Башҡорт һүҙ сәнғәтенең тарихына күҙ һалһаң, байтаҡ ҡына оҡшашлыҡтарҙы, типологик һыҙаттарҙы, бай традиция үҫешен күҙәтергә мөмкин. Тап ХХI быуат башында бер төркөм яҙыусы-шағирҙарҙың 100 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләп, әҙәбиәтебеҙҙең үткән юлын тағы ла баһалап, яңы ҡараштар менән байытабыҙ. ХХ быуат башында милли әҙәбиәт, яңы йүнәлештәр алып, өр-яңы юҫыҡта юл башлағанда бер төркөм йәштәр килеп ҡушыла. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре, йәштәр бихисап була. Ҡайҙа ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙы һүҙ сәнғәте, мәҙәниәт, халыҡ ижады йәлеп итеп кенә ҡалмай, ә үҙ ярҙарына һыйындыра. Шуға ла төркөм-төркөм булып килгән йәштәр ижады ысын мәғәнәһендә асышҡа әүерелә.
Әҫәрҙәре – һүҙ сәнғәте гәүһәрҙәре
Быйыл сентябрь айында бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк яҙыусы, драматург Ибраһим Абдуллиндың яҙмышы ла тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай. Ибраһим Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Шаран районы) Ерекле ауылында 1920 йылдың 20 сентябрендә күп балалы ғаиләлә тыуа. 1927 – 1935 йылдарҙа тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем алғандан һуң, 1935 – 1939 йылдарҙа Өфөлә геология-разведка техникумында уҡый. 1938 йылда, Белорет районында диплом практикаһы үткәндә, тәүге “Ал яулыҡ” исемле драмаһын ижад итә. Был әҫәре өсөн дәртләндереү премияһына ла лайыҡ була, ижад емеше Ҡыйғы театрында ҡуйыла. Техникумды тамамлағас, Ырымбур өлкәһендә геология-разведка тресында бер нисә ай эшләй, унан армияға алына.
1942 йылда яҙыусы үҙе теләп фронтҡа китә, Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа яралана. Госпиталдән һуң лейтенант Абдуллин Өфөлә юғары офицерҙар курсын тамамлай, батальон командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Һуғыштан һуң бер нисә йыл районда “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй, нефтселәр һәм игенселәр тормошонан байтаҡ очерктар, мәҡәләләр яҙа. 1954–1956 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағында ойошторолған Юғары әҙәби курста уҡый, бер үк ваҡытта М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай.
Армияла яҙыусы 1940 йылда пограничниктар тормошонан “Алыҫ ил сигендә” исемле пьеса, ә Иранда “Тауҙар һәм ҡолдар илендә” тигән ҙур очерк яҙа. Ваҡытлы матбуғатта фронт һәм тыл батырҙарына арналған хикәйә һәм новеллалар баҫтыра. Ошо тәүге хикәйәләрен автор 1946 йылда “Ул Уралдан ине” тигән йыйынтығында туплап сығара, уларҙа башҡорт яугирҙәренә хас фиҙакәрлекте, батырлыҡты сағылдыра.
Ибраһим Абдуллинды 1949 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. Башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө лә байтаҡ яҙыусының. Дүрт эпик ҡоласлы роман, тиҫтәләп повесть, бихисап хикәйә, новеллалар, публицистик яҙмалар, утыҙлап йыр текстары һәм, әлбиттә, халҡыбыҙ яратып ҡараған утыҙлап драма әҫәре һүҙ сәнғәтенең гәүһәрҙәренә тиң.
Әлбиттә, әҙәбиәт һөйөүселәр Ибраһим Абдуллиндың әҫәрҙәренең тәрән йөкмәткеһен, жанр төрлөлөгөн, бай герой характерҙарын бик яҡшы белә. Шулай ҙа бөгөн беҙ, уның ижади офоҡтарын билдәләгән бер нисә әҫәренә туҡталып, яҙыусы һәм заман, ижадсы һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәре кеүек һыҙаттарға туҡталып китергә уйлайбыҙ. Яҙыусының башҡорт әҙәбиәтендәге ролен дә билдәләһәк, хата булмаҫ.
Иң тәүҙә киң билдәлелек яулаған драма әҫәрҙәренә иғтибар итәйек. Драматургтың “Беҙ айырылышмабыҙ”, “Урман ҡыҙы”, “Бер мөхәббәт яҙмышы”, “Йыр булып ҡайтырмын”, “Бажалар”, “Тиле йәшлек”, “Их, Өфө ҡыҙҙары”, “Яратам, яратам”, “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Төштәр оҙон булмай” пьесалары республика, сит өлкәләр театрҙарында ҡуйылды. Уның сәхнә әҫәрҙәре күп жанрлы, күп төрлө. Героик, лирик, тормош-көнкүреш, романтика, фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған драмалар менән бер рәттән комедиялар ҙа ижад итте. Йомшаҡ юмор һәм үткер сатира алымдары менән яҙылған был әҫәрҙәр ҙә жанр, һүрәтләү саралары, стиль йәһәтенән төрлө-төрлө.
Шулар араһында “Тиле йәшлек” исемле лирик комедия әлеге көндә лә сәхнәнән төшмәй. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Ҡорос” халыҡ театрының репертуарындағы киң таралған әҫәр. Комедияла әллә ни ҙур ваҡиғалар ҙа юҡ һымаҡ, шулай ҙа ул уҡыусыны лирик йылылыҡ, тормошсанлыҡ, үтә тиҙ елеп уҙған йылдарҙы еңелсә һағыш менән иҫкә алыу кеүек тәбиғи тойғолар менән үҙенә ылыҡтыра.
Комедияның үҙәгендә – өс тиҫтер, өс дуҫтың йәшлек мөхәббәтенең, дөрөҫөрәге, үҫмер саҡтың тәүге мауығыуҙарының ябай һәм күңелле, бик тормошсан тарихы. Зөлҡәрнәй, Хәниф һәм “Бытбылдыҡ” ҡушаматлы Шәрифйәндең бер үк ҡыҙға – ауылға яңы ғына килгән йәш агроном Һандуғасҡа булған мөхәббәттәре һуғышҡа тиклемге дәүерҙең ҡабатланмаҫ һыҙаттары менән тығыҙ үрелеп бирелгән.
Был ситуацияның мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булыуы башлыса йәш һылыу ҡыҙҙың үҙенсәлекле холоҡ-ҡылығы, ғәжәп тапҡырлығы менән бәйләнгән. Гүзәл ҡыҙ – агроном Һандуғас өс егеттең икеһенең – сая Зөлҡәрнәй һәм тыныс холоҡло, ергә ғашиҡ булған Хәнифтең тойғоларына яуап биргән дә кеүек. Ә ысынында хәйләкәр ҡыҙыҡай быны елбәҙәк егеттәрҙең күңелен ҡуҙғытыу, уларҙы әҙерәк тәртипкә, тормошҡа етдиерәк ҡарарға өйрәтеү өсөн эшләп, асылда дүртенсе егетте яратҡан булып сыға: ул бер морякты һөйә икән һәм аҙаҡ килеп ҡыҙҙың уға кейәүгә сығыуы ла билдәле була.
Ошондай комик ситуацияла геройҙарҙың иң яҡшы һыҙаттары асыла: Зөлҡәрнәйҙең йылғырлығы, ҡыйыулығы, уйсан һәм сабыр Хәнифтең тыныслығы, кешеләр күҙенә күренеп бармай торған наҙлы тойғоло ауыл гармунсыһы моңһоу Бытбылдыҡтың характерҙары тормошсан деталдәрҙә асыла. Был төп геройҙарҙан тыш, әҫәрҙә ике персонаж – колхоз рәйесе Сәйҙә һәм йөҙйәшәр Шифабикә әбей образдары ла кәүҙәләнеш тапҡан.
Тиле йәшлектең ҡайнар һөйөү менән янып йөрөүе заманды һүрәтләгән пролог һәм эпилог күренештәре менән ҡушылып бирелгән. Йомшаҡ, йылы бер моңһоулыҡ менән өс дуҫтың күп йылдарҙан һуң яңынан осрашыуы һәм айырылышыуҙары күрһәтелә. Геройҙар ҙур тормош юлы үткән: Зөлҡәрнәй – атаҡлы хәрби летчик, Советтар Союзы Геройы, Хәниф – алдынғы колхоздың данлыҡлы рәйесе, Юғары Совет депутаты, гармунсы Бытбылдыҡ – әле лә район мәҙәниәт йортоноң эшмәкәре, шулай уҡ ул халыҡ яратып йырлай торған йырҙар һәм көйҙәр ижад итә. Комедияның героиняһы Һандуғас та ил менән бергә үрләгән, ул да яңы юғары сифатлы бойҙай үҫтереү юлдарын асҡан ғалимә, диссертация яҡлаған һәм ҡыҙ бала үҫтергән, күпте күргән бәхетле әсә. “Тиле йәшлек” – драматургтың визит картаһына әйләнгән әҫәрҙәренең береһе.
Театрҙар репертуарында И. Абдуллиндың “Их, Өфө ҡыҙҙары!” һәм “Яратам, яратам!” исемле комедиялары ла ныҡлы урын алды. Уларҙың тәүгеһен автор – героик комедия, икенсеһен героик драма тип атаған. Ысынында иһә был әҫәрҙәр – еңелсә водевиль-фарстар, шаҡтай етди темаға һәм етди кешеләргә арналһалар ҙа, уларҙа һәр төрлө осраҡлыҡ һәм көтөлмәгәнлек элементтары байтаҡ. Комедияның геройҙары – фронтта фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән Өфө ҡыҙҙары – зенитсы-артиллеристар. Бөтә иҫ китерлек мажаралы хәл-ваҡиғаларҙа һалдат ҡыҙҙар Майя, Гөлсәсәк, Тамара, осоусы егеттәр Шаянғол, Жарыҡбайҙарҙың йәнле характерҙары асыла.
Бөйөк Ватан һуғышы темаһына яҙыусы үҙенең драматик һәм прозаик әҫәрҙәрендә лә һәр саҡ тоғро булып ҡалды.
60-сы йылдар уртаһында сәхнәгә ҡуйылған “Онотолған ант” драмаһында автор кисәге ике һалдат – разведчик Хәсән менән Расихтың – һуғыштан һуңғы осорҙа төҙөүселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә килеп тыуған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы күрһәтә. Ҡасандыр дуҫын үлемдән ҡотҡарған Расих хәҙер юғарыраҡ пост биләгән, трест управляющийы булған Хәсәнгә буйһона. Һуғышта ғүмергә дуҫ булырға ант иткән ике һалдаттың береһе Хәсән ошо һалдат антын боҙа. Төҙөлөш идараһы етәксеһе Расих участкаһында авария булғас, Хәсәндең ваҡ бәндә, эгоист булыуы асыҡлана.
“Айһылыуҙың айлы кистәре” исемле лирик драмала яҙыусы үткән һуғыш көндәренә йәшлек романтикаһы хистәре йөрөтөүсе, ил сигендә үҫкән йәш ҡыҙ Айһылыу күҙҙәре менән ҡараш ташлай. Әҫәрҙә һуғышсылар һәм яу үткән ерҙә йәшәгән кешеләрҙең юғары әхлаҡ сифаттары романтик күтәренкелек менән асылған.
Һуғыш башланғанда илдең көнбайыш сигендә бүленеп ҡалған командир ҡыҙы Айһылыу-Олеся, уның өләсәһе Арина, танк ротаһы командиры Камил Айбулатов, танк йөрөтөүсе Сандро, исемһеҙ яралы һалдаттың яуҙар уҙған Украина ерендә 1944 йылдың яҙында осрашыуҙары моңһоу кисерештәр аша кәүҙәләндерелгән.
“Төштәр оҙон булмай” исемле драмаһында И. Абдуллин замандың актуаль әхлаҡ проблемаларын күтәрҙе: ата-әсәләр һәм балаларҙың мөнәсәбәттәре, ғаилә тәрбиәһе мәсьәләләре әҫәрҙә бөтә үткерлегендә һәм ҡатмарлылығында ҡуйыла һәм көсөргәнешле эпизодтар, тормошсан образдар аша хәл ителә.
Яҙыусының ҙур күләмле прозаик әҫәрҙәре араһында “Хуш, Рим!” (1969) һәм “Тол ҡатындар иламай” (1977) исемле ике романы күренекле урынды алып тора.
“Хуш, Рим!” тип яҙа әҙәбиәт ғалимы Ә. Вахитов, – оҙайлы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе, сөнки унда совет патриоттарының Италия ерендә фашизмға ҡаршылыҡ күрһәтеү отрядтарында һуғышып йөрөүе тасуир ителә. Документаллек шуға ла бында ҙур роль уйнай, ул автор фантазияһын билдәле сиктәрҙә тота”.
Ретроспектив хикәйәләү алымы менән автор романда Италияла фашизмға ҡаршы көрәшкән совет патриоттарының береһе Леонид Колесниковтың ғүмерен һөйләп сыға, “Свобода” исемле ҡаршылыҡ күрһәтеү отрядында һуғышҡан совет кешеләренең оло батырлығын һүрәтләй, һөҙөмтәлә иҫтә ҡалырлыҡ кеше яҙмыштарын, инде тарихҡа әйләнгән ваҡиғаларҙы бәйән иткән киң полотно тыуған.
Романдың төп геройы Леонид Владимирович Колесниковтың ғүмер юлы ғибрәтле һәм фәһемле. Ул революцион солғанышта – атаҡлы Путилов заводы эшсеһе ғаиләһендә тыуа, балалар йортонда тәрбиәләнә. Техникумда уҡып, агроном була. Һуғышта геройға ғәйәт ҙур һынауҙар үтергә тура килә: яраланып, әсирлеккә эләгеү, йыл ярым буйы хәрби әсирҙәр лагерҙарында ятыу, унан ҡасыу, тотолоу һәм яңынан ҡасыу... Колесниковтың Италияға килеп эләгеүе һәм ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтендәге тәүге аҙымдары әҫәрҙә ентекле һүрәтләнә.
Романдың геройҙары – “Свобода” отряды һуғышсылары – Европаның төрлө илдәренән йыйылған интернациональ туғанлыҡ вәкилдәре. Улар араһында темпераментлы итальяндар, батыр рустар һәм украиндар, ғорур грузин һәм үзбәк, ярһыу күңелле башҡорт егете Илғужа ла бар. Колесниковтың аҡылы, ойоштороусанлыҡ оҫталығы ошо интернациональ отрядтың берҙәмлегенә килтерә.
Яҙыусы айырыуса йылы тойғо, оло ихтирам менән йомарт тәбиғәтле Италия еренең һәйбәт күңелле батыр кешеләрен тасуирлай. Ихлас күңелле Россо, тыныс тәбиғәтле Паоло Марчеллини, тәүәккәл һәм батыр Орландо, саф күңелле батрак Доменико, һөйкөмлө ике бер туған Джулия менән Дуэлия – әҫәргә йылылыҡ, милли колорит бирерлек образдар. Уларҙың яҙмыштары көрәшеүсе Италияның яғымлы образын тыуҙырыуҙа әһәмиәтле урын тота.
“Тол ҡатындар иламай” романы ла идея-тематик йүнәлеше менән Европаны фашизм ҡоллоғонан азат итеү, төрлө илдәр һәм төрлө милләт кешеләренең уртаҡ дошманға ҡаршы көрәштәге берлеге проблемаһын дауам итә.
Әгәр ҙә “Хуш, Рим!” романында ваҡиғалар төп герой Леонид Колесников яҙмышы тирәһендә тупланған булһа, был әҫәрҙә сюжет һыҙығының үҫеше үҙәк героиня Әлфиә Камалованың кисерештәре, хәрәкәттәре менән бәйле.
Үҙ теләге менән һуғышҡа китеп, разведчик-радист һөнәрен үҙләштергән Әлфиә – романтик характерлы героиня. Бәләкәй кәүҙәле, ҙур йөрәкле был ҡыҙ бер нисә тапҡыр разведкаға дошман тылына бара. Айырыуса ҡыҙҙың Венгрияны азат итеү өсөн һуғыштарҙағы оло батырлығы ентекле тасуирланған. Әлфиәнең уй-тойғолары аша яҙыусы батыр венгр партизандары Фаркаш, Андраш, Габор, Ласло, совет һуғышсылары Иршат, Әшрәф, Сафуан образдары менән дә таныштыра.
Яу йылдары йомшаҡ күңелле ҡыҙ балаға ирҙәр ҙә күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар килтерә. Һуғыш уты эсендә Әлфиәгә күкрәп тәүге һөйөү килә. Дошман ҡулсаһында ул үҙен батыр тота, ауыр йәрәхәт алһа ла, хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Артабан беҙ героиняның бер яңғыҙы ир балаһын үҫтереүен, табибә һәм профессор булыуын күрәбеҙ. Ә бит Әлфиәгә иғтибар итеүсе ирҙәр байтаҡ, улар араһында мөһабәт кәүҙәле, бәхетле яҙмышлы, Әлфиәнең йәшлек дуҫы Әшрәф Ардуванов та була. Ул йәш ҡатындың улы Зөфәрҙе лә яҡын күрә. Шулай ҙа Әлфиә Камалова рәхәт тыныс тормошҡа риза булмай, тынғыһыҙ тормошто, ҡырыҫ ижади яҙмышты һайлай.
Яҙыусының уңышы шунда: ул һуғышты ҡурҡыныс ауыр хеҙмәт итеп һүрәтләп кенә ҡалмай, ә халыҡ батырлығының эске йөкмәткеһен, сығанаҡтарын асырға ынтыла. И. Абдуллиндың ижад хазинаһындағы “Көтмә”, “Сарлаҡҡа ташланған хаттар”, “Йондоҙҙар атыла” кеүек йылы лирик тойғо, заман рухы менән һуғарылған повестары ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Яҙыусының күп яҡлы ижад емештәре араһында балаларға арналған хикәйәләр ҙә, көнүҙәк темаларға публицистик сығыштар ҙа, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре лә бар.
И. Абдуллин проза менән яҙылған шиғыр – нәҫер жанрында даими эшләгән һирәк авторҙарҙың береһе булды. Шулай уҡ ул үҙенең пьесаларында йырлана торған йырҙарға шиғырҙар ҙа яҙа, уларҙың байтағы халыҡта танылыу тапты: “Үҙ яғыма ҡайтһам”, “Зөлфиә”, “Бажалар”, “Их, Өфө ҡыҙҙары”, “Яратам, яратам” һәм башҡалар.
Драматургияла ла, проза өлкәһендә лә әҙиптең әүҙем ижади эшмәкәрлеге халыҡсан, бай башҡорт әҙәбиәте традицияларын дауам итте. Ибраһим Абдуллин бай ижады менән башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.