Шәхестәр
18 Ғинуар 2021, 15:30

Ғәли Соҡоройға бағышлап

21 ғинуарҙа сәғәт 10-да Милли музейҙа “Ирәкте башҡорттары мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” тигән “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә.

21 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостандың Милли музейында “Ирәкте башҡорттары мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” тигән “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә.
Эш барышында Башҡортостан Фәндәр академияһы, “Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” йәмәғәт ойошмаһы тикшеренеүселәренең 19-сы быуаттың икенсе яртыһында билдәле тарихи шәхестең эшмәкәрлеге, ошо осорҙо төбәк тарихына бәйләп анализлау буйынса сығыштары көтөлә. Был хаҡта Милли музейҙың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Шулай уҡ Ғәли Соҡорой тормошо һәм эшмәкәрлегенең төп осорҙарын ҡарау, уның әҫәрҙәре йөкмәткеһен 19-сы быуаттың икенсе яртыһында башҡорт мәғрифәтселеге үҫешенә бәйле асыу күҙаллана.
Бынан тыш, Ирәкте ырыуы башҡорттарының этник тарихы буйынса һөйләшеү, төбәк биләмәһен межалауға бәйле ырыу вәкилдәренең ергә хужа булыуы күләмен билдәләү, төньяҡ башҡорт ырыуҙарының урынлашыу ареалын тарих һәм заман күҙлегенән сығып күрһәтеү планлаштырыла.
Сара онлайн тәртиптә үтә.
Фото: музей сайтынан.
Читайте нас