Бөрө ҡалаһында ойошторолған “Бөрө алмаһы” алма фестивален даими күҙәтеп барам, хатта Ҡала көнөндә бер тапҡыр уны тамаша ҡылырға ла насип булды. Саранан материал әҙерләгәндә, конкурсанттар менән әңгәмәләшеү күңелгә кинәнес бирҙе. Унда башҡорт ҡыҙҙарын осраттым, дәртле бәйгеселәр араһында милләттәштәремдең күп булыуына шатландым, ә инде уларҙың призлы урындарҙы яулауы ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Милләттәштәрем тигәндән, Бөрө районында бер нисә башҡорт ауылы иҫәпләнә. Үрге Ласынтау, Түбәнге Ласынтау, Яңы Байыш, Яңы Яндыҙ, Үгеҙ һәм бүтән ауылдарҙа улар бынамын тигән донъя көтә, изге уй-ниәттәрен тулыһынса тормошҡа ашыра. Шулай уҡ Бахтыбай, Яңытау, Айбаш, Үрнәк, Шалҡан, Уҫаҡ, Шишмәлә лә ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ бар. Уларҙың һәр береһенең тамырҙары ҡайһы ырыуға һәм зат-нәҫелгә барып тоташыуын төҫмөрләү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай.
Арҙаҡлы тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” тигән китабында яҙыуынса, Үрге Ласынтау XIX быуаттың 50-се йылдарында барлыҡҡа килгән, дөрөҫөрәге, Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан бер төркөм аҫаба башҡорттар бүленеп сығып, уға нигеҙ һалған. Бында тәүҙә башҡорттар ғына ғүмер кисергән. Шул иғтибарға лайыҡ, XIX быуаттың баштарында ата-бабаларыбыҙ сит тарафтарҙан беҙҙең яҡтарға бәхет эҙләп килеп сыҡҡан мишәр менән типтәрҙәрҙе ҡабул иткән. 1917 йылда иһә улар 29 кеше булған. Ә инде 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Үрге Ласынтау башҡорт һәм татар ауылы тиелгән, ә быға хәтлем ул һәр саҡ саф башҡорт ауылы булып яҙылған.
Түбәнге Ласынтау ауылы тураһында ла ошолай әйтә алабыҙ. Яңы Байыш һәм Яңы Яндыҙҙың яҙмышы ла уларҙыҡына тамсылай оҡшаған. Ә бына Аҡҡайын ни сәбәптәндер мари һәм рус ауылдарына әйләнгән тигән фараз йәшәй.
Башҡорт ауылы Үрге Ласынтау республикабыҙға ғына түгел, хатта тотош илгә бик күп күренекле шәхестәр биргән. Был турала һәр беребеҙ яҡшы хәбәрҙар. Мәҫәлән, билдәле дәүләт һәм партия эшмәкәре, атаҡлы сәйәсмән, оҙаҡ йылдар КПСС Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары кеүек юғары вазифаны биләгән Социалистик Хеҙмәт Геройы Зыя Нуриев тап ошо ауылдан. Мәсьәләгә яҡыныраҡ килеү өсөн уның яҙмаһынан өҙөк килтерәйек. “Мин 1915 йылдың 21 мартында ауылда, крәҫтиән ғаиләһендә, башҡортса әйткәндә, Үрге Ласынтау ауылында тыуғанмын, – ти Зыя Нурый улы үҙенең “От аула до Кремля” тигән китабында. – Бөрө ҡалаһынан – һигеҙ һәм Өфөнән 130 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ул. Рус теленә тәржемә иткәндә, ауылым Бейек Бөркөт тауы тип атала. Ауылым йәмле Ағиҙел йылғаһының иң бейек ярында урынлашҡан. Биләмә шул хәтлем гүзәл, бында иҫ киткес хозур тәбиғәт. Ағиҙел ныҡ таша, унан ҡалған һыу ауылымдың уртаһына йыйыла. Ауылдаштарым күп итеп мал аҫрай торғайны... Беҙҙә Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары бик тә күңелле үтә ине, бынан тыш, һабантуйҙы ла түҙемһеҙләнеп көтөп ала торғайныҡ...”
Зыя Нуриев яҙыуынса, бүтән башҡорт ауылдары шикелле, уларҙа ла хәлдәр бик шәптән булмай. Ауылда совет мәктәбе эшләмәгән. Хәҙрәт, мулла һәм мәзиндән башҡа, Фазлиәхмәтте иҫәпкә алмағанда, уларҙы русса, шулай уҡ туған телендә лә уҡырға һәм яҙырға өйрәтергә бүтән бер кем дә булмай.
Китаптан йәнә өҙөк килтерәйек. “Мин мәктәптә яҡшы уҡыным. Бигерәк тә уҡытыусы Зоя Ивановна миңә йылы ҡарашта булды. Ул беҙгә йыш килеп йөрөнө, башҡортса һөйләште. “Улығыҙ шул тиклем отҡор, тырыш, киләсәктә мотлаҡ берәй ергә уҡырға ебәрергә кәрәк”, – тип уҡытыусым һәр саҡ әсәйемә ҡабатлай торғайны”.
Ғалимдар башҡорттар тураһында нимә тигән?
Бөрө һүҙен телгә алыу менән шунда уҡ Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы күҙ алдына баҫа. Юғары уҡыу йорто 1939 йылда Бөрө уҡытыусылар институты булараҡ асылған, ә 1952 йылда иһә Бөрө дәүләт педагогия институты, һуңғараҡ Бөрө дәүләт педагогия социаль академияһы итеп үҙгәртелә. Уның ҡарауы, ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, уның илебеҙгә төплө белгестәр әҙерләү тәңгәлендә роле бик ҙур. Ошо күренекле юғары уҡыу йортонда байтаҡ ваҡыт филология фәндәре кандидаты Айһылыу Вахитова студенттарға белем бирҙе. Ғалимәнең яҙмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ. “Башҡорттар – Евразияның иң боронғо халыҡтарының береһе, – тип башлаған мәҡәләһен А.Ғ. Вахитова. – Танылған ғалим С.И. Руденко, комплекслы метод ярҙамында этнография, антропология, археология, тарих, лингвистика тармағындағы материалдарҙы файҙаланып, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш территорияһында ғүмер иткән башҡорттарҙы этник яҡтан – боронғо тиссалеттар, ә көньяҡ һәм көнсығыш башҡорттарҙы иран телле савроматтар – иирктар менән бәйләй. Ғалим башҡорттарҙың төп этник һыҙаттарын беҙҙең эраның I быуаттарында формалашыуын билдәләй.
Ҡайһы ғына халыҡтың тарихын алма, тәү сиратта, теленә иғтибар итәһең, теле менән бергә уның иң боронғо үҫешенә ҡағылышы булған үҙенсәлектәре лә ярылып ята. Был йәһәттән башҡорт теленең фонетик системаһының формалашыуын һәм диалект үҙенсәлектәрен телгә алыу зарур.
Бигерәк тә, ғилми дискуссиялар объекты булараҡ, төньяҡ-көнбайыш диалект ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Үҙемә, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы булараҡ, республикабыҙҙың төньяҡ райондарына йыш сығырға насип булды. Абитуриенттар менән эҙмә-эҙлекле эш алып барыу, Башҡортостан Мәғариф министрлығының заданиеһын үтәү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Урындағы халыҡ менән тығыҙ аралашырға тура килде, һәр саҡ уларҙың тел үҙенсәлектәренә иғтибар итергә тырыштым. Бөрө районы тураһында әйтеп тораһы ла түгел”.
Филология фәндәре кандидаты Айһылыу Вахитова һөйләүенсә, был яҡтарҙа оло быуын кешеләре үҙҙәренең аҫаба башҡорт икәнен сәғәттәр буйы аныҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итә ала.
“Беҙҙең башҡорт булыуыбыҙҙы бүтән халыҡ бик яҡшы белә, – ти әңгәмәсем. – Мәҫәлән, һин берәй удмурт йәки мари ауылына барып ҡара, һәр саҡ башҡорт, тиҙәр. Беҙҙәге студенттар араһында танып, ирәкте, балыҡсы, ҡанлы, йәлдәк, таҙлар, урман-гәрәй һәм башҡа ырыу вәкилдәре белем эстәй. “Беҙ – башҡорттар!” – тип ғорурланып әйтә уларҙың һәр береһе. Мин, әлбиттә, был хаҡта бик яҡшы беләм”.
Автор хатында билдәләп үтеүенсә, уҡытыусыһына студенттарҙың һорауы бихисап булған, ул һәр береһенә ентекле итеп аңлатыуҙы үҙенең төп бурысы һанай.
Бөрө башҡорттары ауылдарының тарихын ныҡ теләп өйрәнә, ер-һыу атамаларының этимологияһын, легенда-риүәйәттәрҙе, бәйет-мөнәжәттәрҙе оло быуындан һораша, кемдер йәштәргә еткереүҙе үҙенең бурысы итеп һанай, китап итеп туплаусылар ҙа юҡ түгел. Йыр-моңға әүәҫ халыҡ улар, ижад утында янып йәшәйҙәр.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бөрө районында ғүмер иткән дөйөм халыҡтың 11,4 проценты – башҡорттар, ә ҡала халҡының (ҡалала бөтәһе 40 мең тирәһе кеше йәшәй) 11 проценты – башҡорт.