Шәхестәр
30 Октябрь 2020, 10:39

Халыҡ ижадын оло сәхнәгә алып сыҡты

Ауыр тормош юлы үткән.

Талантлы режиссер, сценарийҙар авторы, артист Фәтих Иҡсанов ғүмере буйы Башҡортостандың мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә хеҙмәт итте. Ул мөһим милли-мәҙәни проекттарҙы – “Тальян байрамы”н, “Ҡаҙ өмәһе”н ойошторҙо. Был саралар халыҡ ижадын профессиональ сәхнәгә алып сыҡты, йәштәрҙә фольклорға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты. Билдәле “Йәдкәр” фольклор ансамбленә лә ул нигеҙ һалды.


Сентябрҙә Фәтих Иҡсановтың тыуыуына 85 йыл тулды. Сәнғәт оҫтаһын иҫкә алып, уның ҡатыны Нәфирә Иҡсанова-Бабичеваның хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.


Һынау осоро


Фәтих Хәйрулла улы Иҡсанов ниндәй кеше ул, тип һораһалар, мин ошолай яуап бирер инем: ул – фани донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә мул татыған кеше. Биш йәшендә әсәйһеҙ ҡалып, ҡағылып-һуғылып үҫкән ауыл малайы. Нисек унда аристократ ғәҙәттәре ҡалған икән, тип әлегәсә ғәжәпләнәм. Күрәһең, әсәй һөтө менән бирелгәндер. Әсәһе Сәидә инәй абруйлы уҡытыусы булған.
Етенсе класты тамамлағас, Фәтих ҡасып тиерлек Өфөләге һөнәрселек училищеһына, йәғни ФЗО-ға, уҡырға китә. Яңы Александровка биҫтәһендәге баракта йәшәгән әсәһенең туғандарына, туғыҙ квадрат метрлыҡ торлаҡҡа, етенсе кеше булып һыйына. Әйт- кәндәй, Фәтих баҡыйлыҡҡа күскәнсе уларға рәхмәт уҡыны.
Артабан Фәтих армия хеҙмәтенә саҡырыла, Тымыҡ океан флотында кок булып хеҙмәт итә. Ял сәғәттәрендә “Матрос” бейеүен башҡарып, иптәштәренең күңелен күтәрер була. Ҡайтҡас, белем алырға кәрәклеген аңлап, Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡырға инә. Унда Ғабдулла Ғиләжев курсында уҡыу бәхете тейә. Уҡыуын бөткәс, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Шунда хәләл ефете Фәриҙә (исеме Фида булған) менән таныша.
Театрҙа күп кенә ролдәр башҡара, ләкин Фәтихтәге фантазия, энергия актер роленә генә һыйып бөтә алмаған, күрәһең. Артабан Мәскәүгә режиссерлыҡҡа уҡырға китә. Тиҙҙән ҡатынын һәм балаларын ҡайтып ала. Йәшәргә фатир кәрәк, шуға урам һепереүсе булып та урынлаша. Һөйләүе буйынса, уларҙың фатирында Башҡортостандан барған кем генә ҡунып сыҡмаған! Был хаҡта айырым бер китап яҙырлыҡ.
ГИТИС-та уҡып ҡайтҡандан һуң, тормош иптәше вафат булғас, училищела “сәхнә мәҙәниәте” (сценическая культура) тигән фәнде уҡыта башланы. Һәр саҡ ике балаһын эйәртеп килер ине. Ҡыҙы Айгөлдөң сәстәре туҙған, улы Фәрхәдтең танау аҫты еүеш... Мин, күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәс, бала-саға­ның хәлен яҡшы аңлайым, уларҙы йәлләп ҡарап тора торғайным. Кү­рәһең, Хоҙай Тәғәлә эшкәрткәндер, миңә шул балаларҙың әсәһен алмаштырырға насип булды.
Фәтих Хәйрулла улының эшһеҙ йөрөгән, ауыр саҡтары булған мәл. Ул студенттар менән элекке “Башҡортостан” ресторанында көҙ “Ҡаҙ өмәһе”н ҡабаттан яңыртып ҡуйып ҡараны. Күңелле халыҡ уйындарынан һәм йырҙарынан торған концертыбыҙ бик уңышлы үтә ине. Мин бейеүсе Эльза Урма­нованың күлдәген кейеп, Башҡорт­ос­тандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева менән “Игеҙәктәр” бейеүен башҡара торғайным.
Баҡһаң, Фәтихкә ошо ваҡытта һынау осоро ҡуйылған булған (миңә был хаҡта йылдар үткәс кенә әсенеп һөйләне). Программаны эшләп сығара алһа, филармонияға яңынан эшкә алалар, имеш. Ә бит Фәтих ул мәлдә ГИТИС-ты тамамлағандағы диплом эше булған “Ҡаҙ өмәһе” менән танылған режиссерға әйләнгәйне. Һай, заманалар! Талантты күрә белер өсөн, түрәләрҙең дә талантлы булыуы кәрәк шул...
Фәтих Хәйрулла улының “Ҡаҙ өмәһе” Башҡортостан сәнғәтендә яңы асыш булды. Башҡорт халыҡ ижадын сәхнәгә сығарыу һәм олуғ кимәлгә күтәреү бик күп шәхестәрҙе уйға ҡалдырҙы. Ябай ғына “Ҡаҙ ҡанаты” көйҙәре оло сәхнәлә ария кеүек яңғыраны. Ә күпме быға тиклем онотолған йәки таралмаған халыҡ йырҙары ишеттерелде!


Атайҙарса хәстәрлек


Был күренеш асыш булды. Унда танылған артистарҙан Илфаҡ Смаков, Марат Рафиҡов, Гөлсөм Хәбибуллина, Хәнә Минһажева, Рим Бакиров, яңы ғына эшкә килгән Нәзифә Әмирова-Ҡадирова менән Роза Аҡкучукова һәм башҡалар ҡатнаша ине. Бөгөнгөләй күҙ алдымда, сөнки мин уны өс тапҡыр рәхәтләнеп, илай-илай (бигерәк тә Гөлсөм Хәбибуллинаның сығышын – “Гөләндәм”де тыңлағанда) ҡара­ным. Йылдар күҙлегенән сығып байҡағанда, был программа рес­публикаға фольклорҙы яңыртыу, үҫтереү өсөн ғәйәт мөһим этәргес булған бит. Артабан ауылдарҙа “Ҡаҙ өмәһе”н байрам итеп, ҙурлап үткәрә башланылар.
Фәтих Хәйрулла улы мине, уҡыусыһы булараҡ, концерттарына бейергә, йырларға саҡыра торғайны. Баҡһаң, ул мине һаҡлап, күҙәтеп, әле йәшерәк тип, уҡып бөткәнемде көтөп йөрөгән икән. Ә мин, училищены тамамлағас, сәнғәт институтына уҡырға индем. Шунан инде, Фәтихтең түҙемлеге бөтөп, мин дүртенсе курсты тамамлағанда бик матур итеп тәҡдим яһаны. Ҡыҙы менән улы ла йылы ҡаршыланы. Балаларҙың өмөтөн аҡларға тырыштым. Кәрәк саҡта тегенсе лә, ашнаҡсы ла, табип та булдым.
“Йән тартмаһа, ҡан тарта” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Шул балаларға уҡыу дәүерендә йәлләп ҡарай инем, баҡһаң, улар миңә әсәләре яҡлап туған булып сыҡты. Өләсәйҙәре Мәҙинә инәй менән минең Бибинур өләсәйем Бөрө районының Төрөштө ауылын­дағы Нурыевтар нәҫеленән икән.
Фәтих сикһеҙ шатланды һәм тынысланып эшләй башланы. Үҙе әсә йылыһын тоймай үҫкәнгәлер, бала йәнле атай булды. Балаларыбыҙ дүртәү булып китте: Айһылыу менән Таһир тыуҙы. Шуныһы бигерәк йәл: балаларҙың аяҡҡа баҫып, тормошта үҙ урындарын тапҡанын күрә алманы.
Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ бөтәһе лә юғары белемле. Айгөл, өләсәһе кеүек, дәрәжәле уҡытыу­сы. Уның ижадҡа ҡоролған “асыҡ дәрестәр” өлгөһөн хатта Америкала ҡулланалар. Фәрхәд – рәссам, хәҙерге спектаклдәрҙең, концерт сәхнәләренең сценографы. Айһы­лыу иһә атаһы юлын һайланы – режиссер. Санкт-Петербург кон­серва­торияһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Төпсөк улыбыҙ Таһир музыка юлын һайлаһа ла, Фәрхәд ағаһы менән бергә ҙур күләмле концерттарҙың сәхнәһен биҙәү менән мәшғүл.
Ул дәүерҙә Фәтих Хәйрулла улы филармонияла туғыҙ бригадаға режиссер ине. Был – әйтеп бөт­көһөҙ ҙур яуаплылыҡ. Сценарий­ҙарҙың авторы ла үҙе. Айырыуса Әхәт Ураҙмәтовҡа, йәғни мәшһүр Кәтүккә, кәрәк саҡта скетч һәм интермедия ла яҙа ине. Үҙен ныҡ ихтирам итә ине, хатта өйҙә лә “Кәтүк” тип әйт­кәне булманы, һәр саҡ – Әхәт Сә­лихович. “Ул – Башҡортос­тандың Чарли Чаплины”, – тиер ине.
Фәтих бигерәк тә өмөтлө йәш таланттарҙы студент саҡтарынан сәхнәгә сығарырға тырышты. Шуға ла йыл һайын “Йәш тауыштар” тигән концерт программаһы әҙер­ләне. Шул саҡтағы йәштәрҙең күбеһе хәҙер халыҡ артисы йәки башҡа маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Мәҫәлән, Иҙрис Ғәзиев, Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев һәм башҡалар.


