Шәхестәр
18 Сентябрь 2020, 06:40

Мостай Кәримде һағынып...

Уның йөрәге аша үтте көндәр менән төндәр ыҙаны.

“Ир ғүмере – бер көн” тигән һүҙ бар. Халыҡ шулай тип раҫлағас, хаҡ һүҙҙер инде. Әгәр ки ул ғүмер шағирҙыҡы, халыҡтың Аллаһ Тәғәлә тәхете ҡаршыһындағы илсеһенеке булһа? Уй-хистәрен йөрәк ҡаны менән һуғарып, тотош ғаләмдең даһилығын да, ахмаҡлығын да, төҙөклөгөн дә, боҙоҡлоғон да үҙендә туплай алған шәхесте, нисек кенә тырышһаҡ та, бүтәндәр менән бер рәткә ҡуя алмабыҙ.


“Донъя таушалтты, шымартманы...”


Мостай Кәримдең беҙҙе ҡал­ды­рып китеүенә сентябрҙә, һары­сайҙа, ун биш йыл була. Елдәй елгән заман өсөн, елеп үткән был ваҡыт күп тә түгел һымаҡ. Бәхил­ләшеү һүҙҙәрендә, ғәҙәтләнгәнсә, Ағайҙы мәңге онотмаҫҡа тигән вәғәҙә биргәйнек. Ләкин, хәҙерге сәбәләнеүле заманда, вәғәҙә иман булыуҙан туҡтай. Хәтер барыбер тоноҡлана, кәйефтәр үҙгәрә, тор­мошобоҙҙо көндәлек ыбыр-сыбыр мәшәҡәттәр баҫа бара. Ярай ҙа, йыуанысҡа, Мос­тай китаптары өҫтә­лебеҙҙә, Мостай Кәрим исемен, ижадын, рухын мәңгеләш­тереүгә тәғәйенләнгән һәйкәлдәр, уҡыу йорттары, театрҙар, хатта караптар – күҙ алдыбыҙҙа.
Мостафа ағай (мин уға белгән­дән бирле шулай тип өндәштем) тураһында йәнә хәтер яңыртып ултырыуға сәйерһен­мәгеҙ. Был уға сикһеҙ хөрмәтемдән һәм, әлбиттә, һағыныуҙан. Сиселеп әйтеп бар­маһа ла, күптәребеҙҙең күңелендә шул тойғолар.

Шағир... Халыҡтың Хоҙай тәхете янына ебәрелгән илсеһе. Тимәк, уның да булмышы кеше зиһене етмәҫ тарафтарҙа йөрөй. Аллаһҡа хөрмәтебеҙҙе, һүҙҙән бигерәк, уй менән генә һиҙҙергән һымаҡ, шағирҙың да эске донъяһы, көнит­меше һәм мәшәҡәттәре беҙҙең өсөн күп йәһәттән ябыҡ ҡала.
Хәҙерге быуын замандаштар фекере менән үлсәгәндә, сәйер кешеләр инде беҙ. Үҙебеҙгә көн дә һабаҡ биргән мөғәллимдәрҙең ҡәҙимге бүтәндәр һымаҡ уҡ тормош алып барыу ихтималлығын күҙ алдына килтереү түгел, уҡытыусының ябай кешеләрсә шатлана һәм көйөнә алыуы, ғаиләлә үҙен нисек тотоуы, көндәлек мәшәҡәттәре беҙҙең өсөн булмаған икән дә. Ә ябай ғына һүҙҙәрҙе фекер һәм образ гөлләмәһенә әүерелдереү мөғжизәһенә эйә шағирҙар, ғөмүмән, уҫаллыҡ, көнсөллөк, түбәнселек тамыр йәйгән ошо ерҙә йәшәй аламы икән? Әллә, ысынлап та, уларҙың урыны тегендә, Тәхет ҡаршыһында ғынамы?
Шағир тәбиғәте тураһында улар­ҙы ситтән генә ҡарап хөкөм йөрөтөү дөрөҫ тә түгелдер. Ижад кеше­һенең булмышы уның әҫәрҙәрендә сағылалыр һәм ҡәләмгирҙе шәхси танып-белеүебеҙ ҙә китап аша ғына мөмкин була. Яҙыусыны осратҡан хәлдә лә, уның менән аралашыуың китапҡа иҫтәлекле имза ҡуйыу менән генә сикләнә. Һәм һүҙ сәсеүсе менән фекер ейеүсе араһында һәр ваҡыт ашатларға йөрьәт итмәҫлек сик ята.
Мостай Кәрим иҫән саҡта уның эргәһендәрәк булырға, ғәм алдында шағир менән бергә күренеп ҡа­лырға, үҙенең тоҡос ҡына фекерен Мостай аҡылы менән ҡанатлан­дырырға әүәҫтәр күп булды. Был, бәлки, гонаһ та һаналмайҙыр, сөнки Халыҡ шағирының халыҡтан айырылмай йәшәргә теләүе тәбиғи хәл булһа, бүтәндәрҙең дә яҡтыға тартылыуы ғәйеп түгелдер.

Мостай Кәрим өсөн бер кем дә вазифалы менән ябайға, мөлкәтле менән фәҡиргә айырылманы. Башына шундай уй килгән хәлдә лә, ул батырҙы бахырҙан ғына айыра торғайны. “Ғүмер миҙгелдәре” тигән китабында Мостафа ағай ипле генә бер йорлоҡ менән: “Сибәр ҡатын­дарға минең хәтер шәп”, – тип шаярта. Уның хәтере, әлбиттә, гүзәл­дәр тирәһендә генә уралып ҡал­маны, бәлки, ғаләм киңлегендәге оло мәсьәләләрҙе лә, бер кешенең кескенә йомошон да үҙенә һыйҙыра алды.


Рухыңдың сифатына һынау


Үҙемде халыҡ шағирына бик яҡын кешеләр рәтенә индереүгә йөрьәт итмәйем. Күрешкәндә “Мос­тафа Сафич” тип өндәшһәм, рәсми һымаҡ тойолдо, шуға күрә “Мостафа ағай” тиеүҙе хуп күрҙем. Оло исемдәр хужаһын әлеге ябайлыҡ кәмһендермәне шикелле. Әгәр үҙен юғарыла тип хис итһә, ағай ишек алдында сыр-сыу килеп йөрөгән бала-сағаның һәр береһенең исемен хәтерендә тотмаҫ ине.
Мостафа ағайҙың вафатына ҡәҙәр ете йыл ғүмерҙе бер ҡыйыҡ аҫтында үткәрҙек. Форсаты төш­кәндә күрә-күрешә йөрөүҙәр, тура килгәндә һүҙ ҡатышыуҙар яҡынлыҡ була алмайҙыр, әлбиттә. “Ниңә ҡасып йөрөйһөң әле? Саҡырғанды көтмә, кил дә ин”, – тип ағай ихласлыҡ күрһәтһә лә, оло кешене тиктомалға бимазалауҙың хилаф эш икәнлеген онотоп булмай. Минең өсөн генә түгел, бүтәндәргә лә Мостай Кәримдең иркен фатирына аяҡ баҫыу уҡ хыялға ашҡан бәхет тә, рухыңдың сифатына һынау ҙа булғандыр.
Ил хакимдарын идеаллаштырыу – булмышыбыҙға тамырланған ғәҙәт. Ҙур шағирҙарға мөкиббән китеү йыш ҡына хөрмәттән ашып, табыныу төҫөн ала. Был ғәләмәт – ғәйепме-түгелме, һәр кемдең үҙ хөкөмөндә, иллә Мостафа ағай, ни ҡәҙәре генә ябай булмаһын, арабыҙҙа сағында уҡ легендаға әүерелгәйне. Әйткәндәй, шағир үҙ шәхесен бөйөктәр һәм классиктар араһына индерергә самаһыҙ тырышыуҙарға ҡаршы төшә килде. “Талант”, “йондоҙ” һымағыраҡ ялтырауыҡ һүҙҙәрҙең баһаһын белгәнгә, ағайыбыҙҙың уларға мөнәсәбәте: “Талант, ана – Пушкин, Гете, ә йондоҙҙарҙың яныр урыны – күк көмбәҙе”, – тиеүгә ҡайтып ҡала торғайны. Үҙенә төбәлгән ҙурлауҙарға, беҙҙең “аһ” итеүҙәргә Мостафа ағай, башҡорт ирҙәренә хас тыйнаҡлыҡ менән, илтифат та итмәҫ ине.
Бер мәл Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, рәссам Ғәлиә Имашева апайҙың улы Урал Имашев менән, Мостафа ағайға юлдаш булайыҡ тип, Социалистик Хеҙмәт Геройы, профессор Ғүмәр Ғариф улы Теләшевкә, дөрөҫөрәге, ул эшләгән нефть эшкәртеү заводына ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Күңелле, әңгәмәле генә сәфәр. Юл үтә торғас, әллә һәр һүҙен “йәрхәмби­кәләп” барыуыбыҙ оҡшап етмә­неме, әллә эсендәге уйын дауам итеүе булдымы, ағайыбыҙ: “Һеҙ, егеттәр, мине идеаллаштырмағыҙ әле. Гонаһлы донъяла гонаһһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Төрлөһө булғандыр”, – тине лә, Урал менән мине аптырашта ҡалдырып, беҙгә арҡаһын бороп ултырҙы.
Ул саҡта Мостафа ағайҙың кәйефенең ни сәбәпле үҙгәреп китеүен дә, тел төбөн дә аңлап еткермәгәнмен. Шағир хис-тойғо­һон, донъя хәлдәренә мөнәсә­бәтен, әҫәрҙәренә һирпкәнгә тиклем, йө­рәгендә сабырлыҡ менән йөрө­тәлер инде. Халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин һәм дәүләт премиялары лауреаты исемен күтәргән шәхестең тирә-яғындағы кешеләргә ниндәй мөнәсәбәт һаҡлай алыуын тота килеп һораша һалыр әмәлдәр юҡ шул. Фантаз­ияңа ирек ҡуйып, уның фекерҙәр донъяһына инергә маташыу ҙа файҙаһыҙ. Мостафа ағай, һәммә кешегә ҡарата итәғәтле булһа ла, моғайын, эсендә сиселер мәлдәрҙә лә ысҡынмаҫ серҙәрен һаҡлап ҡалғандыр.
Йә болоҡһорап йөрөгән сағы булдымы, әллә берҙән-бер малайын юҡһыныуҙанмы, Мостафа ағайҙың: “Мин һине, Марсель, Илгизем һымаҡ күрәм”, – тип әйтеүе, ҡыуандырыуҙан бигерәк, һиҫкән­дергәйне. Тере классиктың һәләтле улы эргәһенә баҫырға кем инде мин? Бәлки, һуғышта ятып ҡалған атайым, етемлектә уҙған бала са­ғым үҙе лә яу яландарының һөрөм ҡатыш саңын йотҡан шағирҙы тәьҫирләндергәндер? Мостафа ағай һуғыш тураһында сиселеп һөй­ләп барманы, сөнки яу хәти­рәләре – хикәйәт түгел һәм бәйән иткән һайын уның буяуҙарын йә ҡуйыртып, йә тоноҡландырып ултырыуҙы әҙәпһеҙлек һанағандыр. Мостай Кәрим ижадында һуғыш, рус әҙибе Виктор Астафьев әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, рәхимһеҙлек, йыртҡыслыҡ, түбән­селек менән тулы түгел ине. Әҙәм балаһының яҙмышына төшә торған иң ҙур ҡаза булһа ла, яу һәм яугирҙәр Мостафа ағай ҡәләме осонан юғары рухлы, яҡты ынтылышлы, тапҡыр һүҙле, күңелсәк кешеләр һәм бәләләрҙән өҫтөн торор маҡсат булып тамды.


Тамырыбыҙ иҫән булһын


Яйы сыҡҡан мәлдәрҙә, әллә ошондай осраҡтарҙың башҡаса булмау ихтималын һиҙенгәндәй, шағирҙың быуынына төшәм.

– Мостафа ағай, беҙ бала саҡта, ауылда йәштәр концерт-маҙар ҡу­йырға булһа, кемдер мотлаҡ Үл­мәҫ­бай мажараларын декламацияламай ҡалмай торғайны. Поэма­ның хатта бер үк өҙөктәре ҡабат­лана, ә халыҡ барыбер разый: үҙе­беҙҙең һалдаттың булдыҡ­лы­лы­ғына рәхәтләнә, үлмәҫ­байҙарға ҡар­шы торорға йөрьәт иткән фашистың да, әллә ҡасанғы ба­баһы ише, Чуд күлендә сәсәйәсәген белеү уны ҡалҡындырып ебәрә. Яңылышмайыммы?
– Әҙәби әҫәр, туған, һин әйткән­сә, фәлсәфәүи фекерҙәр юллап тыумай. Шиғри әҫәр бигерәк тә. Ул хистән һәм фантазиянан туҡыла. Фәҡәт һәр уҡыусы ғына уны үҙенсә аңлай. Ә инде Үлмәҫбайға кил­гәндә, ул Мостай күҙ алдына килтергән дә ҡағыҙға төшөргән герой ғына түгел. Бөйөк Ватан һуғышы халҡыбыҙҙы йә үлеү, йә ҡалыу тигән һайлау алдына ҡуйҙы. Ниндәй генә көслө идеяға эйәрмә һәм ватансылыҡ бурысын күңелеңә нисек кенә тәрән һеңдермә, донъяла һин таянған көстәрҙән дә ҡеүәт­лерәктәре табыла тора. Һуғыштың бер мәлендә, дошман илебеҙ пайтәхете ҡапҡаһын шаҡы­ғанда, Волга ярҙарынан көнсы­ғышҡа ҡа­раш ташлай алғанда, халҡыбыҙ һы­ныр сиккә еткәйне. Әллә дош­ман­дың тыны ҡыҫылды, әллә мөғ­жизә менән үҙебеҙҙең тын ирке­нәйҙе. Бәлки, Үлмәҫбай шул икенсе һулыштың асылыуы булғандыр... Юҡ, Марсель, был донъяла үлмәҫбайҙар кәрәк. Һәр заманда.
Мостафа ағай баҡыйлыҡҡа күс­кәс тә уның менән осрашыу­ҙарҙан ҡалған тәьҫораттар матбуғатта ваҡыт-ваҡыты менән күренә тора. Әҙәбиәт белгестәре хәҙер, уның әҫәрҙәре сәхифәләрен аҡтарып, авторҙың уйына инеп тә сыҡмаған һығымталарға юлыға. Мостай әҫәрҙәрендәге тапҡыр фекерҙәр һәм йөмләләр кескәй генә китап булып күренеп ҡалды. Әгәр Мостай Кәрим әҫәрҙәренең һүҙлеге лә нә­шерләнһә, уның тураһында ҡамус та донъя күрһә, йәнә лә хуп булыр. Һәр хәлдә, халыҡ шағиры­ның ижти­мағи эшмәкәрлеге лә онотолмаҫ, тигән өмөт һаҡлағы килә, сөнки Мостай тураһында уйланып та, беҙ һаман, күтәрелергә ҡыймай, ошо атамалағы бейек тауҙың итәгендә генә торабыҙ һымаҡ.
...Мин эшләп ултырған бүлмәнең тәҙрәһенән Мостай ағай ултыртҡан ҡайындар, ҡарағайҙар күренеп тора. Ҡуйы йәшел ылыҫлы ҡара­ғайҙар бигүк буй тарта алмаһа ла, ҡайындар уғата тилбер күтәрелде. Уларҙың осо Мостай ағай тәҙрәһен сиртә инде. Әлегә ҡайындар, йәшкелт-һары тәңкәләрен аҫып, көҙҙө оҙата һымаҡ. Ҡапыл ғына өрә башлаған ел япраҡтарҙы елберләтеп осора ла, улар һалҡын ерҙе ҡаплай. Япраҡтар, бәлки, шулай, йәшәү һаҡлар тамырҙарҙы килер һыуыҡтарҙан ҡурсаларға теләйҙер? Ысынлап та, тамырыбыҙ ғына иҫән булһын.


(Дауамы бар).
Читайте нас