Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Март 2021, 11:38

Шағир йөрәге

Журналист һәм шағир Нияз Мәһәҙиевтең беҙҙең аранан китеүенә ике йыл үтһә лә, күңел быға бер ҙә ышанырға теләмәй. Бына көлә-көлә хәбәрен һөйләп, мәрәкәләп Зөһрәһе менән килеп инерҙәр йә юлымда осрарҙар һымаҡ тойола.

Журналист һәм шағир Нияз Мәһәҙиевтең беҙҙең аранан китеүенә ике йыл үтһә лә, күңел быға бер ҙә ышанырға теләмәй. Бына көлә-көлә хәбәрен һөйләп, мәрәкәләп Зөһрәһе менән килеп инерҙәр йә юлымда осрарҙар һымаҡ тойола. Күҙ алдына ла ул ана шулай көйө – йылмайып килеп баҫа. Бөтә йөҙөн нурландырып, күҙҙәрен көлдөрөп, үҙенә генә хас шуҡлыҡ менән балаларса саф һәм үҙ итеп ҡарай ине ул. Ҡаты бәғерле, күңеле арам кешеләр, нисек көсәнһә лә, улай йылмая алмаясаҡ. Ә Нияз, киреһенсә, яһалма, уҫал, ҡаты була белмәне, ихласлығы ла, алсаҡлығы ла, кешелеклелеге лә ана шул йылмайыуында сағыла ине. Башҡа төрлө – кәйефһеҙ йә асыулы сағын күргәнем булманы.


Ниязды тәүләп 1990 йылдарҙан, уның «Совет Башҡортостаны» гәзитенә эшкә килгәненән бирле беләм. Үҙгәреш осоро тип аталған 90-сы йылдар илдә ижтимағи әүҙемлек, рухи күтәрелеш, һүҙ иреклеге, асыҡлыҡ йылдары булды. Ул саҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитенә талантлы мөхәррир – әлеге ваҡытта танылған дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор Мансур Әйүпов етәкселек итте.


Яңырыу шарттарында иҫкесә уйларға күнеккән, ҡалыплашҡан кадрҙар менән эшләү, гәзиттең йөҙөн-йөкмәткеһен яңыртыу мөмкин түгел ине. Шуға ла Мансур Әнүәр улы редакцияға яңы ижади көстәр йәлеп итеүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Тиҙҙән редакция штаты төрлө һөнәр эйәләре булған хәлдә лә, ошоға тиклем ҡәләм тирбәтеп, үҙҙәрен танытып өлгөргән бер талай йәштәр менән тулыланды. Улар араһында Өфө нефть институтының архитектура факультетын тамамлап, йөрәге ҡушыуы буйынса Баймаҡ район гәзитендә эшләп йөрөгән Нияз Мәһәҙиев тә бар ине. Көн дә сыға торған республика гәзитенең яуап­лы секретары урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелде уға.


Ысынлап та, райондан килгән, әллә ни тәжрибәһе лә булмаған йәш кеше өсөн ифрат яуаплы эш ине был. Ләкин Нияз тиҙ арала үҙен зирәк, ныҡышмал һәм өлгөр хеҙмәткәр итеп күрһәтә алды. Өлгөрмәй киткән саҡтары ла булғандыр: еңел, ҡаҡса кәүҙәле Нияздың коридорҙан атлап түгел, тауышһыҙ елдереп үтеп киткәне генә күренеп ҡала торғайны. Ысын мәғәнәһендә йүгереп йөрөп эшләне ул. Эшен яратты, бер ни менән дә – эштән һуң ҡалырға тура киләме, ял көнөмө – иҫәпләшеп торманы.


Эшсән, ярҙамсыл, ҡыялатмай, тураһын әйтеп һөйләшкән был егетте коллектив тиҙ арала үҙ итте. Яңыса гәзит сығарыу уның йөкмәткеһенә лә, шул уҡ кимәлдә биҙәлешенә лә бәйле ине. Тап ошонда күренде лә инде Нияздың эш сифаттары: гәзиттең яңыса макетын төҙөүҙә, биҙәлешен байытып, төрләндереүҙә уның хеҙмәт өлөшө ҙур булды. Ғүмеренең тап ошо йылдары – «Совет Башҡортостаны» гәзите мәктәбен үтеүе Нияз Мәһәҙиевкә уның артабанғы журналист эшмәкәрлегенә һәм ошо йүнәлештә үҫешенә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр, сөнки аҙаҡ ул «Известия Башкортостана», «Йәшлек», «Комсомольская правда» кеүек етди баҫмаларҙа тәжрибәһен байыта барып, «Аманат» журналының баш мөхәррире дәрәжәһенә күтәрелә алды.


Ул яһалма була белмәне, тигәйнем һүҙемдең башында. Эйе, ҡайҙа ғына эшләп ҡарамаһын, тормошобоҙҙа осрап торған ике йөҙлөлөк, ғәҙелһеҙлек, төрлө кимәлдәге чиновниктарҙың бары үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып йәшәүе, ябай халыҡ проблемаларынан ситләшеүе кеүек күренештәр менән килешергә теләмәне ул, бөтә күңеле менән хаҡлыҡ юлдарын эҙләне. Республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов эштән китеп, идараға яңы власть килеп ултырыуы, ошо йылдарҙа үҙаллылыҡ принциптарынан ситләшә башлау күҙәтелгән депрессия йылдарында Нияздың ни өсөн «Халыҡ һүҙе» гәзитенә етәкселек итә башлауы аңлашыла ла. Үкенескә күрә, нескә ҡыллы шағир йөрәге «ҡалын тиреле» йәмәғәтсе ролен башҡарыуға иҫәпләнмәгән. Шағирҙар яҙмышы шулай: йәмғиәтебеҙҙең бөтә драматизмын, ҡапма-ҡаршылыҡтар бәрелешен улар шәхси фажиғә күреп, йөрәктәре аша үткәреүсән. Улар башҡаса була белмәй. Нияз да ана шундай ине...
Читайте нас: