Беҙҙең быуын уның яғымлы, моңло йырҙары солғанышында үҫте. "Бер минут", “Имәндәр шаулай”, “Юғалма юлдарымдан” хиттары күпме быуындың яратҡан йырҙарына әйләнде...
Өфөлә 91-се йәшендә билдәле йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғүмәр Әбделмәнов вафат булды.
Ғүмәр Мөғәлләм улы 1929 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Суҡраҡлы ауылында донъяға килә. 1951 йылда Башҡортостан театр-художество училищеһын тамамлай. 1955 йылдан республиканың Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре булып эшләй һәм бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡтағы республика мәҙәни-мәғрифәт училищеһында уҡыта. 1964 йылдан – Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1969 - 1992 йылдарҙа Рәсәй Композиторҙар союзы музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры вазифаларын башҡара.
Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итте, йырсының башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин, Роза Сәхәүетдинова әҫәрҙәре яңғыраны. Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡа авторҙарҙың йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Республика радио фондында уның башҡарыуында 60-тан ашыу йыр һаҡлана. Халыҡтың яратҡан йырсыһы булды Ғүмәр Мөғәлләм улы. Уның яҡындарының, сәнғәт һөйөүселәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.