Шәхестәр
21 Ғинуар 2021, 20:10

“Ғәли Соҡорой мираҫын артабан да өйрәнергә кәрәк”

Бөгөн “Ирәкте башҡорттары мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Бөгөн Башҡортостандың Милли музейы менән Стратегик тикшеренеүҙәр институты “Ирәкте башҡорттары мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Сара онлайн тәртиптә үтте. Унда Башҡортостан Фәндәр академияһы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Тәтешле районы йәмәғәтселеге вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, белем биреү, мәҙәниәт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән музей эшсәндәре ҡатнашты.
Эш барышында билдәле тарихи шәхестең эшмәкәрлеген, ул йәшәгән осорҙо төбәк тарихына бәйләп анализлаған, уның әҫәрҙәре йөкмәткеһен 19-сы быуаттың икенсе яртыһында башҡорт мәғрифәтселеге үҫешенә бәйле асҡан сығыштар яңғыраны.
Мәғрифәтсенең эшмәкәрлеген, тормошон тәрән өйрәнгән күренекле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов Ғәли Соҡорой ижадында заман эҙҙәре сағылышы тураһында һөйләне, уның мираҫын тәрән өйрәнергә кәрәклеген билдәләне.
Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин Ғ. Соҡорой ижадындағы донъяуи мотивтарға туҡталып, уның ижады, бер барометр кеүек, ошо осорҙоң нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен сағылдыра, тип билдәләне. “Донъяуи әҫәрҙәрендә Ғ. Соҡорой ике принцип буйынса эш итә, – тине ул, – яҡшы – яман, белемле – наҙан”.
Стратегик тикшеренеүҙәр институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова сығышын донъяның телдәр картинаһы сағылышы булған диалекттарға арнаны. Миҫал итеп ирәктеләр һөйләшкән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын алды.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығы етәксеһе Булат Зинуров республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәренә туҡталып, бының өсөн ерле диалектты иҫәпкә алған методик кәңәштәр әҙерләнә, тип билдәләне. “Был әҙәби телде диалект менән алыштырыу тигәнде аңлатмай, ә үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоуҙы белдерә”, – тине ул.
“Түңәрәк өҫтәл” эше бик дауамлы булды. Бында йөкмәткеле сығыштар тыңлау, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышыу форсаты киң ине.
Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, мәҫәлән, Ирәкте ырыуы тарихы менән ентекле таныштырҙы. “Без – башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевтең сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Тарих фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Айтуған Аҡманов менән тарих фәндәре кандидаты, Стратегик тикшеренеүҙәр институты социологы Рәсих Зәйтүнов төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тормошон 19-сы быуатта ерҙе межалауға бәйле бәйән итте.
Тәтешле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айһылыу Шәрифуллина, Үрге Тәтешленән башҡорт теле уҡытыусыһы Эльвира Муллаярова Ғ. Соҡорой вариҫтарының уның аманатына тоғро йәшәүе, билдәле яҡташтарының иҫтәлеген һаҡлауы хаҡында оло ғорурлыҡ менән һөйләне.
Ғөмүмән, был һөйләшеүҙә яңғыраған бихисап сығыштарҙың һәр береһе Ғәли Соҡоройға, уның эшмәкәрлегенә, ул йәшәгән тарихи осорға, халҡыбыҙ тарихына, шул ваҡыттағы башҡорт мәғрифәтселегенә бәйле күп мәғлүмәт бирҙе. Ирәкте ырыуының ғилемле улының әҙәби, мәғрифәти мираҫын өйрәнеү, иҫтәлеген мәңгеләштереү йүнәлешендә эштәр дауам ителһен тигән ниәттә тамамланды һөйләшеү.
Фото: Милли музей сайты.
Читайте нас