“Ғүмер үтә” тигән һүҙ дөрөҫ түгелдер. Мәңгелек ғүмерҙең бер һулышы, керпегенең бер ҡағышы ғына булып, беҙ үтәбеҙ. Алһыу шәфәҡтәрҙе, көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙарҙы, зәңгәр ҡарҙарҙы, бала кәкүктәрҙе ҡалдырып, мәңгелек юлдан беҙ китәбеҙ. Тыуымдан ҡалмағас, ысынлап та, үлемде лә яңылыштырыу мөмкин түгел.
Әҙәм балаһының хәтере яман менән иманды бер һандыҡта һаҡлай. Хәйер, хаҡлыҡ менән хаслыҡ табындаш булған хәҙерге заманда яҡшы менән яҡтының мәртәбә юғарылығында тотолоуына әллә ни өмөт юҡ. Ил тигәнебеҙ бер ер киҫәге тип аңланған, дәүләт тип атағаныбыҙ мөлкәт тип ҡабул ителгән осорҙа йәшәү мөмкинлеге төшкәс, ир булыуҙан да ваз кисеүебеҙ ғәжәпләндермәҫ.
“Һинең, Мәүләм, тыуҙырған заттан кешенең ләззәтлек алыуын Һин теләмәнең. Һин табырлыҡ бар ағыуҙы ошо заттан йыйып алдың. Һин уны бер тамсы итеп һыҡтың – шулай Һин ҡатын-ҡыҙҙы бар иттең”. Быларҙы рустың бөйөк яҙыусыһы Николай Гоголь әйткән. Мостай ағай, шаярыу рәүешендә булһа ла, ҡатын-ҡыҙ хаҡында ундай һүҙҙәр әйтергә йөрьәт итмәне. Әйтергә йәне тартманы.
“Һөйөү – нимә?” – тинем ир кешегә:
“Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү”.
“Һөйөү – нимә?” – тип һораным мин
“Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған
Беҙҙең мосолман халҡында, бигерәк тә башҡортта, ир-егет иң мөҡәддәс хистәрен ҡысҡырып әйтеп осһоҙландырмай. Уның кисерештәре, күкрәген ярып барһа ла, етмеш йоҙаҡҡа бикләнгән ете һандыҡ эсендә була.
Һуңғы тиҫтә йыл самаһы, яҙмыш рәхмәте менән Мостай ағай менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн иткәс, Рауза апай менән уның мөнәсәбәттәрен ситтән генә булһа ла күҙәтә-күрә йөрөнөм. Ғүмер баҡый ҡуҙлы усаҡ янында йәшәгәс, Рауза апайыбыҙға ла шул усаҡ йылыһы мул күскәйне шикелле. Мостафа ағайҙа – ғәйрәтле ирҙәрҙә генә була торған ата арыҫлан олпатлығы, донъяның ваҡ-төйәгенә илтифат итмәү, Рауза апайҙа – күҙҙе һис ҡырҡмаҫ инсафлы нур, сымырылыҡ. Был ике зат донъяға бер-береһенең барлығын белеп, бер йән булып йәшәү өсөн тыуғайны, ахыры. Һуғышта алған ауыр йәрәхәттәре аҙып китеп, Мостай ағай донъя менән бәхилләшеү сигенә еткән мәлдә шағирҙы, табип-хирург Лев Богуштың тылсымлы скальпеле һәм Учалы Өргөнөндә дуҫы Мөхәммәт Хәйҙәровтың кәзә һөтөнән бигерәк, Раузаһының “көлгә ҡалған ирҙе көтөрлөк” мөхәббәте үлемдән йолоп алып ҡалғандыр.
Әлеге шиғырын Мостай ағай айырылыу-юғалтыуҙар ихтималлығы уйға ете ятып бер инмәгән саҡта яҙған. Шулай тип раҫлайым да ул, ай-һай... Шағир күңеле, яҙыусы йөрәге әллә ниндәй электрон приборҙарҙан да һиҙгер була бит. Ағайҙың бер һиҫкәнгәнендә, алыҫ йәшендең күкте әле һаҙағай ғына булып телеп үткән мәлендә тыуманымы икән ул юлдар? Үҙ-үҙенә теләк итеп кенә түгел, беҙгә лә васыят итеп яҙған бит ағайыбыҙ уларҙы: “Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә яҙмаһын...”
Бер ишектән инеп-сығып йөрөгәс, осрашмау-күрешмәү мөмкин түгел. Рауза апай хәтһеҙ ваҡыт инде түшәк тартып ята. Ағай күберәк ваҡытын өйҙә үткәрә, кеше араһына сыҡһа ла, шунда уҡ урап ҡайта. “Рауза апайҙың хәле нисек?” тигән һорауға сабыр ғына тауыш менән: “Шул, бер сама инде”, – тип яуаплай.
Мостафа ағай фронтовик ине бит. Уларға һуғыш яңынан ҡорос йөрәк биргәйне. Снаряд ярсыҡтары телгеләгән тәне һыҙлағандыр ағайҙың, әммә уның ауыҙынан зарланыу һүҙен ишеткән кеше булмағандыр.
Йәшерен-батырын түгел, бөйөк шағирыбыҙҙың һуңғы йылдары тетрәнеүҙәр, хафалар менән тулы булды. Мәсьәлә Рауза апайҙың оҙайлы сырхаулауында ғына түгел. Күнегелгән тормош ҡапыл ғына түңкәрелеп киткәс, шул тормош хаҡына йәнен фиҙа ҡылған кешеләр ниҙәр кисергән тиһең? Донъя “аҡтар” менән “ҡыҙылдар”ға айырылмаһа ла, йәнә байҙар менән фәҡирҙәргә бүленде. Хаҡ тигән инаныуыбыҙҙы нахаҡ тип иҫбатлау китте, бурлыҡ, хурлыҡ булыуҙан туҡтап, булдыҡлылыҡ дәрәжәһен алды.
Тамам буталып, йәнде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән бер мәлемдә, түҙмәй, Мостай ағайға һорау ҙа бирҙем. “Халыҡ аңра һарыҡ хәленә ҡалғанда, йәшәйбеҙме, үләбеҙме тип йөрөгәндә, уға яҙыусы һүҙе кәрәк бит. Мостафа ағай, нимә уйлайһығыҙ, ниңә өндәшмәйһегеҙ?”
Һорауым үпкәләү рәүешендәрәк яңғыраны, ахыры. Ағайым миңә аптырабыраҡ ҡараш ташланы ла, бер аҙ уйланып ултырғас: “Сәсәнмен тип кем әйтмәй, дау килгәндә өнө юҡ, тиһең инде. Эйе, ҡаушап ҡалдыҡ беҙ. Әлеге мәлдә мин үҙемде ер менән күк араһында кеүек тоям”, – тине.
Дөрөҫөн әйткәндә, ағайҙан йыуатыу, дәртләндереү һүҙе көткәйнем. Халыҡтың Хоҙай тәхете ҡаршыһындағы илсеһе булыр кешеләрҙе лә аңҡы-тиңке килтергән ниндәй заман, ни тигән донъя һуң был? Ошондай мәлдәрҙә, кәңәш һәм таяныс эҙләп, халыҡ үҙенең тарихына ҡайырылып баға, рухи хазиналарын барлай башлай. Мостай ағай менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеүҙәремдә мин бала саҡ тәьҫораттарына йыш ҡына әйләнеп ҡайтыр булдым.
Йондоҙҙарҙы асманда күреп өйрәнгән
Һуғыштан һуң, халыҡ әле ҡанһыраған күңел менән йәшәгән бер ваҡытта, ауыл клубтарында ҡуйылған һәр концерт “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк уҡымай үтмәй торғайны.
“Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай!
Был януарҙы ҡайҙа тоттоң?
Залдағылар, ысынлап та, гөж килә. Улар батыр, отҡор, телсәр Үлмәҫбайҙың фронтта артабан ниҙәр ҡыласағын, әлбиттә, белеп тора, әммә ләззәт бынан һис кәмемәй.
Ах, ошо урында күкрәкте ярырҙай булып күтәрелгән ғорурлыҡ хисен нисек кенә аңлатырға?! Үлмәҫбайҙары булған илде дошман еңә аламы инде?!
– Ауыр мәлдәрҙә халыҡтың өмөтөн, ышанысын һүндермәҫкә кәрәк. Ул һынырға тейеш түгел. “Василий Теркин” поэмаһы, “Изге һуғыш” йыры – совет кешеләренең рухын тулҡын итеп күтәргән әйберҙәр. “Үлмәҫбай” башҡортома ниндәйҙер дәрәжәлә таяныс була алған икән, тимәк, уны заман үҙе һорап алған, – тине ул саҡ шағир.
Мостай ағай, үҙ ижады тураһында һүҙ сыға ҡалғанда, уны тиҙерәк бүтән йүнәлешкә борорға тырышыр ине. “Талантлы” тигән эпитетҡа ул, ғөмүмән, тәнҡитле мөнәсәбәттә булды:
– “Бөйөк”, “талантлы”, “йондоҙ” – һүҙгә ҡайһылай әрһеҙләндек. Һүҙ самаһын белеү өсөн мәҙәнилек кәрәк шул. Әгәр берәй яҙыусы “Һин талантлы” тигәнде ысынға алһа, ул кем була инде?..
Ағайыбыҙ, бөтә донъяға танылып, иҫән сағында уҡ классик тип йөрөтөлһә лә, дан-шөһрәттәргә, маҡтау-күтәреүҙәргә ифрат ғафиллыҡ күрһәтте. Ул, Гете, Пушкин алдында баш эйгән шағир, бүтәндәр ижадына ла, үҙенекенә лә ҡәтғи дәрәжәлә талапсан булды. Йондоҙҙарҙы асманда ғына күреп өйрәнгән кеше, Мостай ағай уларҙы сәхнәлә лә, экранда ла таный алманы. Дөрөҫөрәге, был хәлде аңларға ла теләмәне.
Рауза апайҙы һәммәбеҙ ҙә китәсәк юлға оҙатҡан йәй самаһыҙ эҫе лә, томра ла килде. Мостафа ағай йорлоғон, алсаҡлығын һаҡларға тырышһа ла, бирешә башлағандай. Урамда ара-тирә күрешһәк тә, фатирына инеп маҙаһыҙлап йөрөргә ҡыймайым. Ул бит былай ҙа тирә-йүндәгеләр өсөн бигерәк асыҡ йөҙлө, ябай, ярҙамсыл булды. Ошо ярҙамсыллығынан файҙаланған әрһеҙҙәр ҙә бар ине шикелле.
Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле ҡәләме булып ҡына ҡалманы. Уның депутат, идара итеүсе фирҡә съездары делегаты сифаттарындағы эшмәкәрлеге – әле айырым һөйләшеүгә лайыҡ тема. Миңә Мостайҙың 90-сы йылдар башында, республикабыҙҙың яңыртылып, булыу-булмау яҙмышы хәл ителгән осорҙа, парламентта, бүтән тантаналарҙа сығыш яһауын тыңлау бәхете тейҙе. Буталсыҡ саҡ. Мәскәүҙә хакимлыҡ ғәмәлдә юҡ. Урындарҙа тамаҡ ярған демагогтарға хөрриәтлек асылған. Ә һүҙ уйнатыуҙы хәҡиҡәттән айырыуы һәр кемгә лә бирелмәгән Юғары Советта хәл киҫкенләшеүҙең сигенә сығыр мәлдәрҙә мөнбәргә ҡарт арыҫлан кеүек ҡеүәтле лә, йылдар һәм заман аҡылын иңенә йөкмәгән халыҡ шағиры сыға. Шағирҙың һүҙендә халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән тәжрибәһе яңы шарттарға дәлил булып ята, ул иҫбатлай, аңлата, фашлай, кинәйәләй, әсе көлә. Мостай сығыш яһағанда залда битараф кеше булмай, уның һүҙе йыш ҡына фекерҙәрҙе икенсе йүнәлешкә бороп ебәрер, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың асылына йоғонто яһар ине.
Мостафа ағай беҙҙән китә торған һуңғы йәй. Ул, шул көндәрҙәге ғәҙәтенсә, ишек алдындағы эскәмйәгә сығып ултырған. Рауза апайһыҙ ағайыбыҙ, әйткәнемсә, дачаһына ла бармаҫ булды. Эргәһенә сүгәләнем. Сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән сабыйҙарға ҡарап, байтаҡ шым ултырҙыҡ. Ағай бөгөн уғата йонсоған һымаҡ, бойоҡ.
Әллә күнде йәнем. Әллә һүнде.
Уттарына ла төшөп яныр инем,
Мин янырлыҡ уттар ҙа юҡ инде.
Башын аҫҡа эйгән көйө, күкрәгенән иңрәп сыҡҡан тауыш менән әйтте ағай әлеге юлдарҙы. Был шиғырҙы мин ағайҙың үҙенән ишеткәнем юҡ ине һәм бер юбилей кисәһендә Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харис ауыҙынан ишетеп тетрәнгәйнем.
“Мостафа ағай!..” Ҡыйыулыҡ итеп, яурынынан ҡосаҡлап алдым. Ул минең хәлемде һиҙҙе шикелле, күтәрелеп, күҙемә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: “Арыным мин, Марсель. Тотҡарландым, ахыры, был донъяла...” – тине.
– Беҙ һеҙгә сирләргә лә, бирешергә лә рөхсәт итмәйбеҙ!
– Ну, рөхсәт булмағас, бирешмәҫкә тырышырмын инде. Йә, һин минең кәйефте ҡырып ултырма, бына һиңә шиғыр арнаным әле. Тыңла.
Күңелһеҙ булды ул осрашыу. Ағайҙың шиғыры ла кәйефте күтәрә алманы. Хәйер, атайың кеүек яҡын күргән кешең яфаланыуҙарын тышҡа сығармаҫҡа тырышып, эстән һыҙған саҡта ниндәй кәйеф булһын? Тапалған һүҙҙәр, дежур сағыштырыуҙар, онотолор анттар...
Беҙ барыбыҙ ҙа Шағирҙың образдары һәм аллегориялары донъяһында йәшәйбеҙ. Еребеҙҙең моңо һәм ҡайғыһы булған ҡайын... Йәрәхәтле яугирҙең төшөнә ингән ҡанатлы толпар – Аҡбуҙ... Европа менән Азия араһында бер туҡтауһыҙ һуҡмаҡ тапаған һәм ошо ептәй генә һуҡмағы менән бөйөк ике ҡитғаны бәйләүен белмәгән кескенә ҡырмыҫҡа... Мостайҙың һәр китабында, һәр бер әҫәрендә һәм һәр юлында мотлаҡ ҡанатлы, ипле һүҙ, аҡыллы фекер, кинәйәле хикәйәт табаһың. Тапҡас, әйтерһең, эңер баҫып барған тормош боролоштарында юл яҡтыртырлыҡ шәмгә юлыҡҡандай булаһың.
Йәнә Шағирҙың образлы һүҙенә таянам, сөнки уны юғалтыу менән, үҙебеҙҙән, тәндән һырҡырап сыҡҡан ҡан шикелле, Ваҡыттың юғалыуын һәм бушлыҡ эсендә Ваҡытһыҙ ҡала барыуыбыҙҙы әсерәк тоябыҙ. Эскерһеҙлеге шикле булған данлауҙар, кемде шул ҡәҙәре лә өҙөлөп яратыуҙарын һәм кемде юғалтыуҙарын һәр аҙымда әйтеп әрһеҙләгән осһоҙло анттар көсәйә барған һайын, әлеге бушлыҡ ҙурая, тәрәнәйә кеүек.