Сәнғәт донъяһын йәнләндерҙе


“Тальян гармун” байрамына нигеҙ һалыу Фәтих миңә өйләнгәс башланды. Атайым Нәжметдин Имаметдин улы Бабичев Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы­ның беренсе тальянсыһы ине. Бөтә ғаиләбеҙ менән ошо уйын ҡора­лында уйнай торғайныҡ. Һигеҙ баланың барыһы ла уйнай белә, әммә төпсөк Нәғим генә ысын гармунсы булып танылды. Ҡустым Нәғим Бабичев кеүек әлегә тальянда оҫта уйнаған кеше юҡ, тип иҫәпләйем. Фәтих уны шул ҡәҙәр бирелеп тыңлай ине, хатта тора-бара үҙе лә “Арса” көйөн өйрәнә башланы.
“Тальян гармун” байрамын ойоштороуға ҡаршы килеүселәр байтаҡ булды. Шулай ҙа халыҡ ижадын аңлай һәм күрә белгән шәхестәр күберәк ине. Ул ваҡытта Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов партия өлкә комитетының идеология буйынса секретары булды. Фәтихтең оло һәм тәүге терәге. Ул ярҙам итмәһә, бәлки, Тальян байрамы үткәрелмәҫ ине.
Барлыҡ “Тальян гармун” Башҡортостандағы ҙур сараларға бәйле ине һәм үҙ атамаһы булды. Мәҫәлән, тәүгеһе Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арналғайны. Унда Рафаэль Сафин “Тальян гармун” поэмаһын уҡыны. Икенсеһе халыҡ йолаларынан торҙо. Өсөнсөһө Бөйөк Октябрь революцияһының 70 йыллығына арналды. Юғары кимәлдәге иң сағыу тальян байрамы булды ул. Баш ҡаланың Ленин урамы һыбайлылар, тачанкалар менән тулып, гөрләп торҙо. Дүртенсеһе – “Халыҡ ижады ынйылары” – балалар ижадына ғына арналды.
Һәр саранан һуң Фәтих Хәйрул­ла улы берәүҙәргә Хөкүмәттең һәм тармаҡтың Почет грамоталарын, икенселәргә маҡтаулы исемдәр юллап хаттар яҙыр ине. Үкенескә ҡаршы, хәҙер ул кешеләрҙең байтағы арабыҙҙа юҡ. Ә иҫәндәре Фәтихкә әйтер рәхмәтте миңә еткереп китә.
Тальянсыларҙы һәм ошо уйын ҡоралын эшләгән оҫталарҙы эҙләп, Фәтих хатта Ҡаҙағстанға барып етте. Иң шәп тальян оҫталары аға­лы-энеле Мухояровтар булды. Тальяндары менән фотоға төшө­рөп, улар хаҡында мәҡәләләр яҙҙы. Китап сығарам, тип хыялланды. Иң сағыу фотоларҙан торған туғыҙ альбомлыҡ фотомәғлүмәт йыйылды.
Яңауылдарға рәхмәт, тальян байрамын күтәреп алдылар. Му­зейға булыр тип, фотоаль­бом­дарҙы уларға тапшырҙым. Байрам­ға килгән тальянсылар һүрәттәрҙән туғандарын, ауылдаштарын таный, хатта уларҙа үҙҙәренең йәш саҡтарын табып ҡыуана. Китапҡа тигән яҙмалары әле һаман үҙ сәғәте һуҡҡанын көтә. Бәлки, башҡорт сәнғәтенең тарихы өсөн кәрәк булыр тип һаҡлайым.

Читайте нас