2008 йылда мин “Башҡортостан” гәзитенә урынлашҡанда, коллегам Самат Ғәлин унда эшләп йөрөй ине инде. Ул арала баш мөхәррир Рәлиф Кинйәбаев хәҙерге “Башҡортостан” концерт залында “Башҡортостан – шиғырстан” тип аталған баҫманың кисәһен уҙғарыу тураһында әйтте. Кемдер сценарий яҙа, икенселәр бүләктәр ала, өсөнсөләр ҡунаҡтар саҡыра. Һәр хәлдә, һәммәбеҙгә эш табылды.
Ике шағир эшләйбеҙ баҫмала, шуға күрә Рәлиф ағай беҙгә айырым һүҙ биреп, шиғыр уҡыясағыбыҙ хаҡында аңғартты. Быны ни өсөн яҙам һуң? Беҙҙең сығыштан һуң күптәр, сәскәләр тотоп, сәхнәгә менеп ҡотланы. Миңә “Башҡортостан” гәзите исеменән гөлләмә тапшырҙылар. Залдағы ҡайһы бер ханымдар сәскәләр тапшырыусыны танымаған икән: “Лариса, ниндәй сибәр ир-егет һиңә сәскә бирҙе ул?” – тиештеләр. Самат Ғәлин ине ул.
Эйе, был хаҡта үҙенә иҫән сағында ла әйткәнем булды. Самат, ысынлап та, күркәм ҡиәфәтле, ярҙамсыл асыллы ине. Етмәһә, исеме лә Самат бит әле. 1938 йылда золом ҡорбаны булған ғәзиз ҡарттайымдың исеме лә шулай, шуға күрә был дәлил уны тағы ла күңелгә нығыраҡ яҡынайтты. Был турала ла үҙенә гелән әйтә торғайным: “Исемең матур һинең, Самат!..” Ҡыуанысынан ихлас йылмайып ебәрер ине.
Коллега булараҡ, ул бик иғтибарлы һәм мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеүсән булды. Йәш быуын шағирәһе Айгөл Йәмилева Өфөгә килгәйне. Самат ул саҡта “Башҡортостан” гәзите баш мөхәррире вазифаһын ваҡытлыса башҡара. “Йәштәрҙе йәлеп итергә, эшкә өйрәтергә лә кәрәк. Былай ҙа эш хаҡы түбән тип килмәйҙәр, әйҙә, Айгөлдө эшкә алайыҡ!” – тинем. Рәхмәт, һүҙемде йыҡманы. Аллаға шөкөр, Айгөл Ғәбитова йәш быуын журналисы булып танылды.
Бар ғүмере журналистикала эшләгән кеше булараҡ, хәл-торошто яҡшы аңлап тора ине. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә эшләүҙән тыш, үҙе тыуып үҫкән Әбйәлил районының “Осҡон” гәзитенә лә етәкселек итте, шул уҡ төбәктәге мәғлүмәт үҙәгенең директоры ла булды.
Эш барышында ниҙәр генә булмай. Бер мәл өлкән яҙыусыға фотоаппаратты тоттороп, фотоға төшөрөргә бирҙем. Баҫа белмәгән һәм техника бөтөнләй эштән сыҡты. Саматҡа йүгерәм, сөнки беләм, оҙаҡҡа һуҙмай хәл итә. “Һин командировкаға йыш йөрөйһөң, ярай, эшләрбеҙ!” – тине һәм ике көн эсендә йүнәтелгән фотоаппарат минең ҡулда ине инде.
Яҡташтарын яратҡанын да беләм. Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның тауышына һоҡланып, ниндәйҙер мәҡәлә яҙып ултырам да: “Беҙ Әбйәлилдәр шулай ул! Бөтә таланттар – беҙҙә!” – ти коллегам. Халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, Герой Таһир Кусимов, халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов, шағирә Гөлназ Ҡотоева, фольклорсы Гөлгөнә Баймырҙина һәм башҡа әбйәлилдәр тураһында яҙған фекерҙәремде, мәҡәләне уҡып, мотлаҡ айырым рәхмәт әйткәне булды. Яҡташтарын туғандарылай күрҙе.
Ҡатыны Зөһрә менән улы Ниязға мөнәсәбәте бик йылы ине. Әле ошо аяныслы хәлдәр башланған саҡта ғына ул медицина өлкәһендә эшләгән ҡатынынан маскалар, спиртлы салфеткалар алып килеп беҙгә таратып йөрөнө. Ярҙамсыллығы аҙым һайын сағылып торҙо.
Йома көндө Хоҙай ҡаршыһына юлландың, Самат!.. Беҙ ожмахтарҙан урын һорап, һинең өсөн доға ҡылырбыҙ! Бик иртәләнең...
Емертеп тә йәшәр ирҙәр китә,
Ирҙәр китә, ирҙәр... был ерҙән...
Һыҙланыуҙар баҫа көҙгө көндө
Бағаналар ауған хәбәрҙән...