҫә. Шуға күрә Нуриев ағайҙың дәүләт эшмәкәрлеген дә, Ғарифулла олатайым һабаҡтарын да йәнәш ҡуйырға кәрәк тип таптым. ‘‘Тырыш – таш тишер” тигән әйтем һәр осраҡта ла урынлы.
...Тулҡын ярып һәм тирә-йүнде гудоктар менән маҙаһыҙлап, караптар үтә лә үтә. Бындағы һәммә нәмәлә – Ваҡыт ғәли йәнәптәренең мөһөрө һәм ошо ваҡытҡа хеҙмәт иткәндәрҙең күҙ йәштәре.
Читайте нас