Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
20 Март 2021, 22:25

Айбулат Ғәйнуллин арабыҙҙан китте...

Уға әле 40 йәш тә тулмаған.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм агросәнәғәт комплексы департаментының Экология, тәбиғәтте файҙаланыу һәм урман хужалығы бүлеге етәксеһе Айбулат Юлай улы Ғәйнуллин арабыҙҙан китте. Уға әле 40 йәш тә тулмаған.
Айбулат Ғәйнуллин 1981 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт юлын 2004 йылда "Башҡортостан" телевидениеһының "Ватан" яңылыҡтар бүлегендә хәбәрсе булып башлай. Артабан ул "СМАРТС" ябыҡ акционерҙар ойошмаһының үҫеш төркөмө дилер селтәрҙәренең Өфө филиалын етәкләй. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән етәксе Башҡортостан Республикаһында «СМАРТС-Уфа-GSM» клиенттар базаһын арттырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Айбулат Юлай улы ведомствоның Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Айбулат Ғәйнуллин яңынан журналистика өлкәһенә килә, 2008 йылдан алып 2010 йылға тиклем Ер һәм мөлкәт министрлығында, аҙаҡ Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе булып эшләй. Тап ул эшләгән ваҡытта төрлө гәзит-журналдар, радио-телевидение редакциялары менән ныҡлы бәйләнеш булдырыла: урманды һаҡлау, ағас ултыртыу, йәшелләндереү буйынса хәбәрселәрҙең төрлө мәҡәләләре, тапшырыуҙары сыға, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән тура эфир ойошторола.
2015 йылдан алып ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эшләй, тәбиғәтте һаҡлау һәм төбәктең урман хужалығы мәсьәләләре буйынса етәкселек итә. Айбулат Ғәйнуллин урман хужалығы тармағына ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, Федераль урман хужалығы агенствоһының Дипломы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, Айбулат Юлай улы!
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Читайте нас: