Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Ноябрь 2020, 22:16

Рәүеф Насировтың асыш-фараздары

Ул тарих битенә теркәгән батырҙары ҡоронда.

Рәүеф Насировты уҡыусы, башлыса, Александр Матросовтың ысынбарлыҡта яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеген иҫбатлаған журналист тип белә. Бынан тыш, Рәүеф Насиров – оҫта хикәйәләр (“Бурыс” хикәйәләр йыйынтығы, 1992 йыл,
“Китап” нәшриәте), “Ҡыйралыш” романы (2010 йыл, “Китап” нәшриәте) авторы, һәүәҫкәр рәссам, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарихын яҙыусыларҙың береһе. 1937–1938 йылдарҙағы золом ҡорбандары, хеҙмәте һәм көрәше менән йәнен фиҙа ҡылғандар, илебеҙҙе емереклектән күтәргән шәхестәр – барыһы ла уның геройҙары.


Рәүеф Насировтың журналист һәм тарихсы булараҡ эҙләнеүҙәре, тыуған яғының үткәне, башҡорт яуҙары йылъяҙмаһын тыуҙырыуы хаҡында тағы бер иҫкә төшөрөү фарыздыр, сөнки, ошо юҫыҡтан ҡарағанда, ул халҡы­быҙҙың милли үҙаңын үҫтереүгә, формалаш­тырыуға тос өлөш индергән ир-уҙамандарыбыҙҙың, ғалим-гөлләмәләребеҙҙең береһе булды. Әлбиттә, ул профессиональ тарихсы түгел, ниндәйҙер ҡалыптарға һыйған ғилми диссертациялар яҡламаны, һөнәре буйынса филолог, журналист ине.
Хәйер, уҡыусы өсөн бының әллә ни әһәмиәте лә юҡ, бары яҙғандарың уның күңеленә барып етһен, ниндәйҙер хис-тойғолар уятһын. Бәғзе бер тарихсыларҙың кандидатлыҡ, хатта докторлыҡ эштәре менән дә танышҡаным бар, әммә улар, минеңсә, бары фән, ғилми дәрәжә алыр өсөн генә яҙылған һымаҡ. Ә Рәүеф Насиров, инеш башын таҙартып йөрөгән кеше һымаҡ, ғилми эшмәкәрҙәрҙең ҡулы, хатта ҡомары етмәгән өлкәләргә барып етте, тарих сөңгөлдәренә сумды, халҡыбыҙ йәшәйешен, үткәнебеҙ инештәрен тергеҙҙе, халыҡ күңелендә, хәтер-кәштәләрендә һаман туҙанға күмелеп ятҡан биттәрҙе асты. Нәҡ шул яғы менән ул тарихсы-ғалим, тапҡыр телле, тәрән фекерле публицист ине.
Рәүеф Насиров оҙаҡ йылдар журналистика менән шөғөлләнде, гәзит-журналдарҙа эшләне. Тынғыһыҙ рухы, эҙәрмәнлек ҡомары уны ғилми эҙләнеүҙәргә, тарихҡа, этнографияға, фольклорға килтерҙе. Мәҫәлән, “Ғилем” нәшриәтендә 2005 йылда донъя күргән “Ете һыу башы” китабын ғына алайыҡ. Автор уны икенсе төрлө “Барын, ҡыуаҡандар тайраһы (шәжәрәһе)” тип атай. Бында ошо ырыуҙар тарихына XV–XVI быуаттарҙан башлап байҡау яһала. Барын һәм ҡыуаҡан ырыуы хәҙерге Учалы һәм уға сиктәш Силәбе өлкәһе ерҙәрен биләй. Хеҙмәттә уларҙың XVII–XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡаны, батырҙары тасуирлана, йырҙары һәм ҡобайырҙары, бәйеттәре бәйән ителә – шулай был ырыуҙарҙың тотош шәжәрәһе күҙ алдына баҫтырыла.
Журналистика уҡыусыны аптыратыуға (йәки уға яңылыҡ биреүгә) ҡоролған, фәнни тикшеренеүҙәр ҙә бәхәстәрҙән, шаҡ ҡатырғыс фараздарҙан башлана. Рәүеф Насиров та беҙҙе ошондай асыш-фараздары менән аптырата ине. Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов тарихын ғына алайыҡ...
Тынғыһыҙ эҙәрмән барын менән ҡыуаҡандарҙың тотош тарихын байҡарға йөрьәт иткәйне! Мәғлүм булыуынса, был ырыуҙарҙың тарихы фәндә аҙ өйрәнелгән. Барындар, ҡыуаҡандар был төбәккә ҡасан килеп ултырған, ниндәй сәбәптәр арҡаһында күсенеп йөрөгән һәм әле юғалыр сиккә барып еткән, уларҙың батыр шәхестәре кемдәр, йырҙары ниндәй – тикшеренеүсе ошо һорауҙарға яуап табырға тырышты йәки “аяҡ аҫтында ятҡан фактик материал” менән ошо өҙөклөктө ямарға атлыҡты. Билдәле ғалим Азат Камалов раҫлауынса, автор ошо төбәктә ХVIII быуатта барған ифрат ҡатмарлы ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем дөрөҫ һәм тулы аңлата алған. Мәҫәлән, Рәүеф Насиров Уралдағы алтын-көмөш, гәүһәрҙең шунда йәшәгән төп халыҡҡа ҡыуаныс килтермәгәне, ошо байлыҡтың колонизаторҙар тарафынан аяуһыҙ таланғаны хаҡында яҙа. Ошо тәңгәлдә публицистың милләттең менталитетына ҡарата үҙ ҡарашын белдергәне хәтергә төшә. Беҙ күп дәүер башҡорттоң яугирлек сифаттары менән маҡтандыҡ. Бөгөн заман башҡа, заң башҡа, ҡылыс болғау ваҡыты үтте, беҙгә яңы заманға яраҡлашырға, милли булмышыбыҙҙы ла әҙерәк үҙгәртергә кәрәкмәйме икән, тигән фекер әйткәйне ғалим.
“Ете һыу башы” китабының байтаҡ өлөшө үрҙә аталған ырыу вәкилдәре – Рәсүлевтәр нәҫеле тарихын өйрәнеүгә арналған. Рәүеф Насиров бында публицист булараҡ ҡына түгел, ә әҙәбиәтсе, этнограф, фольклор белгесе сифатында ла сығыш яһай. Ошо төбәктә тыуған риүәйәт, йырҙар, мәҡәл, әйтемдәрҙе туплай. Әйтергә кәрәк, “Урал рухы” эссеһында был яҡтағы бик күп тарихи ҡомартҡылар, ҡиммәтле риүәйәт һәм топонимик атамалар теркәлгән. Был үҙе – оло байлыҡ. Улар ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы булараҡ күптән йәшәй, ә эҙәрмән уны ҡағыҙға теркәгән, ташҡа баҫтырған. Ҡағыҙға теркәлгән юйылмаҫ, ташҡа баҫылған онотолмаҫ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Рәүеф Насиров тапҡан әлеге риүәйәт-хикәйәттәр “Урал батыр” эпосының дауамы һымағыраҡ та ҡабул ителә. Ысынбарлыҡта, бәлки, был ҡобайырҙың дауамы ла булғандыр, эпостың әлеге яҙып алынған өлөшө бер өлөш йәки төп бер варианты ғыналыр?!
Эҙәрмәндең әлеге фаразы ла республикабыҙ йәмәғәтселеген һиҫкәндереп ебәргәйне. Биғәйбә, “Урал батыр” эпосы буйынса фән тармағы тармаҡлана, был фараз-бәхәскә яңынан-яңы ғалим ҡушыла, автор фараздарына яңы дәлил-дәғүә ҡаурыйҙары теҙелә.
“Барын, ҡыуаҡандар тайраһы” йәнә Барын-табын улысы стар­шинаһы, 1735 – 1736 йылғы яу башлығы Йосоп Арыҡов шәхесенә барып тоташа. Тарихи документтар, батша сатраптары һәм офицерҙары донесениелары-күрһәтмәләре буйынса уның исеме, ҡылғандары бер аҙ төҫмөрләнә, әммә ғаилә хәле, нисегерәк яу күтәреп йөрөгәндәре ҡуйы томан аҫтында йәшеренгәйне. Рәүеф Насиров, үҙе лә шул төбәк кешеһе булараҡ, шул тирәләге халыҡ араһында йәшәгән, телдән-телгә күсеп килгән риүәйәттәрҙе, тарихи белешмәләрҙе өйрәнде. Уларҙы тарихи документтар менән сағыштырып, “Йосоп батыр илен ҡурсалай” тигән күләмле тарихи-әҙәби очерк яҙҙы, йәмәғәтселектең күҙен асты.
“Ата-бабам баҡҡан ер” (Учалы, 1994 й.), “Уралым батырҙары” (Учалы, 2007 й.), “Уҙамандарҙы эҙ­ләйем” (“Китап”, 1997 й.), “Ҡылыс ҡында килешә” (Өфө, 2000 й.) китаптарында (Рәүеф Насиров үҙ ғүмерендә, 1987 йылдан сирләүенә ҡарамаҫтан, хәләл ефете Тәнзилә ханым менән бөтәһе 19 китап баҫтырҙы) ул XX быуат башы ваҡиғаларын, башҡорттарҙың XVI–ХIХ быуаттарҙағы милли азатлыҡ өсөн көрәшен тасуирлай, Октябрь түңкәрелешенән һуң Башҡорт­остандағы хәлдәргә баһалама бирә, яҡташы, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин, Шәриф Манатов эшмәкәрлегенә, Зәйнулла Рәсүлигә барып етә... Силәбе яҡтары вәкиле, большевиктар хакимиәтен аҙаҡҡаса танымаған Ҡорбанғәлиевтәр яҙмышы хаҡында уйлана. Ул шәхестәрҙең тотҡан юлы, көрәше Башҡортостандың яҙмышы менән туранан-тура бәйле, шуға эҙәрмән уларҙың һәр береһенең уй-теләген, хис-тойғоһон аңларға тырыша, үҙенсә фараздар ҡыла, ғөмүмән, күңеле аша үткәрә.
Әлбиттә, әҙиптең күп хеҙ­мәте үҙ яғының кешеләре, үҙ төбәгенә бәйле ваҡиғалар тураһында булды. Бында, минеңсә, бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ: Рәүеф Насиров күңеленә яҡын булған, йәнен һыҙлатҡан ваҡиғалар, кешеләр, замандар тураһында яҙҙы. Ихласлап яҙҙы, йәнен һыҙландырған, күңелен әсендергән әйберҙәр – уның әҫәрҙәрендә, эҙләнеүҙәрендә үҙәктә. Был, эйе, ихласлыҡ билдәһе, авторҙың бер ниндәй дәрәжәләргә дәғүә итмәй, үҙенең күңелен борсоған нәмәләр тураһында нәғеҙ үҙенең генә фекерҙәрен әйтергә ынтылыуы.
Ғөмүмән, беҙҙең мәҙәниәттә Рәүеф Насиров ижады – һирәк күренештәрҙең береһе. Һәүәҫкәр тикшеренеүсе, үҙ яғы тарихына ғашиҡ зат, ғалим һәм публицист халҡыбыҙ үткәненә бөтөнләй яңы күҙлектән баҡты, “аяҡ аҫтында ятҡан материал” менән эш итте һәм бары ошондай үҙаллы мөнәсәбәте арҡаһында ғына бүтән ғилми метод-концепцияларҙан азат булараҡ яңы фараз-асыштарға юлыҡты.
...2010 йылда яныма Рәүеф Насиров инде. Әҙәбиәт редакцияһы мөдире кәнәфиендә ултырам.
– Энем, әйҙә, теге ХVIII быуат батырҙары хаҡында яҙабыҙ. Килмәк-Аҡай яуы... Йосоп Арыҡов, Төлкөсура...
Үҙем дә, Салауат премияһын алғас, рухланып, шул хаҡтараҡ фекер төйнәй инем.
– Һин Килмәк абыҙҙы, Аҡай батырҙы ал, ә мин – Йосопто, Бәпәнәйҙе...
Шулай икәү-ара батырҙарҙы бүлешеп бөттөк, башҡорт тарихындағы иң аяуһыҙ яуҙарҙың береһен шәхестәр ҡылығы аша күрһәтергә килештек.
Ағай был ваҡытта инде ярайһы уҡ сырхай ине, ғөмүмән, ул ғүмер баҡый шәкәр сиренән интекте, бары яҡшы тәрбиә, ҡатыны Тәнзилә апайҙың ихлас хәстәрлеге арҡаһында ғына бирешмәне.
Килешеүен-килештек тә ул, Рәүеф ағайҙың ихтилал баш­лыҡтары тураһында күп мәғлүмәт туплауын да беләм, теге сәфәрендә Петр Рычковтың “Топография Оренбургской губернии”, Николай Устюговтың “1737–1739 йыл­дарҙағы башҡорт ихтилалы”, Наталья Демидованың китаптарын, бүтән әйберҙәрҙе лә ҡалдырғайны; “Һин үҙегеҙҙең яҡ батырҙарын – Юлдаш мулла, Мәндәр Ҡарабай, Алланжыянғол старшинаны яҙырһың” да тигәйне. Әммә, кем әйтмешләй, беҙ самалайбыҙ, ә Хоҙай Тәғәлә хәл ҡыла: ағай биреште. Ана тотонам, бына тотонам тип йөрөнө, башта таяҡҡа таянды, аҙаҡ, аяҡтан яҙып, бөтөнләй түшәккә ятты. Аҙаҡ, күңеле тулышып, башын бүтән хәстәрҙәр биләне, башҡа уйҙар, хистәр менән йәшәй башланы.

Мин иһә “Килмәк абыҙ”ҙы ослап, “Ватандаш” журналына тәҡдим иттем. 2011 йыл. Әҫәрҙең баш осона “Рәүеф Насировҡа, яҙыусы яҡташыма, тарихи эҙәрмәнгә. Илгә – илбеҙ, яуға – яубыҙ (Ирәмәл әүлиәһенең юлсыға яуабы)” тип теркәлгән. Түшәктә аунаған ағай ҡыуанды, операцияларҙан һуң башы ныҡ ҡайнаһа ла, уҡып сыҡты.
Шунан бер-бер артлы “Ватандаш”та “Аҡай батыр” (2011), “Көҫәк батыр” (2012), “Юлдаш мулла” (2012) баҫылды, сират килешелгән китаптың Рәүеф Насиров яҙаһы өлөшөнә етте...
Уны миңә үҙ ҡулдарым менән, Спартак Ильясов ағай, “Башҡорт­остан” гәзите исеменән тиңдәшем Рәшит Кәлимуллин, яҙыусы, ғалим Рәүеф Шаһиев, Әҡлимә Сафина апайҙар менән барын-табындар, ҡыуаҡан ырыуы вәкилдәре менән тыуған тупраҡҡа тапшырыуға насип итте.
– Рәүеф ағай, һин үҙең дә – үҙең тапҡан һәм тарих битенә теркәгән батырҙарың ҡоронан, улар менән бергә урын алдың. Шуға һин бөгөн дә ил-халҡыбыҙҙың яҡты хәтере һәм ҡәҙере түрендә, тим.

Читайте нас: