Шәхестәр
13 Ноябрь 2020, 16:06

Баҫалҡылыҡ ине асылы…

Халҡы хәтерендә ҡалды.

Күренекле яҙыусы, публицист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премия лауреаты Рәшит Низамов 1935 йылдың 15 ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында донъяға килгән. Буласаҡ әҙипте тормош иркәләмәй, алдына әленән-әле һынауҙар ҡуя. Атаһы Зыяфетдин Бөйөк Ватан һуғышына алына, артиллерист-төҙәүсе булып хеҙмәт итә, әммә ҡәһәрле һуғыш уны аямай: яу яланында батырҙарса һәләк була.


Илһам сығанағы


Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре шулдыр инде: ҡаты ауырыу кескәй Рәшитте әсәһенән дә мәхрүм итә. Үкһеҙ етем ҡалған малайға, етенсе класты тамамлағандан һуң, Өфө­ләге 5-се балалар йортонда тәрбиә­ләнеп, 1-се интернат-мәк­тәптә (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем алырға насип була. Артабан барлыҡ ғүмере Өфө ҡалаһы менән бәйләнә. Әммә йылдар уҙып, яҙыусы булып та­нылғас та, Рәшит Низамов тыуған ауылы, ауылдаштары менән бәйләнеште бер ваҡытта ла юғалтмай, бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаған һуҡмаҡтарға үлән үҫтермәй.
Әҙәби ижадҡа илһам да яҙыу­сыға үҙ ауылының йәмле тәбиғә­те­нән килгәндер. Кескәйҙән крәҫ­тиән хеҙмәтенә күнегеп, халыҡ тормошон, көнкүрешен күреп үҫә. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ та көслө була малайҙа. Тормош ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәреп, етемлек ғазаптарын татып үҫкән егет күңелендә кешеләргә мәрхәмәт­лелек, ярҙамсыллыҡ, изгелек сифаттары нығына һәм ғүмере буйы уны оҙатып бара.
Ябайлыҡ, ихласлыҡ кеүек матур сифаттар ҙа олпат яҙыусының булмышын билдәләй, шуға күрә лә сираттағы китабы донъя күреү менән Рәшит Низамов шатлығын иң тәүҙә ауылдаштары менән уртаҡлашырға ашыға торғайны. Автографын ҡуйып, өр-яңы йы­йынтығын бүләк итеп, кинәнес кисерер ине. Яҙыусының бүләктәрен уҡыусы балалар ҙа, өлкән кешеләр ҙә ихлас ҡабул итте, бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Рәшит Низамов ғүмере буйы башҡорт әҙәбиәтен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнде. Уның макеттары буйынса эшләнгән буклеттар күп уҡыусыларға байтаҡ башҡорт әҙиптәренең тормошо һәм ижады менән танышырға форсат бирҙе. Ҡарап торғанда кескәй генә тойолған шул буклеттар өсөн күпме материал йыйырға, эҙләргә, урынлаштырырға, нәшер итеүҙе хәстәрләргә кәрәк икәнен әҙерләүсе үҙе генә белә. Ә Рәшит Низамов был эште, бар оҫталығын һалып, ихлас күңелдән башҡарыр ине. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында өлкән әҙәби консультант булып эшләгәндә төплө кәңәштәре, тос дәлилдәре менән күптәргә әҙәби ижад даирәһендә үҙ урындарын табырға ярҙам итте.
Байтаҡ әҙиптәргә хас булғанса, ижад эшен Рәшит Низамов журналистика менән йәнәшә алып барҙы. “Ленинсы,” “Баш­ҡортостан пионеры,” “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә, “Ваш собеседник” журналында эшләү осоронда яҙыусы булараҡ та танылды. Әҙәбиәт донъяһына ул үҙе балалар яҙыусыһы булараҡ килеп инде.
Тәүге китабы “Ышаныс” исеме менән 1971 йылда донъя күрҙе. “Ысыҡ ярыусылар” (1974) тигән икенсе йыйынтығын да уҡыусылар яратып ҡабул итте. Заманында ошо китабы республикала йәштәр өсөн яҙылған иң яҡшы баҫма тип баһаланып, “Ураҡ һәм Сүкеш” девизы менән үткән Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим ителгәйне. Һөҙөмтәлә ул Мәскәүҙә “Детгиз” нәшриәтендә рус телендә баҫылып сыҡты. Балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Аманат ҡылысы” повесын да бик йылы ҡабул итте уҡыусылар. 2003 йылда ижад ителгән “Танып ҡыҙы” повесы ла уҡыусы күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.


Әҫәрҙәрендә – илһөйәрлек хисе


Рәшит Низамов һуңғы йылдарҙа ҙурыраҡ күләмле, тарихи тематиканы күтәргән әҫәрҙәргә лә тотоноп, уңыштарға өлгәште. “Тәңре Улының Шишмәһе”, “Изге фарман” романдары – шундай әҫәрҙәр. Улар хаҡында матбуғатта ябай уҡыусылар ҙа, әҙәбиәт ғалимдары ла ыңғай фекерҙәр әйтте.
Әҙәби ижадта егәрле булған ошо ябай кешенең йәмәғәтселек эшмәкәрлегендә ҡыйыу, тәүәккәл икәнлегенә лә бер нисә мәртәбә шаһит булынды. Мәҫәлән, Рәшит Низамов 1993 йылда Башҡорт­остан Республикаһы Президентын һайлау осоронда халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырыу, тарҡаулыҡҡа килтереү йүнәлешендә эш алып барған “Экономика и мы”, “Гасыр”, “Яңырыу” гәзиттәрен финанслауҙы туҡтатыуҙы һорап, “Восток” банкы­һының Өфө филиалы етәкселегенә мөрәжәғәт итә.
Һөҙөмтәлә был баҫмаларҙың эшмәкәр­леге туҡтатыла. Ә инде бер заман, башҡорт алфавитын ла­тин графикаһына күсереү хаҡын­да һүҙ ҡуйыртыла башлағанда, әҙип тағы үҙ фекерен белдерҙе. 1999 йылдың 29 июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ултырышында алфавитты үҙгәртеү­ҙең ниндәй кире күренештәргә килтереп, рухи мәҙәниәтебеҙгә ҙур юғалтыу булырын аныҡ дәлилләп, төплө итеп сығыш яһаны.
Әҙиптең һүҙе был юлы ла өҫтөнлөк алды: алфавитыбыҙ һаҡланып ҡалды. Шулай уҡ халыҡты социаль яҡлау буйынса ла Рәшит Низамов үҙ фекерҙәрен юғары даирәләрҙә белдерергә ынтылды.
Ошоно дәлилләгән фактҡа күҙ һалайыҡ: балаларға һәм оло йәштәгеләргә матди ярҙам күрһә­теүҙе һорап, 2003 йылда Башҡорт­остан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итте. Был юлы ла яҙыусының фекере урынлы тип табыла: ун ете йәшкә тиклемге балаларға ошо йылда бер тапҡыр түләнә торған ике йөҙәр һум аҡса бүленде.
Күренеүенсә, Рәшит Низамов илем, халҡым тип янып йөрөүен ҡоро һүҙҙә генә түгел, аныҡ эштәре менән дә иҫбатлай (яҙыусының 75 йәшлек юбилейына арналған буклет мәғлүмәттәре файҙаланылды. – Р. И.)
Яҙыусы Рәшит Низамовтың илһөйәрлеге, халҡына ихтирамы әҙәби әҫәрҙәрендә айырыуса ныҡлы сағылыш таба. Хикәйә­ләрендә, повестарында булһынмы, йә романдарындамы үҙ ауылы, уның тәбиғәте беренсе урында. Был нимәлә күренә? Иң тәүҙә таныш ер-һыу атамаларында. Ауыл тирәһендәге күлдәр, йылғалар, хатта кескәй генә ҡыуаҡтар ҙа әҫәрҙәрҙә үҙ атамалары менән инеп китә (Ташлыкүл, Талпаҡ, Ҡарлыман, Уңғар ҡыуағы, Сәйфетдин тирәктәре һ.б.). Шулай уҡ яҙыусы үҙ төбәге өсөн хас булған дауалау ысулдарын да иҫкә төшөрә әҫәрҙәрендә (мәҫәлән, аҡ балсыҡ менән дауалау).
Яҙыусы ижадында йылҡы малына бәйле ваҡиғалар бәйән ителә. “Башҡорт халҡы борондан атты тоғро юлдашы итеп һанаған” тигән фекер байтаҡ әҫәрендә сағылыш таба. Был да уның тыуған ере, халҡы менән тығыҙ элемтәһенә ишара. Халҡыбыҙҙың борон йон­доҙҙарға ҡарап, төрлө тарафтарҙы билдәләүе беҙҙең һәр кемебеҙгә мәғлүм.
Был кешеләрҙең тәбиғәт, күк есемдәре менән бәйлелеге, күҙә­теүсәнлеге хаҡында һөйләй. Яҙыусының “Изге фарман” романында ылаусыларҙың йондоҙҙарға ҡарап йүнәлеште билдәләүе бик матур тасуирлана. Халыҡтың шундай тәжрибәһе бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған.


Сәсәнлек һәләте


Рәшит Низамов әҫәрҙәрендә һәр образ тиерлек үҙенең тыуған ауылы кешеләре тормошонан алынған. Ҡайһылары үҙ исеме менән, ҡайһы­лары үҙгәртелгән. Ғөмүмән, был кешеләр үҙ ғүмерендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырған, ҡайһылыр яҡтан танылыу яулаған, хөрмәт ҡаҙанған. Китап уҡыусылар менән осрашыу­ҙарҙа яҙыусы үҙе лә был хаҡта ентекләп һөйләй торғайны. Мәҫәлән, “Изге фарман”дағы Алсынбай, Нәзифә, “Һырғауыл” хикәйәһендәге мейес сығарыусы Нариман, һырғауылға менеүҙә ал бирмәгән Фәтхетдин – ана шундайҙар.
Әҫәрҙәрендә урындағы һөйләш формаларын оҫта ҡулланыу ҙа Рәшит Низамовтың туған тамыр­ҙары менән ныҡлы бәйлелегенә ишаралай. Шул уҡ ваҡытта был художестволы һүрәтләү аша ысын­барлыҡты уңышлы сағылдырыуға булышлыҡ итә. Образдар телмәре ниндәйҙер ҡоро трафарет форма булып түгел, ә тормошсан, йәнле итеп ҡабул ҡылына. Мәҫәлән, Р. Ни­замов геройҙары көньяҡ диалекттың урта һөйләшенә хас булғанса анта, мынта, алтылар, килтеләр, уллар, баллар, ҡайҫы һ.б. тип хәбәр һөйләй. Яҙыусының халыҡ менән яҡынлығы, һөҙөмтәлә әҫәрҙәренең халыҡсанлығы шунда ла күренә.
Рәшит Низамов халыҡсан тапҡыр һүҙҙәр менән уңышлы эш итте. Халҡының тел байлығы, һөйләү үҙенсәлеге яҙыусы тарафынан ныҡлы өйрәнелгәйне. Ана шуларҙы килер быуындарға ла тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы ул. Халыҡ тарафынан сығарылған мәҡәл, әйтемдәр менән бер рәттән, яҙыусы үҙе ижад иткән мәҡәл-әйтемгә тиң һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр ҙә иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, “Изге фарман”дағы ошондай тапҡыр фразалар фәһемле: “Ышанмаҡ – намыҫты аҡламаҡ”, “Килгән яуға сапмаҡ – илгә именлек бирмәк”, “Бөркөт балаһы гел ояһында боҫоп ятмай”, “Тәгәрмәс тә әйләнә-әйләнә ыуала”, “Ҡорал тотоу – илде һаҡлау” һәм башҡа миҫалдарҙа ғына ла яҙыусының сәсәнлек һәләте күҙгә бәрелеп тора.
Р. Низамовтың әҫәрҙәрендә тыуған ауылы тарихына бәйле мәғлүмәттәр ҙә табырға мөм­кин. Мәҫәлән, “Уңғар ҡыуағы” хикәйә­һендә Миңлейән менән Рабиға араһында ошондай һөйләшеү бар. Миңлейәндең таллыҡ исемен ни өсөн Уңғар ҡыуағы тип атауына Рабиға ғәжәпләнеп һорау бирә: “Ниңә Уңғар һуң? Ниңә Томансы түгел?” Яуап шулай: “Борон заманда уңғарҙар йә­шәгән бында. Хәҙер улар Карпат тигән тау аръя­ғында көн итә, ти. Анау битләүҙә улар­ҙың йорттары булған”. Хикәйә геройҙары беҙ­ҙең тарафтарҙа мадъярҙар (хәҙерге венгрҙар) йәшәгәнлеге тураһындағы фаразды иҫкә төшөрәләр. Бишауыл-Уңғар атама­һындағы Уңғар ҙа ошо фараз менән бәйләнә.
Ошо рәүешле Рәшит Низамов үҙен илһөйәр әҙип, халыҡ улы, ҡыйыу публицист, тарих белгесе итеп танытты. Түрәләр алдында биштән бөгөлөп ялағайланмаған, мин-мин тип күкрәк һуғырға ғәҙәтләнмәгән, шаҡ ҡатырғыс юбилей тантаналарына ҡыҙыҡмаған, лайыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, маҡтаулы исемдәр, дан-шөһрәт артынан ҡыумаған баҫалҡы әҙип булып халҡы хәтерендә ҡалды.
Читайте нас