Шәхестәр
31 Октябрь 2020, 11:00

“Аҡыллы өлкән иптәш булды”

Өлфәт Мостафинды хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары һәм ғәилә ағзалары иҫкә алды һәм мәрхүмдең эштәре, уның изге йөрәкле булыуы тураһында һөйләне.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы менән хушлашыу айҡанлы ойошторолған матәм митингында Өлфәт Мостафинды хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары һәм ғәилә ағзалары иҫкә алды һәм мәрхүмдең ҡаҙаныштары, уның изге йөрәкле булыуы, тормошҡа ашырып өлгөрмәгән һәм планлаштырған эштәре тураһында һөйләне.
Өфө ҡалаһы башлығының элекке урынбаҫары, әле Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Салауат Хөсәйенов:
– Тәжрибәле оҫтаның, үҙенең бөтә ғүмерен тыуған еренә, ҡалаһына, республикаға, илгә бағышлаған хеҙмәтсәндең был донъянан китеүен ҡабул итеүе ауыр, бик ауыр. Уның өсөн бәләкәй, ҙур мәсьәләләр булманы. Миллионлы ҡаланың тормошо бер туҡтауһыҙ аға. Ул үҙенең эшмәкәрлеген был тиҙлеккә эйәреп, уңайлы шарттар булдырыуға арнаны. Аҡыллы өлкән иптәш булды. Унан да ышаныслыраҡ кешене табыуы ауыр. Ғәҙел, талапсан. Өлфәт Мостафин етәкселегендә эшләнгән бөтә эштәрҙе хәтерҙә һаҡлаясаҡбыҙ, - тине.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова:
– Ошо көндәрҙә бөтәһе лә хөрмәтле Өлфәт Мансур улына бәйле проекттарҙы, осрашыуҙарҙы иҫкә төшөрә. Ике ай элек ул мине Өфө мәғариф хеҙмәткәрҙәренең педагогик кәңәшмәһенә саҡырҙы. Башланыр алдынан күргәҙмәне ҡараныҡ. Ул аныҡ проекттарҙы белеп кенә ҡалманы, Өлфәт Мансур улы шундағы балаларҙы ла таный ине һәм социаль мәсьәләләр өсөн бар күңеле һәм йөрәге менән борсолдо. Уның иҫтәлегенә бергә ҡорған идея-пландарҙы тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, тип һанайым, - тип белдерҙе.
Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев:
– Бөгөн беҙ бөйөк яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ. Ул үҙенең бәләкәй тыуған иленең илһөйәре булды, тыуған ауылын, районын, мәктәбен һәм яҡташтарын яратты. Уның күңелле киң һәм йөрәге изге булды. Ул йыл һайын мәктәбенә килде, уҡытыусылары менән осрашты. Һуңғы килгәнендә мәктәпкә теген машиналары бүләк итте. Уҡыусылар һөнәр алһын һәм тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн тырышты. Ул Саҡмағош районының уңыштарына ҡыуанды, беҙҙең менән бергә борсолдо һәм ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өлфәт Мансур улы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, - тине.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас