Беҙҙең халыҡта “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр” тигән бик матур әйтем бар. Кешенең йәмғиәттә тотҡан урынына, дәрәжәһенә, ил-көн алдында ҡуйған хеҙмәтенә, ғаиләһенә, туғандары, дуҫтары алдындағы абруйына ҡарата ла әйтелә ул. Шундай абруйлы шәхестәрҙең береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почетлы гражданы, Шайморатов ауылының башланғыс ветерандар ойошмаһы рәйесе, имам-хатип Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы Ниғмәтуллин.
Эйе, бөгөнгө һикһәндән уҙғандарҙың яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы һәм ул килтергән ауырлыҡтар, фажиғәләр менән бергә үрелгән. Әгәр һин һуғыш осоро балаһы икән, тимәк, әҙәм балаһы күтәрергә мөмкин булған барлыҡ ауырлыҡтарҙы, интегеү-кәмһенеүҙәрҙе, етемлек әселәрен татып та, үҙеңдә шуларҙы еңеп сығырлыҡ көс тапҡан, тормошҡа мөкиббән кешеһең, тигән һүҙ. Әфҡәт ағай ҙа шундайҙар иҫәбендә. Бәләкәй сағынан эшкә егелеп үҫкән егетте тормош юлында осраған ауырлыҡтар ҡурҡытмай, киреһенсә, уны һынауҙарға бирешмәҫкә өйрәтә, тормошта үҙ урыныңды тырыш хеҙмәт менән генә табыу мөмкин булыуына инандыра.
Бөгөн уҙған ғүмер юлына күҙ һалып, Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы, ғүмер заяға уҙмаған, тип ышаныслы әйтә ала. Халыҡ араһындағы абруйы ла шул турала һөйләй.
Сығышы менән ул Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан. Ялан аяҡлы бала сағы шул урман-таулы яҡтарҙа үткән. Атаһының әрмегә киткәнен насар хәтерләһә лә, ул ваҡытта биш йәш тә тулмаған баланың, һеңлеһе Әлфирә менән әсәһенең итәгенә йәбешеп, атаһын оҙатҡан минуттар күңеленән юйылмай. Атаһы, тиҙҙән хеҙмәтен тултырып ҡайтам, тип торғанда ғына һуғыш башлана – ул тәүгеләрҙән булып илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә китә.
Шул уҡ йылда ете йәшлек малай мәктәпкә уҡырға төшә. Отҡорлоғо, тырышлығы менән айырылып торһа ла, уҡыуын дауам итә алмай. Тормоштары ауырайғас, әсәһе уларҙы үҙенең тыуған ауылы Үзбәккә алып ҡайта. Унда ла уларҙы ҡосаҡ йәйеп көтөп тормайҙар. Кескенә Әфҡәт әсәһе менән бәләкәй сана тартып урманға утынға йөрөүҙәрен әле лә онота алмай. Бер санаһы үҙҙәренә булһа, икенсеһе – кешегә. Нисектер тамаҡ туйҙырырға ла кәрәк бит. Ярты силәк туң бәрәңге хаҡына ҡышҡы һыуыҡ бурандарҙа ла Әфҡәт кемгә утын киҫә, кемгә башҡа эштәрҙә булыша. Билдән ҡар ярып, урман юлын тапауҙарын нисек онотһон инде! Бына ҡайҙан килә ул утын, ут, ғөмүмән, тормош ҡәҙере.
...Балалар тыуған йортон һағына. Күпмелер ваҡыт йәшәгәндән һуң үҙ ауылдарына ҡайтырға ҡарар итәләр. Тәҙрәләре ҡаҙаҡланған, һалҡын йорт ҡаршы ала уларҙы. Ярай күршеләре ярҙам итә. Бер аҙҙан ауырлыҡтар аша булһа ла, Әфҡәткә уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге тыуа. Йәй етеү менән тормош та бер аҙ еңеләйгән төҫлө.
Бер көн фронттан яраланған атаһы ҡайтып төшә. Аяғына пуля тейеп, оҙаҡ ҡына Ҡазан ҡалаһында госпиталдә ятҡан Мәүлинбирҙене, ғаиләһен күреп килһен тип, бер нисә айға ауылға ҡайтаралар.
Ураҡ ваҡыты. Бер кем дә эшһеҙ тормай. Ике көн ял итә лә алмай, сатанлап булһа ла колхозға эшкә сыға. Повестка килеү менән яңынан фронтҡа китә, әммә шул китеүҙән балалары, Зәлифәһе янына кире ҡайтыу насип булмай. Бәләкәй ҡыҙы Сараның тыуыуы тураһында белмәй ҡала. Күп тә үтмәй, уның һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ ғына килә.
– Ауырлыҡтарға нисек түҙгәнбеҙҙер? Аслыҡтан шешенеп, аяҡтар салбарға һыймай. Күршеләге Евдокия апай беҙҙе йәлләп ашатҡылай ине. Хәлебеҙҙең бик ауыр икәнен күреп, бер көн аш ашарға саҡырҙы. Сара һеңлемде күтәрҙем дә ике өй аша ғына йәшәгән күршемә инеп киттем. Алабутанан бешергән аш бик тәмле тойолдо. “Етте, етте, күп ярамай” тиһә лә, ике генә йәшлек һеңлем аңламаған, күрәһең, – тип әсенеп иҫкә ала ул ваҡиғаны ветеран, сөнки ҡайтҡанда Сараһы уның ҡулында йән бирә.
Биш-алты йәшендә үк эшкә егелә малай. Келәттәр, тирмән, ындыр табағы урынлашҡан биләмәнең ҡапҡаһын асып-ябып тора. Хеҙмәт хаҡы ла бара: ике көнгә – бер таяҡ. Тырышлығын күргән колхоз рәйесе лә аслыҡтан интеккән ғаиләгә ярҙам итеп, малайға ярты силәк бәрәңге алырға рөхсәт бирә. Был шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәс, ҡайтып силәген ала ла бәрәңгегә китә. Инде тамаҡ туйыр тигән уйҙар менән ҡайтып барғанда, юлына ревизия комиссияһы рәйесе килеп сыға һәм бәләкәй генә Әфҡәтте бәрәңге урлауҙа ғәйепләй. “Ҡағыҙҙа ярты силәк тиелгән, ә һин тултырып алғанһың”, – тип малайҙы колхоз идаралығына алып китә. “Ҡарағыҙ, бәрәңге туң, батҡаҡҡа ҡатҡан бит, таҙартһаң, ярты силәк тә ҡалмай”, – тип аңлатҡас ҡына, ҡайтарып ебәрәләр сабыйҙы.
Әсәһе лә ауырып тора, шуға күрә мәктәптә уҡыу менән бер рәттән ғаиләһен ҡарау ҙа Әфҡәттең иңдәренә ята. Күрше Сәйетбаба ауылына йөрөп уҡый. Ҡайтышлай урманда ағас әҙерләй. Яйлап, әрмегә киткәнсе, йортто тәртипкә килтерә. Өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, белемен дауам итеү теләге менән яна. Әммә колхоз рәйесе уны эшкә саҡыра. Ураҡ ваҡытында комбайнсы булып эшләгәндән һуң уға ферма мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Бер аҙ ҡурҡып торһа ла, етәксенең һүҙен кире ҡаға алмай, етмәһә, курсҡа уҡырға ебәрергә лә вәғәҙә бирә.
Ауыр хәлдә ҡалған һөтсөлөк фермаһын ҡабул итеп ала егет. Иң тәүҙә нисә йыл буйы ремонт күрмәгән бинаны төҙәтергә ҡарар итә. Етәксе шунда егеттең тырыш, булдыҡлы булыуын күреп, был вазифаға тәғәйенләүенә һөйөнөп бөтә алмай. Йәш егеттең бар ваҡыты эштә үтә, шул тиклем сәмләнеп тотонғас, бөтәһе лә ыңғай ғына бара. Үҙгәрештәр күҙгә күренерлек – ферма яңыра, эшселәргә ял итеү өсөн ҡыҙыл мөйөш барлыҡҡа килә, һауым да арта. Колхоз рәйесе лә һүҙендә тора, Ниғмәтуллинды Талбазыға оҙайлы курсҡа уҡырға ебәрә.
Уҡыуын тамамлап ҡайтыу менән бригадирлыҡ эшенә тәғәйенләйҙәр. Агроном булып та эшләй, колхозда партия ойошмаһы төҙөй һәм уның секретары итеп ҡуялар. Ғөмүмән, ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән башҡара. Шуға 26 йәшендә колхоз рәйесе булып китеүенә ғәжәпләнәһе лә түгел.
Ярты йыллыҡ, һуңынан бер йыллыҡ курстарҙа уҡып, байтаҡ һөнәр үҙләштерә. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала. Ғаиләһе өсөн һөйөнөп бөтә алмай, өс ҡыҙы үҫеп килә. Эштәре лә көйлө бара, халыҡ етәксене хөрмәт итә.
Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай икән шул. “Бәлә аяҡ аҫтында”, “Бәлә яңғыҙы йөрөмәй” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Әфҡәттең дә тормошонда ҡара һыҙат башлана. Бәрәңге ултыртҡан ваҡыт, ауыл ерендә, билдәле булыуынса, күршегә ярҙам итеү фарыз. Тормош иптәше Нәрисә лә күршеләренә ярҙамға ашыға. Эш күңелле бара, бураҙна буйлап осаһың ғына. Әйләнеп ҡараһалар... Нәрисә бураҙнаға ауған. Күрмәйенсә, уны трактор бәреп киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ дауаханаға илтһәләр ҙә, ҡотҡарып ҡала алмайҙар...
Береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙын етәкләп тороп ҡала Әфҡәт. Тормош шулай ҡоролған: ҡара буйҙан һуң ағы килә, бер аҙ түҙемле булырға, сабыр итергә генә кәрәк. Әфҡәт Мәүлинбирҙе улы ғүмер юлында Рима Хәйбрахман ҡыҙын осрата. Уның – ике, үҙенең өс балаһын бер ғаиләлә тигеҙ итеп, пар ҡанат аҫтында ел-ямғыр тейҙермәй тәрбиәләп үҫтерәләр.
Бөгөн улар – ата-әсәнең ышаныслы терәге. Ҡыҙҙары Лилиә – юғары категориялы табип-кардиолог, Өфө ҡалаһындағы дауаханаларҙың береһендә хеҙмәт юлын үтә. Хәмдиә – Мәләүездә, санитар-эпидемиология үҙәгендә эшләй. Роза хаҡлы ялға сыҡҡансы “Башэнерго”ла яуаплы вазифа башҡара, бөгөн иһә ваҡытлы матбуғат таратыу белән шөғөлләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ниғмәтуллиндар ғаиләһен дә бала ҡайғыһы урап үтмәй – бер улдары һәм бер ҡыҙҙары яҡты донъянан фажиғәле рәүештә бик иртә китеп бара. Был яра бөгөн дә төҙәлмәй, ләкин ветерандарға көндәлек эш, бер-береһен даими хәстәрләү, балаларының, ейәндәренең һәм бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәте бер аҙға булһа ла уны ҡайғыларынан арынырға ярҙам итә.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ул Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй. Алыҫ 1977 йылда “Урал” колхозына участка начальнигы булып эшкә урынлаша. Унда уны ихлас ҡабул итәләр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул бында ла яҡшы эштәр күрһәтеп өлгөрә. Ун йылға яҡын эшләгәндән һуң, Әфҡәт Мәүлинбирҙе улын Шайморатов исемендәге колхозға саҡыралар. Күпмелер ваҡыттан һуң уны был ҙур хужалыҡтың рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бында ла абруйлы, үҙ кеше булып китә. Хужалыҡ күрһәткестәрен арттырыу, халыҡтың тормош-көнкүрешен лайыҡлы итеү, шул иҫәптән ауылға газ индереү өсөн күп көс һала.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, әүҙем тормош алып бара. Башланғыс ветерандар ойошмаһына етәкселек итә, урындағы мәсеттең имам-хатибы вазифаһын башҡара, барлыҡ йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Бындағы байтаҡ дини, мәҙәни сараларҙың башлаусыһы ла ул. Осрашыуҙар, саралар ойоштороу ғына түгел, кәрәк икән, сәхнәгә күтәрелеп йыр ҙа башҡара. Бер нисә йыл элек ауылдағы боронғо шишмәне (хәҙер ул Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә) тергеҙеү эшенә тотона. Уның был башланғысын ауыл Советы хакимиәте, урындағы хужалыҡ та хуплай һәм бар яҡлап ярҙам күрһәтә.
Бөгөн шишмәнең шифалы һыуын шайморатовтар ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да килеп алалар. Был уның изге эштәренең береһе генә, ә уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ғөмүмән, изгелек ҡылыу, ярҙам итеү кеүек төшөнсәләр – Әфҡәт Ниғмәтуллиндың тормош девизы, тип ышаныслы әйтергә була.
– Башҡарған хеҙмәтең үҙеңә һәм тирә-яҡтағыларға бәхет өҫтәй, һин үҙеңдең уларға кәрәклегеңде тойоп йәшәйһең икән, тимәк, ғүмерең заяға уҙмай, – ти ветеран.