Ейәнсура районында шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ғилман Ишкининдың тыуыуына 55 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе үтеүе хаҡында интернет селтәрендә хәбәр иткәйнек инде. Сараны ойоштороусыларҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Ейәнсура районы хакимиәте һәм, әлбиттә, баҫмабыҙ вәкилдәре сығыш яһаны.
Ғилман Ишкинин – үҙенсәлекле шиғриәте менән башҡорт әҙәбиәтенә килеп ингән шағир, шул уҡ ваҡытта бик күп йәмәғәтселек башланғыстарында, бигерәк тә Стәрлетамаҡ йәштәрен, шул төбәк әүҙемселәрен ойоштороуҙа үҙен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, халҡы өсөн яуға сығырға әҙер булған егет итеп тә күрһәтте. Ул үҙенсә йәшәне, үҙ йырын йырланы. Үҙемсә булһын әле тип түгел, үҙе шундай үҙенсәлекле булғаны өсөн. Ысын тормош, ысын тойғолар менән янды, дуҫын дошмандан айыра белде, уның өсөн бер ҡасан да төҫтәр ҡатнаш булманы, һәр береһе үҙ төҫөндә, үҙ урынында ине...
Режиссер, хәтер кисәһен ойоштороуға көс һалған Радмир Дәүләтбаев был осрашыуҙы “Ҡорама” тип атап, сәхнәне лә ҡорамалар менән биҙәгәйне. Беҙ һәр беребеҙ үҙ телмәре аша Ғилман ағай хаҡындағы фекерҙәребеҙ, ижады тураһындағы ҡарашыбыҙҙы әйтеп, уның образын тыуҙырыр өсөн ҡораманы бөтөн итеп йыйҙыҡ. Үҙенең шиғыр китабындағыса, “Ямаулыҡтар”ҙағы кеүек. Ошо “Ҡорама”ны гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм.
Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов, эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, кисәлә ҡатнашырға ваҡыт тапты ғына түгел, һүҙемде әйтеп китәйем, тип килгән еренән өс сәғәттән ашыу сараның башынан аҙағына тиклем булды. Был күренеш шулай уҡ яҙыусының да, етәксенең дә булмышы хаҡында һөйләй, минеңсә.
Дәмин ЮЛАНОВ, Ейәнсура ра-йоны хакимиәте башлығы:
– Сараның ойошторолоуы тураһында ишеткәс, хакимиәт хуплап сыҡты. Үҙем дә рәсми ҡағыҙҙарҙы ситкә һалып, уның биографияһын, шиғырҙарын ҡулыма алдым. Ғилман ағай менән шәхсән таныш түгелмен, шулай ҙа ул аралашҡан кешеләрҙе беләм. Тыуған яғын, тыуған ауылын беләм. Бөгөн уның ижады менән яҡындан танышам. Ижадтан алыҫ торған кешегә тәү ҡат уҡығанда уның әҫәрҙәре аңлайышһыҙ кеүек. Икенсе ҡат уҡығанда – күҙҙән йәштәр сыға, ҡайһы саҡ йылмайып ебәрәһең.
Зәки ӘЛИБАЕВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе:
– Шағирҙар, бәхеткә күрә, бер ваҡытта ла арабыҙҙан китмәй, беҙҙең менән ҡала. Нисә йылдар, быуаттар үтһә лә, уның һүҙе, уның образлы фекере – беҙҙең менән. Бына ошо сараға йыйған өсөн, иң тәү сиратта һеҙгә – яҡташтарына рәхмәт белдерәм, сөнки шағирҙы онотмау күпселек осраҡта – һеҙҙән, икенсенән, туғандарынан тора. Беҙҙе йыйған ошо исем артабан да башҡорт шиғриәтендә яңғырап, балҡып, уҡылып торһон ине!
Азамат ЮЛДАШБАЕВ, шағир, Ғилман Ишкининды берҙән-бер дуҫы тип иҫәпләгән кеше:
– Ялған сәйәсмәндәрҙең телендә сүбәк урынына сәйнәлеп, һатлыҡ журналистарҙың теленән, компьютерынан ҡойолоп, ижадынан арзанлы ҡытай ялтырауығы һымаҡ һибелеп, һүҙҙең бәҫе бөттө. Һүҙҙең баһаһы төштө, һүҙҙең ҡото китте. Бөгөн, бер йырсы әйтмешләй, иң көслө яҡтылыҡ – ул төн һымаҡ. Иң оло тауыш – ул тынлыҡ кеүек. Тынлыҡта бөгөн мәғәнә күберәк.
Быны Ғилман аңланы, сөнки табаҡ та ғына табаҡ, үҙе әйтмешләй, ҡалыпҡа һалынған шиғырҙар урынына бер юл, ике юл, шартлай торған мина һымаҡ, һуңынан мейегә ингәс, өс-биш көндән барып етә торған фекерҙәрен яҙып ҡалдырҙы ул. Әгәр ҙә беҙ бөгөн уның яҙмышы, тормошо тура һыҙыҡ ҡына булған, бөтәһе лә ал да гөл булған икән тип уйлаһаҡ, төптө яңылышабыҙ. 1998 – 2001 йылдарҙағы “Ағиҙел” журналы һандарын асып, яҙыусыларҙың шиғриәт секцияларындағы йыйылыштарын ҡараһағыҙ, күрерһегеҙ, унда ҡабат-ҡабат һорау ҡуйҙылар: ”Ғилмандың шиғыры шиғырмы? Ундай шиғыр булырға тейешме? Сит илгә эйәреү түгелме?” Бөтәһе лә ҡабул итмәне. Ғилмандың үҙенән башҡа, уға барыбер ине. Үҙенең йырын, үҙенең көйөнә йырлап, үҙенең һүҙен әйтеп, үҙ юлынан барҙы. Башҡаларҙы ҡабатламай, үҙенең “ғилманизм”дарын барлыҡҡа килтерҙе. Әгәр ҙә беҙ Ғилмандың шиғырҙарын башҡорт шиғриәте күҙлегенән ҡарарға тырышабыҙ икән, уны аңлай алмаясаҡбыҙ. Ул бер ваҡытта ла таҡыр юлдан көтөү менән йөрөмәне, ә ситтән ысыҡ кисеп барҙы. Ул шоңҡарҙар затынан ине. Унда бүре ҡарашы бар ине, яһиллыҡ юҡ, ниндәйҙер етдилек, тәкәбберлек, ғорурлыҡ бар ине. Шул уҡ ваҡытта унда ябай, ярҙамға мохтаж ҡоралай ҡарашын, сабыйҙарса бер ҡатлылыҡты күрергә була ине. Кем бөгөн тәүлектең ниндәй мәле булһа ла, кем генә шылтыратһа ла, ярҙамға барырға әҙер? Ул бит һуңғы ыштанын сисеп бирергә әҙер ине. Уның бер ваҡытта ла бер нәмәһе лә булманы. Әгәр ҙә уға кемдер нимәлер бирһә, ул әйберҙе шунда уҡ бүләк итеп китә ине.
Уның әҫәрҙәрен тәбиғәт кеүек ҡабул итергә кәрәк. Тәбиғәттә камиллыҡ бар, тик унда тура һыҙыҡтар, симметрия юҡ. Ғилмандың шиғриәте лә шулай – унда шыҡылдап торған рифма-ритмдар юҡ, әммә тәрән мәғәнә бар. Уның шиғырҙарын ниндәйҙер симфоник әҫәрҙе тыңлаған кеүек уҡырға кәрәк. Бөгөн беренсе тапҡыр рәсми кеше – район етәксеһе Дәмин Марат улы уны телмәрендә телгә алды. Был – тарихи мәл...
Лариса АБДУЛЛИНА, Ғилман Ишкининдың рухташы, ижадтағы һеңлекәше:
– Ир туғандарым бар минең, әммә мин берәүҙең дә үҙем өсөн өҙөлөп, “һылыуым” тип торған кешене белмәйем. Ул ҡоро һүҙ түгел, ә бер эске йылылыҡ менән, һәр ваҡыт терәк, рухташ булған ағай ине миңә. Уның менән булған хәтирәләр һағынып һөйләрлек. Үҙемә булған яҡты мөнәсәбәтен әле лә тоям.
Мин уның ижады өсөн борсолмайым. Башҡорт теле булһа, Ғилман Ишкининдың ижады ла буласаҡ, һаҡланасаҡ. Ул башҡорт әҙәбиәтен яңы кимәлгә, яңы образлы фекерләүгә алып сыҡты. Уның ижады тураһында донъя кимәлендә һөйләшергә кәрәк. Был примитив әҙәбиәт түгел, ә балет һымаҡ, һайлап алынған, һирәктәр, зыялылар өсөн ижад.
Бөгөн Өфөнән юлға сыҡҡанда шундай буран уйнай. “Талбазыға тиклем барабыҙ, буран бөтмәһә – кире боролабыҙ”, – тине водитель. Мин Хоҙайҙан һорайым: “Буран, һин беҙҙе Ғилман ағайҙың яҡташтарына алып барып еткер инде. Унда беҙҙе уның ижады, рухы менән осрашыу көтә!..” Ысынлап та, Мәләүездең аръяғына сыҡҡайныҡ – тып-тын.
Уның менән бәйле һәр нәмә еңел генә хәл ителә. Шағирә Айгөл Йәмилева менән уның ижады тураһында видеофлешмоб башлап ебәрҙек, исеме лә еңел генә табылды – “Йәйәүле буран”, ыңғай ғына барҙы. Ул һәр ваҡыт ашығып йәшәне, яҡшылыҡ эшләп ҡалырға ашыҡты. Уға арналған һуңғы шиғырҙарымдың береһен “Аяҡ өҫтө” тип атаным. Уның ғүмере аяҡ өҫтө һымаҡ булды.
Бөгөнгө кисәбеҙ Ғилман ағайҙың яҡты рухына бер доға булһын. Беҙ уны шул тиклем һағынабыҙ, мин хатта кешеләрҙә уның һыҙаттарын эҙләйем, Ғилман ағайға оҡшата башлайым. Уның кеүек егеттәрсә холоҡлолар бик һирәк. Ана шундай үҙенсәлекле итеп үҫтергән тыуған яғына, тәрбиәләгән апайҙарына, осрашыуға килгәндәрҙең барыһына рәхмәт!
Айһылыу ВАХИТОВА, ҡатыны:
– Ул һәр ваҡыт ололарҙы – оло, кеселәрҙе кесе итә белде. Уның хыялы бар ине: мосолман мәхәлләһендә хеҙмәт итеү. Дингә пиар өсөн түгел, бик етди килде. Өфө эргәһендәге бер мәсеткә уны имам-хатиб итеп саҡырырға тейештәр ине, өлгөрмәй ҡалды. Үҙенең улын да күрмәй китте. Һәләк булғандан һуң донъяға килгән малайына исемде лә үҙе ҡушып китте.
Ихтирам да атаһының сифаттарын йөрөтә, атаһы кеүек шиғырҙар яҙа. Эйе, Ихтирамдың да шиғырҙары Ғилмандыҡы кеүек. Мәҫәлән, “Китаптар ҡысҡыра, сөнки улар еүеш”. Ни өсөн улай? “Кемдер сәй эсеп китап уҡыған да сәйе китапҡа түгелгән – тимәк, сәй эскәндә китап уҡырға ярамай”. Йәки “Бына таштар үҙ-үҙенә ҡайтты”. Ихтирам да атаһы кеүек символдар менән һөйләшә...
– Төрлө яҡлап ижад кешеһе булды, һәр ваҡыт ата-әсәһе, туғандары тип өҙөлөп торҙо, дуҫтары күп ине. Бала саҡта үҙенән өлкәндәр менән уйнаны һәм, ысынлап та, тәбиғәт балаһы булды.
Шәһит ҠОЛМӨХӘМӘТОВ, Ғилман Ишкинин менән өс йыл бергә йәшәгән бүлмәләше:
– Минең уның кешелек сифаттарына айырым баҫым яһағым килә. Ул ҡолас ташлап йәшәне. Бер ниндәй ҙә кәртәләргә һыймаған кеше ине. Уйлағанын һәр ваҡыт әйтер, шуның өсөн дәрестән дә ҡыуылып сыҡҡаны булды, артынса мин дә ҡыуыла торғайным. Әммә бер ҡасан да үҙ һүҙенән ҡайтманы. ”Рамаҙан” йырының яҙылыу тарихы күҙ алдымда барҙы.
