Шәхестәр
20 Ноябрь 2020, 14:12

Илдәр араһында күпер һалған илсе

Башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер Кәрим Хәкимовтың тыуыуына – 130 йыл.

Башҡорт ерен, халҡыбыҙҙы данлаған бихисап билдәле шәхестәр бар, әммә улар араһында донъяуи кимәлдә танылыу яулаған арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр совет илсеһе булып танылған Кәрим Хәкимов айырым урынды биләп тора.


Халҡыбыҙҙы донъяға танытҡан


Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов тураһында беҙ, нигеҙҙә, күренекле драматург Нәжиб Асан­баевтың “Ҡыҙыл паша” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль аша беләбеҙ. Режиссер Лек Вәлиев сәхнәләштергән әҫәр оҙаҡ йылдар дауамында Башҡорт дәүләт академия драма театрында даими ҡуйылған. Илсе Кәримде – Әхтәм Абушахманов, король Йәғәфәрҙе – Хөсәйен Ҡудашев, хәрби министр Әхмәтте Хәмит Шәмсетдинов кеүек билдәле сәнғәт әһелдәре башҡар­ған. Пьесаның премьераһы Мәс­кәүҙә лә ҙур уңыш менән үткән. Һуңынан үҙәк телевидение ошо пьесаға нигеҙләнеп фильм-спектакль төшөргән, 22 ғәрәп иле уны һатып алған.
Халҡыбыҙ тарихында юйылмаҫ­лыҡ эҙ ҡалдырған Кәрим Хәкимов­ты бөгөн дә онотмайҙар, быйыл иһә уның тыуыуына 130 йыл тула. Ошо айҡанлы, шәхестең яҡты иҫтә­леге хаҡына уның тормош юлын бер аҙ байҡайыҡ.
Кәрим Хәкимов 1882 йылдың 28 ноябрендә Бәләбәй өйәҙенең Дүсән ауылында тыуған. Сығышы менән Һарайлы-мең ырыуы баш­ҡорто. Буласаҡ илсенең бала сағы бик ауыр шарттарҙа үткәнлеге мәғлүм. Ғаиләләге ун биш баланың алтыһы ғына иҫән ҡалған. Кәрим­дең ҡустыһы Халиҡ Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге академияны тамамлаған, техник фәндәр докторы һәм профессор дәрәжәһенә өлгәшкән. Мәғниә һеңлеһе иһә оҙаҡ йылдар Башҡортостан ауыл хужа­лығы институтында уҡытҡан.
Яҡташтары Кәрим Хәкимовтың иҫтәлеген оло ғорурлыҡ менән һаҡлай, уға бәйле тарихи документтар, фоторәсемдәр Бишбүләк районының Дүсән ауылындағы музейҙа урын алған.
Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, яҡындары Кәрим ағала­рын бик һәләтле, аралашыу­сан кеше тип хәтергә алған. Ташҡа баҫылған иҫтәлектәрендә ошондай юлдар бар: “Кәрим бәләкәйҙән үк халыҡ йырҙарын ярата, үҙе лә матур йырлай, барлыҡ ҡыллы музыка ҡоралдарында ла иркен уйнай ала ине. Тәбиғәт уға башҡа һәләттәрҙе лә мул бүләк иткән. Ауылға ҡайтһа, тегеү машинаһы, сепаратор, сәғәт төҙәтергә шәп ине”.
Кәрим Хәкимовтың ун дүрт йәшендә Ырымбур яҡтарына сығып китеүе, шул яҡта мәҙрәсәлә белем алыуы билдәле. Унан яҙмыш ел­дәре Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә килтергән. Унда буласаҡ илсе фарсы, ғәрәп һәм Европа телдәрен өйрәнгән, ҡаҙаҡ ауылында балалар уҡытҡан. Артабан Урта Азия шахталарында эшләгәне мәғлүм.
Шулай уҡ, асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, Кәрим Хәкимов 1918 йылда Ырымбур губернаһының хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайланған, халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Аҡтүбә фронтында 2-се интернационал полкы командиры, 1919 йылдан алып 2-се башҡорт-татар батальоны командиры булған.
1920 йылда М.В. Фрунзе менән Төркөстанға ебәрелгән. Бохара Халыҡ Совет Республикаһында РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, шул уҡ республиканың Коммунис­тар партияһының үҙәк комитеты секретары булған.
Матбуғат баҫмаларында шулай уҡ Кәрим Хәкимовтың тормош иптәше Хәҙисә апайҙың иҫтәлек­тәре донъя күргән. Унда түбәндәге юлдар бар: “1921 йылдан башлап Кәрим Хәкимов дипломатик хеҙ­мәттә булды, йәшәүебеҙ, нигеҙҙә, ситтә, Көнсығыш илдәрендә үтте. Сәғүд Ғәрәбстанына 1924 йылда килгәнебеҙҙе хәтерләйем. Ул бында Совет консуллығын ойошто­рорға тейеш ине. Ҡырҡ биш гра­дусҡа еткән эҫелек, насар көнкүреш шарттары, һыуҙың, аҙыҡ-түлектең етешмәүе хеҙмәткәрҙәрҙе аяҡтан йыҡты. Күбеһе, шул иҫәптән Кәрим дә биҙгәк менән ауырыны. Шулай булһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, ауырыуҙар тураһында ҡайғыртты. Башҡа сит ил вәкил­дәренән айырмалы, алыҫ юлға сыҡҡанда ла һаҡсы алманы, машинаны үҙе йөрөттө. Тәүге сиратта ил мәнфәғәтен уйланы”.
1921 йылдың октябрендә Кәрим Хәкимовты Ирандың Мәшһәд ҡалаһына генераль консул итеп тәғәйенләйҙәр. 1923 йылдан алып Ирандың Решт ҡалаһындағы РСФСР-ҙың генераль консулы вазифаһын башҡара һәм шул уҡ ваҡытта совет-фарсы ҡатнаш сик комиссияһында эшләй. 1924 йыл­дың ғинуарында ул йәнә Мәскәүгә саҡыртылған һәм Хәкимовты Хиджаз короллегенең СССР-ҙың генераль консулы итеп тәғәйенләргә ҡарар иткәндәр. Шулай итеп, 1924 йылдың 6 авгусында К.Ә. Хәкимов үҙенең ғаиләһе һәм Генераль консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Джидда ҡалаһына юлланған.
1925 йылдың декабрендә Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеге менән һуғыш барышында Джидданы баҫып ала һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм ҡушылған өлкәләрҙең (1932 йылдан алып – Сәғүд Ғәрәбстаны) короле тип иғлан итә һәм шулай итеп яңы дәүләткә нигеҙ һала. 1926 йылдың 16 февралендә Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып был дәүләтте таный һәм шул уҡ көндө Хәкимов королгә СССР-ҙың рәсми нотаһын тапшыра.
Кәрим Хәкимов король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдыра. Ғәрәп элитаһы һәм ябай халыҡ араһында ул Ҡыҙыл паша исеме менән бил­дәле була. Дипломат К.Ә. Хәкимов король ибн Сәғүдте СССР-ҙың Яҡын Көнсығышта стратегик партнёрына әйләндереү өсөн байтаҡ көс һала һәм был маҡсатын уңышлы тормошҡа ашыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең ҡанлы биттәре булып тарихҡа ингән золом йылдары, репрессия тулҡындары Хәкимовтар ғаиләһен дә ситләтеп үтмәгән. Кәрим Хәки­мов, 1938 йылдың 10 ғинуарында ялған ғәйеп тағылып, атыуға дусар ителгән. 1956 йылдың 28 ғинуа­рында иһә СССР Юғары суды ҡарары менән уны тулыһынса аҡлайҙар. Шуныһы ла мәғлүм: Кәрим Хәкимовҡа ҡағылышлы реп­рессия Сәғүд Ғәрәбстанында ха­ким­лыҡ итеүселәр күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған. 1938 йылдың 13 апрелендә Ибн Сәғүд СССР-ҙан башҡа тулы хоҡуҡлы илсене ҡабул итеүҙән баш тартҡан һәм уның менән дипломатик мөнәсәбәт­тәр шул уҡ йылда өҙөлгән һәм ни бары 1990 йылдар башында яңыртылған...


Иҫтәлеге мәңгелек


Бына ошондай мәшһүр милләт­тәшебеҙҙең иҫтәлеген оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Хәйер, был йәһәттән бихисап эштәр башҡары­ла килә. Мәҫәлән, быйыл, Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, Мәскәүҙә билдәле дипломат тураһында китап нәшер ителде. 300 дана китап төбәк китапханаларына таратылған. Унан тыш, яҡташыбыҙ тураһында тағы бер документаль фильм да төшө­рөргә тейештәр.
Шулай уҡ Өфөлә Башҡорт дәү­ләт университеты ҡарамағында Кәрим Хәкимов исемендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм Көнсығышты өйрәнеү институты ла барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Республика көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Ә Башҡортостан китапханалар Ассоциацияһында Кәрим Хәкимов тураһындағы мәғлүмәттәрҙе халыҡ­ҡа еткереүҙең заманса ысулын тапҡандар: комикстар рәүешендә нәшер ителгән беренсе баҫма “Әбдел-Ғәзиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты” тип атала. Әлеге мәлдә 44 битлек комикс 3160 данала донъя күргән һәм улар республика китап­ханаларының фондтарына баш­ҡорт һәм рус телендә берәр дана бүленгән.
“Кәрим Хәкимовтың тере китабы” проектын Башҡортостан китапханалар Ассоциацияһы Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡ­тарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Грант аҡсаһына тормошҡа ашырған. Ҡатмарлы тарихи материалды ябай, аңлайыш­лы ысул менән рус һәм башҡорт телдәрендә еткерә алған был эш башҡа социаль һәм сәйәси яҡтан әһәмиәтле проекттарҙан айырылып тора. Авторҙарҙың маҡсаты – республика китапханаларына йәш­тәрҙе йәлеп итеү, башҡорт телен популярлаштырыу, тарихыбыҙға ҡарата йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
Бөгөн иһә “Кәрим Хәкимовтың тере китабы” проектының презен­тацияһы үтә. Сара мәшһүр совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуының 130 йыл тулыуына арнала, унда билдәле карикатурасы, ижади шәхес Камил Буҙыҡаев һәм даны бөтә Рәсәйгә таралған “Муха” студияһының ижади төркөмө ҡат­наша. Коронавирус инфекция­һына бәйле, сараны дистанцион технологиялар ярҙамында ойошторалар. Презентацияны түбәндәге һыл­танма буйынса ҡарарға һәм комикс хаҡында фекер алышырға мөмкин: https://youtu.be/DT2KIND9d44.


Читайте нас