Шәхестәр
23 Марта 2020, 18:05

Ҡайҙа Мостай Кәрим урамы барлыҡҡа килде?

Был хаҡтағы ҡарарға ҡала башлығы ҡул ҡуйған.

Екатеринбургтың бер урамы хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк. Был хаҡтағы ҡарарға ҡала башлығы Александр Высокинский ҡул ҡуйған.
Мостай Кәрим урамы Октябрь районында урынлашҡан. Әйткәндәй, күрше урам шәхестең яҡын дуҫы, Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың исемен йөрөтә.
Башҡорт халҡының олуғ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урамдар Мәскәү, Алматы, Ҡазан, Өфө ҡалаларында һәм шулай уҡ республиканың төрлө район һәм ҡалаларында бар.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас