Шәхестәр
30 Декабрь 2020, 15:30

Ғәли Соҡорой иҫтәлегенә бағышлап

"Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр".

Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара Табын башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған саралар көтөлә. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Иҫтәлекле саралар шағирҙың тыуған яғында – Тәтешле районында башланасаҡ. Иҫке Соҡор ауылында уның йорт-музейына таҡтаташ ҡуйыла. Сарала ҡатнашыусылар мәсеткә, Ғ. Соҡоройҙоң ҡәберенә бара. Үрге Тәтешлелә райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында шағирҙың тормошо һәм ижадына бағышланған күргәҙмә була.
Район үҙәгендәге “Әсән хан вариҫтары” тип аталған концерт программаһын театрлаштырылған пролог – “Табын ырыуы тарихы” менән асыу ҡаралған. Сараларҙа популяр “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Зәйнетдин” шоу-проекты ҡатнаша.
14 ғинуарҙа атаҡлы ғалим, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафиндың онлайн форматта Ғ. Соҡорой шиғриәтенә арналған лекция уҡыуы көтөлә.
Артабанғы саралар республиканың уҡыу йорттарында дауам итә. Мәктәп уҡыусыларына Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрестәр ойошторола. Тамамланып барған йылдың декабренән үк мәктәптәрҙә Ғ. Соҡорой менән уның улы Ғарифулла Кейековҡа бағышланған класс сәғәттәре, викториналар, конкурстар, күргәҙмәләр үткәрелеп килде.
21 ғинуарҙа Башҡортостан Милли музейында билдәле шағир һәм мәғрифәтсегә арналған "түңәрәк өҫтәл" күҙаллана. Унда республиканың ғилми йәмәғәтселеге, Тәтешле районы уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнаша. Сара онлайн тәртиптә ойошторола.
Шулай уҡ Тәтешле районының тарихи урындары – башҡорт ырыуы Ҡара-Табындан сыҡҡан күренекле шәхестәр Иҫән хан, Ғ. Соҡорой, Ғ. Кейековтар ерләнгән урындар буйлап туристик маршрут төҙөү өҫтөндә эш бара. Был проект Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән гранттар конкурсында ҡатнашыр тип планлаштырыла.
Белешмә. Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы 1826 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олоҫонда (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылы) башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Кейековтарҙың шәжәрәһе буйынса, уларҙың ата-бабалары Ирәкте башҡорт ырыуы ханы Иҫәнгә барып тоташа.
«Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы - игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр”, – тип яҙа ул үҙе тураһында.
Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге әҫәрҙәре тип Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе иҫәпләнә. Артабан төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған.
Шағирҙың күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланып ҡалған. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында уның туғыҙ дәфтәрҙән торған әҫәрҙәре ҡулъяҙмалары һаҡлана. Ғ. Соҡорой исеме башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын алды.
Шағир тыуған ауылында ерләнгән.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас