Һәр дәүер ижадсыларын үҙенсә баһалай. Әгәр заманында Аҡмулланың, Ш. Бабичтың, Р. Ғариповтың шиғырҙарын милләттәштәребеҙ яттан һөйләһә, яҙғандары телдән-телгә күсеп йөрөһә, беҙҙең осор башҡасараҡ. Бөгөн ян-яҡлап төрлө мәғлүмәт ағылғанда, ысын ижадсыға уҡыусыһын юғалтмаҫ өсөн ғәҙел, ихлас һәм юғары, халыҡсан маҡсатлы, ниндәй генә ауыр хәлдәрҙә лә маяҡтарға тоғро ҡалыу мөһим!
Бөгөн әҙәбиәт тә бит фольклорҙан, ауыҙ-тел ижадынан айырылып, яңы киңлектәр яулай. Был, үҙ сиратында, халыҡ ижады һәр заманда һүҙ сәнғәтенең нигеҙе булып ҡалыуы хаҡында һөйләһә, шул уҡ ваҡытта заманды, кешеләрҙең күңел донъяһын, эске кисерештәрен сағылдырыу менән бергә юғары зауыҡлы уҡыусыға тәрән тойғоло әҫәрҙәр тәҡдим ителә.
Тамара Ғәниева – тап ана шундай тәрән фекерле, иҫ киткес нескә хисле, киң ҡоласлы ижадсы. Ул “Ҡыпсаҡтар”, “Арҡайым” поэмалары аша башҡорт милләтенең боронғо тарихынан шәп сәнғәт әҫәре тыуҙырҙы. Уның ғүмер юлы ла, йәшәйеше лә халҡы менән бергә. Шағирә – республикала ғына түгел, донъяла барған хәл-ваҡиғаларға үҙ фекерен, ҡарашын белдереп килгән әҙибә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Башҡортостандың киң тармаҡлы мәғлүмәт сығанаҡтары аша ул милләтебеҙҙең танһығын ҡандырыр шиғырҙар, поэмалар ғына яҙып ҡалманы, ә мәҡәләләре, радиотапшырыуҙары аша халыҡтың тын алышын, талабын юғары даирәләргә еткерҙе.
Тамара Ғәниева – милли шағирә. Уның яҙғандары аша милләтебеҙҙең, айырым атап әйткәндә, ҡыпсаҡтарҙың киң ҡарашын, йыһан илселәре булып йәшәгән халыҡтың романтик рухын тояһың. Тамырҙарға тоғролоҡ, шул ваҡытта ысынбарлыҡ менән хыял араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡта ла хыялға тоғро булып ҡалыу – уның лирикаһының асылы.
Мөхәббәт лирикаһында ла шағирә үҙенең боронғо рыцарына тоғро ҡалып, ул донъя, ил яулаған арала ҡәүеменең бөтөнлөгөн, именлеген ҡурсалаған берсә ҡыйыу, берсә үтә лә хисле зат булып күҙ алдына баҫа. “Мөхәббәткә генә ышанам” китабы ла ана шундай моңсол шиғырҙарҙан тора.
Тамара Ғәниева тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул Фридрих Шиллерҙың “Мария Стюарт”, Альбер Камюҙың “Калигула”, Николай Гумилевтың “Древо превращений” , Лопе де Веганың “Собака на сене”, Николай Гоголдең “Ревизор”, Камил Йыһаншиндың “Скитники” , “Золото Алдана”, “Росомаха” китаптарын башҡортсаға ауҙарҙы. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеп, 2015 йылда ул иң шәп әҙәби тәржемә өсөн “Словес связующая нить” Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды. Үҙенең әҫәрҙәре лә байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән. Башҡортостан әҙәбиәтен, башҡорт шиғриәтен ситтә уның әҫәрҙәре аша беләләр. Уның яҙғандарын башҡа телдәргә, башҡа ҡитғаларға сығарыу – үҙе ғорурлыҡ! Әйҙә, һоҡланһындар – “Урал батыр”ҙы ижад иткән башҡорт бөгөн дә юғары зауығын һаҡлап, яҡшылыҡ тип ете диңгеҙ кисергә, ата-бабалары төйәген һаҡлар өсөн шағирҙарса мәңгелеккә күсергә лә әҙер, тиһендәр!
Тамара Ғәниева – философ шағирә. Эйе, үҙе әйткәнсә, ул ижадында берсә Күктең етенсе ҡатына күтәрелеп ҡыуана, упҡындарға ишелеп төшөп, ҡайғыға бата, һәр күҙәнәге менән донъяның яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында барған көрәше мәлендәге хәлдәрҙе тоя, шуларҙы һүҙҙәр аша башҡалар күрә, һиҙә алырлыҡ картиналар тыуҙыра. Уның юғары зауыҡлы ижадын аңлаған, фекерҙәрен уртаҡлашҡан милләттәштәребеҙ күп булғаны ҡыуандыра. Тамара Ғәниева үҙенең ижады менән замандаштарында шул зауыҡты тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә заманының төп фекерен, хәл-ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен тыуҙыра. “Уйсандар, һеҙгә өндәшәм!” мәҡәләләр йыйынтығында ике быуат арауығындағы ваҡиғалар, ижадташтарының портреттары образлы һүрәтләнгән.
2019 йылдың майында Тамара Ғәниеваға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был ваҡиға республикала олуғ шатлыҡ менән ҡабул ителде, сөнки шағирә ошо дәрәжәгә күптән лайыҡлы ине. Ниһайәт, был награданың иҫән саҡта бирелеүенә шаһит булған милләттәштәре генә түгел, башҡа төбәктәрҙә, илдәрҙә йәшәгән замандаштар, шиғриәт һөйөүселәр социаль селтәрҙәрҙе шаулатып, ҡыуанысын уртаҡлашты, ғәҙеллек тантана итте, тигән фекерҙәр әйтте.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Тамара Ғәниева “Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том: шиғырҙар” (2018 йыл), “Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том: поэмалар, шиғырҙар” (2019 йыл) йыйынтыҡтары өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан республикабыҙҙың иң юғары наградаһына – Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Башҡортостан әҙәбиәтендә ХХ– ХХI быуаттарҙа халыҡтың үткәнен, бөгөнгөһөн, хатта ки киләсәген һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре аша тыуҙырыуға, шиғриәтте юғары кимәлгә күтәреүгә өлгәшкән Тамара Ғәниеваның йыйынтыҡтары быға, һис шикһеҙ, лайыҡлы. Ул, бары тик ул ғына!
Башҡортостандың халыҡ шағиры
“Беҙҙең яҡты бармы күргәнегеҙ?
Кешеләр бит ниндәй, кешеләр!”
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым алғыш:
Йәнем эстәрендә сүкенем дә
Күңелемдә бәпләп йөрөнөм.
Был донъяһы кемдән ҡалмаған ул?
Васыят яҙҙым ташҡа өс һүҙҙән:
“Илкәйеңә, халҡым, хужа бул да,
Телкәйеңә баш бул һәм рәхмәтле,
Ҡубарылма аслан был ерҙән!”
Ташҡайҙарға ҡарғыш яҙманым мин,
Ажар инем, бер аҙ йыуашайҙым,
Әммә башым эйелер эйелһә тик
Үҙем алғыш тигән өс һүҙгә.
Сөнки беҙгә ҡибла берәү генә –
Башҡортостан тигән Ил-Ватан.
Һелтәйҙәрме ҡамсы. Араҡыға
Тығалармы башын халҡыбыҙҙың,
Ауалармы ирҙәр ҡороҡтан, –
Сарпылыр ҙа осҡон – айнытыр.
Булһа ғына, башҡорт – халыҡтыр!
Беҙҙең яҡты бармы күргәнегеҙ?
Беҙҙең яҡта ҡара урмандар.
Ҡосаҡлашып баҫып ғәскәр-ғәскәр,
Сер-тылсымдар йыйған соғол ҡарттай,
Уйға ҡалып, һынсыл шыбырлаша
Миңә улар – яҡташ туғандар.
Беҙҙең яҡты бармы күргәнегеҙ?
Беҙҙең яҡтың һыуын, Наҡаҫын?
Мин ҡойонған наҙлы сөңгөлдәргә
Кемдәр сума икән толомдарын
Һыу ҡыҙылай сайҡап? Иҫтәлеккә
Кемдәр йыя икән аҡ ташын?
Беҙҙең яҡты бармы күргәнегеҙ?
Иңгә һалып йыла көйәнтәне
Һыуға төшкән булып, бер егеттең
Ат һуғарыр сағын күҙләп сыҡһам,
Осрашырбыҙ кеүек был юлы.
Беҙҙең яҡты бармы күргәнегеҙ?
Беҙҙең яҡта төндәр салт аяҙ.
Ҡайындарҙың микән аҡ быуынан,
Йондоҙҙанмы былай нур түгелә?
Тик шуныһы: бүтән бер ерҙә лә
Күргәнем юҡ бындай тын кистәрҙе,
Күңелдәрҙе арбай моңло наҙ.
Беҙҙең яҡты бармы күргәнегеҙ?
Кешеләр бит ниндәй, кешеләр!
Таһыллыҡта, эштә, бәйгеләрҙә
Алдарына сығыр йөрәк кәрәк,
Ер-һыуына, үҙ-үҙенә тоғро,
Йырлы-моңло башҡорт нәҫеленән
Тыуып үҫтем инде шул яҡтарҙа –
Муйылдарҙың, һай, һауалы мәле,
Ағиҙелдә төркөм-төркөм йондоҙ
Тулҡындарға ҡунып сайҡала.
Күк сирендәр менән бәхәстә.
Ай тиклем Ай төнгө йәре – Ерҙе
Тирәктәрҙән моңло йырҙар урғый,
Сөм күктәрҙән муллыҡ түгелә.
Бойҙай шыта. Эй, тәбиғәт, миңә
Миҙгелдәрҙең, һай, һауалы сағы,
Әйләнә-йүн һиллек нурында.
Йөккә уҙған ҡатын һынында.
Дәүере ише ҡыҫыҡ залдарыңда,
Дәүере ише тәпәш бүлмәләрҙә,
Дәүере ише һүрән яҡтылыҡ.
Ҡол ҡыҙҙарҙың һығылып илауында
Сағылып китә тарих сатҡыһы.
Селтәр-селтәр мәсет, манаралар,
Ситлек ише генә хөжрәләр.
Урта быуат иҫтәлеген һөйләп,
Йәш фонтаны булып илап-көйләп,
Сабыр ғына яҙмыш һөрәләр.
Әллә нисә тонна келәмдәрең
Түшәмдәрҙән алып түшәлгән.
Ниндәй сәйәсәт һәм көнитмешкә
Шаһит бынау ҡомған саф көмөштән?
Кемдәр еңгән, кемдәр бирешкән?
Ике рауза Пушкин һалған килеш...
Һулытмаған гөлдө ғасырҙар.
Манаралар менән йәнәш кенә
(Манаралар ҡалай тәпәш кенә)
Теҙелешкән затлы сатырҙар.
Үҙем ише ҡатын-ҡыҙ илауы,
Быуаттарҙың сылбыр ҡол бығауы,
Ғибрәт итеп һөйләй үткәнен.
Аяуһыҙлыҡ менән гүзәллеккә
Һин мәңгелек һәйкәл икәнһең.
Күрке булдың нисә табындың?
Төймәләре бөтөн, күреге туҙған,
Бик иҫкергән баян-гармундың.
Һиндәйҙәргә өйҙөң ҡыйығында
Беләм дә бит рәхәт түгелен.
Төймәләргә баҫһам, өн сығармай,
Көй сығармай хәҙер күрегең.
Бер саҡ мин дә сыҡһам майҙандарҙан
Ғәйрәт бөтөп, китеп таҫыллыҡ,
Үҙ өңөмдә шыңшыу сығармаҫҡа
Етһен ине һинең сабырлыҡ.