Өфөлә билдәле скульптор Владимир Дворник вафат булды. Рәссамдар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, 49-сы йәше менән барған оҫтаның ғүмере ҡапыл өҙөлгән.
Ул 1972 йылдың 21 апрелендә Өфөлә билдәле рәссам һәм педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Дворниктың ғаиләһендә тыуған. Атаһы быйыл сентябрҙә вафат булғайны.
Владимир Дворник 1996 йылда Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү академияһын тамамлаған. 1987 йылдан төбәк-ара, республика, Рәсәй кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай. 1998 йылда Рәсәйҙең Рәссамдар союзына алына.
Ул үҙ ижады менән республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Билдәле, әһәмиәтле әҫәрҙәре араһында – БДПУ майҙанында шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға бюст, татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл (А.А. Миронов менән бергә эшләнгән), Өфөләге Еңеү паркында генералдар – Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм Таһир Кусимовҡа бюстар, Санкт-Петербург дәүләт университеты һарайында һәм Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Зәки Вәлидигә ҡуйылған бюстар, Сибай ҡалаһында, Миәкә, Балтас, Тәтешле райондарында Бөйөк Ватан һуғышына арналған мемориалдар һ.б.
“Башҡортостан” гәзите Владимир Дворниктың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.