Шәхестәр
17 Ноябрь 2020, 09:47

Күңелебеҙҙә ихлас кеше булып һаҡланыр

Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ Самат Ғәлимйән улы ҒӘЛИНдең баҡыйлыҡҡа күскәненә ҡырҡ көн....

Быйылғы көҙҙөң октябре “Башҡортостан” гәзите редакцияһына оло юғалтыу килтерҙе: баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлимйән улы Ғәлин мәңгелеккә фани донъянан китте. Бөгөн уның вафатына – 40 көн...


Самат Ғәлимйән улы сығышы менән Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. Ул – бар ғүмерен журналистикаға арнаған шәхес. Хәбәрсе булараҡ, хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһында нәшер ителгән “Атайсал” төбәк гәзитендә башлай. Артабан “Башҡортостан” гәзитендә эшләне, 2013 – 2015 йылдарҙа Әбйәлил районының “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире һәм Әбйәлил районының мәғлүмәт үҙәге директоры булды. 2015 йылда “Башҡортостан” гәзитенә кире ҡайтып, баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ хеҙмәт юлын дауам итте.


Самат Ғәлимйән улы хеҙмәттәштәре күңелендә һәр ваҡыт алсаҡ, ярҙамсыл, ихлас күңелле кеше булып һаҡланыр. Был иҫтәлектәр ҙә шуға дәлил. Коллегабыҙҙың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын йәнә бер уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.


Киләсәккә уй-ниәттәре ҙур ине...


Ысын мәғәнәһендә эскерһеҙ, яр­ҙамсыл, ихлас кеше ине ул Самат Ғәлин. Әленән-әле ко­мандировкаларға сығып, республика тормошо, замандаш­та­ры­быҙ тураһында мәҡәләләр әҙер­ләр булды. Тиҙ һәм сифатлы итеп яҙып тапшыра тор­ғайны. Мә­ҡә­ләләрен кабинетыма индереп һала ла: “Тағы ко­манди­ровкаға сығам әле, апай, Айрат (фотохәбәрсе) менән. Фәлән районға барып әйләнергә кәрәк, гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ла һөйләшәһе бар...” – тиер ине.


Ул ижад иткән һүрәтләмәләр, мәҡәләләр, репортаждар гәзит­тең йөкмәткеһен байытты. Килә­сәккә эш һәм тормош пландары, уй-ниәттәре ҙур ине уның. Һауығып эшкә сығыуын көттөк, әммә бүлмәһенең ишеге һаман бикле килеш ҡалды...


Ә редакция офисында нисек етеҙ атлап йөрөр ине Самат. Оҙон коридорҙың үрге осонан уҡ йылмайып, ҡул болғап, матур итеп иҫәнләшер булды ул...


Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡат­наш­лығындағы байрам кисә­ләрендә лә тотош коллективты дәртләндереп, кинәнеп бейеп-йырлап, ихлас күңел аса белде. Ә кәүҙәһе, үҙен тотоштары — хас артистарса. Тауышы ла бит, профессиональ диктор­ҙарҙыҡы кеүек, яғымлы, матур ине...


Самат хаҡында “ине” тип яҙыуы ла ҡыҙғаныс. Ул бик иртә китте. Ауыр юғалтыу — яҡын­дары өсөн дә, беҙҙең өсөн дә...


Миңзифа ИЛТЕНБАЕВА,

“Башҡортостан” гәзитенең яуаплы секретары.


“Үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтырмын ул...”


Октябрҙең ул иртәһе ауыр хәбәр менән башланды һәм тотош көн шул ауыр тойғо баҫымында үтте...


Беҙ Самат Ғәлимйән улы менән 1993 йылдан таныш булдыҡ. Төркөмдәшем Земфира Ишбаева менән БДУ-ның беренсе курсын тамамлап, Сибайға, бер нисә йыл элек кенә асылған “Атайсал” гәзитенә практика үтергә барғайныҡ. Коллектив бәләкәй генә – алты-ете кеше. Самат ағайыбыҙ (беҙ баштан шулай тип өндәштек) яуаплы секретарь ине. Ул саҡта уҡ бик бөхтә, модалы кейенеүе хәтерҙә ҡалған: оҙон итеп алдырылған сәсе, ҡара оҙон плащы айырыуса иҫтә. Эшкә етеҙлеге лә шул заманда уҡ һалынғайны.


Артабан йыл һайын йәйгеһен ошо гәзиттә практика үтеп, диплом алып ҡайтҡас, ысын коллегалар булып киттек.

Әбйәлилдә эшләгән йылдарында ла, уның да, беҙҙең дә ғаилә Өфөгә күскәс тә, коллегалар булараҡ, бик йылы ара­лаштыҡ, Сибайҙы, гөрләп торған йәш саҡтарҙы һағынып иҫләп ала инек.


Һуңғы ике йылдан ашыу ва­ҡыт бер редакцияла эшләргә на­сип булды. Ошо ҡыҫҡа ғына ва­ҡыт эсендә әллә күпме район­дарҙа эш сәфәренә барып өл­гөр­гәнбеҙ икән: Благовар, Биш­бүләк, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Иглин, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Краснокама, Ҡалтасы... Командировкалар мәлендә лә, эштә лә ул һәр ваҡыт үҙен хәстәрлекле кеше итеп танытты. Юл бит кешенең кем икәнен бик асыҡ күрһәтә, юлда кешеләр бер-береһенә асылып һөйләшә.


Бергә барған һуңғы коман­дировкабыҙ быйыл мартта, әлеге зәхмәт башланғанға тиклем, Ҡал­тасы районына булды. Йылы яҙ­ғы көн ине. Айрат Нурмөхәмәтов фотоға төшөргән арала тышта көтөп, һөйләшеп торҙоҡ.


– Беҙ Өфөнән тыуған ергә күсеп ҡайтырбыҙ ул... – тине Самат Ғәлимйән улы.


– Ни эшләп?


– Өфөнө бер ҡасан да артыҡ оҡшатманым. Үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡы, туғандар менән аралашып, бергә-бергә йәшәге килә. Ике аҙна элек бер апайым саҡырғайны, ҡайтып йөрөп килдек, был аҙнала икенсе апай, аят уҡытам, ти. Ҡайтып булмай, гел юл йөрөргә алыҫ бит, шуға күрә күсеп ҡайтырғамы икән, тип уйлана башланым...


– Хаҡлы ялға сыҡҡас та өлгөрөрһөгөҙ әле...


– Юҡ, хаҡлы ялды көткөм килмәй. Ғүмер үтә бит, һылыу...


– Эш буламы һуң? Ҡайҙа төпләнергә уйлайһығыҙ инде?..


– Эш табылыр әле. Ә ҡайҙа ҡайтырға икәнен уйлайым әле, Магнитҡамы... Әбйәлилгәме...


Әйткәндәй, Самат Ғәлимйән улы редакциялағы үҙенән кесе һәр ҡатын-ҡыҙ коллегаһына “һы­лыу” тип өндәште, яҡын итеп, һең­ле кеүек күреп әйтә ине был һүҙҙе. Алсаҡлығы, ихласлығы, йылмайыу балҡыған көләс йөҙө, шаяртыуҙары менән иҫтә ҡалыр инде беҙҙең күңелдәрҙә...


“Ҡайтырға уйлайым. Магнит­ҡамы... Әбйәлилгәме...” тигәйне. Һәм ул, ысынлап та, Әбйә­лиленә ҡайтып китте... Бөтөн­ләйгә. Мәңгегә.


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА,

хаттар бүлеге мөдире.


Хәтирәләр йылы, яҡты, онотолмаҫ...


Самат ағайға бәйле күп ва­ҡиғалар хәтергә төшә. Барыһы ла шундай йылы, яҡты, онотол­маҫ...


Ул балаларға ҡарата ғәжәп иғтибарлы, хәстәрлекле ине. Мә­ғариф бүлегендә бергә эш­лә­гән йылдар. Минең ҡыҙым 20-се башҡорт гимназияһында беренсе класта уҡый башланы. Дәрестән һуң редакцияға килә лә каби­нетҡа инеү менән иҫнәргә тотона. Быны күргән Самат ағай тәүге көндәрҙә үк башҡа бүлмәләрҙән артыҡ ултырғыстарҙы алып инеп, балаға шәп “урындыҡ” яһап ҡуйҙы. Ҡыҙым килеп, сәй эсә лә, аяҡ кейемен һалып, хужаларса эре генә шул урындығына ятып йоҡлап китер ине. Самат ағай ингән берәүгә: “Тауышлан­мағыҙ, бәләкәс йоҡлап алһын”, – тип шыбырлар ине.


Балаларҙы үҫтергән ваҡытта табиптарға күрһәтеү, белгес­тәргә сират проблемаһы килеп тыуған­да ла, Самат ағайҙың күп ярҙамы тейҙе. “Ҡана, еңгәңә шылтыратайым әле. Моғайын, берәй яйы сығыр”, – тип медицина тарма­ғында эшләгән ҡатыны – үҙе ке­үек үк ихлас, хәстәрлекле Зөһрә ханым менән һөйләшеп, мәсьә­ләне йәһәт кенә хәл итеп ҡуйыр ине.


Ошо һәм башҡа һәр ғәмәле аша редакцияла электән һаҡла­нып килгән өйҙәге кеүек йы­лылыҡты, туғанлыҡ мөхитен нығытып, һәр беребеҙҙең күңел бөтөнлөгөн хәстәрләп торҙо, бер йылмайыуы менән кәйефте күтәреп ебәрер ине.


Мин генә түгел, Самат ағай­ҙың изгелектәрен күргән, осраған һайын шаян һүҙҙәрен ишеткән ҡыҙым менән улым да илап алды, уның бик иртә арабыҙҙан китеүен ишетеп.


Рәхмәттәребеҙ рухығыҙға доға булып барып торһон, Самат ағай...



Читайте нас