Шәхестәр
4 Ғинуар 2021, 15:30

Ирәкте башҡорттары шәжәрәһен ҡәҙерләп һаҡлай

2001 йылдан Ғәли Соҡоройҙың тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа шәхестең иҫтәлегенә арнап асылған музей эшләй.

Ҡара Табын башҡорт ырыуы вәкиле – билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, ғалим, дин әһеле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл тула.
Шәхестең тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа 2001 йылдан уның иҫтәлегенә асылған музей эшләп килә. 2010 йылдан алып ул Тәтешле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы (директоры – Айһылыу Шәрифйәнова) филиалы булып тора. Айһылыу Нил ҡыҙы әйтеүенсә, бындағы экспонаттар һаны – 561 берәмек.
Музейҙың эсе 19-сы быуат стилендә йыйыштырылған. Бында шағир тотонған өй кәрәк-яраҡтары ҡуйылған, диуарға Кейековтар нәҫеле вәкилдәренең фоторәсемдәре эленгән. Бындағы айырым ғорурлыҡ – Ғәли Соҡорой төҙөгән Ирәкте башҡорттары шәжәрәһе.
Ғ. Соҡорой бер нисә вариантта Ҡара-Табын башҡорттары шәжәрәһен яҙған. Шиғри формалағыһы тарихи мәғлүмәт сығанағы ла, нәфис әҙәбиәттең үҙенсәлекле өлгөһө лә булып тора.
Күренекле шәхестең тормошо, ижады менән ҡыҙыҡһынғандар Ғ. Соҡоройға ҡағылышлы иҫтәлекле урындар буйлап экскурсияға ла бара ала. Маршрут шағирҙың Иҫке Соҡор ауылындағы, Ғарифулла Кейековтың Иҫке Күрҙемдәге, Иҫән хандың Яңы Соҡорҙағы ҡәберҙәрен, шулай уҡ Иҫке Күрҙемдәге Ғ. Кейеков исеменә бәйле Хәҙрәт шишмәһен үҙ эсенә ала.
Фото Ғ. Соҡорой музейынан.
Читайте нас