Шәхестәр
27 Ноябрь 2020, 17:37

“Мин бөтәһенән дә уңдым”

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында БАССР-ҙың, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовҡа арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында БАССР-ҙың, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовҡа арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды.


Бындай кисәләрҙең үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәре бар – шәхес менән таныш булғандар уны хөрмәтләп иҫкә ала, дөйөм иҫтәлектәрҙе күҙ уңынан үткәрә, ә башҡаларға иһә, баҡыйлыҡҡа күскән ижадсының ғүмер юлын байҡап, уның менән яҡындан танышырға, ижадына ғашиҡ булырға мөмкинлек бирелә.
Заһир Вәлитов – башҡорт театр сәнғәтенең аҡһаҡалдарының береһе, БАССР-ҙың ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы. Уға быйыл 80 йәш тулған булыр ине. Ул Күгәрсен райо­нының Вәлит ауылында тыуа, бала саҡ йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә. Шуға күрә­лерме, Заһир Суфиян улының тормошондағы һәр ваҡиға айырым әҙәби әҫәргә торошло. Заһир Вәлитов быны яҡшы аңлай, күрәһең, үҙе иҫән саҡта “Юлдарым, йылдарым” исемле автобиографик китап сығарып та өлгөрә.
Был китап хәтер һәм ҡәҙер кисәһенең төп ҡоралы булды. Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары унан өҙөктәр уҡып ҡына ҡалманы, айырым мәлдәрҙе сәхнәләштереп тә күрһәтте. Халыҡ артисының ғүмер юлын тасуирлауҙы Илдар Ғү­мәров, Илһөйәр Ғәзетдинова, Рус­лан Хәйсәров, Сара Буранбаева башлап ебәрҙе.
“Тормош миңә ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да бер сама бирҙе”, – тип үҙ ғүмере хаҡында бәйән итә башлай Заһир Вәлитов. Үрҙә телгә алған актерҙар уның ғаиләһе, бала саҡ йылдары хаҡында һөйләне, Сара Буранбаева Заһир Суфиян улының әсәһе тураһында китаптан өҙөктәр уҡыны, уға Артур Кәбиров гитарала башҡарған “Әсәй” йыры менән ҡушылды. Азамат Юлдашбаев һүҙҙәренә Артур үҙе ижад иткән йыр Заһир Вәлитовтың әсәһе хаҡындағы хәтирәләренә айырым мәғәнә өҫтәп ебәргәндәй тойолдо.
Заһир Вәлитов үҙенең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән бала сағы хаҡында бәйән иткәндә, айырыуса аслыҡ хаҡында күңелгә үткәреп яҙып ҡалдырған.
Атаһы Суфиян һуғышҡа алына, әсәһен Бөрйән районына урман эшенә ебәрәләр – бәләкәй Заһир өләсәһе ҡарамағында тороп ҡала.
Һыйырҙарын күршеләре сән­сеп үлтерә, малҡайҙың тиреһен һыуыҡтан һаҡлаһын өсөн ишеккә эләләр. Ашарға бөтөнләй аҙыҡ булмағас, Заһирҙың өләсәһе шул тирене ҡырҡып алып, мейестә ҡыҙҙыра.
“Донъяла серек картуфтан тәмлерәк аҙыҡ булмағандыр ул саҡта”, – тип яҙа был хәл-ваҡи­ғалар тураһында Заһир Вәлитов.

Уның мәктәп йылдары ла шул көйөнсә генә күҙ алдына баҫты – Морат Рафиҡов тубыҡтан быйма кейеп сығып, шул саҡтағы шуҡ малай Заһирҙың мәктәп мажараларын һөйләп күрһәтте.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Рәүис Заһитов хеҙмәттәшенә арналған хәтер кисәһендә йыр менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, был сарала моң шул хәтлем матур бирелгән – һәр иҫтәлек театрҙың оркестры башҡарыуындағы йәнле музыкаға үрелеп барҙы.
Халыҡ артисының Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Сибайҙағы Арыҫлан Мөбә­рәков исемендәге драма театрында эш башлауын, Башҡорт­остандың төрлө райондарына гастролдәргә йөрөүен бер төркөм актерҙар – Сәғиҙулла Байегет, Юнир Ҡоланбаев, Алмас Йосопов, Азат Вәлитов һөйләп кенә ҡалманы, Заһир Суфиян улының ҡатыны Сәриәгә яҙған хаттарын да уҡып ишеттерҙе. Күпме һөйөү, наҙ, айырылышыу һағышы һыйған был хаттарға! Уларҙың аҙағындағы “Көт. Шатлан. Һөй. Ышан” тигән һүҙҙәре генә үҙе ни тора.
Заһир Вәлитов актер булып эш башлаған Сибай ҡалаһын бик яратҡан, уның был һөйөүен “Сибай” башҡорт халыҡ йыры аша сағылдырҙылар. Сәғиҙулла Байегет ҡурайҙа уйнаһа, Юнир Ҡоланбаев йырҙы үҙәккә үтерлек итеп башҡарҙы. Заһир Вәлитов Өфөлә Башҡорт драма театрында эш башлауын, параллель рәүештә ғаиләһен ҡарауын да бик йәнле һүрәтләгән китабында. Актер Әхәт Хөсәйенов менән икеһенә бирелгән бер бүлмәлә улар ҡатындары, балалары менән алты кеше булып иңгә-иң терәп бик дуҫ йәшәйҙәр. Аҙаҡ уларҙың һәр береһенә фатир алыу насип була.
Хәтер кисәһендәге хәтергә уйылып ҡалған тағы бер мәл – Заһир Суфиян улының нисек өйөнә “стенка” йыһазын һатып алыуы хаҡында мажараһы булды. Был йыһаз өсөн ул Львов ҡалаһына оса, әммә юлы уңмай. Күп уйлап тормай, Заһир Вәлитов Вильнюсҡа юллана.
“5-6 көн самаһы ыҙаланғас, йыһазды Өфөгә ебәрҙем... Йыһаз алыу һылтауы менән Украинаны, Балтик буйын күреп ҡайттым”, – тип яҙа ул был хаҡта “Юлдарым, йылдарым” китабында.
Заһир Вәлитов, үҙенең тормош, ижад юлы хаҡында дө­йөмләштереп: “Мин бөтәһенән дә уңдым”, – ти. Ә уның тарафынан әйтелгән, китабында ташҡа баҫылып ҡалған ошо һүҙҙәр халыҡ артисының ғүмерлек миссияһын, уның сәхнәләге генә түгел, тормоштағы асылын да һынландыралыр: “Сәхнәлә Шекспир образын эҙләмәнем, милли драматургияла рәхәтләнеп уйнаным”. Шуға күрә халыҡ артисы тыуҙырған һәр образ сағыу ҙа, халыҡсан да.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының да, театр һөйгән тамашасының да Заһир Вәли­товтың яҡты рухына ҡарата һөйөүе, иғтибары һәм ихтирамы ҙур – ошо сифаттар асыҡ тойолдо уға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә. Был шәхестең ысын таланты, үҙ эшенә мөкиббән бирелеүе һәм баҡыйлыҡҡа күскәндә лә яҡты эҙ ҡалдырыуы хаҡында һөйләй.
Читайте нас