Башҡортостанда тыуған Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай исемендәге премия лауреаты, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан дәүләт һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, публицист Роберт Миңнуллин 71 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, был хәбәрҙе күңелебеҙ менән кисектереп-кисектереп йәшәнек, сөнки Роберт Мөғәллим улының ҡаты сиргә ҡаршы көрәшкәнен белә инек. Әммә ул ныҡ булды, һуңғы көнгә тиклем сафта ҡалды, һәр иртәһен Инстаграмдағы дуҫтарын сәләмләү, яңы шиғырҙары, замана менән бергә килеп тыуған мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәрен уртаҡлашыуҙан башлар ине. Бер ҡасан да яҙмаларында зар, яман һүҙ, башҡаларға бәлә һалыу булманы, улай ғына ла түгел, ул һәр саҡ яҡты кәйеф, яҡшы уй, өмөт уятырға тырышты. Күңеленә яманһыу, болоҡһоу булған хәлдәрҙә лә үҙен дә, уҡыусыларын да йыуатып: “Беҙ бит көрәшселәр затынан, әле ҡулдан килгәнсә алға атлайбыҙ!” – тиер ине.
Роберт ағай Илеш районының Нәжәде ауылында тыуһа ла, үҙе Шәммәттә үҫкәс, ата-бабаларының тамырҙары ошо ауыл менән бәйле булғанға, үҙен ошо ауылдыҡы тип иҫәпләне.
Уның тәүге әҫәрҙәре “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫыла, хеҙмәт юлын да ул тыуған Башҡортостанында, Илеш районының “Маяҡ” гәзитендә башлай. Ҡазан дәүләт университетын тамамлап, ныҡлап әҙәбиәткә һәм журналистикаға аяҡ баҫа. Уҡыған йылдарында уҡ ябай, халыҡсан стиль менән яҙылған шиғырҙары менән замандаштары араһында танылыу яулай. 1970 йылда сыҡҡан дөйөм йыйынтыҡтағы шиғырҙарын уҡыусылар ғына түгел, әҙәби тәнҡитселәр ҙә юғары баһалай. Тап ул, 1972 йылда Бөтә Союз йәш шағирҙар фестивалендә ҡатнашып, Михаил Львов, Валентин Сорокин кеүек исемдәре СССР-ға билдәле яҙыусыларҙың ыңғай баһаһын ала. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеев уның ижады тураһында тәүгеләрҙән булып анализ яһай һәм әҙәбиәткә ҙур шағир килеүе хаҡында хәбәр итә.
Эйе, ул ысын мәғәнәһендә ҙур йөрәкле шағир булды. Балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңеленә килеп инде һәм “Аҡбай цирк ҡарай” (1978), “Ете ағай тай егә” (1980), “Айға остоҡ” (1982) исемле китаптары М. Йәлил исемендәге Татарстан дәүләт премияһына, Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. Уның “Малайҙар һөйләшә” тигән шиғыры үҙе генә лә – донъя балалар әҙәбиәте өлгөһө! Унда:
Әҫәрҙәге һуңғы һөйләм Роберт Миңнуллиндың ғүмерлек асылы булды. Ул ошо юғарылыҡты йыр сәнғәте өлгөләре булған шиғырҙарына алып килде. “Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтты” тигән йыры кеүек, замандаштары күңеленә килеп ингән йырҙарҙы ул һуңғы көнгәсә ижад итте. Был тиклем юғарылыҡта әсәйҙәргә дан йырлаған, һәр йыры менән ғәзиз кешенең изгелектәрен тик үҙенсә, Роберт Миңнуллинса ғына, данлаған башҡа шағирҙы белмәйем мин.
Уның ҡәҙерле кешеһе менән өлкән быуын яҙыусылары яҡшы таныш ине. Роберт ағай уларҙы тыуған яғына, Илеш районына, йыш алып ҡайтты. Әсәһе менән бергә төшөрөлгән тапшырыуҙар ҙа, яҙҙырылған аудиояҙмалар ҙа хәҙер иҫтәлек булып ҡына ҡалды. Әммә ул менән әсә араһындағы яҡты тойғоларҙы сағылдырған, өлкән бала булараҡ, һәр саҡ терәк булған Роберт ағайҙың балаларса баш эйеп йәшәй белеү мөнәсәбәте – күптәребеҙгә өлгө ул. Уның менән хушлашҡанда бер туған ҡустыһы К. Миңнуллиндың: “Беҙ уны “мулла ағай” тип йөрөттөк” тигән һүҙҙәре ағай кешенең сабыр аҡыллы булыуы тураһында ла һөйләй.
Роберт ағай тәүге йырҙары сыҡҡандан алып был жанрға хыянат итмәне. Башҡортостан йырсыһы Заһир Ҡотлосурин башҡарған “Ағиҙелдән китеп барам” тигән йыры шағирҙың аҡҡош йырылай яңғыраны. “Ағиҙелдән китеп барам, йәшлектән үтеп барам... ” тигән юлдары хәҙер бигерәк тә моңһоу яңғырай.
Баяғы балалар өсөн яҙылған шиғырындағы комбайнсы булам тигән кеүек, Роберт Миңнуллин үҙе лә әҙәбиәттең комбайны булды. Уның ижад итмәгән сәғәте, минуты булдымы икән?! Юҡтыр, үҙ ғүмерендә ул ҡулына күптомлыҡтарын алып ҡыуанған автор. Шиғриәт, балалар әҙәбиәтенән тыш, заманының күренекле публицисы ла булды. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулына ҡәләм алып, тәрән анализ менән дәүләтселек һәм халыҡ алдында ла һорауҙарҙы ҡуя белде. Депутат булып китеүе лә уның милли республикаларҙа килеп тыуған киҫкен хәлдәрҙе аңлап, хәл итеү юлдарын эҙләү менән бәйле ине. Ул ысын халыҡ депутаты булды. Хатта ана шул йылдарҙа килеп тыуған мәсьәләләр, хәл ителмәҫтәй тойолған проблемалар уны эстән ашаны, уның йөрәгенә урын таба алмаған, йоҡоһоҙ сыҡҡан төндәре аҙ булдымы ни? Нимәһе ғәжәп тә, һоҡланғыс та – ул бер ҡасан да үҙен борсоған нәмәләрҙе йәшереп ҡалманы. Ә уны тик халыҡ, тел, милли баҫма, китап яҙмышы борсоно – бына ошолар хаҡында ул асыҡтан-асыҡ Инстаграмда яҙҙы. Бер кемдән дә, бер ниҙән дә ҡурҡып торманы.
Роберт Мөғәллим улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге менән дә таныш ине, халыҡ йыйыны сараларында ҡатнашҡаны ла булды. Ул бер ҡасан да тыуған төйәге менән бәйләнешен өҙмәне. Башҡортостандағы тормошҡа ситтән ҡарап түгел, үҙе ошонда тыуған ир-егет булараҡ тойоп, аңлап, бер бөтөн булып йәшәне.
Бер мәл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Татарстан Республикаһындағы яҙыусылар менән берлектә милли мәсьәләләргә ҡағылышлы һөйләшеүҙе Дүртөйлө районында ойошторҙо. Ул сарала күршеләрҙән дә, беҙҙән дә халыҡ яҙыусылары ла, дәүләт эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты. Әммә, ни үкенес, берәү ҙә уның кеүек мәсьәләне асыҡтан-асыҡ билдәләп, хәл итеү юлы дәүләтселектең ҡарарҙарына ла бәйле булыуын әйтә алманы. Милли мәсьәләләрҙе ул исеме менән атап, хәл итеү юлдарын да күрһәтә белде, сөнки уға, элекке халыҡ депутатына, был эштәрҙең асылы яҡшы таныш ине. Һуңғы көнөнә тиклем егеттәрсә ошо мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә тырышты ул.
Яҡташыбыҙ Роберт ағай Миңнуллин тыуған республикаһы менән бәйләнешен һуңғы мәлдәренә тиклем өҙмәне. Һәр әҙәби, мәҙәни сараларға ҡайтып, яҡташтары менән тығыҙ аралашып йәшәне. Башҡортостанда йәшәгән ҡәләмдәштәре менән йылы мөнәсәбәттә булды, бик күп замандаштары хаҡында мәҡәләләр, шиғырҙар яҙҙы. Китаптары Башҡортостанда ла нәшер ителде. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уны республикабыҙ халҡы үҙ күреп, ижады өсөн генә түгел, кешелек сифаттары өсөн дә яратты. Уны ике туғандаш республика араһында дуҫлыҡ илсеһе тип атаусылар ҙа бар. Минең өсөн улай ғына түгел – ул Башҡортостандағы мәсьәләләрҙе ситтән ҡарап түгел, эсендә ҡайнап аңланы, тыуған ерен ҡырҙан түгел, эстән яратты. Үҙе әйтмешләй,
Мин йөргәнгә генә, буғай,
Уның шәжәрәһе буйынса әллә нисәмә быуыны башҡорт икәнен дә беләбеҙ, үҙе лә белде, ул хаҡта материалдар заманында “Ағиҙел” журналында ла баҫылды. Уның бер ҡасан да “мин башҡорт түгел” тип әйткәнен ишеткәнем булманы. Бер ҡасан да бер башҡортҡа ла һүҙ тейҙергәнен дә белмәйем. Шулай уҡ татарҙар менән дә. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булды. Ул – Башҡортостан халҡының да үҙ шағиры. Юҡҡа ғына 70 йәшлек юбилей кисәһе ике баш ҡалала ойошторолманы. Мин дә ҡатнашырға тейеш инем, әммә отпускта булып, ҡайтып етә алмай ҡалдым. Нишләтәһең, шулай яҙғандыр инде... Аралашып йәшәнек. Арнап яҙған шиғыры ла бер иҫтәлек булып ҡалды. Уны яратмау мөмкин түгел ине, йомшаҡ тауышы, мәрхәмәтле асылы үҙенә бик күптәрҙе тартып торҙо.
Роберт Миңнуллин – 1998 йылда Мари Эль Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шулай уҡ Төркмән-стандың “Махтумкули Фраги” миҙалы менән, Рәсәйҙәге дуҫлыҡты нығытыуға һәм дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Былар барыһы ла уның, ысын ижадсы булараҡ, мәҙәниәт, һүҙ сәнғәте, шиғриәт аша йөрәктәрҙән йөрәктәргә һис ҡаҡшамаҫ күперҙәр һалыуы, халыҡтарҙың үҙ-ара яҡты мөнәсәбәттә йәшәүенә булышлыҡ итеүе хаҡында һөйләй. Эйе, ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, иң тәүҙә изгелек, яҡшылыҡ илсеһе булды.
Һуңғы тапҡыр Мостай ағайҙың юбилей сараларында Келәштә осраштыҡ. Үҙе “фәрештәм” тип атаған Клара еңгә лә янында ине. Электән ишетеп тә үҙ-ара яҡты мөнәсәбәттәре хаҡында беләм, әммә күрешкәс, ҡатынына булған хөрмәтем тағы ла артты. Ағайҙарыбыҙҙы яратҡан еңгәйҙәрҙе яратмау мөмкинме ни?! Сабырлыҡ бирһен инде Аллаһу Тәғәлә уға. Хушлашҡанда ҡыҙы Таңһылыу: “Һеҙ халыҡ шағирын, ҙур шәхесте юғалттығыҙ. Ә беҙ яратҡан әтиебеҙ менән хушлашабыҙ... Беҙ бик бәхетле балалар булдыҡ!..”– тиеүе йөрәкте әрнетеп үтте. Ундай атайың булыу иҫ киткес ғорурлыҡтыр инде ул...
Инстаграмдағы һуңғы яҙмаһында Роберт ағай ауған олпат өйәңке һүрәтен ҡуйған да былай тигән:
“...Шулай, ағастар ҙа, дуҫтар ҙа көтмәгәндә генә ауалар ҙа китәләр шул! Һиҙмәй ҙә ҡалаһың”.
Йәнең йәннәттә булһын, яратҡан Роберт ағайыбыҙ! Аллаһу Тәғәлә һине беҙҙең аранан изге йомала алды. Йомшаҡ күңелең, йомарт асылың, ҙур йөрәгең менән беҙгә һин ысын Шағир, ысын Кеше ниндәй булырға тейешлеген күрһәтеп киттең!