Ғиндулла Шәйәхмәтов... Был исемде Ғафури районында олоһонан алып мәктәп уҡыусыһына тиклем белә, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. 15 августа 90 йәшен тултырған аҡһаҡал теүәл ике айҙан баҡыйлыҡҡа күсер, тип кем уйлаған?! Илһөйәрлек һәм телһөйәрлектең сағыу өлгөһө булған Ғиндулла Ширияздан улы тураһында уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашырға ҡарар иттем.
Сәйетбаба ауылында колхозлашыу сәйәсәте алып барылған ваҡытта яҡты донъяға ауаз һала ул. Теремек малай уҡыу-яҙыуға бик һәләтле булып сыға. Ауыр һуғыш барғанлыҡтан, мәктәптә аслы-туҡлы белем алырға тура килһә лә, бында башҡорт халҡының күренекле шәхестәре – ғалим Жәлил Кейекбаев, яҙыусы Сәғит Агиш һәм абруйлы мәктәп уҡытыусыларының дәрестәрен йотлоғоп үҙләштереү Ғиндулланың рухын байыта, туған телгә ҡарата оло һөйөү хисе уята.
Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған зиһенле егетте район хакимиәтенең мәғариф бүлеге Юлыҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрә. Яратҡан остаздарының эшен дауам иткән Ғиндулла шул уҡ йылда Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтына ситтән тороп уҡырға керә.
Дипломлы мөғәллимде 1953 йылда йүнәлтмә буйынса Ҡурған тарафтарына эшкә ебәрәләр. Дүрт йыл эшләү осоронда Ғиндулла, йәш директор булараҡ, үҙен оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе итеп күрһәтә. Ошо уҡ мәктәптә эшләп йөрөгән Күгәрсен һылыуы Мәрйәм Фәйез ҡыҙына ғашиҡ булып, тиҙҙән ғаилә ҡора.
Уҡытыу һәм тормош тәжрибәһе туплаған йәш уҡытыусы тыуған яғына тартыла. Башҡортостан Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса уға тыуған районында байтаҡ йылдар бер нисә мәктәпкә етәкселек итергә тура килә. Сәйетбаба мәктәбе коллективының саҡырыуы буйынса бай тәжрибәле етәксе-уҡытыусы, ниһайәт, ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтып төпләнә.
Дәрт-дарманы ташып торған Ғиндулла Ширияздан улы директор вазифаһында тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотона. Ир аҫылы эштә беленә, тиҙәр бит. Был йылдарҙа ул мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға, уҡытыу-тәрбиә кимәлен күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә.
Артабанғы йылдарҙа Ғиндулла Ширияздан улы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ҙур уңыштар яулап, үҙен тәрән ғилемле уҡытыусы, маһир методист итеп таныта. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, ул туған телде бөтә мәктәптәрҙә лә төплө өйрәнеүҙе мөһим бурыс итеп ҡуя.
Ғиндулла Ширияздан улының уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә оҙаҡ йылдар буйы башҡарған намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһа ала – ул “Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә һәм “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ була.
Тәүәккәллеге хайран ҡалдырҙы
Мәктәптә эшләгән йылдарында Ғиндулла Шәйәхмәтов мәшәҡәтле директор вазифаһын башҡарыу, дәрестәр үткәреү менән генә сикләнеп ҡалмай. Тынғыһыҙ мөғәллим агитатор-пропагандист та, һайлау комиссияһы ағзаһы ла була, башҡа төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, мәктәптә Ж.Ғ. Кейекбаевҡа арналған музей булдырыу мәшәҡәте менән дә яна... Ҡайҙа ғына өлгөрмәй, ниндәй генә эштәр башҡармай ул Сәйетбаба мәктәбендә эшләү дәүерендә!
Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағы. Башҡортостанға союздаш республика статусын даулау буйынса киң ҡоласлы хәрәкәт йәйелдерелгән осор. Беҙ, Ғафури районының бер төркөм зыялылары, шул иҫәптән Ғ.Ш. Шәйәхмәтов, ошо изге эштән ситтә ҡала алманыҡ, төрлө сәйәси-ижтимағи сараларҙың уртаһында ҡайнаныҡ.
Районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда бик ихлас ҡатнашты Ғиндулла Ширияздан улы. “Еҙем” башҡорт халыҡ үҙәге, Башҡортостандың Халыҡ фирҡәһенең район бүлексәһе һәм Табын ырыуы йыйындарында иң ҡырҡыу мәсьәләләр буйынса ул мотлаҡ сығыш яһар ине. Йөрәген әрнеткән проблемалар буйынса һәр һүҙен еренә еткереп әйтә торғайны. Бер нимәгә лә битараф булмау, ғәҙеллек, әүҙем тормош позицияһы, мин эшләмәһәм, кем башҡарыр һуң, тигән принциптан сығып эш итте һәр ваҡыт Ил ағаһы.
Башҡорт теленә дәүләт статусы даулауҙа ла Ғиндулла ағай Шәйәхмәтов ҙур әүҙемлек күрһәтте: республика һәм район матбуғатында мәҡәләләр баҫтырып сығарҙы, төрлө йыйындарҙа сығыш яһаны, юғары даирәләргә хат-мөрәжәғәттәр юлланы. Маҡсатҡа өлгәшелгәс тә, аҡһаҡал ҡул ҡаушырып ултырманы: уны айырыуса туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһенең тарайыуы, мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәренең кәметелеүе борсоно. Был мәсьәләләр буйынса ла туҡтауһыҙ мәҡәләләр яҙҙы, талап итте – киң йәмәғәтселектең уй-фекерен шулай итеп власть органдарына еткерә барҙы.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ рухына Бородино яланында бер нисә мәртәбә аяттар уҡып ҡайтҡан кеше лә бит ул Ғиндулла Шәйәхмәтов. Улы Илдар етәкселек иткән “Төньяҡ амурҙары” (“Любезники – 1-се Башҡорт атлы полк” хәрби-тарихи клубы) ойошмаһы ағзалары менән 2012 йылда Мәскәүгә юлланған 82 йәшлек уҙамандың тәүәккәллеге һәм саялығы күптәрҙе хайран ҡалдырған ул саҡта! 200 йыллыҡ юбилейҙан рухланып ҡайтҡан Ил ағаһы, был изге юлды тағы ла 2013-2014 йылдарҙа үтеп, полк муллаһы вазифаһында әруахтар рухына ҡат-ҡат Ҡөрьән бағышлай. Туҡһан йәшен ваҡлаған шәхестең был сәфәрҙәре үҙе үк батырлыҡҡа тиң түгелме ни?!
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тынғыһыҙ уҡытыусы юҡҡа ғына дин юлына аяҡ баҫмай. Хоҙай Тәғәләгә һөйөү уның ҡанында, нәҫелендә була. Ата-бабаһы ла, ҡайныһы ла заманында ислам тәғлимәттәрен алға һөрөп йәшәгән изге заттар иҫәпләнгән.
Элек-электән иман һәм тәрбиә орлоҡтарын сәсеүҙе мөҡәддәс бурысы тип һанаған имам-хатип Ғиндулла Ширияздан улы ауыл мәсетенә ысын мәғәнәһендә ҡот ҡайтарҙы: даими рәүештә йома намаҙҙары уҙғарҙы, ер йөҙөндә изгелектәр генә ҡылып йәшәү, тәрбиәле-тәүфиҡлы булыу зарурлығы, йәшәү мәғәнәһе хаҡында өгөт-нәсихәт уҡыны, ауылдаштарын дини йолаларҙы үтәргә саҡырҙы. Ғүмере буйы ауыҙына тәмәке ҡапмаған, хәмер йотмаған, ҡыйыҡ һүҙ әйтмәгән дин әһеле ауылдаштары өсөн барса күркәм сифаттары – холоҡ-фиғеле, төҫ-килбәте, башҡарған эштәре менән дә – өлгө ине. Рухи кумирҙары Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев һымаҡ, бар булмышында мәҙәнилек бөркөлөп торған ысын башҡорт зыялыһы булды ул!
Йәштән үк ҡәләм тирбәлткән Ғиндулла Шәйәхмәтов ярты быуаттан ашыу матбуғат баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡорт теле һәм ер-һыу яҙмышына ҡағылышлы көнүҙәк бихисап мәҡәләләр авторы ла ул. “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Ағиҙел” журналдары, районыбыҙҙың “Йондоҙ”, “Табын” гәзиттәре архивтарында “Ғиндулла Шәйәхмәтов, РФ-тың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән ҡултамғалы яҙмалары оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ әле.
Ғ.Ш. Шәйәхмәтовтың тыуған яғының ер-һыу атамалары өлкәһендә лә байтаҡ эш алып барҙы. “Башҡортостан энциклопедияһы”нда Ғафури районынан сыҡҡан билдәле шәхестәр, бынан тыш, йылға-күлдәребеҙ, тау-ҡаяларыбыҙ, данлыҡлы мәмерйәләребеҙ хаҡындағы күп мәғлүмәттәр – нәҡ уның хеҙмәт емештәре.
Оҙаҡ йылдар райондың матбуғат баҫмалары менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән ҡәләм оҫтаһы “Табын” гәзитенең Н. Фәрхшатов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Башҡорт тел ғилемен өр-яңы бейеклеккә күтәргән күренекле лингвист, филология фәндәре докторы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың иҫтәлеген тыуған ерендә мәңгеләштереү буйынса Ғиндулла Шәйәхмәтов ярты быуат самаһы ғәйәт ҙур көс һала. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла уның дәрестәрен, лекцияларын тыңлаған кеше булараҡ, уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында уҡ Ғиндулла Шәйәхмәтов мәктәптә олуғ шәхестең музей-кабинетын булдыра.
1969 йылда Ғиндулла ағайҙың тырышлығы менән Сәйетбаба урта мәктәбенә арҙаҡлы тел белгесе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Ж.Ғ. Кейекбаевтың исеме бирелә. 1986 йылдың 25 октябрендә улы Илдар мәктәп стенаһына мәшһүр ғалимдың 75 йыллығы айҡанлы иҫтәлекле таҡтаташ эшләп ҡуя.
Былар менән генә ҡәнәғәтләнмәй Ғиндулла Ширияздан улы – ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала музей өсөн махсус йорт төҙөтөүҙе хәстәрләй башлай. Ныҡышмалылыҡ тиҙҙән үҙ емештәрен бирә: бына өс тиҫтә йылдан ашыу инде музей ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.
Оҙаҡ йылдар буйы музей директоры вазифаһын башҡарған энтузиаст Сәйетбабанан көн дә йәйәү йөрөп эшләй. Уның тырышлығы менән бөйөк ғалимға ҡағылышлы бик күп экспонаттар, архив документтары, китаптар, фәнни хеҙмәттәр туплана. Иң мөһиме – Жәлил Кейекбаев рухы һаҡланған ергә илебеҙ, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары даими килеп тора.
Хәҙерге көндә Ғ.Ш. Шәйәхмәтов нигеҙ һалған музей ышаныслы ҡулдарҙа – филология фәндәре кандидаты Римма Ишмырҙина Ж.Ғ. Кейекбаевтың ғилми-әҙәби эшмәкәрлеген пропагандалауҙа ең һыҙғанып эшләй.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй
Олоға оло, кесегә кесе итеп ихтирам менән ҡараған итәғәтле, сабыр холоҡло, юғары мәҙәниәтле кеше ине Ғиндулла Ширияздан улы. Өйөндә лә иғтибарлы, ихтирамлы ғаилә башлығы булды: ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән хәләл ефете Мәрйәм апай менән матур итеп донъя көтөп, өс ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит: балалары ла атай-әсәйҙәре кеүек уңған, аҡыллы, илтифатлы.
Оҙон бәхетле ғүмер кисерҙе Ғиндулла Ширияздан улы – бер йылы ла, хатта бер айы ла заяға үтмәне уның. Ташла инде шул мәңге бөтмәҫ йәмәғәт эшеңде, тип күңелен һүрелтмәгән, үҙен ярты һүҙҙән аңлап торған хәләл ефете Мәрйәм Фәйез ҡыҙынан, өмөтөн аҡлаған тәүфиҡлы балаларынан, аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәренән, ғөмүмән, халҡынан уңды Ғиндулла Ширияздан улы. Ә беҙ, ғафуриҙар, унан уңдыҡ! Ил-йорт хәстәре менән янып йәшәгән, рух илсеһе булған Ғиндулла ағай һымаҡ ғәййәр ир-егеттәр республикабыҙҙа күберәк булһын ине.
Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә, башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләүгә, халыҡ араһында иман нуры таратыуға, әхлаҡ орлоҡтары сәсеүгә арнаған, иң мөһиме – Башҡортостаныбыҙҙың рухи-мәҙәни үҫеше хаҡына ҙур эштәр атҡарған Ил ағаһының төрлө юҫыҡтағы ҡаҙаныштарын бер мәҡәләлә генә һанап бөтөү мөмкин түгел. Йөҙәрләгән Маҡтау грамотаһына, Рәхмәт хатына һәм мәртәбәле “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” исеменә лайыҡ булған уҡытыусы Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтовтың барса хеҙмәттәрен сағылдырырлыҡ айырым китап нәшер итеү фарыз. Һуңғы һулышынаса ил хәстәре менән янып йәшәгән, күренекле телсе-ғалим Ж.Ғ. Кейекбаевтың һоҡланғыс музейын булдырып, уның рухын шатландырған шәхестең хәҙер үҙенең иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән дә районда уйлана башларға кәрәктер.