Йырға ғашиҡ кеше булды, башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара ине. Бер кисте бушҡа үткәрмәй, өс йыл эсендә төрлө сараларға-концерттарға йөрөнөк...
Ғайса ИШМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:
– Ғинуар айы етһә, йөрәгемә урын тапмайым, Ғилмандың әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡыйым. Уның әҫәрҙәре уҡыған һайын төрлөсә ҡабул ителә. Бер яҡтан ҡараһаң, ижады башланғысында Рәми Ғарипов, Рәшит Назаровтың ижадына оҡшап китә. Телмәрендә лә ҡайһы саҡ ниндәйҙер үкенес ноталары ишетелеп китә торғайны.
Иң һуңғы осрашыуыбыҙ 2007 йылда Өфөлә булды. Мине Ағиҙел буйына алып төштө. Аҡсам булһа ла, миңә һый алып бирҙе, икәүләп һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул ваҡытта спиртлы эсемлектәр эсмәй ине. Мин һыу инәм, ул яр ситендә бала шикелле ҡыуанып ултыра, көлә ине. Бер фатирға ремонт эшләп йөрөгәндәр, мине шунда алып барып, дуҫтары менән таныштырғыһы килде. Үкенәм шунда бармағаныма. Икенсе үкенесем: уны ерләүҙә ҡатнаша алманым. Уны рус яҙыусыһы Василий Шукшинға оҡшатам, “Калина красная” фильмын ҡараған һайын, Ғилман күҙ алдына килә лә баҫа.
Ғилман ағайҙың ҡыҙы Айһылыу килә алмаһа ла (ул әсәй булырға йыйына ине, бына ҡыҙҙары тыуҙы!), тормош иптәше, актер Шәһит Хамматов менән видеомөрәжәғәт аша кисәгә йыйылғандарға оло рәхмәтен һәм сәләмдәрен еткерҙе.
Сибай ҡалаһынан Насип Һаҡмаров – Ғилман Ишкининдың интернатташ дуҫы. Бергәләп ҡурай уйнарға өйрәнеүҙәрен, спортта ла ҡаҙаныштары булғанын иҫкә алып, уға бағышлап яҙған шиғырын уҡыны.
Кисәлә шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән бик күп йырҙар яңғыраны: уларҙы “Рух” төркөмө, Морат Оморҙаҡов, Радмир Дәүләтбәков, район мәҙәниәт йортоноң “Яҙ гөлдәре” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡарҙы, “Рамаҙан” йырын “Уралтау” этно-төркөмө егеттәре Тимур Йәнсурин һәм Илгиз Ваһапов ишеттерҙе. Нәжип Юлдашбаев “Күршелә туй” йырын яңы ғына яҙҙырыуҙарын, уны шағир үҙе иҫән саҡта башҡарып булмауын үкенес менән билдәләп, улы Ихтирамға бағышлап йырланы. Шулай уҡ Ғилман ағайҙың шиғырҙарын, уның үҙенсәлекле ижадын сәхнә түренән Гөлбаныу Исмәғилева, Юлай Арыҫланбаев, Радмир Абдуллин һәм уҡыусылар – Ильяс Ваһапов, Камил Рахманғолов, Айзидә Йылҡыбаева уҡыны.
Уның кеүек кеше ҡартайып, ыңғырашып та үлмәҫ һымаҡ ине. Ижадындағы һымаҡ, үлемендә лә ниндәйҙер бер шағирлыҡ бар кеүек. Әсәһенең хәлен белешергә ҡайтып барғанда, үҙенең шиғырындағы һымаҡ, ҡарлы-йырлы буран араһына инеп хушлашты ул беҙҙең менән. Ул хатта мәшәҡәт тыуҙырмай ғына китте, үҙен әллә ҡайҙарҙан алып ҡайтырға ла кәрәк булманы, тыуған еренә ҡайтып еткәйне инде. Нисектер бөтәһе лә егеттәрсә, ирҙәрсә булды. Уның рухы әле ошонда булһа, вәт, ултыралар бит әле мине данлап, тип көлөп йөрөп яталыр төҫлө...
Районда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Ейәнсура районы хакимиәте менән берлектә ойошторолған Башҡорт теле йылына һәм Ғилман Ишкинин ижадына арналған “Ҡорама” конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул шағирҙың ижадын пропагандалау, башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшөн баһалау, йәштәрҙә башҡорт һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолғайны. Ижади эштәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағирәләр Лариса Абдуллина, Айгөл Йәмилева ҡараныҡ. Еңеүселәргә һигеҙ томлыҡ һүҙлектәр, китаптар, сәғәт, таҫтамал кеүек матур бүләктәр тапшырылды. Сараны ойоштороусы режиссер Радмир Дәүләтбәков Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Беренсе урынды – Айзидә Йылҡыбаева менән Рәсүл Юлсанов, икенсе урынды – Луиза Аҙнабаева, Гөлсибәр Ҡансурина, Вәсилә Хәкимова, өсөнсө урынды Айгүзәл Аҙнабаева, Салауат Аҡъюлов, Нәзилә Хәлитова, Азалиә Ғәлина яуланы. Улар барыһы ла Ейәнсура районы мәктәбе уҡыусылары. Өлкәндәр араһында Азалиә Хәлитованың эше уңышлы тип табылды, ә Азалиә Шаһмөхәмәтова менән Гүзәлиә Ваһапова дәртләндереү бүләгенә лайыҡ булды.
Легендар “Рух” төркөмөнөң, атап әйткәндә, Ирек Атанов менән Юлай Асҡаровтың ҡатнашыуы кисәгә, әйтерһең, уҙған быуаттың 90-сы йылдары рухын алып инде. “Ҡышҡы йәйғор”, “Уралтау”, ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Айгөл Татарникова шулай уҡ Ғилман Ишкинин шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.
“Рух”тың йыры һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора:
Һанамағыҙ киткән торналарҙы,
Һанамағыҙ киткән ҡоштарҙы.
Мин дә бер ҡош, көтөп тора
Ҡанаттарҙы өтөр ҡыштарҙы...
Күмеп китһен ҡарҙар, һелкеп ташла,
Ауыр булыр бер үҙеңә улай,
Йәйәүлегә артыҡ янсыҡ та,
Тын алайыҡ әйҙә, йән сыға.
Бөткәнме ни донъя хәстәре,
Мин тыңларға әүәҫ, биллаһи.
Тик саҡырһын алға йүнле хәбәр,
Эй, ҡар яуһын, күмеп эҙҙәрҙе лә
Һәм йүгерһен буран йәйәүләп,
Ашығайыҡ ҡараңғыға тиклем,
Көтөп арыһындар теүәлләп.
Шатлыҡ та юҡ былай, ҡайғыһы ла,
Күрәһеңме, көҙҙөң бар көҙгөһө
Юҡтыр, күрергә ни, киләһең бит
Күҙҙәреңде алмай алыҫтан.
Ишетәһеңме, ҡыңғырауҙар сыңлай,
Тыңласы әле, йыйсы иҫеңде,
Тоноҡ ҡына, моңло тауыш менән
Ҡабатлайҙар һинең исемде.
Тояһыңмы, кемдер ҡыҙыҡһынып
Ала алмай беҙҙән ҡарашын,
Һинең моңһоу, ғорур сибәрлектән
Көнләшәме, әйҙә, ҡараһын.
Үҙе бәрхәт, ҡыҙыл ҡыңғыраулы,
Тәлгәш-тәлгәш сыңы, миләш бит.
Әйтерһең дә, яныңдағын түгел,
Мине, мине, ти ул, кәләш ит.
Хыялый мин, – ошо моңһоулыҡтан
Һөйләштереп өнһөҙ миләштәрҙе
Килде-китте уйҙар кисереп –
Етәкләшеп киләм көҙ менән…