Шәхестәр
16 Июня 2020, 08:00

Батыр исеме төрлө телдәрҙә яңғырай

Салауат Юлаев образы - республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символы.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 266 йыллығы быйыл да, эпидемия шарттарында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, республикабыҙ кимәлендә киң билдәләнә. Сараларҙың күпселеге онлайн тәртибендә үтһә лә, байрамды ойоштороусылар уны күңелдә мәңгегә ҡалырлыҡ итеп, батырҙың тормош юлына, халыҡ тарихына байҡау яһап, иҫтәлекле презентациялар үткәрә алды.
Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡ Шишмә ауылындағы Сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге лә милли геройыбыҙҙың тыуған көнөн үҙенсәлекле онлайн-презентация менән билдәләне. Ул сыуаш телендә балаларҙың батырға арналған йыры менән башланды. Һыуыҡ Шишмә халҡының 92 процентын сыуаштар тәшкил итә.
Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Светлана Матвеева видеотаҫманы башҡорт халҡының милли батырының тормош һәм көрәш юлын аңлайышлы һәм йөкмәткеле итеп күрһәтеүгә йөрәк йылыһын һалған. Батырҙың исеме төрлө телдәрҙә яңғырауы, төрлө милләттәрҙең башҡорт халҡы батыры хаҡында күберәк белергә тырышыуы күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Салауат Юлаев образы - республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символы, уның исемендәге орден һәм дәүләт премияларына лайыҡ булғандар үҙҙәрен иң бәхетле кеше итеп тоя торғандыр.
Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылы әүҙемселәре “Салауат Юлаев - үҙ халҡының данлы улы” тип аталған хикәйә аша яҡташтарына батырҙың рух ныҡлығын, ижади байлығын еткерергә тырышты. Ә Ғафури районында “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған “Һин беҙҙең күңелдәрҙә, Салауат!” тип аталған онлайн-презентация үткәрелеүе көтөлә.
Фото:Forexdengi.ru.
Читайте нас