Башҡорт һәм татар эстрадаһында Радик Юлъяҡшин тигән феномен йәшәй. Йырсы үҙе быға тыныс ҡарай һәм был морон сөйөп йөрөр өсөн сәбәп түгел, тигән фекерҙә.
Радик башҡарған һәр йыр популяр булып китә, тиергә була. Ә бына танылған йырсы һеҙ яҙған йырҙы башҡарһын өсөн уның янына килергә йә иһә йыр тексын электрон почтаһына ебәреү ҙә етә.
- Миҫал өсөн концертта танышырға килеп, мин шундай йыр яҙҙым, тип тәҡдим итеүселәр бар. Ҡайһы берҙәре тексын электрон почтаға юллай. Кеше ғүмере буйына йыр яҙмаҫҡа мөмкин. Ә бында бер тапҡыр яҙа һәм... эше һәйбәт килеп сыға. Беҙҙең йырҙар араһында бөтөнләй уйламаған кешеләр тарафынан ижад ителгәндәре бар, - ти Радик.
Шуны әйтергә кәрәк, Юлъяҡшин янына бындай тәҡдим менән килгәндә, йырсының һаҡсылары уның янына бер һүҙһеҙ ебәрәсәктәр. Һәр хәлдә, Радик үҙе шулай ти.
- Тыныс ҡына һөйләшкән кешегә бер нимә лә әйтмәй улар. Етди, мәҙәниле кешегә бер кем дә бер һүҙ әйтмәй. "А-а-а!" - тип йүгереп килгән ҡыҙҙар, фанаттар була. Егеттәр шуларҙы тыйыр өсөн генә. Элегерәк мин ундай ҡыҙҙарға үҙем дә ауыҙ асып ҡарай инем, хәҙер иһә ғәҙәти хәл булараҡ ҡабул итәм. Өйрәнелде, - ти ул.
Барлыҡ ижади кешеләр кеүек үк, Радик та бөтөнләй үк “ер кешеһе” түгел.
- Ижади кеше хыялый булмаһа, йыр тыумай. Тыныс ҡына йәшәү ҡыҙыҡ түгел бит. Танылған кеше булыу өсөн миңә тырышлыҡ ярҙам итте. Эш һөйөүсәнлек һәм тырышлыҡ. Минән һорағандары бар: талантлы булыу кәрәкме, әллә эш һөйөүсәнме? Минең уйлауымса, күберәк эште яратыу кәрәк. Талант та булырға тейеш. Арабыҙҙа талантлы, әммә эшләргә яратмай торған кешеләр күп. Минең дуҫтар араһында ла шундайҙар шаҡтай, - ти йырсы.
Артист өсөн продюсер менән хеҙмәттәшлек итеү зур роль уйнай.
- Минең өсөн был бик уңайлы. Һәр бер артистың шулай булырға тейештер. Мин ҡәтғи рәүештә продюсер менән генә эшләгеҙ тип әйтмәйем. Миңә шулай эшләүе рәхәт. Ул үҙ эшен эшләй, мин - үҙемдекен, - тип тәжрибә уртаҡлашты Радик.
Кумирҙарына килгәндә, Радик бала ваҡытта актер Джеки Чанға мөкиббән булған. Йырсыларҙан иһә күберәк Көнбайыш артистарына өҫтөнлөк бирә.
- Карантин ваҡытында төрлө-төрлө легендар артистар хаҡында кинолар ҡарайым. Ҡыҙыҡлы фильмдар күп. Әле минең өсөн идеаль ваҡыт. Ҡунаҡтар килмәй, мин гел студияла ултырам, йырҙар яҙам, берәү ҡамасауламай, - ти сәхнә йондоҙо.
Радик Татарстандың, Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең ҙур залдарында һигеҙәр мең кеше йыйып, концерттар ҡуйҙы. Был, билдәле, ҙур физик һәм рухи әҙерлек тә талап итә торған ғәмәл.
- Концерттарҙан һуң ныҡ арыйым һәм тормайынса бер сәғәт ятып торам. Әммә арыу икенсе төрлө... бик рәхәт, - тип хистәре менән бүлешә артист.
Йырсы булмаһа ла, Радик юғалып ҡалмаҫ ине, моғайын. Башҡа өлкәлә лә һәләттәре юҡ түгел. Үҙе лә һис юғы эшҡыуар булыр инем тип фаразлай.
- Артист булмаһам, эшҡыуар булыр инем. Минең һөйләшә белеү һәләтем бар. Йырламаһам да, үҙемде башҡа өлкәлә табыр инем. Әммә ауылда йәшәй алмаҫ инем, сөнки мин “көслө ағым”ға күнеккән. Аралашыуһыҙ мин аҡылдан шашыр инем. Ауылда йәшәүселәр иһә икенсе төрлө уйлай: ҡалала тынғыһыҙ, тиҙәр. Минең яратҡан ҡалам — Мәскәү. Ундағы тормош тиҙлеге миңә оҡшай, - ти артист.
Беренсе ҡарашҡа бик тәртипле, тәрбиәле күренгән йырсының да үҙенә оҡшамаған сифатлары бар икән.
- Ҡайһы саҡ мин бик дорфа. Уны кешеләр күрмәй. Был минең эштә генә сағыла. Асыуланғанда минең йөҙөм шунда ук ныҡ үҙгәрә. Минең бер-ике әйтеүем етә, шунда уҡ аңлашыла. Ун тапҡыр әйтергә яратмайым. Миндә бөтә насарлыҡтар ҙа аҙ-аҙлап бар. Мин идеаль түгел. Оялған ғәмәлдәрем дә бар. Хәҙер инде үҫеп еткән, барыһын да аңлай торған егет кеүекмен, әммә ваҡ-төйәктә яңылышлыҡтар булғылай, - ти Радик.
Йырсының шәхси тормошона килгәндә, уның осрашып йөрөгән ҡыҙы бар. Йәш ваҡытта Радик та, башҡа егеттәр кеүек үк, ҡыҙҙар өсөн һуғышҡылаған икән.
- Бигерәк тә ауылға ҡайтып йөрөгәндә төрлө хәлдәр була ине. Һуғыштым да, хатта танауымды һындырғандар ине, - ти йырсы.
Йырсы Аллаға ышана, әммә әле ураҙа тоторға әҙер түгел.
- Аллаға ышанам. Уның менән үземсә бәйләнештәмен. Ураҙа тотҡаным юҡ, пенсияға сыҡҡас тотормон. Минең күп дуҫтарым тота. Бының өсөн өлгөрөп етергә кәрәк. Ауыр ваҡытта дуҫтарыма йә иһә йөрөгән ҡыҙыма шылтыратам. Әммә башҡалар ундай көндәр хаҡында белмәй һәм белмәйәсәк тә. Мин кешеләргә ыңғай хистәр генә алып килергә тейеш, - ти Радик.