Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Йөрәгемде сардар итеп хисем,
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!
Батырҙары булған илемдең тип,
Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәмен һуҙа фарманы.
Ауазыңды эҙләп, Батыр, илдең
“Салауат!” тип йырлы исемеңде
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман
Таңдарым да минең – Салауат ул!
Ай-йондоҙло төнөм – Салауат!
Төштәремдең изге яугире лә,
Ҡотло көнөм – өнөм – Салауат!
Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә!
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште!
Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Яҡты доғам минең – Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына,
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына
Барып етһә ине был аят!..