Республикабыҙҙа һәм барлыҡ төрки донъяһында күренекле телсе, профессор, филология фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһы академигы Марат Зәйнуллин ярты быуаттан ашыу Башҡорт дәүләт университетының филология, бөгөнгө башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында декан булды. Хәҙерге башҡорт һәм дөйөм тел белеме кафедраһы мөдире вазифаһын да арымай-талмай тартҡан тынғыһыҙ ғалим һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәренең исеме беҙгә яҡшы таныш.
Аҡыл эйәләре дөрөҫ әйткән: ғалимдарын, яҙыусыларын, данлы улдарын ололаған халыҡ үҙен ҙурлай. Күренекле ғалимыбыҙ иҫән булһа, 85 йәшен үҙе менән оло сараларҙа билдәләр, туған телебеҙҙең һаҡланғанына һәм үҫә барғанына ҡыуаныр, ғилмиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең ырамлы аҙымдарына шатланыр ине. Ғалим бар булмышы менән шуларға ышанып, илһамланып йәшәне. Хәтер яңыртыу, шәхесебеҙҙең халҡыбыҙ алдындағы изге эштәрен йәнә бер барлап алыу – үҙе бер мәртәбәлер.
Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында 1935 йылда донъяға килә. Ғалим менән Үрге Һаҙҙа байтаҡ булырға, уның аяҡ эҙҙәре ҡалған тупраҡҡа аяҡ баҫырға насип булды. Бергәләп Олотауға артылыу, Һаҙ буйлап йөрөүҙәр, Япар шишмәһе һыуҙарын эсеп кинәнеүҙәр яҙҙы. Остазымдың ни тиклем тәбиғәт балаһы булғанына, тыуған ерен һөйөүенә, изге тойғоларына шаһит булдым. Уның ике символы бар ине: береһе – Олотау, икенсеһе – башҡорт аты. Эшендә, йортонда шул һүрәттәр эленеп торҙо. Хәйер, бөгөн дә эш бүлмәһендә бер нәмә лә урынынан ҡуҙғалмаған, әйтерһең, ул ҡайҙалыр ғилми конференцияға киткән...
Буласаҡ ғалим 1950 – 1954 йылдарҙа Күгәрсен районы үҙәгендә урынлашҡан Мораҡ педагогия училищеһында уҡый. Уҡытыусы һөнәренә мөкиббән егет уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай, алдынғы студенттар иҫәбендә К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына йүнәлтмә ала. Һуғыштан һуңғы осорҙа уҡытыусы кадрҙар әҙерләүҙә Мораҡ педагогия училищеһы ҙур роль уйнай. Уны тамамлаусылар араһында академиктар З.Ғ. Ураҡсин, М.В. Зәйнуллин, киң билдәле фән эшмәкәрҙәре О.К. Вәлитов, В.Ш. Псәнчин, И.Ғ. Вәлитов, Р.В. Әлмөхәмәтов, танылған журналистар Марсель һәм Мадриль Ғәфүровтар һәм башҡалар бар.
1954 – 1959 йылдарҙа М.В. Зәйнуллин – БДУ-ның тарих-филология факультеты студенты. Уҡыу алдынғыһы, төркөм старостаһы Марат һуңғы курстарҙа фәнгә, тел ғилеменә ынтыла, тәүге ғилми мәҡәләһе “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫыла. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың беренсе аспиранты була.
1963 йылда ул Ҡазанда профессор Ж.Ғ. Кейекбаев етәкселегендә “Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдың хәбәр һөйкәлешенең заман категорияһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Йәш ғалим академик В.В. Виноградов, Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, К.З. Әхмәровтарҙың хеҙмәттәрен өйрәнә, хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының функциональ-семантик категорияһын бай тел материалы нигеҙендә ентекле тикшерә, мөһим һығымталар яһай.
Артабан да ҡылымдарҙың күп төрлө грамматик категорияларын тикшереүен дауам итә. 1960 – 1970 йылдарҙа ғалим ҡылым күләмдәре, хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының модаль формалары, башҡорт халыҡ әкиәттәре телендә ҡылымдың заман һәм модаль формаларының ҡулланылыуы, башҡорт халыҡ әкиәттәрендә эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ саралары, төрки телдәрҙә модаллек категорияһы кеүек проблемалар менән шөғөлләнә. Профессор модаллек категорияһының функциональ-семантик асылын тикшереүгә ифрат күп көс һала, уға 40 йылдан ашыу ғүмерен арнай. Докторлыҡ диссертацияһының “Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә модаллек категорияһы” темаһына яҙылыуы юҡҡа түгел.
Марат Вәли улының хеҙмәттәре башҡорт һәм төрки телдәре, башҡорт һәм рус телдәрен сағыштырып өйрәнеү проблемаларының бик күп төрлө аспекттарына арналған.
Күренекле тел белгесе, фәндең перспективаһын, көнүҙәк проблемаларын алдан һиҙемләп, донъя һәм төркиәтселектең үҫеш тенденцияларын тойомлап, шул ҡатарҙа башҡорт тел ғилемен әйҙәгән ғалим булараҡ танылды. Марат Вәли улы телдең перспективаларын алдан тоҫмаллай белде, ул, мәҫәлән, башҡорт теленең энциклопедияһын әҙерләү – өлгөрөп еткән мәсьәлә, тип иҫәпләне. Әйтәйек, заманында “Языки народов РБ как национально-культурное наследие” тигән мәҡәләһе ЮНЕСКО штаб-фатирында (Париж) уҙғарылған семинарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хәтеремдә, был мәҡәләне ғалим бар күңелен биреп әҙерләне, ул донъя күргәс, ҡанатланып йөрөнө.
Тиҫтә йыл элек ул башҡорт телселәре хаҡында биобиблиографик мәғлүмәт туплай башлағайны. Ул ғәйәт әһәмиәтле баҫма булырға тейеш ине, баҫылмай ҡалды. БДУ ғалимдарының был эште аҙағына еткереүен күрге килә.
Ғалим фәнебеҙҙә тәүгеләрҙән булып “Милли тел картинаһын тыуҙырыуҙа тел ғәйәт ҙур роль уйнай. Тел – милли мәҙәниәттең нигеҙе, уның уникаль хазинаһы” тигән фекер әйтте. Был өлкәлә ғалим һуңғы тиҫтә йылдарҙа үҙенә хас егәрлелек менән бирелеп эшләне.
Арҙаҡлы телсе милли характер, менталитет мәсьәләләре менән етди ҡыҙыҡһынды. Мәҫәлән, хәҙерге рус тел ғилемендә был проблема байтаҡтан бирле өйрәнелә, уны академик Д.С. Лихачев кеүек ғалимдар тикшергән. Марат Вәли улы фекеренсә, тел – милли сифаттарҙы билдәләүҙә иң беренсе фактор. Шулар менән бергә ғалим башҡорт халҡының антропономик мәҙәниәте мәсьәләһен күтәрҙе. Уҡыу йылы башында тәүге лекциянан сыҡҡас, йәне көйөп: “Исмаһам, бер Сәлимә йә Зәлифә юҡ!” – тип үрһәләнә ине. Шөкөр, бөгөн йәштәребеҙ, ниһайәт, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәренә ҡайта башланы, рухтары яңыра.
Халҡыбыҙ ғалимдың башҡорт теленә дәүләт статусы биреү өсөн күрһәткән хеҙмәтен онотмаҫ. Ул тәүгеләрҙән булып туған телебеҙгә дәүләт статусы биреү кәрәклеген күтәреп сыҡты. Европа илдәрендәге ыңғай тәжрибәне, уға бәйле сәйәси, социаль һәм мәҙәни мәсьәләләрҙе төплө дәлил, социолингвистик аспекттағы аналитика нигеҙендә дәүләт статусы башҡорт телен һаҡлау, артабан үҫтереү өлкәһендә иң дөрөҫ юл икәнен билдәләй алды. Бөгөнгө шарттар телсе-ғалимдың ҡараштарының кире ҡаҡҡыһыҙ икәнен раҫланы. Шулай итеп, тел ғилеме өлкәһендә ғалим ҡаһармандарса эшләне, ҡыҙғаныс, эш өҫтәлендә яҙылып ятҡан байтаҡ мәҡәләләре ҡалды.
Башҡа бихисап эшмәкәрлеге
М.В. Зәйнуллин үҙ хеҙмәттәре өҫтөндә эшләү менән бергә, уҡытыусы-остаздарының ғилми китаптарын әленән-әле баҫтырып, уларҙы киң йәмәғәтселек алдында пропагандалау хәстәре менән йәшәне. Мәҫәлән, күренекле төркиәтсе, профессор Н.К. Дмитриевтың 1950 йылда сыҡҡан “Башҡорт теленең грамматикаһы”, Ж.Ғ. Кейекбаевтың “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” һәм башҡа китаптарын 2002, 2008 йылдарҙа ҡайтанан нәшер итеүҙә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне, улай ғына ла түгел, хатта матди яғын да үҙ өҫтөнә алды. Бынан тыш, Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаевтарҙың юбилейҙары айҡанлы һәр биш йыл һайын халыҡ-ара һәм төбәк ғилми конференциялар М.В. Зәйнуллин етәкселегендә үткәрелеп килде.
Фәндә ғалимдар хаҡында белешмә-персоналийҙар баҫтырыу йәшәп килә. Был тәңгәлдә телсе-ғалимыбыҙ ике тиҫтәгә яҡын хеҙмәт яҙҙы, улар илебеҙҙең танылған телселәре хаҡында булды. Ошо уңайҙан күп телселәр менән шәхси дуҫлығы хаҡында ла әйтке килә. Яҡташыбыҙ, рус лексикографы А.Н. Тихонов, академик Мирфәтих Зәкиев, профессорҙар Кенсебай Мусаев, Абду-Али Кайдаров, Фоат Ғәниев, Ғүмәр Саттаров, Рәдиф Йәмәлетдинов, Муса Кетенчиев менән яҡындан аралашып йәшәне, уларҙың Өфөгә килеүҙәрен көтөп алды. Был башҡорт телсеһенең төрки донъяһында киң танылыуы менән бәйле.
Профессор М.В. Зәйнуллин Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында өлкән курс студенттарына “Тел теорияһы” буйынса лекция уҡыны. Әйтергә кәрәк, был курс юғары уҡыу йортонда телде системалы өйрәнеүҙе тамамлай.
Юғары квалификациялы филологтар әҙерләүҙә курстың әһәмиәте ҙур. “Тел теорияһы”н профессор М.В. Зәйнуллин ифрат төплө ғилми һәм методологик кимәлдә, был фәнгә тулыһынса бирелеп, бар донъяһын онотоп тиерлек уҡытты. Лекция башында һәм аҙағында ҡул сабыуҙар яңғырар ине. Ҙур оҫталыҡ, зауыҡ менән үткән дәрестәрҙе студенттар әле лә һағынып иҫкә ала.
Ғилми эшмәкәрлегенә йомғаҡ урынына ике фекер урынлы булыр. Татарстан Фәндәр академияһы академигы, Ж. Кейекбаев премияһы лауреаты Мирфәтих Зәкиев былай тип яҙҙы: “12 монография, дәреслек, 450-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы академик М.В. Зәйнуллин — күренекле башҡорт лингвисы, донъя кимәлендә киң танылыу яулаған төркиәтсе”. Филология фәндәре докторы, Ҡабарҙа-Балҡар университеты профессоры Муса Кетенчиев әйткәне: “Профессор М.В. Зәйнуллин — Анкара, Бишкәк, Ҡазан ҡалаларында уҙған халыҡ-ара төркиәтселәр конференцияһында уңышлы сығыш яһап, башҡорт тел ғилеме ҡаҙаныштарын донъя кимәлендә яҡтыртҡан ғалим”.
Кадрҙар әҙерләүҙәге хеҙмәте
Профессор М.В. Зәйнуллин ғилми кадрҙар әҙерләү өлкәһендә лә арымай-талмай эшләне. Ул 1979 йылдан кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың ғилми секретары, 1995 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы рәйесе итеп һайланды. Бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетының рус һәм милли телдәр буйынса ғилми-методик советы ағзаһы, шул уҡ комитеттың филология фәңдәре буйынса советы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡарырға өлгөрҙө. Марат Вәли улы диссертация советының эшен оҫта ойошторҙо, уның абруйын күтәреү буйынса әүҙем эшләне. Советта рәсми оппонент булып, Ҡаҙаҡ милли академияһының ағза-корреспонденты К.М. Мусаев, МДУ профессоры Я.Н. Засурский, академик М.З. Зәкиев, профессорҙар Ф.А. Ғәниев, Ф.А. Урманчеевтарҙың ҡатнашыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ғилми етәксе булараҡ, М.В. Зәйнуллин аспиранттары һәм докторанттары менән ғәйәт һөҙөмтәле эшләр ине. Уның етәкселегендә 60 фән докторы һәм фән кандидаты диссертация яҡланы. Ул Д.С. Тикеев, М.Ғ. Усманова, Л.Х. Сәмситова, Г.Х. Бохарова, Х.В. Солтанбаева, Р.А. Әбүталипова, З.М. Рәимғужина, М.Б. Кетенчиевтарҙың докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе булды, В.Ш. Хәкимова, Л.З. Хәсәнова, Х.Д. Ишбулатова, Р.Я. Хөснөтдинова, Р.И. Байсурина, Ф.С. Исҡужина, Ғ.Д. Ибраһимов, В.В. Ғәниев һәм башҡа бик күп йәш ғалимдар уның етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы.
Арҙаҡлы телсе ғүмере буйы йәмәғәт эштәре башҡарҙы, шуларҙан йәм табып йәшәне. Ул йәш көйө БДУ-ның профсоюз ойошмаһы рәйесе, партком ағзаһы, Ғилми совет ағзаһы итеп һайланды, БДБ ҡоролтайҙары делегаты, тел комиссияһы рәйесе булды, төркиәтселәрҙең төрлө кимәлдәге ойошмалары ағзаһы ине. Байтаҡ йылдар күгәрсендәрҙең “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы рәйесе булды.
Остазымдың үтә шатланып йөрөгән көндәренән бер нисәүһе: Оло Һаҙҙа яңы мәктәп асыу көнө, Күгәрсен районынан 110-сы фән докторы һәм кандидатының диссертация яҡлау көнө. Тыуған ергә шунан да юғарыраҡ һөйөү булыуы мөмкинме икән?!
Марат Вәли улы: “Ҙур хеҙмәткә – ҙур хөрмәт”, – тип әйтергә яратты. Ғалимдың үҙенең оло хеҙмәте лә ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы, БФА академигы. Рәсәй юғары белем биреү комитетының маҡтаулы хеҙмәткәре, республикабыҙҙың мәғариф отличнигы, СССР-ҙың Юғары белем биреү дәүләт комитеты премияһы лауреаты, Ж. Кейекбаев, 3. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Сорос профессоры, Күгәрсен районының почетлы гражданы.
Марат Вәли улы хеҙмәте менән генә бәхетле түгел, ғаиләһе, балаларынан да уңды. Тормош иптәше Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында лексикография өҫтөндә эшләне. 80-дән ашыу ғилми мәҡәлә, алты китап авторы, һүҙлектәр әҙерләү өлкәһендә лә әүҙем ҡатнашты.
Лилиә Марат ҡыҙы иһә профессор, филология фәндәре докторы, БДУ-ла сит телдәрҙе уҡытыу кафедраһы мөдире ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртәрәк арабыҙҙан китте, әммә исеме Рәсәйҙә танылып өлгөргәйне. Тарих фәндәре кандидаты Мансур Марат улы хаҡында ла үкенес ҡалды. Нәҫел ебен ейәндәре Фәрхәт менән Искәндәр оҙаҡ йылдар дауам итә күрһен инде.
Башҡорт дәүләт университетына килһәм, данлыҡлы уҡыу йортома ингән тәңгәлдә, остазыбыҙҙың иҫән сағында әйткән һүҙҙәрен уҡығандай булам: “Университеттары булған илдәр генә мәғрифәт һәм фән аша донъя кимәленә сыға ала. Беҙҙең университетыбыҙ ҙа халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн ғәйәт оло эштәр башҡарҙы. Ошо уҡыу йортонда белем алыуым, уның аспиранты, профессоры булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Мин үҙемде, ғаиләмде университетһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым...”
Эйе, Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин ғүмере буйы университетҡа, туған теленә һәм халҡына эскерһеҙ хеҙмәт итте, намыҫ менән кешеләрҙең күҙҙәренә тура ҡарап йәшәне, Ватанға хеҙмәт итеүҙең өлгөһө булды. Беҙгә уҡытыусыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙе уйларға һәм был йәһәттән М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты өлгөһөндә изге эштәр башҡарырға кәрәк. Быға БДУ, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Күгәрсен районы етәкселеге һәм ғалимдың күп һанлы шәкерттәре үҙ өлөшөн индерер, тигән уйҙабыҙ. Минең тәҡдимем: урамдарҙы атауҙан тыш, Өфө ҡалаһында яңы асылған полилингваль лицейҙарҙың береһенә профессорҙар Лилиә һәм Марат Зәйнуллиндарҙың исемен биреү. Ғалимдар быға лайыҡ.