Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Март 2021, 21:30

“Яҙҙар тағы беҙҙе осраштырҙы...”

Бөгөн беҙ Борайҙа хеҙмәттәшебеҙ, журналист һәм шағир Файыҡ Мөхәмәтйәновтың 100 йыллығына арналған кисәлә ҡатнаштыҡ.

“Ҡәләм тотҡан һәр кем өсөн
Бар Абдулла мәктәбе,
Ул мәктәп һабаҡ биреүен,
Ял алмай, ябылып тормай,
Дауам итә бит әле!”
- тип яҙғайны хеҙмәттәшебеҙ, журналист һәм шағир Файыҡ Мөхәмәтйәнов “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән Абдулла Исмәғилевкә арнаған шиғырында. Эйе, ул мәктәп әле лә йәшәй, замандың киҫкен боролоштарына, көтөлмәгән ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан. ”Башҡортостан” гәзите тип атала был ижад һәм тормош мәктәбе.
Ә беҙ бөгөн ошо мәктәптә 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән, халыҡҡа Башҡортостан тауышын еткереүгә, заман йылъяҙмаһын булдырыуға, йәмғиәтте туплауға ҙур өлөш индергән хеҙмәттәшебеҙ, яугир, хеҙмәт ветераны Файыҡ Тимерйән улының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей кисәһендә ҡатнашыу, уның алсаҡ, ерһөйәр яҡташтары менән осрашыу өсөн Борай районына, шағирҙың тыуған ауылы Оло Баҙраҡтағы музейына юл тоттоҡ.
Борайҙар үҙ шәхестәрен күрә, баһалай белә! Беҙ быға матур, иҫтә ҡалырлыҡ ”Яҙҙар тағы беҙҙе осраштырҙы...” тип аталған юбилей кисәһен ойоштороуҙарынан, ихласлыҡтарынан, шиғыр уҡырға яратыуҙарынан, хөрмәткә лайыҡ улдары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауҙарынан күрҙек һәм инандыҡ. Гәзиттең киләһе һандарында был хаҡта тулыраҡ яҙырбыҙ.
Фото: “Алға” район гәзите редакцияһы.
Читайте нас: