Был мәҡәлә бынан теүәл ун йыл элек яҡташым, ихлас кеше, ҡәҙерле Рәсимә апай Ураҡсинаның 60 йәшлек юбилейы уңайынан яҙылғайны. Йылы ҡабул иткәйне ул матбуғаттағы был сығышымды. Яҙмаларымды яңынан ҡарап сығып, фекерҙәр, кисерештәр менән байытып, “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә Рәсимә Ураҡсинаның мөғәллимә булараҡ маһирлығы хаҡында ишеткәнем бар ине. Әллә ниндәй хикмәтле дәрестәре тураһында уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа иҫе китеп һөйләй. Торараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы дәрес биргән, һәр һүҙе менән ауыҙына ҡаратҡан уҡытыусының оҫталығына шаһит булдым. Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының үҙенсәлекле дәрестәрен, дәрес биреү алымдарын бөтәһе лә шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итте. Ә бит ул да, башҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары кеүек үк, ҡәҙимге уҡытыусы белемен алған кеше ине. Ни өсөн уның шәхесенә, эшенә ҡарата талаптар шундай юғары? Ошо хаҡта уйландым уҡытыусы, шағирә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулған көндәрҙә.
Хәҙер уҡытыусылар хаҡында күп яҙалар. Тотош йылыбыҙ ошо хөрмәтле һөнәр эйәләренә бағышланды. “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа “Башҡортостан” гәзитенең даими авторы Вараҡа Ғәләүетдинова “уҡытыусылар тураһында аҙ яҙаһығыҙ”, тип беҙгә ризаһыҙлыҡ та белдергәйне. Оҙаҡ уйлап йөрөнөм уның үтенесе хаҡында. Вараҡа апай ысын уҡытыусылар хаҡында әйтергә теләгәндер, тигән фекергә килдем. Рәсимә Ураҡсина һымаҡ. Ә былай ҡараһаң, аҙнаһына дүрт, элегерәк хатта биш, алты тапҡыр сыҡҡан баҫманың бер аҙнаһы ла мөғәллим-мөғәллимәләргә арналған мәҡәләләрҙән тыш баҫылғаны юҡ.
Кем һуң ул ысын уҡытыусы? Ул дәрес биреү менән генә сикләнгән заттарҙан түгел, уның уҡыусылар, ата-әсәләр, дәрестәр, дәреслектәр, дәфтәр менән эше мәктәптән тыш та дауам итә. Был – уның йәшәйеше, мөхите. Бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, уларҙың эшмәкәрлегенә республикала ҙур иғтибар бүленә. Быларҙы күрһә, Рәсимә апай сикһеҙ ҡыуаныр ине, сөнки вафаты алдынан (биш йыл да булып китте) тап ошо хаҡта тетрәнеп, тел уҡытыусыһының рух тәрбиәсеһе булыуы, әгәр уға мөнәсәбәт үҙгәрмәһә, республикабыҙҙа хәлдәр яҡшыға бармаясаҡ, тигән хәүефен белдергәйне. Ул хәүеф белдереп кенә ҡалманы, тел, әҙәбиәт, уҡытыу процесы, уҡыусылары менән йәшәне. “Алып барған дәрестәренең яҙма варианттары, тематика, уҡытыу методикаһы тураһындағы яҙмалары өйҙә әллә нисәмә йәшниктә һаҡлана. Мәғариф өлкәһендә эшләгәндәргә, моғайын, кәрәктер?” – тине бер мәл һөйләшкәндә тормош иптәше, архитектор Урал Ураҡсин.
Ул үҫкән донъяға әйләнеп ҡайтайыҡ. Һуғыштан һуңғы башҡорт ауылдарының һәр ҡайһыһында тормош, моғайын, бер төрлө булғандыр. Күп балалы Әхмәтйәновтар ғаиләһендә ун беренсе бала булып донъяға килгән Рәсимә апай. Бала-саға менән өй тулы, эш күп, юҡлыҡ заман, әммә кешеләрҙең кәйефе көр, рухи күтәренкелек бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ дәрт бирә. Шундай мәлдә яралған баланың йөрәгенә генә түгел, зиһененә лә ошо тойғолар һеңеп үҫкәндер. Юҡты бар итергә торған атай-әсә тапҡан-таянғанын балаларына тығырға тырыша. Әсә кеше ире баҙарҙан һатып алып ҡайтҡан тауарҙарҙан балаларға балитәкле күлдәктәр тегеп кейҙерә. Күлдәк кенәме ни? Туҡымаһы ғына булһын, бәлтәһен дә, ыштанын да, салбарын да әсә кеше үҙе йүнәтә.
Ҡышҡы һарайҙа һыйыр быҙаулай. Аяғында ла баҫып тора алмаған быҙауҡайы менән ул өйгә инә. Өйҙәге балаларҙың сабый малҡайҙы яратҡыһы килә, әммә әле генә үҙенән айырылған бәләкәсенә яҡын ебәрә буламы ни инде һыйыр! Тора-бара өйгә һарыҡ бәрәстәре инеп тула. Улары шаян бит әле! Апайҙары, ағайҙары менән мал-тыуарҙы ҡарап, атай-әсәй янында хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән Рәсимәнең киләсәктә шиғырҙарына инеп китәсәген белмәй әле был быҙауҡай ҙа, бәрәстәр ҙә. Бөгөн улар – китап геройҙары. Улар хаҡында Башҡортостан балалары шиғыр һөйләй, йыр йырлай!
Үҙҙәре етемлекте күреп үҫкәс, балаларын тулы ғаиләлә, мөмкин тиклем ас-яланғас итмәй үҫтерергә тырыша Әхмәтйәновтар. Атаһы бала сағында Вәғиз ҡарттан бик ҡаты туҡмалған, тип һөйләй әсәһе, әммә бәләкәй Рәсимә күп нәмәне аңлап етмәй ҙә кеүек — ҡартайған Вәғиз бабай уларҙан бер ризыҡланыуҙан ҡалмай. “Һиңә таш менән атһалар ҙа, аш менән атырға кәрәк!” – ти бит атаһы, тимәк, яуызлыҡты изгелек менән генә еңергә була. Ошо тәғлимәтте лә күңеленә һалып ҡуя ҡыҙыҡай. Аңлап етмәҫһең был өлкәндәрҙе, атаһын бала сағында ҡайыш менән һыҙырған кешегә әсәһе беренсе булып аш һалып бирә. Ә! Аңланы ғына түгел, күңеле менән тойҙо ул атаһы әйткән һүҙҙәрҙең фәһемен: кешеләргә үпкә һаҡларға, кенә ҡыуырға ярамай, изгелек итергә кәрәк, һәм ул яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайта.
Ә бер көн атаһы йәнә йәрминкәгә китте. Балалар уны түҙемһеҙлек менән көтә. Их, матур кейемдәр алып ҡайтһа ярар ине! Әйтерһең, атаһы кескәй Рәсимәнең теләктәрен алдан белгән: сигеүле кофталар, яулыҡтар, ситса, сатин туҡыма, ә иң матуры — ялтырап торған калуштар. Ул уны хатта тышҡа кейеп сығырға йәлләй. Был хәтлем матурлыҡты әрәм итеп нисек кеймәк кәрәк! Әллә мәктәпкә иҫке аяҡ кейемендә йөрөп, быны ҡулына ғына тотоп барһынмы икән? Шулайтырға уйлағайны ла, тик атаһы рөхсәт итмәне. “Яңыһының башына тип, кей ҙә ҡуй, ҡыҙым!” — тине.
Ошо хәтирәләр, 1962 йылда ауылға үткәрелгән ут һымаҡ, баҙлап яҡтырып китә Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының күңелендә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Социализация личности дошкольников в образовательном пространстве детства” тигән тема буйынса дәрес алып барғанда, студенттарға миҫалды ул китаптарҙан түгел, ә күңел дәреслегенән ала.
Китаптар бала сағынан уға ымһындырғыс бер донъя була. 1962 йылдан лампа аҫтында шыптырлауҙар бөтә, әхирәте Зифа менән улар ауыл китапханаһындағы барлыҡ китаптарҙы уҡып сыға. Тик бына киләһе йыл нимә эшләр инде, сөнки 5-се класҡа Ҡаҙанғол мәктәбенә барып уҡырға кәрәк. Ҡыш, ярар, боҙ өҫтөнән атларҙар, ә яҙлы-көҙлө Дим аша кәмәлә ярҙарҙы тоташтырырға кәрәк буласаҡ. Бөтәһе лә йөрөгәнде, ул да йөрөр әле, апай-ағайҙарына эйәреп. Тик атаһы уны Өфөләге интернатҡа алып китә. Күп балалы ғаиләнән булыу сәбәпле, бында уларҙың Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылынан да апаруҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар белем ала. Таныш булмаған Өфө тигән ҡала, мең-мең уттарын балҡытып, серлелеге менән йәлеп итеп ҡаршы ала уны.
Р. Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты күңелендә ниндәй яҡты утрау булып йәшәүен үҫмер Рәсимә Әхмәтйәнова һөйләп бөтөрә лә алмай. Шатлығын яҡындары менән уртаҡлаша, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙенән сәйәхәткә барыуҙары хаҡында көндәлектәр алып бара.
Ә интернаттағы беренсе кис! Һәр балаға матур, таҙа кейем, формалар тараталар. Теш таҙартыу өсөн бар кәрәкле нәмәләр ҙә бирәләр. Бүлмәләр киң, яҡты, ә ап-аҡ итеп аҡланған түшәмдәр шундай бейек, уларға оҙаҡ текләп торһаң, осоп инеп юғалаһың төҫлө. Ап-аҡ түшәктәргә йоҡларға һалғас, тулҡынланыуынан ҡыҙыҡай йоҡлай алмай. Их, күрһендәр ине ата-әсәһе, апай-ағайҙары уға нисек уңайлы, рәхәт икәнен. Тик өйҙәрендәге яҡты, йылы ғаилә мөнәсәбәте генә етмәҫ инде. Интернат тигәс тә, үҙҙәрендәге кеүек шул тиклем яҡты мөнәсәбәт ҡаршы алыр тип көтмәгән ҡыҙыҡай үҙен икеләтә бәхетле итеп тоя.
Ә нисек төрләндереп, тәмле итеп ашаталар, байрам һайын әфлисун бирәләр. Ләйлә Ваһапова уларға дуҫ та булып китә, аңлашылмаған һәр нәмәне төшөндөрә. Ҡ. Даян, Б. Бикбай кеүек шағирҙар әҙәбиәт дәрестәренә килә, шиғыр уҡый. Сәнғәткә тартылған, көндәлектәр алып барған, шиғырҙар яҙған ҡыҙҙың күңелен был мөхит үҫтереп ебәрә.
Тәрбиәсе Дилара Ғәзиз ҡыҙы Ғәлина “Салауат Юлаев” операһына алып барыр алдынан егеттәрҙе лә, ҡыҙҙарҙы ла опера жанры хаҡында һөйләп, был кисәгә әҙерләй. Өҫ-баштарын, бантик, туфли, ботинкаларға тиклем ҡарай. Кеше араһына бөхтә кейенеп, үҙеңде ҡарап сығырға өйрәтә. Ә “Аҡҡош күле” балетынан һуң тәрбиәсе бөтәһенә лә туңдырма алып бирә һәм уны әҙәпле итеп ашарға кәрәклеген, үҙҙәрен мәҙәниәтле тотоу мөһимлеген аңлата. Бер ҡараһаң, юҡ ҡына нәмәләр һымаҡ, әммә бала күңелендә улар юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина үҙенең уҡытыусыларынан уҡытыусы булырға өйрәнә. Уларҙың бала өсөн фәһем бирерҙәй, ғүмер юлында үрнәк булырҙай сифаттарын үҙ яҙмышына күсерә.
Дилара Ғәзизовна Паганини кеүек композиторҙар, Левитан кеүек рәссамдар, Пушкин кеүек шағирҙар тормошо тураһында балаларға һөйләй, уларҙың белемен арттыра. 6-сы класта уҡыған саҡта интернат балалары өсөн ҙур ваҡиға була: улар Баязит Бикбайҙың 50 йәшлек юбилейында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенән тороп, юбилярҙың шиғырҙарын уҡый.
Ауыл ҡыҙы булғас, Рәсимәгә биология дәрестәре лә оҡшай. Уҡытыусыһы Рәзинә Абдрахмановна менән мәктәп биләмәһендә сәскәләр ултыртып, уташып, ҡарашып йөрөй. Кемдер ауылда бесән эшләп, сөгөлдөр утап үҫкән йылдарын ниндәйҙер ауыр хеҙмәттә үткән осор тип хәтерләй, ә Рәсимә апай улай түгел. Интернаттан ҡайтып йөрөгән арала сөгөлдөр утап, аҡса эшләп алыуҙан, аҙаҡ ялға ҡайтҡанда әсәһенең, ана, һинең сөгөлдөрөң өсөн өс тоҡ шәкәр килтерҙеләр, тип әйтеүенән ҙур кинәнес таба. Был йылдар — уның өсөн иң бәхетле, ғәмһеҙ бала саҡ осоро.
Әҙәбиәтте бик ярата Рәсимә Әхмәтйәнова, әммә дикцияһы дөрөҫ түгел, тиҙәр. Уҡытыусыһы Ләйлә Сабировна Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырын яттан һөйләгән өсөн “4”-ле ҡуйҙы. Күҙ йәштәре... Әйтерһең, уның ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн генә уйлап табылғандай, “Башҡортостан” телевидениеһы эргәһендә балалар студияһы асыла. Уны яңыраҡ ҡына ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡан йәш актриса Гөлли Мөбәрәкова алып бара. Ул балаларҙы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, уҡырға ғына түгел, дөрөҫ тын алырға ла өйрәтә. Уҡытыусының матурлығына, үҙен тотошона, кейенеүенә ҡарап, үҫмер Рәсимә таң ҡала! Шулай итеп, Гөлли Арыҫлан ҡыҙының әйткәндәрен үтәп, ауыҙына бузый таштар уртлап, ул етешһеҙ һөйләшеүҙе тиҙ еңеп сыға. Уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаның дикцияһын, интонацияһын ишетеп, һис кенә бала сағында өндәрҙе дөрөҫ әйтмәгән, тип уйламаҫлыҡ түгел ине. Киреһенсә, уның көндәлек һөйләшеүе лә һүҙҙәрҙең асыҡ, теүәл әйтелеше, тон аша фекер яңғырашы менән айырылып торҙо.
Әҙәбиәтте үҙ иткәс, драма түңәрәгендә шөғөлләнгәс, уға бөтәһе лә актриса булырға кәңәш итә. Әммә ул имтихандарға һуңлай, һөҙөмтәлә филология факультетына ла инә алмай ҡала. Уның ҡарауы, өс ай тыуған ауылында уҡытыу, аҙаҡ Дәүләкән балалар аяҡ кейеме фабрикаһында эшләп алыу уға тормош юлы тап белем биреү һәм балалар донъяһы менән бәйле булырға тейешлеге хаҡындағы аныҡ ҡарарға килеүгә булышлыҡ иткән, күрәһең.
Бер ҡараһаң, өс ай — аҙ ваҡыт. Әммә ошо осорҙа ул белем биргән балалар Рәсимә Миңлебулат ҡыҙын хәтерҙәрендә ныҡ ҡалдыра, сөнки уҡытыусылары улар менән мәктәптә генә шөғөлләнеп ҡалмай, ә Дим өҫтөндә майҙансыҡ эшләп, хоккей уйнарға ла сыға. Гимнастиканың ни икәнен тәү тапҡыр шунда белә уҡыусылар. Мәктәптә саңғы бар, әммә бауҙары юҡ тигәнгә лә аптырап тормай йәш уҡытыусы: атаһы өйрәткәнсә, йүкәнән бау ишеп, ҡыйыҡ башында ятҡан саңғыларҙы йүнәтеп, талдан таяҡтар эшләп, ҡышын тирә-яҡ яландарға сәйәхәт ҡыла. Балалар физкультура дәрестәрен көтөп ала башлай, тик уҡыу йылы тиҙ тамамлана.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына Р. Байымов, А. Ғәлләмов, М. Әхмәтов кеүек уҡытыусыларға уңышлы имтихандар биреп, көтөп алған яңы үренә аяҡ баҫа Рәсимә Әхмәтйәнова.
Тынғыһыҙ, дәрте ташып торған студент бында ла белем алыу менән генә сикләнмәй. “Шоңҡар” түңәрәгенә йөрөй, рәссамы ла булып китә, драма түңәрәгендә М. Кәримдең “Айгөл иле” драмаһында Айгөлдө уйнай, студсовет ағзаһы итеп һайлана. Төркөмдәре лә әүҙем, егәрле була уларҙың: Ғәлиә Ғәлимова шиғыр уҡый, Сабир Шәрипов баянда уйнай, Ғәлим Хисамов бейей. Хәйер, Рәсимә Әхмәтйәнова үҙе лә аптырап тормай, студенттар отряды менән Ауырғазы районына эшкә ебәрелгәс, егет булып кейенеп, “Перовский”ҙы башҡара. Студент йылдары китапхананан-китапханаға йөрөп, белем эстәүҙәр, мәҙәни-әҙәби кисәләрҙә йөрөүҙәр менән хәтергә уйыла. Баймаҡ районы ҡыҙы Миңнур Үтәбаева менән улар ярышып-ярышып китап уҡый. Ә инде милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылғас, белем алыусы, эшсе йәштәр шунда йыйыла башлай. Ритайымда башҡорт йәштәре әҫәрләнеп шиғыр уҡый.
Эшсе йәштәр тигәндән, студент Рәсимә әлеге лә баяғы белем алыу менән генә сикләнмәй. Заводҡа иҙән йыуырға эшкә урынлаша, аҙаҡ “Ленинсы” гәзитендә корректор булып эшләй. Студент стипендияһына был эш хаҡы ҡуш булып китә. Йәш ҡыҙ үҙенә өр-яңы фин туны, чех туфлиҙары һатып ала. Эй матур кейенергә, зауыҡ менән кейем һайларға ярата ла инде. Ул арала Ырымбур егете Урал менән дуҫлашып китәләр. Рәсимә Әхмәтйәнованың ижадын Рәсимә Ураҡсина дауам итеүе юҡҡа түгел: табыша, ҡауыша ике йәш йөрәк.
Сибай ҡалаһына йүнәлтмә буйынса юллана Ураҡсиндар. Сибай педагогия училищеһында 18 йыл уҡытып, дүрт төркөм тәрбиәләүгә өлгәшә Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы. Ошо осорҙа ике түңәрәк алып бара: әҙәби, драма.
Үҙенең уҡытыусыларынан педагог ниндәй булырға тейешлеген һеңдереп үҫкән йәш белгес тәүге дәресенән, тәүге эш көнөнән үк ниндәй яуаплы хеҙмәт юлына баҫыуын аңлай. Мәҡәләнең башында әйтелгәнсә, ул һөнәренең дәрес биреү менән генә сикләнмәгәнен аңлаған, йөрәге менән тойған уҡытыусы. Рәсимә апайҙа белем алған бик күп уҡытыусыларҙы беләм, араларында шағирәләр ҙә байтаҡ: һәр береһе уның һәр хәрәкәтендә уҡытыусы булып ҡалыуын, һәр дәресенә ижади ҡарауын һоҡланып иҫкә ала. “Уның егәрлелегенә, дәрте ташып тороуына, һәр баланың күңеленә юл таба белеүенә таң ҡалабыҙ”, – тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Ә ул башҡа төрлө була белмәй, уның асылы шундай. Ул был донъяға уҡытыусы булып яралтылған һәм, күктәр бүләк иткән асылына тоғро ҡалып, үҙе лә ошо һөнәренә йөрәген асҡан.
Педучилищеға мәктәпте тамамламаған балалар килә. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, ауылда ҡалған тормошо. Кемдер дөйөм тәртипте танырға теләмәй, икенсеһе әсәһен һағынған, өсөнсөһөн егете ташлаған... Хәйер, иҫләй башлаһаң, һөйләгең дә килмәҫ. Ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы йыйыла бит инде уҡыу йорттарына. Ә педучилищелар тап Рәсимә Ураҡсина кеүек уҡытыусылар менән абруй ҡаҙана, ихтирам яулай. “Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәт. Ғәлим ҡустым, әгәр һеҙҙең кеүек оло йөрәкле уҡытыусыға юлыҡмаһа, юлдан яҙыр ине”. Был йөҙләгән хаттарҙың береһе генә. Уны туғанының яҙмышы өсөн ризалығын белдергән апаһы яҙған. Ә ундай рәхмәт хаттары апайҙың һуңғы көндәренә тиклем килеүен дауам итте…
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы – уҡыусыларын, үҙ балаларылай күреп, йөрәгенә яҡын алып яратҡан уҡытыусы. Әммә үҙ мәртәбәһен, үҙ баһаһын да белә ул. Педагогия училищеһында уҡыған студенттарҙың тыуған көндәрен яратҡан уҡытыусыһы фатирында алма бәлеше бешереп уҙғарыу йолаһы, бер ҡараһаң, уҡытыусы менән уҡыусы араһында бер ниндәй кәртә лә ҡалдырмай, киреһенсә, яҡынайта. Шул уҡ ваҡытта дуҫыңа әйләнгән уҡытыусының ышанысын аҡламау мөмкин түгеллеге хаҡында ла уйландыра торғандыр. Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы уҡыусыларына белем биреп кенә ҡалмай, ә тормошта кәрәкле кәңәштәр, ижади һорауҙар биреп тә тәрбиәләй. Студенттар менән бергә Ырымбурға Ҡаруанһарайға ла, Учалы районына Муса Мортазин төйәгенә лә барып ҡайталар. Ҡыҙы Гөлназ менән улы Салауат та әсәһенең студенттары менән дуҫлаша, оло ғаиләләгеләй аралашып үҫә.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен Рәсимә Ураҡсина ана шулай йылдар дауамында фиҙакәр хеҙмәте менән ҡоя. Сибайҙа эшләгән йылдарында ул, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, финалға сыға һәм “Һөйкөмлөлөк өсөн” номинацияһында билдәләнә. Дәрестәренең үҙенсәлеге хаҡында ишетеп белгән һәр кем уның асыҡ дәресен ҡарарға килә.
Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбендә асыҡ дәрес башланыр алдынан ғына ут һүнә. Әҙерләнгән видеоматериал, музыка ҡулланыу мөмкинлеге юғалһа ла, ижади фекерле уҡытыусы юғалып ҡалмай, үҙе йырлап ебәрә, шиғыр уҡый һәм яйлап уҡыусыларҙы тәғәйенләнгән темаға йәлеп итә. Дәрес көтөлмәгәнсә уңышҡа өлгәшә. Шуға ла Мәскәүгә йыл уҡытыусыһы лауреаттары араһынан кемде ебәрергә тигәндә, уның кандидатураһы булырға тейешлеге хаҡында берәү ҙә шикләнмәй.
Педагогия училищеһында эшләгән осорҙа уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина ай һайын дәрестәренә әҙиптәрҙе саҡыра. Тере яҙыусы менән аралашыу уҡыусыларға ниндәй йоғонто яһағанын ул үҙенең бала сағынан белә. Бары тик матур әҙәбиәт, эстетика аша ғына йәш кешене тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫырлыҡ итеп тәрбиәләп булғанын яҡшы аңлай.
Мәскәүҙә лә дәресен әҙиптәрҙең ижад лабораторияһына, милли әҙәбиәткә бағышлай. Был конкурстан да ул лауреат булып ҡайта. СССР-ҙың мәғариф отличнигы исеме нигеҙендә лә фиҙакәр хеҙмәт ята. Фиҙакәрлек хаҡында һөйләгәндә, уның һәр яңылыҡты үҙ эшендә ҡулланып, уҡыусыларын яңыса фекерләргә, эш барышында яңы алымдар менән эш итергә өйрәтеүен дә күҙ уңынан ысҡындырмайым.
Аҙаҡ үҙе белем алған Р. Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында, Өфөнөң 2-се педагогия училищеһында уҡытҡанда ла ул үҙ эшенең патриоты булып ҡала, яңы ҡаҙаныштарын барлай.
Башҡортостандың бер төркөм егет-ҡыҙҙары Мәскәүҙең Щепкин исемендәге театр училищеһына уҡырға ебәрелде. Рәсимә апай башҡорт сәхнәһе теле дәрестәрен бирҙе уларға. Мәскәү Өфө менән Сибай араһы түгел, теләһәң дә, аҙна һайын ҡайтып-китеп йөрөп булмай. Щепкинсылар әйтеүенсә, Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы унда уларға уҡытыусы ғына түгел, атай-әсәй ҙә, серҙәш тә, терәк тә була. Актриса Гөлнара Айытбаева: “Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы байрамдарҙа ҡунаҡҡа саҡырып һыйлап, көндәлек тәрбиәһе, кәңәштәре менән ярҙам итте”, — тип хәтерләй Мәскәүҙәге студент йылдарын.
Баш ҡаланың үҙ ҡанундары. Шул мөхиттә юғалып ҡалмайынса үҙеңде ҡуя белеү, мәҙәниәтле итеп тотоу, Башҡортостан вәкиле икәнлегеңде онотмау кеүек изге төшөнсәләрҙе тәрбиәләү бурысы тап республиканан килгән уҡытыусы елкәһенә төшә. Лайыҡлы атҡарып сыға ул был бурысты. “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем — оло хеҙмәт баһаһы. Уҡыуҙарын яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлап эш башланы йәш актерҙар. Ә уҡытыусылары уларға белем биргән лекциялары нигеҙендә телмәр үҫеше, башҡорт сәхнәһе теле буйынса дәреслек яҙҙы. Унда башҡорт әҙиптәренең генә түгел, донъя яҙыусыларының әҫәрҙәре аша зауыҡ, мәҙәниәт тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленгән.
Әле уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина тураһында һөйләнем. Ә беләһегеҙме, уның ижади эшләүенең сере нимәлә? Эш шунда, сөнки ул шағирә! Ана шул шиғри асылы уның дәрестәрен ҡабатланмаҫ итә.
Эйе, беҙ уны балалар шағирәһе тип беләбеҙ. Ә мин Рәсимә Әхмәтйәнова яҙған өлкәндәр өсөн шиғырҙарҙы ла уҡып тетрәндем. Әгәр уҡытыусылыҡ юлын һайламаһа, Рәсимә апай тәрән кисерешле, һиҫкәндергес яҡты асыллы өлкәндәр шағирәһе булыр ине. Әммә зыян юҡ — уның ҡарауы бәләкәстәр өсөн яҙылған әҫәрҙәре нәҡ сабыйҙың үҙе кеүек: уйнай, һикерә, көлә, шаяра, ҡыҙыҡһыныусан. Рәсимә апай менән Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ижад итеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашлығындағы экспедицияла йөрөнөк бер йылы. Дим башына аяҡ баҫҡас, мөлдөрәп ҡарап ятҡан йылғаның күҙҙәренә ҡараны ла, ул илап ебәрҙе: “Балалар, һиҙәһегеҙме, Дим бит беҙҙе көткән, һағынған. Ана шулай йылғаларҙың шишмә булып ҡына урғылып сыҡҡан урындарына барырға кәрәк. Беҙҙең халыҡтың изге йолаларының береһе ул!”– тине. Дәүләкән районы балаларының ижади осрашыуында аралашҡандан һуң уның балаларҙы, кешеләрҙе, донъяны яратыуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Шуға ул балалар әҙәбиәтенә, уҡытыусылыҡ донъяһына йөҙөн борған. Башҡа балалар менән бергә ейәне Ғәзиз менән ейәнсәре Радмила ла өләсәйҙәренең башҡортса сыҡҡан әҙәби китаптарын уҡып кинәнә. “Бөтәһе лә Рәсәйҙә Диснейленд булдырыу тураһында һүҙ алып барғанда, башҡорт балалары өсөн Сибайҙа Рәсимә Ураҡсина уны күптән булдырған”, — тип яҙғайны яҙыусы Әхмәр Үтәбаев бер мәҡәләһендә. Балалар шағирәһе, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаның феноменаль күренеш булыуының төп асылы яҙғандарының ижади юл менән уҡыусыларына бөгөн барып етеүендә, бөгөнгө заманға хеҙмәт итеүендә ине.
Ғалимә, драматург та балаларға хәҙмәт итә
Рәсимә Ураҡсина – тап балалар әҙәбиәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған ғалимә лә. Уның ижады – башҡорт халҡының боронғо йолаларын, милли асылыбыҙҙы өйрәнеп яҙылған әҫәрҙәр. 1995 йылда яҡлаған ул “Башҡорт балалар әҙәбиәтен формалаштырыуҙа фольклорҙың роле” тигән фән эшен. Нисектер уның ижади һәм фәнни эшмәкәрлеге даими рәүештә бер ыҙанға сәселеп барған орлоҡто хәтерләтә. Сибай педагогия училищеһында, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында эшләгәндә лә Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Башҡортостаныбыҙҙың ғына түгел, сит өлкәләрҙән йыйылған балалар менән бергә төбәк йолаларын өйрәнә, ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы үҙҙәре йәшәгән яҡтың традицияларын, башҡорт халҡының боронғо фольклорын хөрмәт итергә, уның нигеҙендә ата-бабаларыбыҙ беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған бәхет асҡысы ята, тип төшөндөрә ул. Ошо уҡ эшен ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәпкәсә белем биреүҙең педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһында ла дауам итә. 1991, 1994 йылдарҙа башҡорт балалар фольклорының 1-се, 2-се томдарын нәшер итеүгә өлгәшә.
Барлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙары нигеҙендә ул балалар өсөн “Йомро-йомро йомғағым”, “Бүре башы – ун ике”, “Сыңҡылдаҡ себен” кеүек сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уларҙың тәүге икеһе Сибайҙа “Сулпан” балалар театрында ҡуйылһа, һуңғыһы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Был әҫәрҙәр уны бәләкәстәрҙең психологияһын яҡшы белгән драматург итеп тә танытты. Ул шулай уҡ А. Найденовтың “Ванюшиндың балалары”, Ж. Б. Мольерҙың “Дон Жуан”, У. Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” тигән сәхнә әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. Мәскәүҙә М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында башҡорт студияһы ҡыҙҙарын һәм егеттәрен уҡытҡанда телмәр оҫталығы, тәржемә нескәлеге, театр донъяһы тураһында китап яҙырға һәм уны нәшер итергә лә өлгөрҙө ул. Һәр ваҡыт эш өҫтөндә, һәр саҡ ижади эҙләнеүҙә ине Рәсимә апай. “Тәмле-тәмле тәмлекәс”, “Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа”, “Йомро-йомро ер шары” китаптары ла шағирә, педагог, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның фиҙакәр хеҙмәте тик бәләкәстәргә арналыуын күрһәтте. Ә инде “Тамыр” балалар студияһының ансамбле уның һүҙҙәренә яҙылған 40-тан ашыу йырҙы башҡарыуын да өҫтәһәң, киң ҡоласлы ижад бала шәхесен төрлө яҡлап үҫтереүгә бағышланыуын аңлайһың.
Ҡапыл булды был... Был хәбәр беҙгә һис көтмәгәндә килде: “Рәсимә апайың китеп барҙы бит”, – тип шылтыраттылар миңә. Дәүләкәндә тыуған ауылымда ялда инем. Һис ышанырлыҡ түгел ине энергияһы ташып торған, һәр күрешкән кешеһенә яҡты һүҙ, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеп ҡалырға тырышҡан Рәсимә апайҙың арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барыуына. Кеше асылы шулай, хәйер, мин быға әле лә ышанып бөтмәнем шикелле. Әжәлде аҡыл таныһа ла, йөрәк ҡабул итмәй тулыһынса. Рәсимә апай менән хушлашҡанда уның педагог, шағирә, ғалимә булараҡ ҡына түгел, ә ысын кеше асылын яңынан тәрәндән аңлап кисерҙем. Икебеҙ ҙә сығышыбыҙ менән Дәүләкәндән булғас, уның миңә мөнәсәбәте айырыуса йылы булды. Бер нисә хәтирәне миҫал итеп кенә киткем килә. Беренсе китабымды тикшергәндә “Урал батыр” эпосының өс телдә сыҡҡан китабын бүләк итте. Яҙған һәр һөйләмендә яҡты күңеле сағылып тора.
Фатирлы булғас, Рәсимә апай шылтырата, Лариса, өйҙәһеңме, һине ҡотларға киләм, ти. Апайым бер ярҙамсы егет менән яҙыу өҫтәле һәм китап кәштәһе күтәреп килеп инде. Кемгә эләгә әле ул бындай ихтирам! “Әҙибә кеше теләһә ҡайҙа яҙышып ултырырға тейеш түгел, үҙеңә һәм ижадыңа хөрмәт менән ҡара!” – тине ул. Был һүҙҙәр оноторлоҡ түгел. Ә инде кесе улым донъяға килгәс, Рәсимә апай ап-аҡ юрған менән ап-аҡ мендәр бүләк итте. “Аҡ бәхеттәр алып килһен донъяға килгән сабый!” – тигәндәре әле лә ҡолаҡта сыңлап тора. Үҙе йылмая, көлә. Ана шулай һәр саҡ яҡты сырайлы булып хәтеремдә ҡалыр ул.
Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғыр конкурсы
Быйыл “Аҡбуҙат” республика балалар журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап, Асыҡ республика шиғыр конкурсы ойошторҙо. Унда мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашыу хоҡуғына эйә булһа ла, өлкән класс балаларының да эштәре баҫманың сайтында баҫылып килде, ҡаралды.
Шулай итеп, республиканың бик күп райондарынан, Силәбе өлкәһенән 81 эш конкурста ҡатнашып, баһалама комиссия ағзалары тарафынан тикшерелде. Конкурстың бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы Урал Ураҡсин 60 мең һум күләмендә бүләкләү фонды булдырҙы. Ихлас ярҙам итеп, балаларҙың эштәрен ҡарап, сара барышы менән ҡыҙыҡһынып торҙо Урал Ғәзиз улы. Ул етәкләгән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында алты урын булдырып, һәр балаға 10-ар мең һум тапшырырға ҡарар итте.