Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Март 2021, 11:41

“Осоп” йөрөнө

“Совет Башҡортостаны” гәзитендә Нияз Мәһәҙиев менән бергә эшләргә тура килде. Осоп, йүгереп йөрөр ине. Уның бер ҙә яйлап, дәрәжәһен белеп кенә атлағанын күргәнебеҙ булманы. Әйтерһең, ул ҡанатлы ине.

“Совет Башҡортостаны” гәзитендә Нияз Мәһәҙиев менән бергә эшләргә тура килде. Осоп, йүгереп йөрөр ине. Уның бер ҙә яйлап, дәрәжәһен белеп кенә атлағанын күргәнебеҙ булманы. Әйтерһең, ул ҡанатлы ине.


Элек гәзит материалдарын да, хаталарын да типографияла линотип машиналарында ҡул менән йыя һәм төҙәтә торғайнылар. Ҡағыҙ биттәрҙе ташып йөрөү өсөн махсус кеше – курьер бар ине. Ошо бурысты оло йәштәге Сәлимә тигән апай башҡарҙы. Көнөнә әллә нисә тапҡыр урарға тура килә уға редакция менән типография араһын. Арып та китәлер инде. Берәй бүлмәгә инеп, буш урынға ултырып ял итеү яғын ҡарай ине. Нияздың йомшаҡ күңелле, изгелекле булыуынан да йыш файҙаланды апайыбыҙ. “Эй, улым, бигерәк еңел һөйәклеһең, үҙең генә барып кил инде, балаҡай”, – тип уға ҡуша. Яуаплы секретарҙың урынбаҫары булып эшләне ул саҡта Нияз.


Былай ҙа: “Сәлимә апайҙың яйлап йөрөп килгәнен көткәнсе, үҙем генә барам да киләм”, – тип аҫҡы ҡатҡа төшә лә китә торғайны Нияз.

Ул ваҡытта гәзит биттәрен мәҡә­ләләр менән тултырып бөткәс тә, иртәгәһенә иртән радионан уҡыр өсөн күҙәтеү яҙыу ҙа Нияз Мәһәҙиев иңендә була торғайны. Ул эште йыш ҡына беҙ икәү башҡарабыҙ. Ул әйтеп тора, мин машинкала баҫам. Ҡайһы саҡ гәзитте баҫырға рөхсәт итеп ҡул ҡуйғандан һуң да Мәскәүҙәнме, үҙебеҙҙең етәксе­лектәнме ниндәйҙер яңы мәғлүмәт менән хәбәр килһә, эш төнгәсә һуҙылып китә. Ул осраҡта машинкала баҫыу эше Нияздың үҙенә ҡала. Шулай итеп, ул был шөғөлгә лә өйрәнеп алды.


Беҙ, бер йәштәге, ятаҡта бергә йәшәгән ҡыҙҙар, дуҫтарса аралашып йөрөгәс, арабыҙҙа Зөһрә лә булғас, барыбыҙға ла шаяртып, “дуҫ” тип өндәшә ине Нияз. Уның кешеләргә ҡарата асыҡ күңелле булыуы, шаян­лығы, юморҙы аңлауы бөтәбеҙгә лә оҡшай торғайны.


Шул ихласлығы арҡаһында Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһында алып барған “Бай баҡса” тапшырыуын ҡараған тамашасылар ҙа үҙ итте, яратты уны. Беҙҙең ауылға ла килеп, бер йәш ғаиләне төшөрөп киткәндәр. Улар Ниязды ныҡ оҡшатып ҡалған. Тапҡыр һүҙлелегенә, шаянлығына, өс балалары менән дә уртаҡ тел таба һалыуына һоҡланғандар.


Ҡуш муйынсаҡ кеүек ине Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдина. Улар тормошта ла, ижадта ла гел бергә булды.

Телевидениенан кеше баҡсаларын ғына күрһәтеп ҡалманы Нияз менән Зөһрә. Үҙҙәренең баҡсалары ла шау сәскәгә күмелеп ултырҙы. Еләктәрен беҙ ҙә биҙрә-биҙрә йыйып алып ҡайта торғайныҡ.


...Яҙ айында тыуған дуҫыбыҙ Нияз тыуған көнөнә айҙан да аҙ ваҡыт ҡалғанда баҡыйлыҡҡа күсеп, бары­быҙҙы ла ҙур ҡайғыға һалды. Йәмле йылы яҙҙар шикелле, алсаҡ, йәш, матур булып хәтеребеҙҙә ҡалды ул.


Фото: bashinform.ru
Читайте нас: