Шәхестәр
13 Мая 2020, 10:15

“Эйе, миңә бөгөн 28...”

Үҙемдә күпкә ышаныс артҡанын тоям. Ҡайһы бер ҡурҡыуҙарымды еңдем. "Әгәр былай булмаһа..." тигән уйланыуҙарҙан арынып, күберәк эшләй башланым.

Бынан биш йыл элек Омск ҡалаһында казарма емерелеп төшкәндә мөғжизә менән иҫән ҡалған, әммә ике аяғын юғалтҡан Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевте хәҙер белмәгән кеше юҡ: ул социаль селтәрҙәрҙә блогтар алып бара, үҙе ише ауыр хәлдә ҡалғандарға ла, һау-сәләмәттәр өсөн дә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.
Бөгөн иһә ул ҙур байрамын – тыуған көнөн билдәләй. Ҡотлауҙар донъяның төрлө мөйөштәренән яуа, ә Рөстәм үҙе бына нимә тип белдергән:
“Бынан бер йыл элек үҫмерҙәр миңә “һеҙ” тип мөрәжәғәт итә, тип яҙғайным. Тимәк, мин – улар өсөн ағай, өлкән кеше. Бына шулай: 365 көн эсендә мин балалар күҙендә генә үҫмәнем. Үҙемдә күпкә ышаныс артҡанын тоям. Ҡайһы бер ҡурҡыуҙарымды еңдем. "Әгәр былай булмаһа..." тигән уйланыуҙарҙан арынып, күберәк эшләй башланым. Нимәгә уйланырға, әгәр барыһы ла бар икән?”
Мин үҙемде ысынлап өлкән итеп тойҙом. Бәләкәс ҡыҙымды ҡулыма алғанда... Беренсе тапҡыр диңгеҙ күргән әсәйҙәрҙең бәхетле тауыштарын ишеткәндә... Директта, үҙем дә белмәйенсә кемгәлер ярҙам иткәнде уҡығанда...
Эйе, миңә бөгөн 28. Мин тормошҡа рәхмәт әйтә һәм алда тағы ла күберәк ғәмәлдәр көтөүенә ышанам...”
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм тормошондағы оло фажиғәнән һуң һынмаған, спорт менәнә шөғөлләнеп, Рәсәйҙең “Феникс” следж-хоккей командаһы составына ингән, яратҡан ҡыҙына өйләнгән, парашюттан һикерергә тигән хыялын тормошҡа ашырған, ике бала атаһы булған Рөстәмгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Фото: геройҙың шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас