Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
16 Март 2021, 19:23

Замандаштары күңелендә сағыу публицист булып ҡалды

Билдәле шағир, журналист Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына – 100 йыл.

Март айында заманының билдәле журналисы, шағир-фронтовик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына – 100 йыл. Ул замандаштары күңелендә сағыу публицист, талантлы шағир-фронтовик булып ҡалды.


Файыҡ Тимерйән улы Мөхә­мәтйәнов 1921 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Баш­ҡортостан Республикаһының Борай районы) Оло Баҙраҡ ауылында тыуған. Йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышында, унан һуң совет-япон һуғышында ҡатнаша.


Файыҡ Мөхәмәтйәнов ярты быуатҡа яҡын ғүмерен ижадҡа арнаған. Шиғырҙарында, мәҡә­ләләрендә автор һуғыш йылдары быуынының тормошо, уның яҡты өмөт-хыялдары тураһында яҙа, шул осор ваҡытындағы тормошто ғәжәп ентекле итеп һүрәтләй. Үҙе лә Ватанды фашистарҙан һаҡ­лауҙа ҡатнашып, аҙаҡтан Башҡортостандағы, илдәге тормошто яйға һалыуға ҙур өлөш индергән батыр яҙыусы-фронтовиктар быуынына ҡарай.

Бөйөк Ватан һуғышында ул Карел һәм Алыҫ Көнсығыш фронт­тарында була. Ватан һуғышы тамамланғас та хәрби хеҙмәттә ҡала: япон милитаристарына ҡаршы яуҙа ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.


Һуғыштан һуң мәктәптә хәрби етәксе, унан электровоз машинисы булып эшләй. Яҙмыш уны хатта Сахалин өлкәһенә алып барып еткерә. Бында ул парторг, диспетчер, шахта начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.


1953 йылдан Файыҡ Мөхә­мәтйәнов әүҙем яҙыша башлай, тап ошо саҡтан үҙен оҫта журналист итеп таныта. 1965 йылда Башҡорт дәүләт универ­ситетының филология факультетын тамамлап, юғары белемгә эйә була.


1954 йылдан 1981 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡ­ҡан­ғаса, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй. Бында ул үҙ хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бү­лек мөдире вазифаларында көс түгә.


Файыҡ Мөхәмәтйәнов шиғ­риәт өлкәһендә әүҙем ижад итә, балалар өсөн дә яҙа. Очерк, публицистика жанр­ҙарында эшләргә ярата. Үҙ яҙмаларында автор хеҙмәти берҙәмлекте, халыҡтар ара­һындағы дуҫлыҡты, Тыуған илгә һөйөүҙе, ярҙамсыллыҡты данлай.


“Оҫта малай” исемле тәүге китабы 1960 йылда нәшер ителә. Файыҡ Мөхәмәтйәнов – 11 шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы, шул иҫәптән – “Күңел көҙгөһө” (1972), “Әсәйемдең ҡулдары” (1981), “Көҙҙәремдең бағам күҙенә” (1991) һәм башҡалар. Уның әҫәрҙәре йәш быуынды әхлаҡи-эстетик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, яуаплылыҡҡа, ғәҙеллеккә, хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. “Көҙҙәремдең бағам күҙенә” китабы иһә шағирҙы нескә тойғоло лирик итеп аса.


1957 йылда Өфөлә үткән СССР Журналистар союзы Башҡортостан бүлексәһенең ойоштороу конференцияһында Файыҡ Мөхәмәтйәнов тәүге журналистар танытмаһын ал­ғандар араһында була.


Замандаштары уны ихлас, асыҡ, изге күңелле кеше итеп хәтерләй. Шағир-журналист уҡыусылары менән осрашырға, улар менән йәнле аралашырға яратты. Айырыуса мәктәп балалары менән булған осра­шыуҙарҙы көтөп алыр була.


Ҡәләм оҫтаһының тырыш хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” тигән маҡтаулы исем менән баһаланды, әҙәбиәтте үҫтереүҙәге роле иһә “Почет Билдәһе” ордены менән билдәләнде.


Файыҡ Тимерйән улы Мө­хәмәт­йәнов 2009 йылдың 2 ию­нендә Өфөлә вафат була. Билдәле яҡташтарының иҫтә­леген мәңгеләштереү маҡса­тында борайҙар 2011 йылдың 2 апрелендә Оло Баҙраҡ ауылы мәҙәниәт йортонда әҙәби музей аса. Бында уның фото­һүрәттәре, төрлө документтар, ҡулъяҙмалары һаҡлана.


Илем бар, көнөм бар


Йырым бар, көйөм бар,

Көй һуҙыр моңом бар,

Моңомдоң ҡанатын

Үҫтерер илем бар.

Һыуһынды ҡандырыр

Саф һыулы шишмәм бар,

Шишмәләр сафлығын

Һаҡларлыҡ илем бар.

Донъяға нур һибер

Ҡояшлы көнөм бар,

Көнөмә яҡтылыҡ

Өҫтәрлек илем бар.



Ил хаҡына көсөн биргән генә


Ерҙә үҙем һалған

һуҡмаҡтарҙың

Бар оҙоно, бар бик ҡыҫҡаһы,

Ябай ғына түгел улар, түгел...

Күрә белһәң – ғүмер ҡиссаһы.

Уларҙа һис ҡара таптар

ятмай,

Бәхетле мин, шуға бәхетле,

Ил хаҡына көсөн биргән генә

Үҙ-үҙенә ҡоя ала шундай

Ҡара тапһыҙ бәхет-тәхетте!



Йондоҙ ише


Тыуған ере – Башҡортостан,

Башҡорт ҡыҙы – исеме.

Күҙ ҡарашы нурҙар бөркә,

Әллә йондоҙ ишеме?

Йондоҙ ише!

Ҡайҙа барһа,

Шунда үҙен таныта,

Тыуған иле киңлегенә

Гел яҡтылыҡ тарата.

Ялан киңлегенә сыҡһа,

Гәрәбә бөртөк үҫә,

Завод цехтарына инһә,

Йөрәгенең тибештәре

Машиналарға күсә.

Ҡулдарына китап алһа,

Ғилем сере сигенә,

Сигенә лә илен данлап,

Ил йөктәрен тартыр өсөн

Эшкә дәррәү егелә.

Әгәр ҡосағына сумһаң,

Тоғро юлдаш булыр.

Ил терәге – егет-ҡыҙҙар

Тупылдап ҡына торор.

Күрәһегеҙ, дөрөҫ әйтәм,

Йондоҙ ише ул, ише,

Йәшәйешкә ғәм-йәм өҫтәй

Уның ҡулдарынан килгән

Йөҙ төрлө изге эше!


Үткәндәрем


Үткәндәрем ник ҡәҙерле,

Ник уларға күҙ һалам,

Ғүмер көҙө еткәндә лә

Ник уларға уҡталам?

Аҙ булдымы кәмһетеүҙәр,

Ас-яланғас йөрөүҙәр,

Йүкә киҫеп, йүкә телеп,

Ярым айҙай шөшлө тотоп,

Сабаталар үреүҙәр.

Йәшәйем тип, шиңмәйем тип,

Утҡа-һыуға кереүҙәр.

Тик шулай ҙа үткәндәргә

Күҙ һаламын, күҙ һалам,

Йәшәү ҡәҙерен белергә,

Тыуыр таңдарҙы күрергә

Мин уларҙан көс табам!
Читайте нас: