Бөгөн танылған журналист, яҙыусы, тиҫтәнән ашыу китап авторы Сәлимйән Бәҙретдинов күркәм байрамын – 70 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Ижады менән хеҙмәтсән халыҡҡа дан йырлаған, ихласлығын һәм ябайлығын маяҡ итеп ҡуйып, һәр саҡ кешеләргә асыҡ күңел менән барған ҡәләм оҫтаһының ижад даирәһе ифрат киң. Уның төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған замандаштары тураһындағы һүрәтләмәләре, заманының көнүҙәк проблемаларын ҡыйыу рәүештә күтәреп сыҡҡан, ғәҙеллек төшөнсәһенә таянып, халыҡҡа хаҡлыҡ сәләмен еткергән мәҡәлә-интервьюлары, тормош асылы, мәғәнәһе, милли тамырҙарыбыҙ, ҡиммәттәребеҙ, тарихыбыҙ хаҡындағы уйланыуҙары, һутлы, халыҡсан тел менән яҙылған хикәйә-повестары, шиғырҙары, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын сағылдырған, халыҡ аҡылына таянып яҙылған әҫәрҙәре, һис шикһеҙ, башҡорт публицистикаһының йөҙөн билдәләгән ижад өлгөләре булып тора.
Сәлимйән Бәҙретдинов “Башҡортостан” гәзитенә 14 йыл ижади ғүмерен бағышлаған, үткән быуаттың 80-90-сы йылдарында баҫманың Белорет, Учалы, Бөрйән райондарындағы үҙ хәбәрсеһе булған.
Тап ошо йылдарҙа ул рухи багажының нигеҙен тәшкил иткән, хәтһеҙ йылдар үткәс тә тарихыбыҙҙың художестволы йылъяҙмаһы булып ҡаласаҡ әҫәрҙәр яҙа. Улар, республикабыҙҙың “Китап” нәшриәтендә бергә тупланып, китап итеп баҫтырылды.
Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлимйән Миңләхмәт улы Бәҙретдинов телебеҙ, уның киләсәге хаҡына һәр ваҡыт янып-көйөп йәшәне, был юҫыҡта ла бихисап эштәр башҡарҙы, проблеманы республика матбуғатында даими күтәреп барҙы, милли үҙаңыбыҙ уянған тынғыһыҙ осорҙа республиканың ижтимағи-сәйәси тормошоноң уртаһында ҡайнаны, урынлы һәм тос һүҙен әйтә белде.
Ижадсының яҡын дуҫы, курсташы, Учалы районында йәшәүсе Салауат Рәсүлев уның ошо төбәктә эшләгән йылдары хаҡында бына нимә ти: “Минеңсә, махсус белем алып ҡына журналист булып булмай. Һәләт тә, тырышлыҡ та, ныҡышмалылыҡ, кешеләр менән аралаша-һөйләшә белеү ҙә зарур. Быларҙың барыһы ла Сәлимйән Бәҙретдиновта етерлек. Уның ихлас әңгәмәләшсе икәнлеген белеп, кешеләр хәл-әхүәлен, күңелен борсоған нәмәләрҙе һөйләргә ашығырҙар ине. Башҡаларға ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы, эскерһеҙ ярҙамсыллығы, кешеләрҙең шатлығын да, көйөнөстәрен дә үҙенекеләй ҡабул итеүе менән Сәлимйән халыҡҡа һәр саҡ яҡын. Уға хис-тойғоларын йәшермәй, эс серҙәрен һөйләнеләр, кәңәш һорап хаттар яҙҙылар, фатирына килеп, оҙон-оҙаҡ һөйләшеп, күңелдәрен бушатып ултырҙылар. Ул Учалы ҡала һәм районының йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнашты, бер мәл хатта башҡорт милли үҙәгенең рәйесе вазифаһын да башҡарҙы. Рухташтары Мәүлит Ямалетдинов, Таңсулпан Ғарипова, Рәсих Сәләхов (партия һәм мәғариф хеҙмәткәре, мөхәррир), Әлим Зарипов (тарихсы), Гөлдәр Моратова (мәҙәниәт министры урынбаҫары) һ.б. менән берлектә Учалыла үҙаллы башҡорт гәзитен – “Яйыҡ”ты сығарыуға, ҡалала башҡорт гимназияһын асыуға, “Өлкәр” журналын нәшер итеүгә, филармония, шулай уҡ сәнғәт училищеһының фольклор бүлеген, Башҡортостан Яҙыусылар союзының Учалы бүлексәһен булдырыуға ҙур өлөш индерҙе, фекерҙәштәре менән авторҙаш булып, “Учалы” тигән китап сығарҙы, халыҡтың үҙаңын уятыуға булышлыҡ итте“.
Сәлимйән Бәҙретдинов оҙаҡ йылдар “Ватандаш” журналында ла эшләне, ҡәрҙәштәребеҙҙе, милләттәштәребеҙҙе генә түгел, башҡа халыҡтарҙы ла башҡорт донъяһы, рухи офоҡтарыбыҙ, мираҫыбыҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, башҡорт фиғеле, булмышы менән таныштырыу өсөн күп көс һалды.
Хөрмәтле Сәлимйән Миңләхмәт улы! Һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлап, һүнмәҫ ижади ҡомар теләйбеҙ. Бәрәкәтле, ырыҫлы тормошоғоҙҙоң ҡыуаныстарын яҡындарығыҙ менән бергә кисереп, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ, халҡыбыҙҙы яңынан-яңы әҫәрҙәр менән шатландырығыҙ!
Фото Сәлимйән Бәҙретдиновтың шәхси архивынан.